Все новости

23 апрелдә «BASH.LINGUA» Йәштәр этнофорумы үтәсәк

Йәнә Башҡортостан йәштәре сит ил студенттары менән бер майҙансыҡта йыйыла.

«BASH.LINGUA» - башҡорт мәҙәниәтен халыҡ-ара киңлектә танытыу өсөн эшләнгән, Башҡортостан йәштәренең сит ил йәштәре менән практик-йүнәлешле диалогы өсөн тыуҙырылған майҙан. Тәүҙә халыҡ-ара һөйләшеү клубы форматында уҙғарылған сара үҙ тарихында 200-ҙән ашыу йәш кешене берләштерҙе.

2022 йылда проектҡа Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ 280.000 һум күләмендә финанс ярҙамы күрһәтте.

 Форум 3 йүнәлештә эшләйәсәк:
«Этно-уңыш»
«Башҡорт театры һәм кинематографы»
«Проекттар механизмы»

Форумда ҡатнашыусылар эксперттар, үҙ эшенең оҫталары, дәүләт эшмәкәрҙәре менән күҙгә-күҙ осрашып аралашыу мөмкинлегенә эйә, шулай уҡ асыҡ ижади майҙансыҡ эшләйәсәк!

Форумда 18 йәштән 35 йәшкә тиклемге йәш кешеләр, сит ит студенттары ҡатнаша ала.

📍23 апрель 13:00
"Торатау" конгресс-холы

Сараның эш телдәре: башҡорт, инглиз, рус телдәре.
Дресс-код: милли элементлы кейем / офис стиле

Форумда ҡатнашыу өсөн 22 апрелгә тиклем һылтанма аша үтеп, теркәлеү үтергә кәрәк: https://forms.yandex.ru/u/643bd76beb61461d788e4883/

Тулыраҡ мәғлүмәт: https://project7120555.tilda.ws/ сайтында 💫

Автор:Рашида Магадеева
Читайте нас: