Все новости
МХО-лағыларға ярҙам
17 Февраля , 11:00

Башҡорттар ҡоролтайы оло юлға сыҡты

***

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре - ойошма рәйесе Юлдаш Йосопов, баш бухгалтер Альбина Әфләтунова, водитель Раил Ғәлиуллин һәм Хәйбулла районы ирекмәне Дилә Исҡужина - махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ылау менән юлға сыҡты.
Ярҙам Дондағы Ростов ҡалаһындағы госпиталгә һәм Донецк өлкәһе Селидов ҡалаһы янындағы ялан госпиталенә алып барыла.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов белдереүенсә, гуманитар ярҙамды туплауға Хәйбулла районы ирекмәндәре, Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы, “Шьем и вяжем для наших. Башкортостан” хәрәкәте волонтерҙары, “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашыусылар ҙур өлөш индергән. Ылауҙа дизель генераторы, унар литрлыҡ газ баллондары, төҙөлөш материалдары, маскировка селтәрҙәре, кейем-һалым, аҙыҡ-түлек, түшәк кәрәк-яраҡтары, медикаменттар һ.б. бар.
Хәйерле юл теләйбеҙ!
#ҡоролтай #ВсемирныйКурултайбашкир #курултай #помощьсво #ВКБ

Автор: Айбулат Ишназаров
Читайте нас