Все новости

Яугирҙарыбыҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын өсөн

***


Ошо көндәрҙә Журналист-ирекмәндәр төркөмө ойошторған ифтарҙа республиканың медматармағында эшләгән хеҙмәттәштәр, рухташтар осрашты. Барыһын да оло теләк берләштерҙе: илебеҙгә тиҙерәк именлек килһен һәм яугирҙәр иҫән-һау тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтһын.
"Бындай саралар күңелдәрҙе сафландыра, беҙҙе берләштерә. Быйыл Рамаҙан айы күркәм һәм бәрәкәтле булды. Ауыл һәм ҡалаларҙа халыҡ ифтарҙар уҙғара, изге теләктәр юллай", - тине Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, журналист Морат хәҙрәт Лоҡманов.
"Ватаныбыҙҙы һаҡлаған ир-егеттәребеҙ хаҡына беҙ көслө рухлы һәм берҙәм булырға, уларға ярҙам итергә һәм көтөргә тейеш", – тине "Юлдаш" радиоһы журналисы, яугир әсәһе Әнисә Муллағолова.
“Журналист-ирекмәндәр” төркөмө етәксеһе, журналист Зөһрә Арсаева фәҡәт берҙәмлек алыҫ яу яланында булғандарға – көс һәм ҡеүәт, уларҙың әйләнеп ҡайтыуын көткәндәргә – рух һәм ныҡлыҡ өҫтәй, тине. “Изге Рамаҙан айы — мәрхәмәтлек һәм берләшеү ваҡыты. Был нурлы кисәне ойоштороуҙа ярҙам иткән һәр дуҫыбыҙға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Изге айҙа башҡарған һәр игелекле эшегеҙ меңләтә артып, кире үҙегеҙгә ҡайтһын. Беҙ бергә!”, - тип билдәләне Зөһрә Фәнил ҡыҙы.
Ихлас күңелдән ойошторолған ифтар кисе аралашыу, фекерләшеү урынына, Еңеү хаҡына берләштергән күркәм сараға әүерелде. Иң мөһиме – изге айҙа илебеҙгә именлек, һалдаттарға иҫәнлек-һаулыҡ, теләп ҡылынған доғалар ҡабул булһын!

Автор: Айбулат Ишназаров
Читайте нас