Ваҡыт йүгерә. Уның менән бергә ғүмер саба, һин олоғайған һайын шәберәк саба: бөтмәҫ –төкәнмәҫ тормош мәшәҡәттәренә күмелеп, һин уның үткәнен дә һиҙмәйһең икән. Беҙҙең дә университет тамамлап, юғары уҡыу йорто дипломы алып, шау – гөр килеп республикабыҙҙҙың төрлө төбәгенә “ хеҙмәт фронты”на таралышыуыбыҙға ла оҙаҡламай ярты быуат була икән.
Уйлаһаң, уйылып китерлек. Оҙаҡ йылдар буйына башҡорт филологияһы буйынса юғары белем биргән бер генә урын булды: беҙҙе лә юғары квалификациялы белгес яһап, оло тормош юлына фатиха биреп Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының (1957 йылдан – Башҡорт дәүләт университеты ) тарих – филология (әле – башҡорт филологияһы һәм журналистика) факультеты оҙатты.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәт ғилемен асылда яңынан тергеҙгән, системалы, заманса фән юғарылығына күтәргән арҙаҡлы ғалимдарыбыҙҙың бөтәһе лә тиерлек ошонда белем алған. Бығаса бөтөнләй тейелмәгән өлкәлә тел һәм әҙәбиәт ғилеменең халыҡ- ара талаптары юғарылығында хеҙмәттәр яҙыу, тарихи грамматиканы төҙөү, әҙәби телебеҙҙең формалашыу проблемаларын тикшереү, орфоэпия, орфография, синтаксис, стилистика, лексика, диалектология буйынса эҙләнеүҙәр алып барыу, әҙәбиәтебеҙҙәң йөҙәр йыллыҡ тарихын тергеҙеү, текстологияны юлға һалыу, һүҙ сәнғәтебеҙҙең эске ҡануниәтен юлллау, атаҡлы әҙиптәребеҙҙең ижади мираҫын барлау һәм хәҙерге уҡыусыға еткереү улар иңенә төштө. Әйтергә кәрәк ,улар был бурысты намыҫ менән үтәп сыҡты, эстафетаны үҙҙәре тәрбиәләгән йәш быуын ғалимдарына тапшырҙы.
Һүҙ сәнғәтебеҙҙе донъя кимәленә сығарған шағирҙарыбыҙҙың,яҙыусыларыбыҙҙың, драматургтарыбыҙҙың ижад шишмәһе лә ошонан баш алды. Уларҙың исемдәрен генә һанап китеү ҙә бик күп урын алыр ине.
Шуныһын да иҫтән сығарырға ярамайҙыр: ысын барлыҡ ни тиклем ҡатмарлы булһа, уны сағылдырған әҙәбиәт тә – шул тиклем ауыр өлкә. Уның тормошо тулы мәғәнәле булһын, тарихи миссияһы теүәлерәк үтәлһен өсөн кәрәкле шарттар булыуы фарыз: китап баҫыу эшенең, матбуғаттың, театр, кино сәнғәтенең,әҙәбиәт ғилеменең үҫешкәнлеге, уларҙың барыһын үҙ иткән уҡыусыларҙың күплеге һәм, әлбиттә, ошо өлкәләрҙең барыһында ла эшләгән кешеләрҙең донъяға ҡараштары системаһына нигеҙ һалған әҙәбиәт уҡытыусылары эшмәкәрлегенең юғары кимәле.Дөйөм әҙәби процесс өсөн уларҙың һәр береһе мөһим, һәр ҡайһыһы уны үҫтереүгә индергән хеҙмәтенә бәрәбәр баһа алырға лайыҡлы.
Бында әйтәсәк һүҙем академик Ғайса Хөсәйеновтың ғилми мәктәбендә тәрбиәләнгән ғалимдарҙың береһе, оҙаҡ йылдар Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан филология фәндәре кандидаты , доцент М.Аҡмулла исемендәге премия лауреаты, БР ,РФ яҙыусылар союзы ағзаһы, БР –ҙың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Әхәт Ханнан улы Вилданов хаҡында ине.
БДУ –ла беҙ бер осорҙа белем алдыҡ, бер уҡыу йылында хатта бер бүлмәлә йәшәп тә алдыҡ.Әлеге көндә лә беҙ һәр саҡ бәйләнештә.Шуға уның тураһында ғалим - педагог һәм ижадсы булараҡ күп нәмәне әйтә алам. Ул БДУ –ға 1962 йылда ингән булған, 1963 йылдың көҙөндә армияға алынып, өс йыл һалдат бутҡаһын ашағандан һуң яңынан икенсе курсҡа уҡырға килде.Миәкә егеттәре Кәбир Ноғоманов,Түләк Ғирфанов менән Әхәт Вилданов һәм мин бер бүлмәлә йәшәнек.Ыҫпай, тәртипле,тырыш егеттәр булдылар.Ғөмүмән,ул осор йәштәре үҙ алдына маҡсат ҡуйып,шуға өлгәшер өсөн , уҡыуҙа ла, йәмәғәт эштәрендә лә, ул саҡтағы наҡыҫлыҡтарға ҡарамай,үҙ киләсәген аныҡ күҙаллап йәшәй ине.Шуғалыр ҙа һәр береһе һуңғараҡ тел ҙәм әҙәбиәт ғилеме, әҙәби ижад, журналистика, мәғариф өлкәләрендә дөйөм мәҙәниәтебеҙ үҫешенә ярайһы уҡ өлөш индергән абруйлы шәхестәр булып китте.
Әхәт Ханнан улы үҙенең остаздарын оло ихтирам менән иҫкә ала һәр ваҡыт. “ Уҡытыусыларымдан уңдым “,- ти йыш ҡына. Шулай тип әйтерлеге лә булғандыр, һәм был элекке заманда уҡытыусыны илаһи зат тип ололауҙың шауҡымы ғына ла түгелдер.
Уҙған быуаттың алтмышынсы йылдарында илебеҙҙә тормоштоң бөтә өлкәләрендә лә дөйөм йәнлелек,бығаса күрелмәгән рух күтәренкелеге хөкөм һөрҙө. Халыҡ коммунизм төҙөү генә түгел, унда йәшәү тураһында ихлас хыялланды, аныҡ пландар ҡабул итте, хатта коммунизмда йәшәйәсәк кешеләрҙең әҙәп- әхлағы нисек булырға тейешлеге тураһында йыйылма кодекс та ҡабул ителде. ( Ғәжәп, ул кодекстың принциптарының күбеһе мәшһүр Аҡмуллабыҙ унан быуат самаһы элек яҙған “ Нәсихәттәр” тигән шиғырҙан күсереп алынған кеүек !) .Ьөтә был күтәрелештең ни менән бөткәнлеген, күп нәмәнең ҡоро иллюзия ғына булғанлығын беҙ бөгөн беләбеҙ. Әммә шуныһы мөһим: дөйөм мәҙәни үҫешебеҙҙең заманса яңы кимәлгә күтәрелеүе лә ошонан башланды.
Фән, сәнғәт, мәғариф буйынса юғары белемле кадрҙар әҙерләү ҙә бығаса күрелмәгән уңыштарға өлгәшелде. БДУ-ла өръяңы остаздар мәктәбе формалашты: Жәлил Кейекбаев,Хәнифә Зиннәтуллина,Миҙхәт Ғәйнуллин, Ғәли Сәйетбатталов, Нәғим Ишбулатов кеүек күренекле ғалим- педагогтар коллективына Марат Минһажетдинов,Вәли Псәнчин,Әхмәр Аҙнабаев,Марат Зәйнуллин кеүек әҙерлекле йәштәр өҫтәлде. Беҙҙең студент йылдарыбыҙ нәҡ ошо осорға тура килде.
Был тәңгәлдә “Уҡытыусыларыбыҙҙан уңдыҡ !”- тип барыбыҙ ҙа Әхәт Ханнан улына ҡушыла алабыҙҙыр.
Уҡыуҙан һуң юлдар айырыла: кемдер ғүмерен мәғариф,уҡытыу – тәрбиә эшенә бағышлай,кемдер ижад эшенә бирелә, матбуғат, журналистикала көс һынай, профсоюз, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, төрлө кимәлдәге етәкселәр булып китә, хатта колхоз рәистәре һөнәрендә эшләйҙәр. Филолог тормош, йәшәйеш мәсьәләләре буйынса киң мәғлүмәтле,ҡайҙа ҡуйһаң да эшләй алырҙай белгес шул.Ә Әхәт Вилданов ғилем юлынан китә.1970 йылда университетты тамамлап, бер йыл Күгәрсен районының Ибрай ауылында һигеҙ йыллыҡ мәктәптә уҡытҡандан һуң СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалына ҡараған Тарих,тел һәм әҙәбиәт институтының аспирантураһына уҡырға инә. 1978 йылда филология фәндәре докторы Ғилемдар Рамазанов етәкселегендә “ Башҡорт мәғрифәтселек әҙәбиәте һәм Мифтахетдин Аҡмулла поэзияһы” тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай.
Был осорҙа институтта академик Ғайса Хөсәйенов етәкселегендә көслө ғилми мәктәп ойоша: Ә.Харисов,Ғ.Рамазанов,К.Әхмәтйәнов,С.Сафуанов,Ә.Вахитов,М.Хәмиҙуллина,В.Әхмәҙиев,Р.Бикбаев,И.Бүләков, Ғ.Ҡунафин, М.Иҙелбаев,З. Шәрипова, М.Нәҙерғолов... Исемдәре киң билдәле ошондай ғалимдар менән бер коллективта эшләүен дә үҙенең яҙмыш бүләге тип һанай Әхәт Ханнан улы.
Әйтерлеге лә барҙыр: нәҡ ошо зыялыларыбыҙҙың тырышлығы менән башҡорт әҙәбиәт ғилеме киң тармаҡлы,ныҡлы үҫешкән системалы бер күренеш булараҡ формалашып етте, нәҡ ошо ғалимдарыбыҙ бығаса йәшәп килгән, бер нәмә менән дә дәлилләнмәгән,”башҡорт әҙәбиәте- Октябрь емеше ул”-тип революцияның әһәмиәтен күпертеп күрһәтеү өсөн файҙаланылған сәйәси уйҙырманың дөрөҫ түгеллеген, башҡорт халҡының да дөйөм төрки мәҙәниәтенең, әҙәбиәтенең бик боронғо замандарына барып тоташҡан көслө һәм һутлы тамырҙары барлығын иҫбатлап, башҡорт әҙәбиәтенең йөҙәр йыллыҡ үҫеш юлын байҡап, алты томлыҡ фундаменталь хеҙмәт- “ Башҡорт әҙәбиәте тарихы”н – яҙҙы: нәҡ уларҙың хеҙмәттәрендә һүҙ сәнғәтебеҙҙең эске тәбиғәте,йәшәйеш ҡанундары- теоретик нигеҙҙәре ентекле өйрәнелде. Төрлө тарихи дәүерҙә йәшәгән,художестволы фекер үҫешебеҙгә ҙур өлөш индергән мәшһүр әҙиптәребеҙҙең әҫәрҙәрен барлап, уларҙың ижади портреттарын тыуҙырыуҙы ла улар башҡарҙы.
Башҡорт донъяһы,мәҙәниәтебеҙ тарихы өсөн бығаса күрелмәгән ошондай глобаль мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҡатнашыу, унда әҙ генә булһа ла һинең дә өлөшөң барлығын тойоу үҙе үк шаҡтай ҙур ҡыуаныс һәм оло бәхет түгелме һуң!?
Әхәт Вилдановтың ғалим булараҡ иң уңышлы мәле ошо институтта эшләгән йылдарға тура килә. Ғайса Хөсәйенов башланғысында һәм уның туранан –тура ҡатнашлығында ойошторолған, әҙәбиәтебеҙ,мәҙәниәтебеҙ тарихына ҡағылышлы боронғо баҫма һәм яҙма ҡомартҡыларҙы йыйып туплауҙы маҡсат итеп ҡуйған археографик экспедицияларҙа әүҙем ҡатнаша, йыйылған материалдарҙы барлауға, системалаштырыуға, баҫтырып сығарыуға үҙ өлөшөн индерә. Был йүнәлештә уның текстолог булараҡ иң ҙур уңышы итеп атаҡлы мәғрифәтсебеҙ , Х!Х быуат төрки һүҙ сәнғәте күгендә иң яҡты йондоҙҙарҙың береһе сәсән – шағирыбыҙ Мифтахетдин Аҡмулланың әҫәрҙәре йыйынтығын әҙерләп сығарыуын күһәтергә кәрәктер. Был китап – Аҡмулланың үҙ телендәге тәүге йыйынтығы. Һәм иң тулыһы: унда әҙиптең бығаса баҫылған китаптарында
Минеңсә, шуныһы ла мөһим: текстолог Аҡмулла әҫәрҙәрен хәҙерге әҙәби телгә яраҡлаштырғанда ҙур оҫталыҡ менән эш итә, әҫәр контексындағы ғәрәп , фарсы йәки иҫке төрки һүҙҙәрен хәҙерге әҙәби телебеҙҙә ҡулланылғаны менән алыштырғанда уларҙың тышҡы билдәләренә - яңғырашына, ижектәр һанына, логик һ.б. баҫымдарҙың тура килеү – килмәүенә генә ҡарамай, ә төп иғтибарҙы һүҙҙең мәғәнә төҫмөрөнә йүнәлтә, автор фекерен боҙмаҫлыҡ, уға хилаф килтермәҫлек итергә тырыша. Был телдәрҙе, Көнсығыш мәҙәниәтен, туғандаш халыҡтарҙың тарихын,этнографияһын,әҙәбиәт,фольклорын яҡшы белеүҙе талап итә.
Текстологик хеҙмәт 1981 йылда Ғайса Хөсәйенов фатихаһы менән Башҡортостан китап нәшриәтендә баҫылып сыҡты.Күптән көткән ваҡиға булды ул. Шулай ҙа ул башҡорт халҡына, донъяға Аҡмулланы башлап асты, тимәҫ инем. Уның исеме үҙе иҫән саҡта уҡ төрки донъяһында киң билдәле ине, хатта халыҡ хәтерендә ғәҙеллек даулап, мәғрифәтсе яҡты киләсәккә әйҙәп йөрөгән бер легендар шәхес образы рәүешендә формалашҡайны.Заманында популярлығы менән уға тиңләшеүсе бик һирәк булғандыр. Шиғырҙарын яттан һөйләгәндәр, йәштәр уға эйәреп ижад иткән. ХХ быуат башында хатта “ Мин – Аҡмулла” тип,ике тәгәрмәсле “ҡуян арбаһына”ултырып ауылдан ауылға уның исеменән шиғыр һөйләп йөрөүселәр табылған. 1911 - 1916 йылдарҙа Троицк ҡалаһында “ Аҡмулла” исемле сатирик журнал да сыҡҡан.
Ә.Вилданов башҡарған эштең әһәмиәте икенсе нәмәлә. Заманында Аҡмулла:”Алтындың ҡулда барҙа ҡәҙере булмаҫ,табылмаҫ мең тәңкәгә мыҫҡалыбыҙ”,- тип яҙған атаһына. Ысынлап та,ул сәскән шиғри гәүһәрҙәрҙең бик оҙаҡ ҡәҙере булманы. Улай ғына түгел, төрлө сәбәптәр табып,ҡағылды - һуғылды, ҡара мөһир баҫылды,тыйылды. Тураһын әйткән туғанына ярамай шул.
Аҡмулланың түрәләрҙең яуызлығын,муллаларҙың наҙанлығын күҙҙәренә бәреп әйткән фашлаусы шиғриәте күптәргә оҡшаманы. “Зәр ҡәҙерен зәргәр белер” тигән һүҙҙәре лә бар. Йәғни аҫылташтың ҡәҙерен ошо аҫылташты эшкәрткән оҫта ( ювелир) ғына белер, тимәксе. Шуның кеүек Ә. Вилданов та мәғрифәтсенән ҡалған “ аҫылташтарҙы” йыйып, туплап,ҡулайлаштырып, һүҙлеген төҙөп, аңлатмалар менән баҫтырып сығарып, үҙендә хисапһыҙ күп төҫтәр балҡышын йыйған үҙенсәлекле бер гөлләмә итеп ойошторҙо - Аҡмулланың бөйөклөгөн бөтә донъяға күрһәтте.
Ниндәйҙер кимәлдә ошоноң да шауҡымы менәндер ,1981 йылда әҙиптең тыуыуына 150 йыл туласағын иҫләп, был юбилейҙы тотош Союз кимәлендә тантаналы итеп үткәреү идеяһы тыуҙы.Уны рәсми властар ҙа хупланы. Юбилей бөтә ил масштабында оло бер байрам һымаҡ уҙҙы. Һәр хәлдә бындай ыңғай ҡарашҡа, үҙ – ара аңлашыуға,фекерҙәр ауаздашлығына күнекмәгән йәмәғәтселек өсөн был ҙур шатлыҡлы яңылыҡ блды. Шул йылда Аҡмулла тураһында ике монографик хеҙмәт - Ә.Вилдановтың “ Аҡмулла - халыҡ йырсыһы” ,Р.Шәкүрҙең урыҫ телендә “Звезда поэзии” тигән китаптары баҫылып сыҡты. Мәскәүҙең “Наука” нәшриәтендә Ә.Вилданов менән Ғ.Ҡунафиндың “ Башкирские просветители – демокрты Х!Х века” исемле монографияһы донъя күрҙе.
Күренекле ғалим Әхәт Ханнан улы Вилданов әҙәбиәтебеҙ күген киңәйтеүҙә, уның халыҡ – ара диарәлә таралыуында,популярлашыуында үҙенең дә лайыҡлы өлөшө барлығы менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала.
1982 йылда Ә.Вилданов уҡытыу эшенә күсә. Шунан бирле уның бөтә эшмәкәрлеге башҡорт филологияһы буйынса юғары квалификациялы белгестәр әҙерләүгә бағышлана. 1984 -1990 йылдарҙа –Башҡорт дәүләт педагогия институтының әҙерлек бүлеге мөдире, 1995-1996 йылдарҙа- башҡорт филологияһы факультетының деканы, 1993 – 2004 йылдарҙа башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте кафедраһы мөдире вазифаларын башҡара. Ун йыл кафедра доценты сифатында лекциялар уҡый.
Пединститутҡа күсеү менән уның эшмәкәрлеге ғилми - методик йүнәлеш ала – һәр төрлө программалар төҙөү, уҡыу әсбаптары, дәреслектәр яҙыу менән билдәләнә.Уның күренекле тел ғалимы Вәкил Хажин менән берлектә урыҫ мәктәптәренең 5 – 6 синыфтары өсөн яҙылған “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте” дәреслектәренең хәҙер инде бишенсе баҫмаһы ғәмәлдә Зәки Вәлиди Туғандың “Төрк вә татар тарихы” исемле хеҙмәтенең башҡортса,Ғайса Хөсәйеновтың “ Дауыт Юлтый тормошо һәм ижады” тигән китабының урыҫ телендә уның тәржемәһендә баҫылып сығыуы ла ошо йүнәлештә башҡарылған эш.
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филология факультетында Вилданов тураһында һүҙ сыҡһа, тик ыңғай, маҡтау һүҙҙәре генә ишетергә тура килә. Был, ысынла та, хаҡтыр. Шундай факт та билдәле: 1997йылда булһа кәрәк, профессор Самат Мөхәмәтйәнов башҡорт филологияһы факультетының һуңғы курсы студенттарынан анкета тултырта. Ундағы “ Һеҙҙеңсә, кем вуз уҡытыусыһының идеалына тура килә?”тигән һорауға утыҙға яҡын студент Әхәт Ханнан улын күрһәткән.
Әхәт Ханнан улының иң ҙур ҡаҙанышы - өс тиҫтәнән ашыу йылда уҡытып сығарған юғары квалификациялы белгестәр. Улар меңдәрсә.Барыһы ла остаздарының эшен дауам итә - республикабыҙҙың төрлө төбәгендә урта, урта һөнәр һәм юғары уҡыу йорттарында, төрлө ойошмаларҙа,мәғариф учреждениеларында. Ҡайҙа ғына эшләһәләр ҙә, үҙ һөнәрҙәренә,әҙәбиәт уҡытыусыһы алдында торған изге бурысты – йәш быуында әҙәп тәрбиәләүҙә, ҡараштар системаһын формалаштырыуҙы намыҫ менән үтәйҙәр. Остаз өсөн иң ҡәҙерлеһе шулдыр.
Ошо көндәрҙә М.Аҡмулла исемендәге әҙәби премия лауреаты,Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре,Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре Әхәт Ханнан улы Вилданов үҙенең олпат юбилейын,80 йәшен билдәләй.Әҙәп тәрбиәләгән әҙәбиәтсегә , рухи – әхлаҡи юғарылыҡҡа өндәгән уҡытыусыларҙың абруйлы остазына ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, оҙон ғүмер,ижади уңыштар теләйек.
Рәүеф Шаһиев,
Филология фәндәре кандидаты, РФ һәм БР Яҙыусылар союзы ағзаһы.