Югралар ҙа "Ҡарға бутҡаһы" бешергән

"Көндәр ни өсөн һаман йылынмай тиһәк, ҡарғалар ҡанат осона яҙҙы ултыртып алып килеп еткерә алмай ята икән. Ана шул яҙҙы тиҙләтәм тип, ҡарға бутҡаһына йыйылдыҡ әле. 



 
Һәр ваҡыттағыса 2-се һанлы китапханала ҡолас йәйеп ҡаршы алдылар. “Яҙ, яҙ, яҙ килә”, - тип яңғырап торған дәртле йыр күңелдәрҙе күтәреп ебәрҙе. 
 
Балалар иң тәүҙә миҙгелгә бәйле күренештәр тураһында әңгәмә ҡорҙо. Ниндәй төр бутҡалар барлығы хаҡында һөйләштеләр, уларҙың башҡортса нисек аталыуын хәтергә төшөрҙөләр. 
 
Йола буйынса, ауыл буйлап йөрөп, (беҙҙең осраҡта апай-инәйҙәр тәмлекәстәр бешереп алып килгән ине) төрлө һый-ниғмәт йыйҙы. 

Һуңынан күңелле уйындарға күстек. “Аҡ тирәк-күк тирәк”, “Йәшерәм яулыҡ”, “Йөҙөк һалыш” кеүек халҡыбыҙҙың матур уйындары менән танышып, рәхәтләнеп уйнап та алдыҡ. Ҡурайсы егет дәртле көйгә бейетеп тә алды. 
 
Күңел асҡандан һуң, йәмле табын ҡороп, сәйләп тә алдыҡ. Ҡыҫҡаһы, халҡыбыҙҙың матур йолаһын ҡала шарттарында атҡарып та ҡуйҙыҡ", - тип яҙалар [club190573147|"Югра башҡорттары"] төркөмөндә.

#ҡоролтай #Всемирныйкурултайбашкир #курултай #башкирыюгры 
#юграбашҡорттары

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас