Татарстандағы милләттәшебеҙ халҡына нур сәсеп йәшәй

Саба районында ғүмер кисергән милләттәшебеҙ Рәхимә Мәсәлим ҡыҙы ВӘЛИУЛЛИНАны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының иң юғары наградаһы – “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалы менән бүләкләнек.

Милләтебеҙ илһөйәр, телһөйәр, рухлы ул һәм ҡыҙҙары менән көслө. Улар, ҡайҙа ғына йәшәмәһен, ниндәй генә хеҙмәт башҡармаһын, тыуған еребеҙ, туған телебеҙ, халҡыбыҙ тип яна, изге ҡиммәттәребеҙҙе киң танытырға, юғары күтәрергә ынтыла, был эшкә бөтә күңелен, йөрәк йылыһын һала. Татарстандың Саба районында ғүмер кисергән Рәхимә Мәсәлим ҡыҙы Вәлиуллина – тап шундай милләттәштәребеҙҙең береһе. Ошо көндәрҙә уны 80 йәшлек оло юбилейы уңайынан ҡотланыҡ, башҡорт телен һаҡлауға, үҫтереүгә, туған телебеҙҙе популярлаштырыуға, милләттәр араһындағы теләктәшлекте нығытыуға, йәмәғәт хәрәкәтен әүҙемләштереүгә тос өлөш индергәне өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының иң юғары наградаһын – “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалы менән бүләкләнек.
Рәхимә Мәсәлим ҡыҙы 1946 йылдың 21 июнендә Күгәрсен районының Бикбулат ауылында тыуған. Яҡташыбыҙ күптән инде Татарстандың Саба районындағы Байҙар Сабаһы ҡасабаһында йәшәй. Яҙыусы, журналист, тапшырыуҙар алып барыусы булараҡ киң танылған шәхес ул Рәхимә Мәсәлим ҡыҙы. 2007 йылдан алып “Татмедиа” йәмғиәте ҡарамағындағы “Саба тулҡындары” телерадиокомпанияһы радиоһының “Ирәндек” йыр-мәғлүмәт тапшырыуында Татарстанда йәшәгән башҡорттарҙың тормошон яҡтырта. Бар күңелен һалып башҡарған ошо хеҙмәте аша әллә күпме милләттәшебеҙҙең рухын нығыта, туған теленә, тарихына, мәҙәниәтенә, диненә һөйөүен арттыра ул. Әйткәндәй, Саба районында етмешләп кенә башҡорт йәшәһә лә, улар шул ҡәҙәр көслө, рухлы, үҙ-ара ғәйәт берҙәм.
Рәхимә Вәлиуллина яҙыусылыҡ эше – китаптары менән дә халҡына хеҙмәт итә. “Көмөш һыулы Кесе Эйек буйында”, “Элвин Грей. Самый шулай”, “Рәйсәнә”, “Яҙмыштарҙан юҡтыр уҙмыштар”, “Әсә йөрәге” – барыһы ла уҡыусылар өсөн ысын хазина. Улар тыуған яҡ йылыһы менән һуғарылған, һәр әҫәр кешеләр араһындағы яҡшы мөнәсәбәттәрҙең көсөн, халҡыбыҙ күңеленең тәрәнлеген тойҙора. Мәҫәлән, “Элвин Грей. Самый шулай” китабы йәш йырсы Радик Юлъяҡшиндың тормошо, эшмәкәрлеге тураһында. Кешенең ауырлыҡтарҙы еңеп, уңыш ҡаҙаныуы хаҡында ҙур тәрбиәүи көскә эйә тарих. Әйткәндәй, Радик Юлъяҡшинға “Атай” йырының һүҙен яҙып биргән әҙибә лә ул Рәхимә Мәсәлим ҡыҙы.
“Һауаларҙы ярып осор өсөн
Ныҡлы ҡанат кәрәк бөркөткә.
Атай кәрәк, кәрәк балаларға
Юл күрһәтер өсөн бәхеткә”.
Был әҫәр йәш милләттәшебеҙҙең ижадын байытып ҡына ҡалманы, ә туғанлыҡҡа, ғаилә ҡиммәттәренә дан йырлаусы оранға ла әйләнде.
Рәхимә Мәсәлим ҡыҙын “Әсә йөрәге” китабы махсус хәрби операция яугирҙәренең әсәләренә арнала. Шулай заман ваҡиғалары уртаһында ҡайнап, иңебеҙгә төшкән уртаҡ ауырлыҡты ихлас күтәрешеп, замандаштарыбыҙҙы хәстәрләп, күңелдәрендә өмөт-ышаныс ҡабыҙып йәшәй әүҙем яҡташыбыҙ.
Уның Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Айыҡ ауыл” проектына ҡарата иғтибарын, ихлас ҡеүәтләүен күптәргә сағыу өлгө итеп күрһәтергә мөмкин. 2023 йылда Күгәрсен районы Бикбулат ауылының ошо республика конкурсының “Ҙур тораҡ пункттар” номинацияһында беренсе урынды алыуында Рәхимә Мәсәлим ҡыҙының да тос өлөшө бар. Ул бәйге барышында ауылдаштарына төрлө яҡлап ярҙам итергә ынтылды, тыуған төйәге өсөн тауыш биреүҙе Татарстанда ла әүҙемләштереп ебәрҙе. Конкурс мәлендә тыуған яғына осрашыуға делегация алып ҡайтып, ауылдаштары күңеленә еңеүгә ынтылыш, көс өҫтәне.
Әйткәндәй, "Айыҡ ауыл"да Тәүәкән ауылы ҡатнашҡанда ла унда ҡайтып, “Әсә йөрәге” китабының исем туйын үткәрҙе ул. Ошо рәүешле яҡташтарының еңеүенә ихлас күңелдән үҙ өлөшөн индерҙе.
“Башҡорт инәһе”, “Ике республиканы берләштереүсе”, “Тыныслыҡ вәкиле”... Ошондай мәртәбәле һүҙҙәр менән оло ихтирам-хөрмәт белдерә Башҡортостан һәм Татарстан халҡы Рәхимә Мәсәлим ҡыҙы Вәлиуллинаға. Эйе, ике аралағы дуҫлыҡ күперен нығытҡан шәхес ул. Халҡына нур сәсеп йәшәгән шәхес. Артабан да шулай өлгө, терәк-таянысыбыҙ булып, һоҡландырып йәшәгеҙ, Рәхимә Мәсәлим ҡыҙы!
#ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #курултай #шәхестәр #башҡорттар #Татарстан

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас