Марат Әҡсән улы Илһамов 1934 йылда БАССР‑ҙың Әбйәлил районы Ярлыҡап ауылында тыуған. Өфө авиация институтында уҡығанда, Сталин стипендияһын алған берҙән-бер студент була ул. Утыҙ йәшендә - физика-математика фәндәре докторы!
Марат Илһамов 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. 1998 йылдан алып Башҡорт энциклопедияһының баш мөхәррире. Бөйөк Британияла ла, Ҡушма Штаттарҙа ла университеттарҙа Илһамов аэрогидроһығылмалылыҡ буйынса махсус курстар уҡыған. Уның фәнни эштәр даирәһенә әле булһа илдең сәнәғәтен һәм оборона потенциалын үҫтереү мәсьәләләре инә.
«Ватандаш» журналының быйылғы март һанында Марат Илһамов тураһында матур мәҡәлә баҫылып сыҡты.