Все новости
МХО-лағыларға ярҙам
29 Декабря 2025, 12:00

Ҡариҙел районында Геройҙар аллеяһы асылды

🔥24 декабрҙә Абыҙ ауылында ГЕРОЙҘАР АЛЛЕЯҺЫ асылды. Был изге һәм әһәмиәтле ваҡиға берҙәмлек, илһөйәрлек һәм бәләкәй ватанға һөйөү символына әүерелә.


 
💫Аллеяла туғыҙ пилон ҡуйылған, унда геройҙарҙың фотоһүрәттәре һәм ҡыҫҡаса биографиялары урынлаштырылған. Уларҙың исемдәре ил һәм тыуған яҡ тарихына мәңгелеккә яҙылған: Илдар Шәһәбетдинов, Әғдәм Рамазанов, Дамир Солтанов, Владимир Рачев, Ринат Исламов, Борис Низаметдинов һәм Роман Сәйетгәрәев. 
 
💫Аллеяла Социалистик хеҙмәт Геройы Василий Дульцев һәм Хәҙерге Рәсәй Геройы, атҡаҙанған хәрби осоусы, Ҡариҙел районының почетлы гражданы Владимир Алимов лайыҡлы урын биләй.

Сығанаҡ: "Ҡариҙел башҡорттары".
💥Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/vatandash_journal ҡушылығыҙ, дуҫтар!

Читайте нас