Все новости
МХО-лағыларға ярҙам
22 Февраля , 16:00

✅Яугирҙәр өсөн – генератор


 
Хәбәр итеүебеҙсә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре - ойошма рәйесе Юлдаш Йосопов, баш бухгалтер Альбина Әфләтунова, водитель Раил Ғәлиуллин һәм Хәйбулла районы ирекмәне Дилә Исҡужина – махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ылау менән юлға сыҡҡайны.
 
Улар Дондағы Ростов ҡалаһындағы госпиталгә туҡталып, гуманитар ярҙамды тапшырҙы, Донецк өлкәһе Селидов ҡалаһы янындағы ялан госпиталендәлә булды.
 
“Беҙ алып барған әйберҙәр, аҙыҡ-түлек – барыһы ла яугирҙәр өсөн бик мөһим.Шулай ҙа иң көтөлгән кәрәк-яраҡтарҙың береһе – генератор. Беҙ уны имен-аман алып барып етеп, яу яланындағы яҡташтарыбыҙға тапшырҙыҡ”, - тине гуманитар ылау менән барыусылар.
 
#ҡоролтай #ВсемирныйКурултайбашкир #курултай #помощьсво #ВКБ

Автор: Айбулат Ишназаров
Читайте нас