

Сибай башҡорттары ҡоролтайы төркөмөндә хәбәр итеүҙәренсә, күргәҙмә асыуҙан тыш, маҡсаттар шундай: урындағы ҡоролтай менән бәйләнештәр булдырыу, Ырымбур ҡалаһында урынлашҡан данлыҡлы архитектура ҡомартҡыһын – Ҡарауан-Һарайҙы күреү, музейҙар менән танышыу.
Өфөләге дуҫлыҡ йорто филиалы – тарихи-мәҙәни үҙәк хеҙмәткәрҙәре ҡоролтай менән берлектә ҡунаҡиарҙы ихлас, ҡурай моңон яңғыратып, ҡаршы алған, иртәнге йома сәйе менән һыйлаған. Йәмәғәт эшендә төрлө ойошмалар менән әүҙем эшләйҙәр Ырымбурҙағы милләттәштәр: хәрби махсус операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә ярҙам итеү, аллеяға ағастар ултыртыу һәм башҡа бихисап эштәр.
Артабан Ҡарауан-Һарай мәсетен барып күреү ойошторолған, Гөлимә апайҙың яңы төҙөп ятҡан ат һарайы музейына экспонаттар тапшырылған. Бик күп эштәр башҡарған Гөлимә Жангабилова музейҙы асыуға, биргән биналарҙы тәртипкә килтерер өсөн. Ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ изге эшмәкәрлек өсөн, тип яҙалар төркөмөдә.
Күргәҙмәне тантаналы асыу сараһында Сибай башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, ҡала музейы директоры Альбина Ярмуллина, ағзалары Басир Шәрипов, Радик Байғускаров, Айбулат Уразбахтин, Таңһылыу Ғәйнуллина, Рәсимә Айсыуаҡова, Римма Ғәзизова, Сибай ҡалаһының мәҙәниәт бүлеге начальнигы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлиә Нәҙерғолова, Сажиҙә Ғәниева, Айһылыу Мирсәйетова, Әлфиә Уйылданова, музей хеҙмәткәрҙәре Нәйлә Йәрмөхәмәтова,Рәзилә Ишбулатова, Финзиә Апсаптарова, Нәрзилә Байегетова, Зөбәржәт Ҡоломбәтова, музей ирекмәндәре Дилә Игликова, Вера Осипова, урындағы «Ҡарауан-һарай» мосолман дини ойошмаһы рәйесе Гөлимә Жангабилова, Ырымбур ҡалаһы башҡорттары рәйесе Марат Сарбаев һәм ҡоролтай вәкилдәре, Ырымбур ҡалаһындағы тарих-мәҙәни үҙәге етәксеһе Аурика Ишҡыуатова һәм белгестәре Земфира Ғайсина, Әлфиә Агишева, ҡала халҡы һәм килгән ҡунаҡтар ҡатнашҡан.
Экспозиция Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылына арналған һәм Көньяҡ Уралдың төп халыҡтарының береһе булған башҡорт мәҙәниәтенә арналған, унда 110 - дан ашыу экспонат - башҡорт халҡының этнографияһы, көнкүреше һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте әйберҙәре ҡуйылған.
Марат Самат улы етәкселек иткән «Яйыҡ» фольклор ансамбле килгән тамашасыларға йәмле, сағыу музыкаль номерҙар бүләк иткән. Күргәҙмә асыуҙа ҡатнашҡан барлыҡ ҡунаҡтар баҡсала музей хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән мул табын артында һөйләшеп, тәъҫораттар менән бүлешкән.
Көндөң һуңында «Милли ауыл» мәҙәни комплексында башҡорт этнографияһы, әҙәбиәте, этнографияһы музейын барып күреү ойошторолған. Ырымбур өлкәһе мәҙәниәтен үҫтереү төбәк үҙәге методисы Гөлнар Яҡшыбаева ихлас итеп музей экспонаттары, эшмәкәрлеге менән таныштырған, һорауҙарға яуап биргән.
Ырымбур ерҙәрендә башҡорттар борондан йәшәгән төп милләт. Хәҙерге ваҡытта башҡорттар Ырымбур өлкәһенең барлыҡ район-ҡалаларында йәшәй, күбеһенсә Оренбург, Орск, Медногорск ҡалаларында, Красногвардейский, Гай, Һарыҡташ, Ҡыуандыҡ райондарында төпләнгән.
Мәғариф, дәүләт эшмәкәрлеге, башҡорт әҙәбиәте һәм фольклорына нигеҙ һалған арҙаҡлы шәхестәребеҙ был ерҙәрҙә тыуған, эшмәкәрлек иткән. Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев Неплюев кадет корпусын тамамлаусы йәмәғәт эшмәкәре һәм мәғрифәтсеһе шағир Александр Пушкиндың әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә иткән тикшеренеүсе. Әбүбәкер Диваев – йөҙҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы, Рөсәй фәндәр Академияһының ағза-корреспонденты, Мәскәү дәүләт университетының антропология йәмғиәте ағзаһы. Ырымбур педагогия техникумын тамамлаусылар – билдәле уҡытыусылар, яҙыусылар, шағирҙар, дәүләт эшмәкәрҙәре: прозаиктар, халыҡ яҙыусыһы – Зәйнәб Биишева, БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Баязит Бикбай, Башҡортостан Республикаһының төрлө осорҙағы мәғариф һәм мәҙәниәт министрҙары-Сәғит Әлибаев, Исмәғил Ғафаров, республика гәзиттәре мөхәррирҙәре Ҡасим Аҙнабаев һәм Исмәғил Ғафаров. Башҡортостандың халыҡ сәсәне, фольклорсы, драматург, башҡорт фольклорының иң ҙур һәм боронғо эпик әҫәре “Урал батыр” эпосын яҙып алған Мөхәмәтша Боранғолов. Яҡташтарыбыҙ - Халыҡ шағирҙары Рауил Бикбаев һәм Риф Тойғонов; филолог Зиннур Ураҡсин; тарихсы Нурислам Ҡалмантаев менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ, тейҙәр Сибайҙар.
Әйтергә кәрәк, августтың аҙағында, Сибайҙа казак мәҙәниәтенә арналған «Казак байрамы» күргәҙмәһе эшләй башлаған. Был айырыуса Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылы тип иғлан ителгән йылда символик күренеш.
Түләүселәр 4 октябргә тиклем Ырымбур губернатор музейында (Совет урамы, 28) «Мираҫ» күргәҙмәһен һәм Сибай ҡалаһының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында (Таусылар проспекты, 45) «Казак байрамы» күргәҙмәләрен күрә ала.
#ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #сибайҡоролтайы #курултай #курултайОренбурга #выставки2026
#культурныйобмен #Мирас #Казачийпраздник #Оренбургскаяобласть #Ырымбурөлкәһе #каравансарай #ҡарауанһарай