

Сәғит Агиштың ижадына изге төйәге – Туҡ йылғаһы буйында ултырған матур башҡорт ауылы ныҡ тәьҫир иткән. Яҙыусының “Нигеҙ” романындағы күп геройҙарҙың прототибы – ошо төйәк кешеләре.
Шуныһы айырыуса ҡыуаныслы: сараға балалар күп килгәйне. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, танылған шағирә Лариса Абдуллина, сәфәргә үҙе бара алмаһа ла, Туҡ буйының йәш быуынына бүләккә “Аҡбуҙат” журналын күп итеп ебәргәйне. Балалар сәхнәгә сығып, милли баҫманы алып, бик ҡыуанды.
Осрашыуға “Самауырлы ритайым”ды үткәреүсе Рөстәм Абдразаҡов та килгәйне. Уның олатаһы ошо яҡтан икән. Халыҡты бейетеп, йырлатып, үҙе менән таныштырҙы Рөстәм.
Туҡ буйында талантлылар бик күп. Байрамға Ырымбурҙың үҙенән, Александровка, Красногвардейск, Новосергиевка райондарынан бихисап йыр һәм бейеү ансамблдәре килгән ине. Уларҙың сығыштары халыҡҡа ныҡ оҡшаны. Форсаттан файҙаланып, ойоштороусылар Александровка һәм Красногвардейск райондарындағы Табын ырыуы вәкилдәренең конференцияһын да уҙғарҙы.
Тук-Соран башҡорттары башҡорт әҙәбиәте классигы Сәғит Агишҡа арналған сараларҙы бик матур итеп үткәрҙе. Киләсәктә улар Мерәҫ ауылында Ҡасим Аҙнабаевҡа таҡтаташ асырға ла ҡарар итте.
Рәхмәт, милләттәштәребеҙ, Ырымбур башҡорттары! Беҙҙең өсөн изге яҡтарҙа тағы ла осрашҡанға тиклем!
Нурислам ҠАЛМАНТАЕВ,тарих фәндәре кандидаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты белгесе.