Алина Морозованың тормош иптәшене махсус хәрби операцияға китеүенә октябрь айында өс йыл тула. Ошо осор эсендә ике тапҡыр хәбәрһеҙ юғалып, бәхеткә күрә, икеһендә лә табыла.
– Беҙ ауыр ваҡытта яңғыҙ булманыҡ. "Ватанды һаҡлаусылар" комитеты ла, Шайморатов исемендәге шәфҡәтлелек фонды ла беҙгә ярҙам күрһәтте.
Иптәшем 3 тапҡыр отпускыла булып китте.
Ике бала тәрбиәләйбеҙ. Ҡыҙым 1- се класта, улым 11- селә уҡый. Мәктәптә ашауҙары,ҡала транспортында йөрөү, мәҙәни сараларға инеү - бушлай.Ҡыҙым Ҡурсаҡ театрында спектаклдәр ҡарарға, бейергә ярата.Бына ике йыл үҫмерҙәр клубында бейеү түңәрәгендә шөғөлләнә. 2023 йылда
"Башҡортостан Республикаһының торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фонды"нан баҙар хаҡынан арзаныраҡҡа фатир һатып алдыҡ.
Беҙгә ярҙам ҡулы һуҙған барыһына ла рәхмәтлебеҙ.
Бер нимәгә уфтанмай, бер нимәгә зарланмай тыныс ҡына һөйләгән был ҡатынға һоҡланмай мөмкин түгел.
Ә фотоларын күргәс, был матур ғаиләгә һоҡланыуым тағы ла артты.
Яугир иҫән-һау ҡайтып, ғаилә альбомында бәхетле мәлдәрҙе сағылдырған фотолар тағы ла күбәйһен.
Фәйрүзә Абдулова