Шәриф Сәғҙәтулла улы Бикҡол 1924 йылдың 28 май көнө Ҡырмыҫҡалы районы Ҡарлыман ауылында тыуған.
Шәриф Бикҡолдың бихисап шиғырҙарына матур-матур йырҙар яҙылған.
Улар эфир тулҡындарында яңғырай, шиғырҙары, поэмалары халҡы күңелендә йәшәй. “Әлдә һин бар” йыры менән Байрас Абдуллин һәм Радик Динәхмәтов шағирға һәйкәл ҡуйҙы, тиҙәр шиғриәт һәм йыр һөйөүселәр. Ул хәҙер донъяның әллә күпме нөктәләрендә яңғырай – башҡортса, инглизсә, төрөксә, татарса, русса.