Ҡатнашыр өсөн https://vk.com/wall-235828364_333 һылтанмаһы аша үтеп, шарттарҙы үтәү фарыз.
📌 Улар түбәндәгесә:
✅Үрҙәге һылтанма буйынса ҡуйылған яҙма аҫтында район йәки ҡалағыҙҙа йәшәгән ирекмәндең фотоһүрәте менән уртаҡлашығыҙ. Уның махсус хәрби операцияға ниндәй ярҙам күрһәтеүе тураһында һөйләгеҙ, башҡарған эштәрен күрһәтегеҙ. Фотография сағыу һәм сифатлы булырға тейеш.
✅ Журналист-ирекмәндәр төркөмөнә яҙылыу мотлаҡ.
📷 Фоторәсемдәр 26 марттан 8 апрелгә тиклем ҡабул ителә. 9 апрелдә тауыш биреүгә сығарыла. Еңеүселәр 21 апрелдә асыҡлана.
📍Конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһына ла диплом тапшырыла.
Журналист-ирекмәндәр ярыш еңеүсеһе йәшәгән төбәктә волонтерҙар слеты ойоштора.
⭐Еңеүсе «Халыҡ ирекмәне» тигән иҫтәлекле миҙал һәм диплом менән бүләкләнә. Уңыштар теләйбеҙ!