Силәбеләр рәхмәт белдерә

Ошо көндәрҙә Октябрьский ҡалаһында Ғата Сөләймәнов исемендәге XXV Республика ҡурай байрамы үтте, тип хәбәр иткәйнек.

Күләмле музыкаль фестиваль Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең 400-гә яҡын башҡарыусыһын, солистарҙы һәм ансамблдәрҙе берләштергән.
Сарала Силәбе ҡалаһынан, Силәбе өлкәһенең Арғаяш районынан бер төркөм йәш, рухлы милләттәштәребеҙ ҡатнашҡан. Уларҙың етәксеһе Назим Низаметдинов хәбәр итеүенсә, йәш башҡарыусылар Октябрьский ҡалаһындағы конкурста ҡатнашыуҙан тыш, билдәле ҡурайсы Азат Айытҡолов саҡырыуы буйынса Өфө сәнғәт академияһында булған, оҫталыҡ дәресе алған. Башҡортостандың баш ҡалаһы буйлап экскурсияла булырға ла өлгөргәндәр.
“Был күркәм сәйәхәт беҙҙең өсөн – ҙур тәжрибә, тик ыңғай тьәҫораттар ҡалдырҙы. "Ҡурай” өлкә ҡоролтайына ярҙам өсөн ҙур рәхмәт!” - ти силәбеләр.
#ҡоролтай #Всемирныйкурултайбашкир #курултай #Октябрьский

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас