Все новости

Муса Мортазиндың хаттары - 2

ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетына Быкин иптәшкә Күсермәһе – Иҫәнсурин иптәшкә

Хөрмәтле иптәштәр!

Башҡортостан республикаһында кадрҙар әҙерләү өлкәһендә эштең торошо тураһында Үҙәк Комитет ҡарары («Известия», ошо йылдың 21 марты) Башҡортостанда кадрҙар менән эшләүҙә килеп тыуған хәлде бик дөрөҫ сағылдыра. Ошо ҡарар уңайы менән мин дә эштең конкрет яҡтарына туҡталып китмәксе булдым. Улар тураһында мин 1930 йыл аҙағында, колхоздарҙа йылҡысылыҡты үҫтереү торошон өйрәнеү өсөн барған сағымда, һеҙгә лә, Иҫәнсурин иптәшкә лә ентекләп һөйләгәйнем инде.

Мин һеҙҙең иғтибарҙы элекке кантондарҙа партия етәкселегенең башҡорт милләтенән булған ярлы һәм урта хәлле ялпыны партия эшенә йәлеп итеү менән бөтөнләй шөғөлләнмәүҙәренә, революцияға тиклем әүҙем эшләгән башҡорттарҙы совет линияһы буйынса эштәргә ылыҡтырмауҙарына, түбәнге аппаратты тулыһынса тип әйтерлек синфи сығыштары яғынан сит кешеләр (кулактар, мулла балалары) менән тултырыуға юл ҡуйыуҙарына, үҙ синыфы менән бәйләнешен юғалтмаған әҙәмдәрҙең зарарлы эшмәкәрлектәренә, ауылдарҙағы башҡорт активистарының бөтә урындарҙан да тиерлек татарҙар (күпселек осраҡта ят синфи элементтар) тарафынан ҡыҫырыҡлап сығарылыуына йүнәлткәйнем инде. Быларҙың бөтәһе лә кадрҙар мәсьәләһенә, башҡорт хеҙмәтсәндәрен социалистик төҙөлөш эшенә бөтөнләй еткелекһеҙ ылыҡтырыуға бәйләнгән, быларҙың бөтәһе лә – партияның XVI съезы директиваларын күрәләтә үтәмәүҙән.

Хәҙер инде быйыл ҡыш күҙәткән етешһеҙлектәр йәки, дөрөҫөрәге, иҫ китмәле тәртипһеҙлектәр тураһында йәнә бер тапҡыр тәғбир итеүҙе кәрәкле тип һанайым. Уларҙы ла мин һеҙгә һөйләп үткәйнем инде.

  1. Башҡорт милләтенән булған ауыл ялпыһы партия һәм хөкүмәтебеҙ үткәргән саралар хаҡында хәбәрҙар түгел. Директиваларҙы ялпыға төп еткереүсе булған гәзитте ауылдағы һәр башҡорт активисы файҙалана алмай. Элек, гәзиттәр һәм китаптар ғәрәп алфавиты менән баҫылған саҡта, партияның һәм Советтарҙың матбуғат һүҙенә бик ҙур ҡыҙыҡһыныу барлығы күҙәтелә ине. Һәм тормош мәсьәләләре башҡорт ялпыһына бик тә бик ваҡытлы барып етә торғайны. Хәҙер, матбуғат латин шрифтына күскәс, гәзит ауылдың барлыҡ хеҙмәтсәндәре өсөн дә телһеҙгә әйләнде. Был мәсьәләгә большевиктарса тотоноу күренмәй, ялпыны ашығыс рәүештә латин алфавитына өйрәтеү буйынса бер ниндәй ҙә эш алып барылмай. Был алфавитты индереү – оло ҡаҙаныш, ләкин индереп тә хеҙмәтсәндәргә уны үҙләштерергә мөмкинлек биреү хәстәрлеген күрмәү – был, тимәк, уларҙы төҙөлөштөң иң мөһим мәсьәләләренән айырыу тигән һүҙ. Бындай хәл хатта ҡоротҡослоҡҡа яҡынлашҡан мәғәнәһеҙлек булып тора. Наҙанлыҡты ғөмүмән бөтөрөү буйынса һәм бигерәк тә ғәрәп алфавитын белгәндәрҙе латин алфавитына өйрәтеү буйынса баштан уҡ бик ашығыс саралар күрергә кәрәк ине. Укый-яҙырға өйрәтеү түңәрәктәренә беренсе сиратта бөтөн колхоз активын йәлеп итергә ине. Бындай уҡыу алып барған ойошмаларҙы әсбаптар менән тәьмин итергә кәрәк, был өҫтәмә ҡыйынлыҡтар тыуҙыра торған эш түгел.
  2. Ерле халыҡтан – башҡорттарҙан кадрҙар әҙерләү бик насар тора. Ырымбурҙан үткән сағымда мин шуға ғәжәпләндем: хатта ундағы башпедтехникумда ла башҡорт теле «ысҡындырылған» – уҡытыу гел татар телендә алып барыла. Шуға тиклем барып еткәндәр: башҡорт теле мәсьәләһен уҡыусылар үҙҙәре күтәреп сыҡҡас, уларҙың инициативаһы техникум етәкселеге тарафынан ҡаты ғәйепләнә.

Башҡорт ауылдарына уҡытыусы итеп йыш ҡына бөтөнләй башҡортса белмәгән татарҙар ебәрелә. Шул уҡ ваҡытта был уҡытыусылар күп осраҡта башҡортҡа ҡаршы дошмансыл хис менән һуғарылған була. Байтаҡ колхозсылар миңә, башҡортса белгән татар уҡытыусылары ла дәресте «принципиально» татарса үткәрә, тип зарланды. Был – башҡорттарҙы күрәләтә татарлаштырыуға иҫәп тотоп эшләнгән эш, милли телебеҙҙе һанға һуҡмау булып тора һәм ул XVI съезд күрһәтмәләренә тупаҫ ҡаршы килә. Тағы шуны ла әйтергә кәрәк: уҡытыусыларҙың бөтөнөһөнә лә төрлө кампаниялар үткәреү буйынса сиктән тыш күп эш йөкмәтелә һәм уларҙың уҡытыу эшенә ваҡыттары бик аҙ ҡала.

  1. Башҡорт активистары ауыл һәм район Советтары органдарында эшләүгә бөтөнләй тип әйтерлек йәлеп ителмәй. Ә бит элекке ҡыҙыл партизандар һәм ҡыҙылармеецтар араһында эшләрлек кешеләр етерлек. Бында ла башлыса татарҙар йәки типтәрҙәр төпләнгән, ә башҡорттар, эшкә ылыҡтырылған осраҡта, күпселеге, синфи йөҙөн юғалтып, түбәнге аппаратта башҡорттарға ҡаршы эш алып барыусы хеҙмәткәр етәгендә була. Түбәнге аппараттарҙа Советтарға ҡаршы булған, сығышы яғынан беҙгә ят әҙәмдәр күп эшләй, улар, был аппарат етәкселәренең яҡлауынан файҙаланып, үҙ дошмандары менән, шул йөмләнән ваҡытында контрреволюцион ихтилалды баҫтырыуҙа ҡатнашҡан ҡыҙыл партизандар менән иҫәп-хисапты ҡыҫҡа тота.
  2. Түбәнге власть органдары ялпынан айырылған; составы мин күрһәтеп үткәнсә булғас, ҡайҙа барһын. Бөтә кампаниялар ауыл активына таянмайынса, асыҡтан-асыҡ түрәләрсә эш итеү юлы менән үткәрелә. Шуға ла коллективлашыу ваҡытында колхоздарға кулактар инә, уларҙың күңеленә хуш килмәгән ярлылар һәм урта хәллеләр колхоздарға яҡын ебәрелмәй, бәлки «раскулачивать» ителә, йәғни һуңғы мөлкәтенән мәхрүм ҡалдырыла. Ошондай «раскулачивать» ителеүселәр иҫәбенә бик күп фронттарҙа һуғышып, Совет власына бирелгәнлектәрен йәнен-тәнен аямай хәрби хеҙмәттәре менән иҫбат иткән элекке ҡыҙыл партизандар ҙа эләгә. Түбәнге аппаратҡа оялап алған сит-ят әҙәмдәр Октябрь түңкәрелеше көндәренән алып бөгөнгә ҡәҙәр контрреволюцияға һәм татар буржуазияһының, уның ҡуштандарының зарарлы йоғонтоһона ҡаршы көрәштә әүҙемлек күрһәткәндәрҙән генә түгел, ул иптәштәр менән тығыҙ бәйләнеш тотҡан башҡорт активистарынан да хасланып үс ала.

Характерлы миҫалдар:

1) Башҡортостан Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесе Мәмбәтҡоловтың ике ағай-энеһен кеше үлтереүҙә провокацион ғәйепләүҙәре.

2) Элекке Күбәләк-Тиләү волосының Көсөк ауылында йәшәүсе әсәйем менән ҡустым Ғайса Лут улын ғәйепләүҙәре. Әсәйем күп мыҫҡыллауҙарға дусар ителгән, ә ҡустым, элекке ҡыҙыл партизан, көсһөҙ генә урта хәлле крәҫтиән, һайлау хоҡуғынан һәм мал-тыуарынан мәхрүм ителгән. Ғаиләмдең ҡыйырһытылыуы хаҡында мин һеҙгә бер тапҡыр һөйләгәйнем инде. Законһыҙ эҙәрләүҙәрҙе ойоштороусы – элекке ат ҡарағы һәм аҡ бандит, ә хәҙер түбәнге Совет аппараты хеҙмәткәре Вәлиев. Ул үҙенең дуҫы, кулак балаһы Бәкер Мортазин менән бергә үҙ ваҡытында (1920–21 йылдарҙа) мин командалыҡ иткән партизан отряды тарафынан тотолғайны. Уларҙы тотҡанда Ғайса Мортазин да ҡатнашты (был эш тураһында минең һеҙгә 1930 йылдың 23 мартында яҙған хатымдан билдәле булырға тейеш). Башбаштаҡлыҡтың нигеҙендә шәхси үсләшеү ятыуын законһыҙ ҡыланыусылар үҙҙәре лә йәшермәй. Был тәңгәлдә Вәлиевтың әсәйемә әйткән һүҙҙәре характерлы. Өйөбөҙгә бәреп инеп, Вәлиев былай тигән: «Иреңде белә инем. Ул фәҡир булды, хатта үҙ өйө лә юҡ ине. Ә хәҙер, Совет власы сыҡҡас, һеҙ яҡшы йортта йәшәмәксе булып киттегеҙ. Мин быға юл ҡуймам. Балаларың Совет власы өсөн көрәште, ихтилал ваҡытында (1920–21 йылдарҙа) улар иптәштәрем менән мине тотто, ләкин хәҙер беҙ уларҙы бора ла баҫтырмабыҙ. Бер улыңды (Ғайсаны), ярлы булһа ла, һайлау хоҡуғынан мәхрүм иттек инде. Бер нәмәһеҙ ҡалдырасаҡбыҙ». Шулай эшләнеләр ҙә.

  1. Башҡорт отрядтарының иреклеләренә – элекке партизандарға һәм, башҡорт милли частарында хеҙмәт итеп, аҡ казактарға, Колчакка, Юденичҡа, аҡ поляктарға, Деникинға һәм Врангелгә ҡаршы аяуһыҙ һуғыштарҙа үҙҙәрен данға күмгән элекке ыҙылармеецтарға түбәнге ор­гандарҙың дош­мансыл ҡараш­тары айырыу­са ап-асыҡ. Уларға мөнәсәбәт ниндәйҙер бер
    хоҡуҡһыҙ ке­шеләргә булған һымаҡ: закондар һәм тейешле льготалар дөрөҫ ҡулланылмай. Коллектив хужалыҡтар ойошторғанда уларҙы колхоздарға яҡынлатмайҙар. Һөйләшкәндә был ҡыҙыл яугирҙар: Вәлиев ише «эшсәндәр» беҙҙең хәрби етәкселәребеҙ хаҡында һәр төрлө провокацион уйҙырмалар тарата, ти. Атап әйткәндә, минең турала. Вәлиев һәм уның әшнәләре мине, йә ул атылған, йә төрмәлә ултыра, йә Польшаға йәки Төркиәгә ҡасҡан, тип һөйләп йөрөйҙәр икән. Шуның менән улар, башҡорт яугирҙарын албарғытып, уларҙы юлдан яҙҙыралар, күңелдәренә шик-шөбһә һалалар, беҙгә ҡарата ышанмаусылыҡ тәрбиәләйҙәр, асыуҙарын ҡабарталар. Быларҙың бөтәһе лә партияның милли сәйәсәтенә төкөрөү булып тора. Бындай әшәкелеккә хатта исем дә табып булмай.
  2. Совхоздар ойоштороуҙа һәм промышленность предприятиеларын хеҙмәткәрҙәр менән тулыландырыуҙа алған юл асыу килтерерлек. Сөнки башҡорттар йәшәгән райондарҙа совхоз ойошторғанда башҡорттар уға ҡара эшсе итеп тә алынмай, бөтә эшсе көсө урыҫтар һәм башҡа милләттәр йәшәгән райондарҙан йыйыла. Хужалыҡтың социалистик формаһын тыуҙырыуҙа башҡорт ярлыһына ла ҡатнашыу мөмкинлеге биреү урынына, уны ситкә тибәләр, һөҙөмтәлә башҡортта ирекһеҙҙән «совхоздар төҙөлөшөндә эшләү беҙҙең ҡулдан килә торған түгел икән» тигән тойғо уяна. Улар социалистик төҙөлөшкә ҡапма-ҡаршы килтереп ҡуйыла. Был хәл бик хәүефле, сөнки ул совхоздар төҙөлөшөнә башҡа милләт хеҙмәткәрҙәрендә булған кеүек ынтылышты башҡорттарҙа ла тыуҙырыу урынына, киреһенсә, дошмансыл мөнәсәбәт тәрбиәләүе ихтимал.

Шундай уҡ хәл заводтарҙа ла бар. Башҡорттар уларҙа ла эшләмәй. Урыҫ милләтенән башҡалар һирәкләп осраштырһа, улар ҙа татарҙар. Башҡорт хеҙмәтсәндәре үҙ араларынан промышленность предприятиеларында эшләрлек кешеләр табып бирергә һәләтһеҙме икән ни, тип уйлап ҡуяһың.

  1. Түбәнге партия ойошмалары ошондай тәртипһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса бер сара ла күрмәй. Улар хатта, минең аңлауымса, бындай хилаф эштәрҙең партия линияһынан ни тиклем алыҫ булыуы хаҡында уйлап ҡарарға ла һәләтһеҙ. Ә юғары партия һәм совет органдары уларға тейешле иғтибар итмәй. Түбәнге органдарҙың законһыҙ эштәре тураһындағы ғәҙел ялыуҙар яртышар, берәр йыллап ҡаралмай. Айырым осраҡтарҙа судта эшләүселәр «йолҡош башҡорттарҙың» (татар милләтенән тәфтишсе Сәлимовтың һүҙе) эшен ҡарауҙы «үҙ дәрәжәһенән түбән» күрә.
  2. Башҡортостандың түбәнге район партия ойошмаларындағы хәлдәр тураһында белдереүҙәрем партияның Башҡортостан өлкә комитетында, атап әйткәндә, һеҙҙең тарафтан да иғтибарға алынмай, ахырыһы. Тағы ла асыҡ белдерәм: партияның ауылдағы эш стилен һәм милли мәсьәләләр буйынса линияһын бындай боҙоуҙар Башҡортостандағы партия, совет һәм хужалыҡ төҙөлөшөнә бик ныҡ ҡамасау булып тора. Башҡорт хеҙмәтсәндәренең иң яҡшы көстәрен социализм төҙөүҙән ситкә тибеү башҡорт хеҙмәтсәндәре араһына ризаһыҙлыҡ орлоҡтары һибеү булып тора һәм, был контрреволюцион кәйефтәрҙе әпәүләү маҡсаты менән йүри эшләнмәйме икән, тигән уйға киләһең. Бындай хәлдең артабан да дауам итеүе мөмкин түгел, һис кисекмәҫтән түбәнге партия ячейкаларындағы хәл менән яҡындан ҡыҙыҡһынырға, уларҙың эшен дөрөҫ юлға һалырға һәм башҡорт хеҙмәтсәндәре үҙҙәрен түбән раса кешеләре итеп түгел, ә тигеҙ хоҡуҡлы яңы тормош төҙөүселәр итеп тойһондар өсөн уларҙы совет колхоздары һәм совхоздары хужалыҡтарына йәлеп итеү буйынса дөрөҫ күрһәтмәләр бирергә кәрәк. Ҡатын-ҡыҙҙарға айырыуса иғтибар бүлеп (юғиһә, уларҙы бөтөнләй оноттолар), башҡорт хеҙмәтсәндәренән кадрҙар әҙерләүҙә уларҙы ла файҙаланыу был бурыстарға өлгәшеү юлында төп эштәрҙең береһе булырға тейеш.

Мин шуға ышанам: был хат, 1930 йылдың 23 мартында яҙған хатым һәм 1930 йыл аҙағында ентекләп һөйләп киткән һүҙҙәрем кеүек, һеҙҙең иғтибарҙан ситтә ҡалмаҫ һәм һеҙ, Башҡортостандағы партия һәм совет эштәренең етәксеһе булараҡ, ҡулығыҙҙан килгән бөтә сараларҙы күрерһегеҙ.

 

Коммунистик сәләм менән Мортазин М.Л.

25 март. 1931 йыл

Мәскәү, Садово-Кудрин урамы, 26, 18-се квартира.

 

Быкин иптәшкә

 

Ҡустымды, элекке ҡыҙыл партизан Ғайса Лут улы Мортазинды эҙәрләүҙәре тураһында (элекке Тамъян-Ҡатай кантоны Күбәләк-Тиләү волосының Көсөк ауылынан) һеҙгә хәбәр иткәйнем инде. Шуларға өҫтәмә итеп, һуңғы йәберләүҙәрен тәфсилләп, мәғлүмәттәр ебәрәм.

  1. Ғайса Мортазин, йәшәү өсөн кәрәкле мал-мөлкәтенән һәм мөмкинлектәренән законһыҙ рәүештә мәхрүм ителгәс, Магнитогорск төҙөлөшөнә барып эшкә урынлашҡайны. Май айында ауылға ҡайтҡас, бер ниндәй йорт-ҡаралтылары булмаһа ла, утын ташыу һәм сәсеү үткәреү буйынса үҙе юҡта уға заданиелар бирелгәнлеген белә. Урындағы властар уны заданиеларҙы үтәмәүсе һәм дезертир тип иғлан иткән, ҡулға алған һәм судҡа биргән. Ҡалуй ауылында үткәрелгән суд уны, ныҡлы изоляциялап, ике йылға мәжбүри эшкә һәм өс йылға Башҡортостандан һөрөргә хөкөм иткән.
  2. Көсөк ауылының бер нисә малайы, шул иҫәптән Ғайса Мортазиндың өс йәшлек улы, уйнап йөрөгәндә трактор эргәһендә ут яға, унан тракторға ут ҡабына (ут йүгерешеп килеп еткән өлкәндәр тарафынан шунда уҡ һүндерелә). Урындағы властар быны Ғайсаның улы, кулаклығына барып, «синфи» нәфрәте арҡаһында яуыз маҡсат менән махсус яндырған тип табып, малайҙың әсәһен (Ғайсаның ҡатынын) яуапҡа тарттырғандар. Уны ике айға иркенән мәхрүм иткәндәр. Шулай итеп, Ғайсаның дүрт балаһы ата-әсәһеҙ, торор урынһыҙ ҡалған, йәшәү сығанаҡтарынан бөтөнләй мәхрүм ителгән.
  3. Минең март айында һеҙҙең исемгә яҙған хатымда Мортазиндар ғаиләһен, айырыуса 1920–21 йылдарҙағы кулактарҙың контрреволюцион ихтилалын баҫтырғанда мин етәкселек иткән отрядта ҡатнашҡан Ғайсаны, эҙәрләү сәбәптәрен асып һалғайным. Хәҙер ысын кулактар үс алыу өсөн уны кулак тип күрһәтәләр һәм күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән йәберләүҙәргә дусар итәләр. Бындай йәберләү (мин быны ҡустым булғаны өсөн түгел, түбәнге властарҙың ауыл активтарына – башҡорттарға, элекке ҡыҙыл партизандарға ҡарата дөйөм сәйәсәте булған өсөн яҙам) партияның милли мәсьәләләр буйынса күрһәтмәләренә туранан-тура ҡаршы килә һәм бик күңелһеҙ эҙемтәләргә килтереү ҡурҡынысы бар, тип иҫәпләйем.
  4. Тағы бер тапҡыр һорайым: Ғайса Мортазин менән булған хәлгә иғтибар итһәгеҙ, уға ғәҙел мөнәсәбәттә булһағыҙ һәм уның эшен, шулай уҡ революция өсөн көрәшкән, хәҙер килеп даими эҙәрләүҙәргә дусар ителгән башҡа башҡорт яугирҙарының эшен объектив күҙлектән сығып ҡарау тураһында милли антагонизм ҡабыҙыуға ҡаршы йүнәлтелгән директива төшөрһәгеҙ ине. Шуны ла әйтеп үтәйем: бер саҡ Ғайса Мортазин үҙенең кулактар һәм советтарға ҡаршы әҙәмдәр менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы булмауы тураһында Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитетына ялыу ебәреп ҡарағайны. Ғайсаның биографияһы ла теркәлгән шул ғаризаны (биографияһын бер нисә ҡыҙыл партизан үҙҙәренең ҡултамғаһы менән нығытҡайны) БашЦИК Учалы район башҡарма комитетына ҡайтарған, ә был башҡарма, үҙенә генә билдәле фекергә таянып, ялыуҙы тикшермәгән. Шул арҡала, революцион боевой хеҙмәттәре булыуға, Совет эштәрендә әүҙем ҡатнашыуына ҡарамаҫтан, Ғайса Мортазин судҡа тарттырыла, уның үҙен дә, ҡатынын да ҡулға алалар һәм эште балаларын яҙмыш ҡосағына ташлауға алып барып еткерәләр.
  5. Ғайса Мортазиндың эшен ҡайтанан ҡарау тураһындағы үтенесем менән бергә мин прокурор надзоры тәртибендә Ғайсаны ла, уның ҡатынын да тотҡондан сығарыу хаҡында күрһәтмә биреүегеҙҙе һорайым. Шулай уҡ Мортазиндарҙың исеме тирәһендәге бөтөнләй урынһыҙ һәм юл ҡуйғыһыҙ ғәйбәттәрҙе туҡтатыуҙы, атап әйткәндә, ҡарт әсәйемә тыныс йәшәү өсөн мөмкинлек биреүҙе талап итәм. Элекке хаттарымда яҙып үткәнемсә, ул да эҙәрләнә.

 

Коммунистик сәләм менән (имза) М.Л.Мортазин.

12 июнь, 1931 йыл.

Мәскәү, Садово-Кудрин урамы, 26, 18-се квартира.

(Башҡортостан Республикаһының

йәмәғәтселек берекмәләре

Үҙәк дәүләт архивы, 122-се фонд, 10-сы опись,

75-се эш, 65– 67-се биттәр).

 

Муса Мортазиндың Үҙәккә яҙған «доклад»ына аңлатма биреү талап ителмәһә лә, мәсьәлә тулыраҡ аңлашылһын өсөн, биографияһынан ҡайһы бер нәмәләрҙе иҫкә төшөрөп, ҡалған яҙмаларының яҙылыу сәбәптәре хаҡында һүҙ әйтергә кәрәктер.

М.Мортазин «Башҡортостан һәм башҡорт ғәскәрҙәре граждандар һуғышында» тигән китабында ла, төрлө инстанцияларға яҙған аңлатмаларында ла, мин Польша фронтынан ялға ҡайтарылдым, ти. Ҡыҙыу һуғыш барған бер мәлдә, үҙе менән утыҙлаған һалдатын алып, ҡапыл ғына ҡайтып китеүенә, баш ҡала булған Стәрлетамаҡҡа ла һуғылмай туп-тура Тамъян-Ҡатай кантонына йүнәлеүенә һәм Башҡортостандағы Шәмиғолов – Мансырев диктатураһына ҡаршы күтәрелгән хәрәкәтте баҫтырыуға ҡатнашып китеүенә ҡарағанда, сәбәп ял булмағанға оҡшай. Тыуған төйәгендәге халыҡты тынысландырыу өсөн Мәскәү уны махсус ҡайтарманымы икән?

Хәрәкәтте баҫтырыуға Муса 1920 йылдың 8 сентябрендә ҡатнашып китә. Уға тиклем, бер-ике көн тыуған ауылы Көсөктә тороп, отрядын тулыландыра. Отрядында 117 кеше була. Отрядты нигеҙҙә ауылдаштарынан тулыландырған: Мортазиндар ғына ла бишәү: Муса үҙе, Әбүбәкер (взвод командиры), Әхмәҙи, Сафиркәй, Дауыт ағаһы. Яу яландарында юғалтыуҙарға ҡарамаҫтан, декабрь аҙаҡтарына отрядта 286 кеше иҫәпләнә.

Тамъян-Ҡатай «бандиттарын» «аҡылға ултыртыуҙа», Мортазин отрядынан башҡа, тик урыҫтарҙан ғына торған биш-алты отряд (полктар, эскадрондар) ҡатнаша. Аҙаҡтан, 20–30-сы йылдарҙа, М.Мортазиндың баш осонда ҡара болоттар ҡуйырған көндәрҙә, ул частарҙың ҡайһы бер командирҙары Муса батыр өҫтөнә сүп өйөшә.

Хөсөттө Мортазин Тамъян-Ҡатайға ҡайтып төшөү менән Башҡортостан ЧеКаһы рәйесе П.В.Гузаков башлап ебәрә. Ул Мусаның бөтөн эштәренән – ҡайтыу маҡсаттарынан, баш күтәреүселәр төбәгенә китеүенән шикләнеп, күрше өлкәләрҙең ғәҙәттән тыш комиссияларына, ВЧК-ға шикәйәттәр ебәрә. Мортазинға, ҡылыс айҡан сыныҡтырған ҡулдарына ҡәләм алып, үҙен аҡлап аңлатмалар яҙыуҙан, төрлө комиссиялар алдына баҫып яуап тотоуҙан башҡа сара ҡалмай. Ул, имештер, вазифаһынан файҙаланып, бандаларға ярҙам итә; ул, йәнәһе, Әхмәт Биишев етәкселегендә тупланған башҡорт милләтселәре ойошмаһында тора (шулай ҙа «милләтселеге» хаҡында һүҙҙе әлегә оҙайтмайҙар). Һәм башҡалар, һәм башҡалар... Тәүге осорҙа уны вәлидовсылыҡта ла ғәйепләмәйҙәр, Колчакта «хеҙмәт итеүен» дә иҫенә төшөрмәйҙәр. Күрәһең, Польша фронтынан ике орден һәм ҡиммәтле хәрби бүләктәр менән ҡайтҡан кешегә хәрби енәйәттәр таҡмай торорға уйлағандарҙыр. Был – бер булһа, икенсенән, Шәмиғоловтар данлы ҡыҙыл командирҙы бергилке үҙмаҡсаттарында файҙаланып ҡалырға булғандарҙыр.

1921 йылда хөкүмәт меңәрләгән ғүмерҙәрҙе өҙгән һуғыш һәм ваба, тиф кеүек эпидемиялар арҡаһында бөлгөнлөккә төшкән илде көслө бер ҡулға туплап һаҡлап алып ҡалыу, яҡынлашып килгән аслыҡ һәләкәтен мөмкин тиклем кәметеү, мародерлыҡҡа ҡаршы һөҙөмтәле көрәш алып барыу маҡсаты менән ҙур ихтыяри көскә эйә булған Мортазинға, Башҡортостандың Үҙәк Башҡарма Комитеты вазифаһына өҫтәп, аҙыҡ-түлек халыҡ комиссары һәм республиканың хәрби комиссары вазифаларын да йөкләтә. Шунан һуң Мәскәүгә, Мортазин Башҡортостандағы бөтөн власты үҙ ҡулына алып бөтөрөп бара, тигән жалобалар яуа башлай. Шул ҡағыҙҙарҙың береһенә ВЧК-ның Айырым бүлеге рәйесе В.Р.Менжинский былай тип резолюция һалған: «Мортазин ышаныслы түгел, коммунист булып биҙәнгән аҡ гвардеец. Нисек ул Башҡортостанға барып сыҡҡан? Башҡорт частарын ниндәй генә хәлдә лә кире ҡайтармаҫҡа. Яңы формированиеларға юл ҡуймаҫҡа. Ләкин урыҫ комсоставтары үҙен тота белгән кешеләрҙән һайлап алынырға тейеш. Кемде генә ебәрһәк тә Мортазиндан һәм уның компанияһынан жалобалар күп булыр инде ул. Ләкин урыҫ частарының комсоставы, Щедрин тасуирлағанса, Ташкент холоҡло булырға тейеш түгел».

Ошондай ышанмаусылыҡ, тырнаҡ аҫтынан кер эҙләү шарттарында эшләгән Мортазин, ахыр, урыҫтарҙан торған яуаплы работниктарҙың эшләргә ҡамасаулауы, башбаштаҡлыҡтары, һәр ерҙә, һәр эштә уңайы тура килгән һайын башҡорттарҙы ҡыҫып барыуҙары, бандалар ойоштороп, халыҡты талауҙары һәм аҙаҡтан ғәйепте уға, Мортазинға, япһарыуҙары тураһында Сталинға хат яҙып ҡарай. Шул уҡ осорҙа Урал буйы хәрби округының командующийы Мрачковский ҙа, Мортазин Башҡортостанда Хәрби эштәр Халыҡ Комиссариаты төҙөй, башҡорт ғәскәрҙәрен үҙгәртеп ҡороуҙы һәм тулыландырыуҙы талап итә, үҙен үҙе халыҡ комиссары тип иғлан итте, былар РСФСР Конституцияһына һыйышҡан эш түгел тип, Үҙәккә хәбәр итә. Сталин, был хөсөт менән танышҡас, Милләттәр эштәре буйынса Халыҡ Комиссариаты исеменән РСФСР-ҙың Революцион Хәрби Советы рәйесе урынбаҫары Э.М.Склянскийға шундай күрһәтмә бирә: «Мортазиндың нигеҙһеҙ талаптарында мин бер ниндәй ҙә контрреволюция күрмәйем. Шуның өсөн Урал буйы хәрби округы ҡаршыһындағы ғәскәр командующийының башҡорт работниктарының абруйына ҡағылышлы донесениеһын иғтибарға алмаҫҡа тәҡдим итәм».

Башҡорт милли хәрәкәтенең иң ауыр фажиғәләр кисергән осоро була был. Әхмәтзәки Вәлиди, Харис Йомағолов кеүек тупраҡлы автономия төҙөү өсөн янып йөрөгән ир-азаматтар етәкселектән ситләтелә, улар урынына ҡулға эйәләшкән, ер баҫып килеп ултырған крәҫтиәндәрҙең хәбәрен һөйләгән, Мәскәү сәйәсәтенә йәбешеп ятҡан кешеләр ҡуйыла. Сират «автономия» тигән нәмәне «йомарлап ташларға» ҡамасаулаған Мортазинға ла етә. Уны, Башҡортостан хөкүмәте башында бер йыл эшләтеп ҡарағас, юғары хәрби белемле итеү һылтауы менән тыуған төйәгенән айыралар.

Тыныс ҡына уҡырға форсат бирмәйҙәр Мәскәүҙә лә. Хәҙер инде жалобалар Учалы яҡтарынан ойошторола. Берәүҙәр уны кеше атып йөрөүҙә ғәйепләһә, икенселәр, бүре ашап киткән аты өсөн ике ауылдашының аттарын һалдырып алды, тигән шикәйәт яҙа, өсөнсөләре ҡама тиреһенән тегелгән толоп тун таптыра... Ҡыҫҡаһы, уны уҡыуҙан сығартырға, төрмәгә тығырға йөй эҙләйҙәр. 1925 йылдың ғинуарында партияның Тамъян-Ҡатай кантон комитеты, уны Мәскәүҙән саҡырып ҡайтарып, «Мортазиндың коммунистарса булмаған эштәре хаҡында» мәсьәлә тикшерә. Шау-шыу­лы үткән ултырышта бер ҡарарға ла килә алмайҙар, «эш»те партияның Башҡортостан өлкә комитеты ҡарамағына ҡайтарырға булалар. Өфөлә «эш» тикшереү органдарына бирелә. Ярай әле, ғәҙел тәфтишсе Петуховҡа эләгә. Ул, Учалы төбәгенә барып, бик күп шаһиттарҙан һорау алғандан һуң, ығы-зығының яуыз ниәт менән ҡуҙғатылғанлығын асыҡлай һәм, үҙ фекерен бик төплө дәлилләп, материалдарҙы өлкә комитетына кире ҡайтара. Өлкә комитеттың контроль комиссияһы уның һығымталары менән ризалаша.

1927 йылда Мәскәүҙә Мортазиндың «Башҡортостан һәм башҡорт ғәскәрҙәре граждандар һуғышында» тигән китабы баҫылып сыҡҡас, ғәйепләүҙәр тағы ла сәйәси планға күсә. Хәйер, улар бер ваҡытта ла тынмай, ваҡыт-ваҡыт бер аҙ һүрелеп кенә тора. Был юлы Мәскәү матбуғаты, айырыуса «Пролетарская революция» һәм «За власть Советов» журналдары был хеҙмәтте бөтөнләй юҡҡа сығарырға тырышып ҡарай. Тәнҡит мәҡәләләрен Белорет большевигы, үҙәк органдарҙа эшләп йөрөгән А.П.Кучкин башлап ебәрә һәм тон бирә.

Утыҙынсы йылдарҙа Мортазинға ҡаршы көрәшкә Граждандар һуғышы ваҡытында Көнсығыш фронттың I Армияһына командалыҡ иткән Г.Д.Гай күтәрелә. Ул Башҡортостандан сыҡҡан йәки беҙҙә эшләп киткән Мәскәү кешеләрен – Кадомцевты, Кучкинды, Юрьевты, Самойловты, Коростылевты, Козловты, Косоротовты үҙ тирәһенә туплай һәм Ырымбур, Урал губерналарының губераторҙарын да йәлеп итә. Уға Башҡортостандан Харис Закиров менән Кашаф Вәлиев (элекке Ахун ауылы отрядының рота командиры), Үзбәк Усманов (шул уҡ отрядтың ҡыҙылармеецы) ҡатнаша. Гай был «татар-башҡорттарға» Мортазин өҫтөнән ғәйепләү материалдары йыйып ебәргәндәре өсөн орденға тәҡдим итергә вәғәҙә бирә, ә хөсөтсөләр, шуға ышанып, Муса батыр тураһында ғына түгел, уның тураһында ҡайҙалыр яҡшы фекер әйткән, уның ҡаһарманлыҡтарын дөрөҫләп ниндәйҙер ҡағыҙ яҙған көрәштәштәре (М.Т.Юлдыбаев, В.М.Юлдыбаев, Ф.Лоҡманов, Х.Сафиуллин һәм башҡалар) өҫтөнән дә ғәйепләү материалдары туплайҙар. Мортазиндың 1919 йылдың яҙында үҙ полкы менән Колчак тылында тороуы төп ғәйепләү фактына әйләнә. «Башҡортостанда милләтселек хәрәкәтенең яңынан көсәйеп китеүендә, урыҫ һәм башҡорт работниктары араһындағы антагонизмда Мортазин ғына ғәйепле. Беҙ Мортазиндың ҡыҙылгвардеец булыуын белмәйбеҙ, ә беҙгә ҡаршы һуғышып йөрөүе бөтөнөбөҙгә лә билдәле», «Мортазин Вәлидовтың уң ҡулы ине», «Мортазин бер ваҡытта ла партияның Башҡортостан өлкә комитеты ағзаһы булманы» кеүек ялалар бер-бер артлы яуа. Гай үҙе лә, башҡорт ғәскәрҙәренең Граждандар һуғышындағы «ғәйеп»тәрен «фашлап», ундағы Мортазиндың ролен ҡара буяуҙарға буяп, мәҡәләләр, юғары органдарға хаттар яҙа. Һөҙөмтәлә Муса Мортазиндың «эше» Эске эштәр Халыҡ Комиссариаты ҡарамағына тапшырыла. Уның эшмәкәрлегенә ыңғай баһа биргән кешеләр исемлегендә һәр береһенең ҡаршыһында «вәлидовсы» тигән ҡара тамғалар барлыҡҡа килә.

Ахыр, ҡан көҫәүселәр 1937 йылды көтөп ала...

Муса Мортазиндың партияның Башҡортостан өлкә комитетына яҙған ғаризаһы бында килтерелгән күпселек документтарҙан бер аҙ айырылып тора. Унда ул үҙен түгел, күптән мәрхүм булған яуҙашы – Польша фронтындағы 27-се полк командирының ярҙамсыһы Әхмәзыя Зиннуровтың рухи намыҫын яҡлай, уның мәйетен мыҫҡыл итеүселәрҙе яуапҡа тарттырыуҙы талап итә.

Ғариза яҡташы һәм кейәүе Искәндәр Солтановтың түбәндәге хатын алғас яҙыла:

«Һаумыһығыҙ, Мортазин иптәш!

Кейәүегеҙ Искәндәр Солтанов менән Ғәлиәнән, Ринат улыбыҙҙан сәләм.

Ғаиләгеҙгә ҡайнар сәләм, Мортазин иптәш.

1935 йылдың 22 майында Белорет ҡала Советының ҡарары менән Зиннуров Әхмәзыя иптәштең һәйкәлен емерҙеләр һәм мәйетен дөйөм зыяратҡа алып киттеләр, һәйкәлде емергән һәм мәйетте ҡаҙып алған саҡта мин өс партизан менән бергә унда инем. Мәйетте ҡаҙып алыуға ҡаршы булдыҡ. Шунда уҡ ҡала Советы рәйесенең фатирына барып, «Зиннуров Әхмәзыя иптәштең ҡәберен нишләп ҡаҙаһығыҙ?» – тип һораныҡ. Ул беҙгә: «Ул һеҙҙең эш түгел, уның менән һеҙ түгел, ҡала Советы шөғөлләнә», – тине.

Мин Ҡыҙыл майҙанға әйләнеп килгәндә, мәйетте соҡоп алып, табутты арбаға тейәйҙәр ине инде. «Ҡайҙа алып бараһығыҙ? Унда ҡәбер әҙерме һуң?» – тип һораным. «Әҙер», – тинеләр. Шулай итеп, мин дә улар менән киттем. Барҙыҡ. Дөйөм зыярат. Ҡәбер әҙер түгел, хатта башламағандар ҙа. Киске сәғәт һигеҙҙә генә ҡаҙа башланылар, төнгө сәғәт 11-ҙә генә әҙер булды. Мәйетте төшөргәс, мин ҡайтып киттем.

Ҡала Советы бына нисек мыҫҡыл иткән: урамдан өс кешене тотоп алып яллағандар ҙа: «Ана, Ҡыҙыл майҙанда торған һәйкәлде емерегеҙ, ҡәберҙе ҡаҙып, мәйетте ҡайҙа теләһәгеҙ, шунда алып барып ерләгеҙ», – тигәндәр.

Мортазин иптәш, иҫке ҡәберҙе асҡас, мәйет тә, сәскәләр ҙә шул ғына көйө ята ине, бер нимә лә булмаған. Ҡыҙыл майҙанға халыҡ күп йыйылды һәм бөтөнөһө лә, был ниндәй аҡылһыҙлыҡ, мәрхүм шундай матур итеп ерләнгән, уны башҡа урынға күсереүҙең кәрәге лә булмаған, тип аптыраны. Партия райкомы был ваҡиға хаҡында бер нимә лә белмәй. Райкомға ла барып килдем, улар: «Ғариза яҙ, ҡарарбыҙ», – тинеләр. Зиннуров Ғилә иптәш менән райкомға ғариза бирҙек. Бер ниндәй һөҙөмтәһе лә булманы.

Мортазин иптәш, әгәр мөмкин булһа, ошо мәсьәләне Революцион Хәрби Советҡа сығарыуығыҙҙы һорайым. Ни өсөн тигәндә, Зиннуров хаҡлы рәүештә Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән иптәш.

Әгәр һеҙгә материалдар етмәһә, беҙ бынан ебәрербеҙ.

Яуап яҙыуығыҙҙы үтенәм.

Коммунистик сәләм менән Солтанов».

Муса Мортазин ғаризаһының өҫтөндә өлкә комитеты работнигы И.Степановтың резолюцияһы: «Өлкә комитеты бюроһы ағзаһы... иптәшкә.

Иҫәнсурин иптәштең ҡушыуы буйынса материал һеҙгә танышыу өсөн ебәрелә»...

 

Материалдарҙы Муса Мортазин исемендәге премия лауреаты

Дәүләт МӘҺӘҘИЕВ әҙерләгән.

Читайте нас: