Динис Мөҙәрис улы Бүләков 1944 йылдың 18 майында Мәләүез районы Арыҫлан ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған.
Ижад юлы ҡыҫҡа булһа ла, башҡорт әҙәбиәтенең йөҙөн билдәләр әҫәрҙәре менән милләтебеҙ рухиәтендә исемен мәңгеләштерергә өлгөрөп китте әҙип. Осорҙоң иң киҫкен проблемаларын эпик панорамалылыҡ менән художестволы дөйөмләштергән романдар (“Килмешәк”, “Ғүмер бер генә”, “Туҙҙырылған тамуҡ”), романтик натураларҙы дәһшәтле һуғыш ваҡиғалары солғанышында, ҡәҙимге тормош эсендә һүрәтләгән повестар, төрлө тематик йүнәлештәге тос йөкмәткеле хикәйәләр ҡалдырҙы…