Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙы Абуталипова 1954 йылдың 30 мартында Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған. Бала сағы ата-бабалар төйәгендә — Ҡырмыҫҡалы районындағы Иҫке Бәпес ауылында үткән.
Ул студент йылдарынан уҡ әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһына, «Шоңҡар» әҙәби түңәрәгенең әүҙем ағзаһы була, балалар өсөн әҫәрҙәр ижад итә. Беҙ Рәмзәнә Абуталипованың «Әнисә, йәшең нисә?», «Асыуланма, Сыбарҡай», «Сиңерткә йәшенмәк уйнай», «Мин үҫәм!», «Бесәй быйма эсендә» әҫәрҙәрен яратып уҡыныҡ. Балалар психологияһын яҡшы белеү һәм бәләкәстәр күңеленә үтә белеү һәләтенә эйә булғаны өсөн уны башҡорт Агния Бартоһы тип юҡҡа ғына атамайҙар.
Беҙ Рәмзәнә Абуталипованы матур юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ, артабанғы ижадында уңыштар, һаулыҡ теләйбеҙ!