

📜Күрше өлкәлә йәшәүсе милләттәшебеҙ Назим Низаметдинов оло ҡартатайы Әминев Хәлил Йосоп улының көндәлектәре хаҡында мәғлүмәт менән бүлешкән.
"Ике ҡулъяҙма дәфтәр башҡорт, урыҫ һәм ғәрәп телдәрендә яҙылған.
Унда Илембәт һәм күрше ауылдар тураһында мәғлүмәттәр бар.
Шулай уҡ көндәлектә:
-Үҙенең туғандары тураһында ,кем, ҡасан, ҡайҙа йәшәгән һәм үлгән, уларҙың балалары кемдәр; үҙенең нисек көн иткәне, халыҡ иҫәбе;
-Илембәт ауылының нисә аймаҡтан торғаны һәм ниндәй фамилия ниндәй нәҫелгә кергәне;
- Ниндәй ауыл ниндәй ырыуға ҡарағаны (күп ауылдарҙы ҡыпсаҡ тип яҙған, Ырымбур яғынан килеп төпләнгәндәр, хәҙерге ваҡытта табындар);
-Граждандар һуғышы, аҡтар һәм ҡыҙылдар нисек йөрөгән, ҡайҙа һуғышҡан;
- Зәки Вәлиди ғәскәр йыйыуы тураһында һәм Илембәт ауылынан кемдәр китеп һәләк булғаны;
- 1921-22 йылғы һәм 1933-1934 йылдарҙағы аслыҡ, нимә өсөн улай булғаны;
1922 йыл башында Илембәт ауылында Американан ашхана асылыуы, уны АРА тип йөрөтөүҙәре, унда биш ауыл балаларын ашатҡандары;
-1941 сентябрь айынан 1946 йылға тиклем һуғыш ваҡытында трудармия ла булғаны;
-1958 йыл Илембәт ауылына күсеп килгән Аблай, Көҙәбай, Шөкөр ауылынан килгән халыҡ иҫәбе, исем- фамилиялары һәм башҡа ауылдарҙан килеүселәр;
- Илембәт ауылындағы Тоҡан батыр һәм аның батырлыҡтары
һәм башҡа бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бар, тип яҙа Назим Низаметдинов.
Ул мәғлүмәтте Башҡортостан архивына ебәрергә һәм оло ҡартатайы Әминев Хәлил иҫтәлеген һаҡлап ҡалырға ниәтләй.
Әйткәндәй, дәфтәрҙе оҙаҡ йылдар дауамында Әминев Шәйхислам ағай һаҡлаған.
#ҡоролтай #Всемирныйкурултайбашкир #курултай #тарих #история #Челябинск #Силәбе