

Иң кескәй ҡатнашыусы - Йәсминә Гайнаншина көҙгә беренсе синыфҡа киләсәк .Эпосты ятларға әсәһе ярҙам итә.Беренсе кластан Илмир Бикәнәев, алтынсылар Алтынай Ишбаева менән Ансар Һөйөндөков, 8-сенән Аделина Исхаковалар "Урал батыр"ҙы уңышлы башҡарҙылар. Байрамға йәйге каникулда ауылға ҡартатай-ҡәртәсәйҙәренә ҡайтҡан ейәндәр ҙә ихлас ҡушылды: Салауат ҡалаһынан Арыҫлан Ҡуҙбаев (атаһы ла,әсәһе лә ауыл мәктәбен тамамлаған) менән Өфө ҡыҙы Зарина Әлибаева(әсәһе уҡыған) . "Беренсе байрамыбыҙ межрегиональный булып сыҡты бит"- тип ҡыуанды мәктәп етәксеһе. Ете бала ихласланып яҡташтары Мөхәммәтшә Буранғолов 1910 йылда Ғәбит сәсән менән Хәмит сәсәндән яҙып алған халҡыбыҙҙың ҡомартҡыһын уҡыны. Урындар бирмәне баһалама ағзалары -жюри, һәр бала еңеүсе, тигән ҡараға килде улар һәм барыһына ла бүләктәр тараттылар.Мәктәп етәксеһе Сания Рафаил ҡыҙы эпостың төрлө телдәргә тәржемә ителеүе хаҡында ла әйтеп үтте. Педагогик хеҙмәт юлын Аллабирҙе мәктәбендә башлаған, бөгөн Төйлөгән ҡасабаһы мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Марат Мансур улы Әбдрәхмәнов та байрамға буш ҡул менән килмәгән, һәр кескәй сәсән уның бүләктәренә һөйөндө.
Эпосты мәктәптең физика уҡытыусыһы Закир Әлим улы Әлибаев төшөргән видео тулыландырҙы. Тыуған Аллабирҙебеҙҙең һоҡланғыс тәбиғәте, Юшатырыбыҙ эпос юлдарын күҙ алдына килтерергә ярҙам итте. Телебеҙҙең матурлығы, әҙәбиәтебеҙҙең һоҡланғыс һәйкәле булған "Урал батыр" эпосы йыл һайын Аллабирҙелә яңғыраһын ине.
Сания Ҡуҙбаева, ветеран уҡытыусы,
Ырымбур өлкәһе төйлөгән районы Аллабирҙе ауылы