– Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы, тыуған яҡтарҙың кеше яҙмышына, уның рухи үҫешенә йоғонтоһо бар, тигәнгә ҡарашығыҙ нисек? Һеҙҙең мотлаҡ Әбйәлил районының Рәхмәт ауылында тыуыуығыҙ осраҡлы хәлме, тәбиғи күренешме, әллә яҙмышмы? Ышандырырлыҡ миҫалдар килтерә алаһығыҙмы?
– Рәхмәт – Күбәләк ырыуына ҡараған боронғо ауылдарҙың береһе. Зат-ырыуым ошо ырыуға ҡарағас, минең Рәхмәттә тыуыуым, үҫеүем тәбиғи һымаҡ. Шул уҡ ваҡытта мотлаҡ Рәхмәттә тыуыуым яҙмыштыр. Сөнки ул борон-борондан башҡорт Уралы менән ҡаҙаҡ далаһын, икенсе төрлө әйткәндә, Оло даланы бәйләп тә, шул уҡ ваҡытта айырып та торған был ауыл Әбйәлил, Учалы, Силәбе өлкәһенең Верхнеурал райондары киҫешкән ерҙә урынлашҡан. Бер яҡтан – тауҙар теҙмәһе, икенсе яҡтан – дала. Шуғалыр беҙҙең ауыл халҡы – дала кеүек киң күңелле, шул уҡ ваҡытта тау кеүек ғорур, ҡырыҫ. Ошо сифаттар миңә лә күскәндер олата-бабаларҙан.
Рәхмәт ауылында борон-борондан дала һәм тау ҡәбиләләре аралашып йәшәгән. Шуға уның эргәһендә боронғо уҡ-һаҙаҡтар, хәнйәр һәм тәңкәләр, биҙәнеү әйберҙәре күп табыла. Беҙ бәләкәй саҡта ямғыр яуып үткәс, Һарыҡ түбә тигән ерҙә гел боронғо мәрйендәр йыя инек. Ул мәрйен-муйынсаҡтарҙы беҙ генә түгел, беҙҙең әсәй-өләсәйҙәр быуыны ла йыйған. Был факт ошо урында кешенең бик борондан йәшәүен күрһәтә. Мин ауылыма эштән археологтар В.В.Овсянников менән
В.Г. Котовты алып ҡайтҡайным, улар металл эҙләгес (металлоискатель) менән йөрөп, был урында боронғо биҙәүестәр, уҡ башы, эйәр-өпсөн элементтары, хәнйәр һынығы һ.б. ҡорал һыныҡтары тапты. Ҡыҙыҡ, был һырға, сулпылар инәйемдең, өләсәйҙәремдең биҙәүестәренә оҡшаған ине. В.В.Овсянников менән В.Г.Котов ҡомартҡыларҙың бронза осоро менән бәйле икәнлеген әйтте. Шулай итеп, ауылым кешеләре ошо урында быуаттар төпкөлөнән бирле йәшәй. Ә инде В.Г.Котовтың тау башындағы Әүлиә ҡәбере тигән урынды тимер быуат осоро менән бәйләүе шулай уҡ ауылымдың боронғолоғон дәлилләй. Әүлиә ҡәберенә беҙҙең ауыл халҡы ямғыр, аяҙ көндәр теләп, бала һорап әле лә йөрөй, уны изге урын һанай. Шундай бик боронғо ауылда тыуып үҫеп, Тарих, тел, әҙәбиәт институтында эшләп йөрөүем осраҡлы түгелдер, яҙмыштыр.
«Яҙмыш» һүҙенең унлап синонимы бар. Шуларҙың бәғзеһен иҫкә төшөрөп китәйек. Мәҫәлән, ризыҡ, өлөш һ.б. Ризыҡ ҡушҡан, ризыҡ тартҡан, ризығы сәселгән, ти беҙҙең халыҡ. Шул ризыҡ ҡушыуы буйынса мин донъя буйлап төрлө конференция, форумдарҙа йөрөп,
донъя ғалимдарын башҡорт теле, мәҙәниәте, тарихы менән таныштырам. Бәғзе ерҙәрҙә беҙҙең турала хатта ишетмәгән кешеләр бар. Шундайҙарға халҡым, телем, мәҙәниәтебеҙ тураһында һөйләйем икән, был миңә өҫтән, халҡым олата-бабалары, Хоҙай тәғәлә тарафынан ҡушылған бурысты, маңлайыма яҙғанды үтәйем, тип уйлайым. Бөгөн сит илдәрҙә башҡорт теле, мәҙәниәте тураһында ниндәйҙер кимәлдә беләләр икән, бында минең дә өлөшөм барҙыр. Мин – өлөшлө кеше. Бер бәләкәй, төпкөл ауылдан сығып, Мәскәүҙә аспирантурала уҡып, фән докторы, профессор, Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы булыу – ул өлөшлө булыуҙы күрһәтә.
– Бала саҡ, тигәндә ниндәй хәлдәр, күренештәр күҙ алдығыҙға килә? Ниндәй ғаиләлә үҫтегеҙ? Бөгөнгө күҙлектән сығып, ата-әсәйегеҙҙең ниндәй тәрбиә алымдарын йәш ғаиләләргә лә тәҡдим итер инегеҙ?
– Бала саҡ, тигәндә әбейҙәр, өләсәйҙәр менән емешкә, атайым менән бесәнгә, әхирәт ҡыҙҙар менән көтөүгә, һыу төшөргә йөрөүҙәр иҫкә төшә. Бер тына емеш йыйғас, тау битендә ултырып ашап ала торғайныҡ. Шул саҡ әбейҙәр ниндәйҙер урынға, ергә күрһәтеп, тарих, ҡыҙыҡ нәмәләр һөйләй ине. Күрһәтеп һөйләрлек урындар ҙа күп шул беҙҙә. Тирә-яҡта тауҙар, түбәләр, боронғо убалар, ҡәберҙәр, инде уларҙың исемдәрендә ҡаҙаҡ, ҡалмыҡ, урыҫ этнонимдары булыуы күп нәмә тураһында һөйләй. Мәҫәлән, Ҡаҙаҡорошҡан, Ҡаҙаҡбаҫҡан, Әбей ятҡан, Ҡалмаҡ түбә һ.б. атамалар башҡорт-ҡаҙаҡ, башҡорт-ҡалмыҡ мөнәсәбәттәре, барымта һәм ҡарымта хаҡында фараз иттерә. Ә инде ауылда ҡалмыҡтар, ҡонайҙар, ҡаҙаҡтар тигән аралар булыуы беҙҙең ырыуҙың ҡаҙаҡтар, ҡалмыҡтар менән ҡыҙ бирешеп, килен алышып йәшәүҙәренә ишара. Һуңғараҡ булған тарихты ла һөйләй ине ауылым әбейҙәре. Граждандар һуғышы осоронда ҡыҙылдар менән аҡтарҙың нисек итеп ауылды яндырыуы, ирҙәрҙе атыуы, ылауға ҡыуыуы, урыҫтарҙан тауға ҡасыуҙары һ.б. тураһында бәйән итә ине улар. Был ваҡиғаларҙы тау башы тулы гильзалар, снаряд ярсыҡтары ла иҫбатлай. Атайым менән бесәнгә йөрөгәндә ул шулай уҡ һәр тауҙың исеме, килеп сығышы тураһында бер һыуһын бесән сабып ялға ултырғанда һөйләй торғайны. Былар барыһы ла, әлбиттә, телгә, тарихҡа ҡыҙыҡһыныу уятҡандыр. Бына ошо халҡыбыҙҙың борон-борондан килгән тәрбиә алымы – әңгәмә ҡороу, олатай-өләсәйҙәр мәктәбе миңә башҡортлоҡ, телһөйәрлек, илһөйәрлек һалғандыр, тип уйлайым.
Ата-инәйемә килгәндә, улар беҙҙе уҡытырға, белемле итергә тырышты. Ауылда урта мәктәп булмағас, уҡып белем алһындар тип, Абҙаҡҡа күстеләр. Улар хыял иткән юғары белемгә эйә булдыҡ.
Атайым һигеҙ балалы ғаиләлә тәрбиә алған. Бөгөн шуларҙың балалары, йәғни ике туғандарым менән аралашып йәшәйбеҙ.
Атайымды ла олатайым уҡытырға, һөнәрле итергә тырышҡан. Шуға ла ул ете класс тамамлаған, хисапсы, тракторсы курстарын бөткән. Барлыҡ замандаштары кеүек, дүрт йыл хәрби хеҙмәтен үтәгән: кавалерия сафында Көнбайыш Украинаны, Көнбайыш Молдавияны азат итеүҙә ҡатнашҡан. Танкының механик-водителе булып һуғыш юлын үтә. Уларҙың танк бригадаһы ҡайҙа ғына һуғышмаған, нимә генә күрмәгән?! Әллә нисә тапҡыр экипажы янып, механик-водитель булғанға ғына иҫән ҡалған атайым. Күпселек яугирҙар кеүек ул да һуғышты һөйләргә яратманы. Һуғышты Венгрияла тамамлаған атайымды бер йылға танк ремонтларға Грузияға ебәрәләр. Шулай итеп, ул ауылға 1946 йылдың көҙөндә генә ҡайта. Шофер булып көн-төн эшләй ул. Бригадир, хисапсы, бухгалтер, колхоз рәйесе лә була. Ул осорҙа беҙ атайымды күрмәй ҙә торғайныҡ: таңдан китә, төндә ҡайта ине. Шуға күберәк инәйем менән үҫтек, тип әйтһәм дә була. Инәйем дә һуғыш йылдарында биш йыл буйы күрен ҡырҡыу эшендә ҡатнашҡан. Ауылдың йәш ҡыҙҙарын, балаһыҙ ҡатындарҙы урман ҡырҡырға ебәргәндәр. Ас-яланғас, билгә тиклем ҡарҙа, урман ҡырҡыуҙың нимә икәнен дә белмәгән йәш ҡыҙҙар өсөн, әлбиттә, бындай эш эҙһеҙ үтмәгән. Инәйемдең, башҡа әхирәттәренеке кеүек, ғүмер буйы аяғы һыҙланы, биле ауыртты. Ауыр урман эшенән күптәр бала таба алмай интеккән, түлһеҙ ҡалған. Инәйем ул ваҡытта яугир ҡатыны булһа ла, бәләкәй генә, сибек кенә. 17 генә йәшлек хеҙмәттәштәрен өлкәнерәк ҡатындар, ҡыҙҙар йәлләй, үтә ауыр бүрәнәләргә тейҙермәйҙәр. Инәйем ғүмер буйы күрендә бергә булған апайҙарына, әхирәттәренә, туғандарына рәхмәт уҡыны. Улар булмаһа, иҫән ҡалмаҫ инем, ти торғайны.
Кеше йәнле ине ул. Үҙенең яғынан ғына түгел, атайым яғынан да бөтә туған-тыумасаны яҡшы белде, яратты. Урамда машина, поезд көткән кешене өйгә индереп, сәй эсереп, ҡайҙан булыуҙарын, кемдең балаһы икәнен һорашып ҡала торғайны.
Халыҡ ижадын, йолаларҙы, бигерәк тә им-томды, мәҡәл-әйтемдәрҙе яҡшы белгән, йор һүҙле кеше, оҫта кендек әбейе, им-томсо ла ине. Йәй булһа, беҙҙе Абҙаҡтан Рәхмәткә, Батталға ебәрер булды. «Шул олатайҙың, өләсәйҙең, был апаңдың, инәйҙәреңдең хәлен бел, тегегә сәй, быға яулыҡ индереп бир», – тип, өйрәтеп ебәрә торғайны. Шулай итеп, беҙ барлыҡ туған-тыумасаны белеп үҫтек. Йәй инәйемдең ауылына ла бара торғайныҡ. Ундағы өләсәйемә, ағайыма, уның ғаиләһенә һәр береһенә бәләкәй генә бүләк, йыуаса һалып ебәргәндәре иҫтә. Был йоланы артабан мин үҙ балаларыма өйрәттем. Бәләкәй генә бүләк, күстәнәс алып, биреп ҡыуана белеү – был беҙҙең халҡыбыҙ менталитетының бик матур һыҙаты.
Атайым ҡайҙа барһа ла беҙгә китап алып ҡайта торғайны. Кис булһа, атайым менән инәйем ҡысҡырып китап, гәзит уҡырға яратты. Беҙҙе лә бәләкәйҙән – аңлайбыҙмы, юҡмы – ултыртып ҡуя торғайнылар. Шуға йәш ғаиләләргә бергәләп китап уҡыу, туған-тыумаса менән аралашыу, ҡунаҡҡа барғанда мотлаҡ бүләк, күстәнәс тотоп йөрөү кеүек халҡыбыҙҙың матур йолаларын балаларына күрһәтеп үҫтерергә кәрәк, тип уйлайым.
– Республикабыҙҙа йөҙәрләгән ғаиләгә нәҫел шәжәрәләрен табып бирешергә булышлыҡ иттегеҙ. Илебеҙҙең абруйлы шәхесе, донъяға билдәле күренекле ғалимы, ил-көн хәлен, халыҡ мәнфәғәттәрен йөрәге аша үткәреп янып йәшәүсе тынғыһыҙ ханымдың нәҫел тамырҙары ла таҙа һәм ныҡлылыр, моғайын. Ата-бабаларығыҙ араһында билдәле уҡымышлы кешеләр ҙә булғандыр?
– Шәжәрәм, тамырҙарым менән ҡыҙыҡһыныуым бала саҡтан килә. Үрҙә әйткәнемсә, күрше ауылға күскәс, үҙ ауылыбыҙҙы онотмаһын, зат-ырыуҙы белһен, тип, ахыры, атайым, инәйем беҙҙе каникул һайын ауылдарына ебәрҙе. Ә инде фәнгә килгәс, архивтарҙа эҙләнеүҙәр рәүәз яҙмалары (ревизские сказки) тигән документтарға килтерҙе. Был документтарҙа 1795 йылдан башлап башҡорт һ.б. милләт ауылдары, унда йәшәгән халыҡ теркәлгән. Рәүәз яҙмаларында хәҙерге иҫәп алыу, ауыл советтарының йыл да төҙөгән хужалыҡ иҫәбен алыу (подворный учет населения) документтарындағы кеүек һәр ғаилә тураһында тулы мәғлүмәт бирелгән. Шулар менән танышҡас, иң тәүҙә үҙемдең Рәхмәтемдең төрлө йылдарҙа төҙөлгән документтарын архивтарҙа табып алдым. Шул документтарға, ата-инәйемдән, туған-тыумасанан һорап белгән мәғлүмәткә таянып, атайым яғынан шәжәрәмде эшләнем. Был шәжәрәлә 10 быуын теркәлгән. Аҙаҡ ошо шәжәрәне бөтә туған-тыумасама, мәктәпкә бүләк иттем. Ауылдаштарымдың да шәжәрәләрен эшләнем. Һәм ауылымдың иң боронғо төп нәҫелдәренең, ә улар – дүртәү, шәжәрәһен эшләп, мәктәпкә бүләк иттем. Шәжәрә эшләгәндә төрлө ҡыҙыҡ мәғлүмәт тә килеп сыға. Мәҫәлән, 1812–1814 йылғы Ватан һуғышында Рәхмәттән 2 кеше көмөш миҙал алыуына, шуларҙың береһе беҙҙең Ғәлекәйҙәр нәҫеленән булыуына ҡыуандым. Зат-ырыуым араһында, әлбиттә, төрлөһө булған: байы ла, ярлыһы ла, яҙыу танығаны ла, танымағаны ла, бер ҡатынлыһы ла, 3–4 ҡатыны булғаны ла, бер баш эре маллыһы ла, 3 мең йылҡы аҫрағаны ла... Мәҫәлән, билдәле «Малыбай» йырындағы Малыбайҙың беҙҙең Хисаметдин олатайҙың ҡустыһы, уның 3 меңләп йылҡыһы булыуы, ҡаҙаҡтар килеп, үҙен Боғаҙаҡ күле буйында үлтереп, малын, ҡатындарын алып китеүҙәре тураһындағы яҙмалар, әлбиттә, минең өсөн асыш булды. Зат-ырыуым араһында муллалар һәм мәзиндәр, старшиналар һәм хорунжийҙар булыуы ла, күрше йорттарға (кесе ырыу, түбә ырыу) Ғәлекәйҙәрҙән йортауайҙар ебәреүҙәре лә күп нәмә тураһында һөйләй. Шуға нәҫелем насар түгелдер, тип уйлайым. Үҙемә, ауылдаштарыма шәжәрә эшләгәс, башҡа кешеләр ҙә шәжәрә һорап мөрәжәғәт итә башланы. Шунан инде мин Институт эргәһендә махсус төркөм төҙөп, архив менән килешеү булдырып, заказ буйынса шәжәрә эшләй башланыҡ. Әкренләп эш яйға китте, заказдар күбәйҙе. Шәжәрә төҙөгәндә ҡыҙыҡ, мистик хәлдәр ҙә килеп сыҡҡылай. Мәҫәлән, Нуриман районынан бер ҡатын һөйләгәйне: «Үҙем ауылдағы ололар ярҙамында бөтә кәрәк мәғлүмәтте йыйып бөттөм, инде иртәгә Өфөгә шәжәрә эшләтергә барырға ла була тип, йоҡларға яттым. Бер мәл күптән мәрхүм булған инәйемде төштә күрәм. Ул миңә: «Һин бит шул ауылда йәшәгән бер әбейеңде онотҡанһың, – барып хәлен бел, шунан уны ла индер шәжәрәңә», – тине. Иртән тороп, был төшмө, өнмө, тип уйланым да инәйем әйткән ауылға киттем. Ысынлап та, ул ауылда үткән быуатта уҡ кейәүгә сығып, беҙҙең ауылдан киткән инәйемдең бер әбейе йәшәй икән. Ауылыбыҙҙағы туғандар уны онотоп та бөткән. Шулай итеп инәйем төш аша мине «эшкәртте», бөтә туғандарымды инде йыйғандай булдым», – тине лә апай материалдарын ҡалдырып ҡайтып китте. Беҙ эҙләнеү осоронда мәсеттәрҙә алып барылған «метрик китаптар» тигән документтар аша, ысынлап та, теге әбейҙең был ғаиләгә туған икәнлеген күрҙек.
– Исемегеҙҙең бик матур, үҙенсәлекле икәнлегенә күптән өйрәнгәнһегеҙҙер. Ә бына кем ҡушҡанын һәм нимә аңлатҡанын беләһегеҙме? Мәғәнәһе холоҡ-фиғелегеҙгә, һайлаған тормош юлығыҙға тап киләме? Һеҙҙеңсә исемдең яҙмышҡа йоғонтоһо бармы?
– Эйе, миңә бик матур һәм мәғәнәле исем биргәндәр. Мәғәнәһе: йәннәттең 7-се ҡаты, йәннәт баҡсаһы. Инәйем, ҡыҙым да уҡытыусы булһын тип, миңә үҙенең яратҡан уҡытыусыһының исемен ҡушҡан. Теләге тормошҡа ашҡан. Мин – педучилище, пединститут бөткән уҡытыусы, диссертациялар яҡлап, вуз уҡытыусыһы, профессоры булдым, хәҙер аспиранттар, докторанттар, йәш ғалимдар уҡытыусыһымын.
Исемем (Фирдәүес), атайымдың исеме (Ғилметдин – ғилем+дин) минең яҙмышҡа йоғонто яһағандыр, тип уйлайым. Мин дини кеше түгел, әлбиттә. Шулай ҙа үҙемде диндән алыҫ тормайым, тип уйлайым. Бөтә дини, дини булмаған йолаларыбыҙҙы үтәргә тырышам. Ислам белемен, динен, халҡыбыҙҙың, борондан килгән халыҡ белемен, йолаларын да яҡын күрәм. Ауылымда мәсет төҙөүҙә ҡатнашыу ҙа, йыл да ҡайтып Ураҙа, Ҡорбан һ.б. байрамдарҙы үткәреүҙә булышлыҡ итеү ҙә исемемдең, атайым исеменең миңә йоғонто яһауының һөҙөмтәһелер.
– Фирҙәүес мәктәптә ниндәй уҡыусы ине? Ниндәй фәндәргә өҫтөнлөк бирҙе? Ниндәй һөнәр һайлау хаҡында хыял итте? Ауырлыҡтарҙы еңергә, ныҡышмалылыҡҡа, ғәҙеллекте яҡларға, хеҙмәт һөйөргә, ҡыҫҡаһы, бөгөнгө әңгәмәсебеҙҙең иң һәйбәт сифаттарына ҡайҙа, кемдәрҙән һәм нисек өйрәнде?
– Мәктәптә мин яҡшы уҡыным. Бының сәбәбе, әлбиттә, һәләт һәм хеҙмәт. Ата-инәйемдән, олата-бабаларҙан, нәҫелдән килгән һәләт бар миндә. Әммә минең уҡыуымда, бөгөн эшемдә ныҡ итеп ултырыу ҙа ҙур роль уйнаны, тип әйтер инем. Мәктәптә мин күп фәндәрҙе яратып уҡыным. Хатта уҡытыусыларым: «Һиңә киләсәктә математик, физик, филолог булырға кәрәк», – ти торғайнылар. Бөтә ауыл ҡыҙҙары кеүек, уҡытыусы булырға хыялланып, педучилищеға уҡырға индем. Шунда уҡығанда нишләптер аспирантура тураһында хыяллана башланым. Ул хыял ҡайҙан барлыҡҡа килгәндер, иҫләмәйем. «Училищенан һуң институтҡа барам, шунан тиҙ генә кейәүгә сығып игеҙ бала табам да (ваҡыт әрәм итмәҫ өсөн), аспирантураға инәм, ғалим булам», – ти торғайным. Ҡыҙҙар көлә ине. Фәрештә тыңлап торған, ахыры. Ысынлап та училищенан һуң вузға индем, уны бөткәс, Белорет районының Шығай ауылына ебәргәйнеләр, шунда кейәүгә сыҡтым, игеҙ малайҙар таптым, аспирантураға индем, уны бөтөр-бөтмәҫ кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланым. Шулай итеп хыялым тормошҡа ашты.
– Бала саҡ һәм үҫмерлек осорон йыш иҫегеҙгә төшөрәһегеҙме? Мөмкин булһа, үткән ғүмерегеҙҙең ҡайһы миҙгелдәренә ҡайтып, ошо мәлдәрҙәге кисерештәр солғанышында күңел йыуатып килер, ниндәй эштәрҙе яңынан эшләр инегеҙ?
– Олоғая килә бала саҡ йыш иҫкә төшә. Төрлөһө булғандыр, әммә иҫтә ҡалғандары матур бер төш кеүек. Шуға нимәнелер үҙгәртер инем, икенсерәк эшләр инем, тип әйтә алмайым. Яҙ булһа, тауға сығып уйнауҙар, ҡыш сана шыуыуҙар, өйҙән-өйгә йөрөп ҡурсаҡ уйнауҙар, көтөүгә йөрөүҙәр, хатта мал эҙләүҙәр, емешкә йөрөүҙәр, тиргән еләкте үҫмер саҡта Белорет баҙарына алып барып һатыуҙар ҙа, бесәнгә, утынға йөрөүҙәр күҙ алдынан кино кадрҙары кеүек үтеп тора. Ауыл яғына барһам, һәр бер урын менән нимәлер бәйле булғас, теге йәки был хәлдәр гел иҫкә төшә. Әйтәйек, беҙҙең яҡта Биҙгенде тигән йылға бар. Бер ауылдан ҡайтҡанда шул ныҡ ташҡайны. Ат арбаһының кеше ултырған еренә етте. Шунда алып ҡайтып килгән еләгем, эргәһендә ятҡан күк ебәк күлдәгем еүешләнде һәм эштән сыҡты. Аҙаҡ ғүмер буйы шул күлдәк төҫлө күлдәк эҙләнем, әммә таба алманым. Шул йылғаның беҙҙе ағыҙып алып китә яҙған сағы ла булды. Йылғаға ғүмеребеҙҙе ҡыймаған өсөн Сәйәр олатай менән рәхмәт уҡыу иҫтә ҡалған. Бөгөн дә Биҙгенде аша үткәндә, шул күлдәк, иҙелгән еләк иҫкә төшә. Аша сыҡҡан һайын тәңкә ташлайым. Биҙгенде йылғаһы миңә бик яҡын. Сөнки шул йылғаны һыулаған беҙҙең ырыуҙың Йәнекәй тигән ауылында мине беренсе тапҡыр ҡойондорғандар. Әллә ошо мине беренсе ҡойондорған Биҙгенде, әллә үҙемдең ауылымдың Һыуһар ҡойоһо мине мәңгегә һыуға ғашиҡ иткән: мин һыу инергә яратам. Хәҙер ҙа шифахана, ҡунаҡхана һайлағанда бассейнлыны алырға тырышам.
Бала саҡтан миңә тағы бер һыу яҡын. Был ауылымдың Һыуһар ҡойоһо, беҙ уны үҫкәндә Ҡойо, ти торғайныҡ. Был шишмә ауылдың үр яғында, беҙҙең яҡта аға. Шул Ҡойоға бәләкәй саҡта иптәш ҡыҙҙар менән һыуға йөрөү, аҫтараҡ еҙ самауырҙарҙы, батмустарҙы йыуыу, әбейҙәр менән һыу буйында ҡаҙ йөнө, мамығы йыйыу, әсәйҙәрҙең йылға буйындағы мейестә еләктән иҫ киткес тәмле бөйөрөк бешереүҙәре кисә генә булғандай иҫтә. Бала саҡта тағы ошо Ҡойобоҙҙан өҫтәрәк ятҡан түбәлә муйынсаҡ эҙләү, күләүектә – ҡусҡар, Киләй тау башында ҡымыҙлыҡ йыйыуҙар һаман күҙ алдында. Әлбиттә, бала саҡҡа ҡайтҡы килә, әммә мөмкин түгел. Бала сағымды һағынып, ауылыма йыш ҡайтырға тырышам. Мөмкинлек булғанда балаларымды, ейәндәремде алып барам. Уларға бәләкәй генә булһа ла минең бала саҡ бәхете ҡунһын ине, тип уйлайым.
– Ауылығыҙ һеҙ үҫкән саҡтарҙан ниндәй үҙгәрештәр кисергән? Ниндәй яңы күренештәре шатландыра, көйөндөрә, уйландыра?
– Хәҙер ауыл бик матур: ике ҡатлы урта мәктәбе, мәсете бар. Ауылға газ ингәс, халыҡ ҡала шарттарына яҡын өйҙәрҙә йәшәй башланы. Һәр өйҙә һыу, душ, туалет ҡуя ауылдаштарым. Халыҡ әүҙем, йүнсел. Республиканың һәр конкурсында, акцияһында ҡатнаша. Бер йыл «Айыҡ ауыл»да еңеүсе булдылар. «Байыҡ»тан йыл да урынһыҙ ҡайтмайҙар. Ауылда бер нисә ансамбль бар. Бер йыл ауылдың әбейҙәр ансамбле хатта Венгрияға ҡоролтайға барып ҡайтты. Тағы ла ниндәйҙер конкурста ҡатнашып, ауылға янғын һүндереү машинаһы отоп ҡыуандылар. Ауылымдың мөһим сараларында (мәсет һалыу, мәктәп асыу) ҡатнашырға тырышам. Йылда барып аят уҡытам, тура килһә, ҡорбан салам. Йылына ике тапҡыр ике уҡыусыға стипендия бирәм. Шул уҡ ваҡытта көйөндөргән күренештәр ҙә бар. Мәсеткә кеше әҙ йөрөй. Эш булмағас, ауылдан йәштәр китә. Шуға мәктәптә балалар һаны кәмей. Әле ауыл менән ырыу, ауыл тарихын эшләйбеҙ. Әммә ҡайһы берәүҙәр битараф был эшкә. Сәбәптәре лә бар: эш юҡ, юл юҡ һ.б. Әммә кемдәндер нимәлер көтмәй, үҙ проблемаңды үҙең хәл итергә өйрәнеп, ғаиләң, ауылың, ырыуың, халҡың өсөн яуаплы икәнде онотмай йәшәһәң, был етешһеҙлектәр кәмер ине кеүек.
– Белорет педагогия училищеһына уҡырға инеү теләге ҡасан тыуҙы? Училищела уҡыу йылдары хаҡында күңелегеҙҙә ниндәй хәтирәләр һаҡлана?
– Белорет педучилищеһына үҙ теләгем менән барҙым, бер кем дә мәжбүр итмәне. Уҡыған йылдар – минең йәшлек осоро, тәүге мөхәббәт. Яҡшы уҡыу менән бер рәттән бик әүҙем спортсы булдым. Бер әйберҙе һаман көлөп иҫләйем. Училищела йыл да волейбол, баскетбол һ.б. спорт төрҙәре буйынса ярыштар үтә торғайны. Бер мәл волейбол ярыштары бара. Мин – капитан. Шул саҡ ауырыным да киттем. Төнө буйы ҡоҫоп, эсем ауыртып, йоҡлай алманым. Фатир хужаһы әбей әрләй: «Аппендицит у тебя, иди в больницу», – ти. Иртән торғас, училищеға инеп, бальнисҡа китәм тиһәм, төркөмдәштәрем: «Түҙ инде, һин китһәң, ярышта еңеләбеҙ», – тип илай башланы. Үҙемдең дә китке килмәй. Сөнки беҙ финалға сыҡҡайныҡ. Училищеның бөтә башҡорт төркөмдәре беҙҙең өсөн яна, көйә, килеп кәңәштәр бирә, миңә, һин китһәң, башҡорттар еңелә, тиҙәр. «Ярар, бальнисҡа уйындан һуң барырмын», – тип ҡалырға тура килде. Уйнаныҡ, еңдек, ҡыуандыҡ. Көйәрмәндәрем мине дауаханаға килтерҙе. Унда тиҙ генә операцияға һалдылар. Эренле аппендицит булған, табип: «Һине Алла һаҡлағандыр, нисек шартламаған, ниңә оҙаҡ килмәй йөрөнөң», – тине. Мин: «Ярыш булды», – тигәйнем, әрләне.
– Башҡорт дәүләт педагогия институтына училище тамамлағас та ингәнһегеҙ, шикелле. Диплом алғас, бер аҙ эшләп алырға теләгегеҙ булманымы? Ниндәй факультетты һайланығыҙ? Фән менән шөғөлләнеү уйы ҡасан тыуҙы? Аспирантураға алдан әҙерләндегеҙме? Ул саҡта юлламалар Мәскәү аша алына ине бит.
– Эйе, уҡып бөткәс тә институтҡа индем. Яҡшы уҡыған өсөн юғары уҡыу йортона йүнәлтмә бирергә тейештәр ине. Әммә төрлө сәбәптәр арҡаһында ул миңә эләкмәне. Әбйәлил районына эшкә ебәрҙеләр. Районға барғас, РОНО мөдиренә: «Ағай, минең уҡығым килә бит әле», – тинем. Ул: «Бик яҡшы, теләк булғас, уҡы», – тине лә үҙе машинка артына ултырып, йүнәлтмә яҙып бирҙе. «Керә алмаһаң, үҙебеҙгә ҡайт. Ана Салауат ауылы, шул ауыл мәктәбенә урыҫ теле уҡытыусыһы кәрәк. Шунда уҡытырһың, Белорет педучилищеһын бөткәндәр урыҫса шәп белә ул», – тип, уңыштар теләп тороп ҡалды, рәхмәт төшкөрө. Өйгә ҡайтҡас, уҡырға барһам-барам, бармаһам, эш урыным бар әле, тип бесәнгә егелдем, араһында имтиханға ла әҙерләндем. Имтихандар яҡынлашҡас, Өфөгә киттем. Ул заман Белорет – Өфө араһында самолет ҡына оса торғайны. 1970 йылда АН-24-тә тәүге осоуым самолетҡа ултырған һайын иҫкә төшә.
Фән менән 1-се курстан шөғөлләнә башланым. Педагогиканан Рифа Нуриәхмәт ҡыҙы Латипова, телдән Рәйсә Хәлил ҡыҙы Халиҡоваларҙың түңәрәктәренә, махсус семинарҙарына, аҙаҡ махсус курстарына йөрөнөм. Ул заман студенттар фәненә иғтибар ҙур булғандыр, тип уйлайым. Мәҫәлән, Р.Н. Латипова етәкселегендә беҙ унлап студент 2-се курста Ульяновск пединститутына фәнни конференцияға барҙыҡ. Юғары кимәлдәге сараларҙа доклад уҡыу, уға тиклем тәжрибә үткәреп, доклад яҙыуҙар, әлбиттә, эҙһеҙ үтмәгәндер. 3-сө курста уҡығанда республика студенттарының фәнни эштәре буйынса конкурс үтте. Шул конкурста минең телдән дә, педагогиканан да эштәрем беренсе урын алғайны. Шул ваҡыт Почет граммотаһы менән бергә премия бирҙеләр. Әлбиттә, ул да фән юлын һайлауыма ниндәйҙер этәргес көс булғандыр. Әммә былар бөтәһе лә студент кимәле ине.
Ә бына 4-се курста уҡығанда Р.Х.Халиҡова етәкселегендә яҙған «Инйәр буйы башҡорттары һөйләшендә лт, мт, нт, лҡ, мҡ, рт өндәрен ҡулланыу» исемендәге докладым менән мин ысын фән донъяһына килеп индем. Советтар Союзы Фәндәр академияһының Мәскәүҙәге Тел ғилеме институтында сығыш яһауым минең тел ғилеменә килеүемдең төп факторы булғандыр. Был конференция Н.К.Дмитриевтың юбилейы айҡанлы үткәрелгәйне. Унда бик абруйлы СССР тюркологтары ҡатнашҡан булған. Мин ул заман кем алдында сығыш яһауымды ла аңламағанмын. Шуға тартынмай, оялып тормай, бик батыр ғына сығыш яһағанмын икән. Сығышымдан һуң яныма берәү килеп докладымды «Советская тюркология» журналына һорап алды. Доклад баҫылмаған, тиһәм дә, үҙебеҙ баҫырбыҙ, тине. Икенсе кеше тәнәфестә яныма килеп: «Мин Э.Р.Тенишев, һеҙ БДПИ-ла аспирантмы, әллә уҡытыусымы?» – тип һораны. Мин уны танымайым, шуға үҙемдең әле студент икәнлегемде әйттем. Баҡтиһәң, ул ошо конференцияны ойоштороусы, СССР-ҙың бөтә тюркологтарының башлығы, тел ғилеме институтының бүлек мөдире Э.Р. Тенишев булған икән. «Докладығыҙ оҡшаны, һөйләш материалы беҙгә бик кәрәк. Ул боронғо ҡомартҡыларҙа осрай. Был лт, нт, мт, рт-лар менән минең уҡытыусым С.Е.Малов шөғөлләнде, – тине күренекле ғалим. Әле студент ҡына булыуыма аптырап: «Һеҙгә уҡырға кәрәк, мотлаҡ Мәскәүгә аспирантураға килегеҙ, ошо теманы диссертация итеп яҡларһығыҙ», – тине. Әҙһәм Рәхимович Тенишев менән танышыу шулай башланды. Артабан ул: «Уҡып бөткәс, хат һалырһың, мин һиңә аспирантураға урын һорап, кәрәк урынға хат яҙырмын», – тине. Элек аспирантураға урын алыуы ҡыйын ине. Шуға институтты тамамлаған йылда аспирантура килеп сыҡманы. Мин эшкә Белорет районының Шығай ауылына киттем, кейәүгә сыҡтым. Ниһайәт, бер йылдан һуң ғына аспирантураға урын булды. Ул саҡта мин бала көтә инем. Шуға ҡарамаҫтан, киттем Мәскәүгә, Тел ғилеме институтына аспирантураға юл тоттом. Имтихан биреп, уҡырға индем. Миңә ул осорҙа беҙҙең Башҡортостандан Мәскәүҙә уҡыған аспиранттар Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов, Фәниә Исхаҡовалар ныҡ ярҙам итте.
– Вузда уҡыған һабаҡташтарығыҙ менән аралашаһығыҙмы? Бергә осрашҡанда уҡыу йылдарын нисек иҫкә алаһығыҙ? Фән юлын һайлаусылар бармы? Ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең үҙҙәре һайлаған һөнәрҙәр буйынса фәнгә ылығыуҙарын, һеҙҙең һымаҡ юғары уңыштарға өлгәшеп, балҡып йәшәүҙәрен теләр инегеҙме?
– Вузда бергә уҡығандар менән аралашыу юҡ кимәлендә. Ҡайһы берҙәре менән генә осрашам. Ә бына педучилищела уҡығандар менән тығыҙ бәйләнештә йәшәйбеҙ. Ул ваҡытта беҙ балалар инек. Шуғалыр яҡынлыҡ ғүмерлеккә ҡалған. Ә вузға минең кеүек күптәр педучилище бөтөп, армия үтеп, эшләп килгәйне. Йәғни һәр кем үҙ мөхитенән, үҙенсә формалашып килгән. Фән юлын һайлаусылар булманы. Уҡытыусы, завуч, директор булып эшләп, хәҙер хаҡлы ялдалар.
Ейәндәрем әле бәләкәй. Ниндәй юл һайларҙар, әйтеүе ҡыйын. Фәнгә килһәләр, бик шат булыр инем. Әммә һәр кем маңлайына нимә яҙылған, шуны күрә.
– 1982 йылдан 1992 йылға тиклем педагогия институтында башҡорт теле кафедраһын етәкләнегеҙ, һуңыраҡ филология факультетының деканы ла булдығыҙ. Был осор ниндәй хәл-ваҡиғалар, эштәр менән күңелегеҙҙә һаҡлана? Илдәге киҫкен үҙгәрештәр, тарихи формациялар алмашынған осор уҡыу-уҡытыу процесына ниндәй яңылыҡтар индерҙе?
– Минең БДПИ-ла эшләгән осор үҙгәртеп ҡороу йылдарына тура килде, шуға студенттар, уҡытыусылар менән һәр сарала әүҙем ҡатнаштыҡ, митингыларға ла йөрөнөк. Бик ҡыҙыҡ заман булды: факультет булдырыу, төрлө бүлектәр асыу өсөн көс түктек. Электән булған рус-башҡорт бүлегенә башҡорт-инглиз, башҡорт-немец, башҡорт-төрөк, башҡорт-Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте бүлектәре өҫтәлде. Ошо осорҙа яңы кафедралар ҙа асылды. Ошо йылдарҙа тәүҙә башҡорт филологияһы кафедраһы, аҙаҡ айырым башҡорт теле, башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте, факультеттың сит телдәр кафедралары булдырылды. Факультетҡа йәш вуз уҡытыусылары килде. Шулай итеп, үҙебеҙгә кадрҙар әҙерләй башланыҡ. Ул заманда факультетта З.Я.Шәрипова, В.И.Хажин, Ә.Х.Вилданов, Ә.Ә. Әхмәтҡужин, Р.Х.Ниғмәтуллин, Ю.В.Псәнчин, С.Ә.Мөхәмәтйәнов, Ф.Ә.Сәйфуллин, З.В.Тепляшина, В.А.Урманцева һәм башҡалар илһамланып эшләне. 1993 йылда башҡорт теле дәүләт теле тип иғлан ителгәс, факультетта расписаниены, төрлө иғландарҙы башҡортса элә башланыҡ. Сит милләттәрҙән булған күп кенә уҡытыусылар аңлап, ярҙам итте, ҡайһы берҙәре әрләшеп, факультеттан китәм, тип йөрөнө. Әкренләп эш көйләнде. Ялыуҙар, шантаждар бөттө, һәүетемсә эшләй башланыҡ. Рәхмәт ул замандағы Институт ректоры Э.Ш.Хәмитовҡа. Элекке филология факультеты декандары Р.Х.Хәйруллина, Х.Х.Лоҡманова, кафедра мөдире Т.М.Ғарипов башҡорт филологияһы факультетын булдырыуҙа, үҫтереүҙә күп ярҙам күрһәтте. Әйтергә кәрәк, ул заманда факультет уҡытыусылары һәм студенттары ла бик әүҙем булды. Төрлө саралар үткәрҙек: яҙыусылар, республиканың иң яҡшы уҡытыусылары менән осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре, йола байрамдары, «Аҡ тирмә» клубында сығыш яһауҙар, гәзит-журналдарға яҙылыу акцияларында ҡатнашыу – былар бөтәһе лә факультеттың абруйын күтәрҙе. Беҙҙе вуздар араһында ғына түгел, ҡала, республика масштабында ла белә башланылар. Башҡорт филологияһы асылғас, БДПИ тарихында беренсе тапҡыр презентация үткәреп, үҙебеҙҙе республика, район, ҡала, төрлө предприятиелар етәкселәренә күрһәтеп, танылыу алдыҡ. Ул ваҡытта башҡорт филологияһы факультеты ил, республика милли сәйәсәтендә мөһим роль уйнаған структураға әйләнде. Шул уҡ ваҡытта факультет башҡорт халҡының милли үҙаңы уяныуының күрһәткесе лә ине. Шуға был сара үҙе бер милли байрамға әйләнде.
Башҡорт филологияһы факультеты 1992 йылда БДПИ тарихында беренсе булып сит ил студенттарын ҡабул итте. 28 төрөк егете факультетыбыҙҙа урыҫ, башҡорт телдәрен өйрәнә башланы. Ул заманда сит ил студенттары Өфөлә тик нефть институтында ғына уҡый ине. Беҙҙә генә түгел, БДУ-ла ла юҡ. Шуға төрөк студенттары бөтә халыҡҡа ҡыҙыҡ. Ә инде студенттар презентацияла төрөксә йырлағас, З.Вәлиди хаҡында бер нисә һүҙ әйткәс, бөтә халыҡ алҡышланы.
– Ихлас һөйләшеү булғас, ысынлап та шулай булһын: һеҙ ике игеҙ улығыҙҙы яңғыҙ аяҡҡа баҫтырҙығыҙ. Уларҙың атаһы менән айырылышыуға нимә сәбәпсе булды, тип уйлайһығыҙ? Балалар аталарының ғаиләһе менән аралашамы? Ул ҡайҙа йәшәй? Балалар мәнфәғәтендә кәңәшләшеп, ярҙамлашып торғандыр, тип фараз итәм. Улдарығыҙ, шөкөр, үҙҙәре ғаилә башлыҡтары хәҙер. Республикала билдәле ир-егеттәр. Уларҙы рухташтарым, тип әйтә алаһығыҙмы? Үҙ телебеҙҙә аралашалармы? Килендәр менән уртаҡ тел таба алдығыҙмы?
– Аспирантураға индем, әммә ауырлы булыу сәбәпле, ситтән тороп уҡыр өсөн ғариза яҙып ҡайтып киттем. Әлбиттә, беренсе йыл диссертация яҙыу, мәҡәләләр сығарыу, аспирант имтихандарын тапшырыу мөмкинлеге булманы. Сөнки ғинуар айында улдарым тыуҙы, бала, ғаилә проблемалары баҫты, фән туҡтап торҙо. Малайҙарға 2 ай тулғас, элекке закон буйынса, эшкә сығырға тура килде. Әҙһәм Рәхим улы, хат яҙып, хәлемде белешеп торҙо. Йылына 2–3 тапҡыр Мәскәүгә бара торғайным: аттестация үтергә, имтихандар бирергә, мәҡәләләр эшләргә, диссертацияны тикшерергә… Аспирантурала уҡыған осорҙа йәшәргә фатир юҡ, эш хаҡы бәләкәй, башҡа проблемалар килеп тыуҙы. Был проблемаларҙы хәл итеү тәжрибәһе юҡ, ике яҡтан да ата-әсә ауылда. Шуғалыр ҙа ғаилә хәлдәре ҡатмарлашты. Ир түҙмәне: «Ауылға ҡайттыҡ», – тине. Риза булманым. Бер көн ул кейем-һалымын алды ла ҡайтты ла китте. Артымдан ҡайтыр, тип уйланы, ахыры. Сөнки ауылда ҙур ҡарағас өй, көтөп торған мәктәп бар ине. Әммә мин ҡайтманым. Тәүҙә ҡыйын булды. Аҙаҡ диссертация яҡлағас, институт фатир бирҙе, эш хаҡы өҫтәлде. БДПИ-ла сәғәттәр алып уҡыттым, матди хәлем яҡшырҙы. Йәшәүе бер аҙ еңелләште. 1985 йылда БДПУ-ға эшкә саҡырҙылар. Унда кафедра мөдире, декан вазифаларын башҡарҙым. Малайҙарҙың аталары менән мөнәсәбәт яҡшы булды. Килеп торҙо, балалар ҙа уға барып йөрөнө. Ярҙамһыҙ ҡалдырманы. 2 йыл элек вафат булды. Шуға тиклем аралашып йәшәнек. Ул тәүҙә Белоретта, аҙаҡ Шығай ауылында йәшәне. Яҙмыш, тәҡдир шулай ҡушҡандыр. Хәҙер улдарымдың үҙ ғаиләләре, үҙ тормошо. Улар туған телен белә. Килендәрем дә башҡорт. Шуға тел проблемаһы юҡ. Ейәндәремдең бөтәһенең дә телдәре башҡортса асылды. Килендәремде яҡын күрәм, тормоштарына ҡыҫылмайым. Ейәндәремде яратам, өлкәндәрен йылына ике тапҡыр төрлө илгә сәйәхәткә йөрөтәм. Дөйөм алғанда, килендәр менән мөнәсәбәт яҡшы, тип уйлайым.
– Ғалимә булараҡ, фән юлында ҙур уңыштарға өлгәштегеҙ. Институт директоры, министр дәрәжәләренә күтәрелдегеҙ, халыҡ араһында киң билдәле, хөрмәтле шәхесһегеҙ. Йәшлек хыялдарымды тормошҡа ашыра алдым, тигән ҡәнәғәтләнеү хистәре кисерәһегеҙме? Әллә бик теләп тә тормошҡа ашыра алмаған эштәрегеҙ ҙә бармы?
– Фәнде мин бик яратам. Һәр ваҡыт бәләкәй генә булһа ла нимәлер табыла, асыла. Шуға ла кем генә булып эшләһәм дә – БДПУ-ла деканмы, министрмы, директормы – фәндән айырылманым. Китаптар яҙҙым, мәҡәләләр, һүҙлектәр сығарҙым. «Мин түрә», – тип фән менән булышмаһам, күптән фән арбаһынан төшөп ҡалыр инем. БДПУ-ла студенттарым менән экспедицияларға йыш йөрөнөм, оҙаҡ йылдар архивтарҙа эшләнем. Шуға халҡыбыҙҙың бай рухи мәҙәниәте, теле, тарихы буйынса материал тупланған. Бөгөн шуларҙы эшкәртеп, бер системаға һалып, китаптар, мәҡәләләр итеп сығарам, Халыҡ-ара, бөтә Рәсәй фәнни конференцияларында сығыш яһайым, халҡымдан йыйылғанды халҡыма кире ҡайтарам. Китаптарымдан, һүҙлектәремдән йәш быуын халҡыбыҙҙың рухи байлығын өйрәнә. Сит илдәрҙә иһә башҡорттар, уларҙың теле, мәҙәниәте тураһында докладтар уҡып, халҡымды донъяға танытам. Шуға, әлбиттә, ҡәнәғәтмен. Алда ла эштәр күп, Алла бойорһа, иҫәнлек-һаулыҡ булһа, башланған эштәремде дауам итермен, тип уйлайым.
– Нисек һәм ниндәй маҡсаттар менән Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутат булып һайландығыҙ? Ҡайһы комитетта һәм ниндәй йүнәлештәрҙә эшләргә тура килде?
– Башҡорт филологияһы факультетында эшләгән осорҙа Бөрйән районының Мәһәҙей ауылынан ике уҡытыусы килде яныма. Улар ауыл исеменән мине депутатлыҡҡа тәҡдим итергә ниәттәре барлығын әйтте. Ризалыҡ алырға килеүҙәрен һөйләне. Риза булдым. Шунан мине кандидаттар исемлегенә индергәндәр. Студенттарым менән барып, Бөрйән районының һәр ауылында тигәндәй концерт ҡуйып, осрашыуҙар үткәрҙек. Бөрйәндә халыҡ бик әүҙем. Минең өсөн ихлас тауыш биргәндәр: 90 проценттан артыҡ ине. Шулай итеп Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты булып киттем. Бөрйәндәр минең турала насар фекерҙә ҡалмағандыр. Күптәре әле лә таный. Мәҫәлән, 2017 йылда Бөрйәндә археологиянан конференция үткәргәйнек, шунда ҡорот алайым тип, баҙарға индем. Һатыусы ҡатын миңә: «Юҡ, аҡса алмайым, һеҙ беҙҙең ауылға трактор бирҙегеҙ, күп ярҙам иттегеҙ», – тип аптыратты. Ошондай осрашыуҙар, рәхмәт һүҙҙәре күңелде иретә, яҡшылыҡ онотолмай икән, тигән фекер уята. Мин, депутат булараҡ, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте комитетында эшләнем. Ошо йүнәлештәге закондар эшләүҙә ҡатнаштым.
– Шулай уҡ бик тынғыһыҙ һәм киҫкен үҙгәрештәргә бай осорҙа мәғариф министры вазифаһын башҡарҙығыҙ. Ҡыйыу, киң эрудициялы профессионал, егәрле, ғәҙел етәксе булып халыҡ хәтерендә ҡалдығыҙ. Ҡайһы бер башланғыстарығыҙҙы, эшләнгән эштәрегеҙҙе иҫкә төшөрөп китәйек әле. Әле булһа күҙ алдығыҙҙан китмәгән хәл-ваҡиғалар ҙа барҙыр...
– Министр булараҡ, эште вуздарға ҡайҙан яҡшы әҙерлекле абитуриенттар, ҡайҙан йомшаҡ, белемһеҙ балалар килеүен тикшереүҙән башланым. Йыл буйы райондар буйлап йөрөп сыҡтым. Шунда ғына райондар араһында иҡтисади яҡтан ҙур айырма барлығын күрҙем. Әгәр төньяҡ-көнбайыш райондарҙа ике ҡатлы кирбестән эшләнгән, бөтә шарттары булған типовой мәктәптәр булһа, төньяҡ, төньяҡ-көнсығыш, Урал аръяғы райондарында хужалыҡ ысулы менән, төкәтмәләр менән төҙөлгән ағас йә шлакоблоктан эшләнгән генә белем усаҡтары ине. Шуға бер балаға норма буйынса ҡаралған майҙан, тәбиғи, стандартҡа тура килмәй. Әйтәйек, Илеш, Дүртөйлө, Краснокама райондарында бер балаға 22–24 кв.м. майҙан тура килһә, Бөрйән, Иглин, Нуриман, Белорет райондарында 7–10 кв.м. ғына. Был нимәне аңлата? Әле телгә алған райондарҙа балалар ваҡ тәҙрәле, ҡараңғы, һыуыҡ, бәҙрәфе урамда булған бәләкәй генә мәктәптә уҡыһа, Илеш, Дүртөйлө, Саҡмағош, Туймазы, Краснокама райондары балалары ҙур-ҙур тәҙрәле, яҡты, спорт залы, ашханаһы булған типовой мәктәптәрҙә белем ала. Тәбиғи, бындай шарттарҙа кем ниндәй белем алыуын аңлап була. Ғалим булараҡ, министр саҡта күтәргән икенсе проблема – ул республикала, һәр районда, ҡалала бер балаға йылына нисә һум аҡса ҡаралыуын һәм тотонолоуын асыҡлау ине. Министрлыҡтың экономистары менән анализлағас, шундай ғәҙелһеҙлек аптыратты. Әгәр шул уҡ Дүртөйлө, Илеш, Саҡмағош, Туймазы, Краснокама һәм башҡа төньяҡ-көнбайыш райондарҙа бер балаға йылына 4800–5000 һум тура килһә, Белорет, Иглин, Нуриман, Бөрйән, Асҡын, Хәйбулла райондарында бер балаға 800–1200 һум ғына ине. Бында һүҙ бары тик бюджет аҡсаһы хаҡында бара. Ә инде ул замандың йолаһы буйынса, мәктәптәргә күрһәтелгән шефтар ярҙамын иҫәпкә алһаҡ, күренеш тағы ла асыҡлана. Төньяҡ-көнбайыш райондары мәктәптәренең шефтары нефтселәр, йәғни бай ойошмалар. Шуға шефлыҡ ярҙамын да улар, тәбиғи, күпкә күберәк ала. Ә Урал аръяғы райондары мәктәптәренең шефтары колхоз йә башҡа бер бәләкәй ойошма. Улар ауыҙын асһа, үпкәләре күренә. Шуға шефлыҡ ярҙамы ла, тәбиғи, бик әҙ йә уныһы ла булмаған мәктәптәр бар. Ошоларҙы һанап сығарып, уҡытыусыларҙың 1997 йылғы август конференцияһында сығыш яһаным. Ошоларҙан сығып, ҡайһы райондарҙың базаһын үҫтерергә, ҡайҙа мәктәп, балалар баҡсалары төҙөргә кәрәклеген еткерҙем, йәғни яңы мәғариф концепцияһы менән таныштырҙым, оҙайлы дәүләт программаһы кәрәклеген әйттем. Ул заманда август кәңәшмәһендә президент, премьер-министр, уның урынбаҫарҙары, бөтә министрҙар, район башлыҡтары ҡатнаша торғайны. Минең доклад улар өсөн бомба кеүек булды, республика етәкселегенең күп нәмәгә күҙен асты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер район, ҡала башлыҡтарына, ҡайһы бер министрҙарға был оҡшап етмәне. Шуғалыр, яңы концепцияны, мәғарифты үҫтереүҙең яңы программаһын ҡабул итеү оҙаҡҡа һуҙылды. Ныҡ ҡына ҡыҫҡартылып, ул 1998 йылда «1993–2003 йылдарҙа БР мәғарифын үҫтереү программаһы» исеме менән ҡабул ителде.
– Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында директор урынбаҫары, директор һәм ғалимә булараҡ башҡарған эштәрегеҙҙе һанап та бөтөрлөк түгел. Монографиялар, уҡыу әсбаптары, йөҙәрләгән фәнни хеҙмәттәр... Уларҙы ҡасан, нисек яҙа, таба, баҫтырып сығара алдығыҙ? Күрше төбәктәргә, сит илдәргә, Мәскәү, Санкт-Петербург, Себер ҡалаларына командировкалар, фәнни-ғәмәли конференциялар әҙерләү, һәр төрлө кәртәләрҙе, ауырлыҡтарҙы еңеп сығыштар яҙыу, ойоштороу мәшәҡәттәре, уларға өҫтәп, йәмәғәтселек эштәрендә күңел биреп әүҙем ҡатнашыу... Нисек бөтәһенә лә өлгөрә алдығыҙ икән, башҡа һыйырлыҡ түгел?
– Институтҡа килгәс, минең өсөн иң мөһиме – фәнгә ҡайтыу ине, йәғни фәнни әҙәбиәт уҡыу, материал туплау, төрлө фәнни форумдарҙа ҡатнашыу. Пединститутта, министрлыҡта эшләү дәүерендә фәнни йөҙөмдө, бәйләнештәремде юғалтып бөтә яҙғайным. Шуға тиҙ арала сафҡа ҡайтыр өсөн күп уҡырға, командировкаларға, экспедицияларға йөрөргә тура килде. Архив, китапхана үҙ йортома әйләнде. Көнө-төнө фәндә ҡайнаным. Тел тарихы, ономастика, мифология, этнолингвистика, урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу методикаһы, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса күп кенә мәҡәләләр, китаптар яҙыу менән булышып, ошо йылдарҙа тулыһынса фәнгә кире ҡайттым. Шуғалыр, 2005 йылда Институт коллективы мине директор итеп һайлап ҡуйҙы, Рәсәй Фәндәр академияһы раҫланы. Яратҡан ғилми эштәремә фән кешеһе өсөн бик ҡатмарлы булған аҡса табыу, институт китаптарын сығарыу, экспедициялар, хеҙмәткәрҙәрҙең эшен, ялын, командировкаларын ойоштороу, республика, ҡала, район сараларында ҡатнашыу, улар һораған эштәрҙә ярҙам итеү, Мәскәү, Питер, Новосибирск, Екатеринбург, йәғни Рәсәйҙең төп фәнни үҙәктәре менән мөнәсәбәттәрҙе тергеҙеү, яңыртыу һәм башҡа проблемалар өҫтәлде. Директор булараҡ, коллективты яңы идеялар, проекттар менән ҡыҙыҡһындырырға тейеш инем. План буйынса эштән тыш гранттар, дәүләт, академия программаларында ҡатнашып, аҡса табырға, үҙебеҙ өсөн яңы йүнәлештәрҙе асырға тейеш инек. Рәсәй Фәндәр академияһы беҙҙең эффектлы эшләүҙе, йәғни институтҡа гранттар, программалар йәлеп итеүҙе талап итә башланы. Директор булараҡ, менеджерға ла әйләнгән саҡтар булды. Мәскәү һәм башҡа фәнни үҙәктәр менән яҡшы мөнәсәбәт булдырыу, республика етәкселеге менән тығыҙ эшләү, элекке министр булыу, әлбиттә, был йылдарҙа миңә күп кенә башланғыстарҙы уңышлы атҡарырға ярҙам итте. Ошо йылдарҙа институт коллективы менән, ситтән билдәле ғалимдарҙы йәлеп итеп, бик күп матур проекттар эшләнек. Шулар араһында 7 томлыҡ коллектив монографиянан, 8 китаптан торған тарихи документтарҙы һәм материалдарҙы үҙ эсенә алған, йәмғеһе 15 томдан торған «Башҡорт халҡының тарихын» телгә алып китергә була. Проектта беҙҙең ғалимдарҙан тыш БДУ, БДПУ уҡытыусылары, Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Ырымбур белгестәре лә ҡатнашты. Был эштең масштабын күрһәтер өсөн, уның күләмен генә әйтеп китергә була: 7 том һәм 8 ҡушымтанан торған хеҙмәт бөтәһе 8000 бит тирәһе тексты тәшкил итә. Был хеҙмәткә төрлө фәнни, фәнни-популяр журналдарҙа, гәзиттәрҙә, интернет селтәрендә бик күп рецензиялар булды. Әлбиттә, улар төрлө: маҡтағаны ла, яманлағаны ла бар. Әммә иң мөһиме, минеңсә, башҡорт халҡының ете томлыҡ тарихы, шуны яҙырлыҡ ғалимдары барлығын иҫбат иттек. Быуаттар үтер, беҙҙең йәш быуын уҡыр, уҡымаһа ла халҡыбыҙҙың ғорурланырлыҡ тарихы бар тип шатланыр, тип уйлайым. Бөгөн ундай күләмле хеҙмәт Рәсәйҙә беҙҙән тыш Татарстанда ғына бар. Тәүге Президентыбыҙ М.Ғ.Рәхимов ярҙам итмәһә, хеҙмәтте яҙыу, 10 мең дана тираж менән сығарыу мөмкин булмаҫ ине. Был проектты тормошҡа ашырыуҙа И.Ғ.Илешев, Н.А.Мәжитов, М.М.Ҡолшәрипов кеүек рухлы башҡорт ғалимдары күп көс һалды.
Мин директор булып эшләгән осорҙа тағы бер ҙур проект тормошҡа ашырылды. Ул – ун томдағы «Башҡорт теленең академик һүҙлеге». 2006 йылда башланған, 2011 йылда 1–2 томдарын сығарып, нәшергә юл һалған һәм 2018 йылда 10-сы томды сығарып тамамланған был проект әлегә Рәсәйҙә генә түгел, бөтә төрки донъяһында берәү генә. Беҙҙең һүҙлек, беренсенән, күп томлы, икенсенән, аңлатмалы – тәржемәүи, өсөнсөнән, дүрт телдә. Һүҙгә башҡорт телендә аңлатма бирелә, руссаға тәржемә ителә, ә баш һүҙҙәр инглиз, төрөк телдәренә тәржемә ителә. Ни өсөн шулай: рус теле – Рәсәйҙең дәүләт теле, инглиз – донъя теле, төрөк теле – иң ҙур һәм бөтә донъя төркиәтселәре белгән төрки тел. Шуға 10 мең тираж менән сыҡҡан «Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге» донъяға беҙҙең телебеҙҙе, халҡыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе танытыу өсөн дә эшләнде. Йәш быуын быны белергә тейеш, тип уйлайым. Бөгөн XI быуатта йәшәгән төрки ғалимы М.Ҡашғари ижад иткән һүҙлек буйынса беҙ ул заманда ниндәй төрки телдәр булған, уларҙа ниндәй һүҙҙәр, формалар йәшәгәнен белә алабыҙ. Шуға, иншалла, беҙҙең телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ, халҡыбыҙ тураһында ун, егерме быуаттан һуң да ошо һүҙлек аша белерҙәр, тип ышанам. Бындай күләмле, тарихта ҡала торған хеҙмәтте яҙыуҙа, мөхәррирләүҙә ҡатнашыуым менән ғорурланам. Әйтергә кәрәк, әгәр ҙә 2011–2012 йылдарҙа һәм артабан беҙҙең академик һүҙлекте сығарыу өсөн республика аҡса бүлмәһә, һүҙлек ятыр ине.
Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты – ул уникаль учреждение. Унда ҙур проекттар менән бер рәттән һәр ғалим, хеҙмәткәр яратып эшләгән бәләкәй генә темалар ҙа бар. Улар ҙа беҙҙең өсөн бик мөһим. Шулар араһында үрҙә телгә алынған проекттар менән бер рәттән бәләкәйерәк күләмле, әммә әһәмиәте менән ҙур «Ҡурған башҡорттары», «Ғәйнә башҡорттары», «Һамар, Һарытау фольклоры», «Свердловск өлкәһе фольклоры», «Урта Урал һөйләше» кеүек башҡорт халҡын бер-береһенә, донъяға таныта торған эштәр оло баһаға лайыҡ. Ул хеҙмәттәрҙең дөйөм башҡорт тарихын, мәҙәниәтен, телен өйрәнеүҙә лә үҙ урыны бар.
Үрҙә күрһәтелгән һәм башҡа эштәрҙә мин ғалим булараҡ та ҡатнаштым, сөнки фәнни учреждениела эшләгәс, һин директормы, кесе ғилми хеҙмәткәрме, фән менән шөғөлләнергә тейешһең. Министрлыҡтан институтҡа килгәс, үҙемдең дә күп кенә монографияларым, һүҙлектәрем, дәреслектәрем, уҡыу әсбаптарым, мәҡәләләрем сыҡты. Мәҫәлән, мифология буйынса бер монографиям, 5 һүҙлегем, бер балалар өсөн әсбабым донъя күрҙе. Яратып өйрәнгән өлкәм – ономастиканан 10-дан ашыу һүҙлек, ике монографиям нәшер ителде. Мәктәп, колледж, вуз өсөн башҡорт теленән 9 уҡыу әсбабы, 6 һүҙлек, «Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте»нән унлап әсбап донъя күрҙе. Бынан тыш башҡорт, төрки телдәренең төрлө аспекттары буйынса (фонетика, тел тарихы, лексика) унлап монография, 300 тирәһе мәҡәлә баҫылды. Был эштәрҙән тыш, йылына бер нисә тапҡыр фәнни конференциялар ойоштороуҙа һәм ҡатнашыуҙа ла директор артта ҡалырға тейеш түгел.
Мин архив, халыҡ араһынан ауыҙ-тел, диалект материалдары ла йыям. Сөнки фәндә бер бәләкәй доклад, мәҡәлә яҙыу өсөн бик күп архив, халыҡтан йыйылған материал, китапханаларҙан яңы материал тупларға кәрәк. Шул осраҡта ғына һиңә тиклем эшләнмәгән теманы табып, бәләкәй генә булһа ла асыш яһай алаһың. Беҙҙең өлкәлә халыҡтан йыйылған материалды архив мәғлүмәттәре менән сағыштырып өйрәнеү генә һөҙөмтә бирә ала.
– Бына ошондай тулы ҡанлы, маҡсатлы тормошоғоҙ, юғарыға күтәрелгән һайын илһамлыраҡ, яҡтыраҡ була барған нурлы-йырлы, фәһемле ғүмер юлығыҙ хаҡында иҫтәлектәр китабы, автобиографик йыйынтыҡ яҙырға иҫәбегеҙ юҡмы? Бик шәп булыр ине.
– Хәҙергә юҡ. Әле эшем күп. Иң тәүҙә башҡорт теленең күп томлы этимологик һүҙлеген төҙөп сығарырға кәрәк.
– Һеҙҙең өсөн нимә ул бәхет?
– Бөгөн минең өсөн эргәмдә яҡындарым, яратҡан эшем, йөрөп ҡайтҡас, рәхәтләнеп ял итерлек урыным булыу бәхет. Эргәмдә «әсәй» тип торған балаларым; «өләсәй» тип торған ейәндәрем; «апай» тип торған туғандарым; «Фирҙәүес апай», «Фирҙәүес Ғилметдиновна» тип торған элегерәк төрлө уҡыу йорттарында уҡытҡан уҡыусыларым, студенттарым, «Фирҙәүесебеҙ» тип торған ауылдаштарым, ырыуҙаштарым, яҡташтарым; танып һаулыҡ ҡушып торған милләттәштәрем; яулыҡ ябып, кәзәкей кейҙереп апай иткән төрки донъяһынан фекерҙәштәрем; ихтирам итеп, юл сығымдарын түләп ҡунаҡ итеп халыҡ-ара конференцияларға саҡырып торған төрки телле туғандарым, коллегаларым булыу бәхет түгелме?!
– Ғәҙәттә ниндәй аш-һыу төрҙәрен әҙерләйһегеҙ, йәки яратып ашайһығыҙ?
– Кеше бала сағында нимә ашап үҫкән, шул аштар олоғайғас ҡәҙерле, тәмле күренә. Шуға инәйем, өләсәйҙәрем, ауылдаштарым бешергән бишбармаҡ, һалма, йыуаса, буҙа, талҡан, ҡорот, ҡыҙыл эремсек, емеш бөйөрөгө, шәкәрле муйыл, балан, бөрлөгән ашарға яратам. Үҙем һирәк бешеренәм. Ейәндәрем килһә, уларға йыуаса, йылҡы ите бешерергә тырышам. Ҡоротлап һалма, ит, йыуаса ашап алһаҡ, рәхәт, күңелле булып китә. Һуңғы 15–20 йыл йылҡы һуябыҙ ауылда. Йылҡы ите шул тиклем тәмле, шуға өҫтөнлөк бирәм.
– Ниндәй йыр, көй, йырсыларҙы яратып тыңлайһығыҙ? Ҡайһы сәскәләр, йыл миҙгелдәре күңелегеҙгә яҡын?
– Башҡорт халыҡ йырҙарын, урыҫ романстарын да яратам. Атайым йырлаған үҙебеҙҙең яҡта сыҡҡан «Ғүмәров», «Сибай», «Малыбай», «Ҡалды» кеүек йырҙарҙы күҙ йәше аша тыңлайым. Бында йыр көсө лә, атайымды һағыныу, юҡһыныу ҙа барҙыр, ахыры. Күп кенә башҡорт йырсылары башҡарған «Урал»ды, «Ҡолой кантон»ды, «Азамат»ты, «Илсе Ғайса»ны, «Буранбай»ҙы, «Уйыл»ды, «Сәлимәкәй»ҙе, «Зөлхизә»не, «Элмәлек»те тыңларға яратам. Һәр йыр нимә менәндер, кем менәндер бәйле. Мәҫәлән, «Элмәлек»те ғалимә-диалектолог, иҫ киткес моңло тауышлы йыраусы Сәриә апай Миржанованың йыры тип ҡабул итәм. Ул беҙҙең институт сараларында был йырҙы йыш йырлай торғайны. «Азамат»ты ишетһәм, Белорет педучилищеһында ошо йырҙы 4 тауышҡа йырлап йөрөүебеҙ иҫкә төшә. «Ғайса» көйөн тыңлаһам, инәйемдең, өлкән ҡустым үлгәс, үҙе генә ултырғанда шым ғына «йөрәк баштарына ҡан һауҙырған йөрәк ярып сыҡҡан бала икән...» тип йырлауы иҫкә төшә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин йыраусылар нәҫеленән булһам да, үҙем йырламайым. Әммә йыр тыңларға яратам. Боронғо йырҙарыбыҙҙы урынына еткереп башҡарыусылар алдында баш эйәм. Күбәләк ырыуының бөйөк йыраусылары Абдулла ағай Солтановтың, Мәүлит Ямалетдиновтың йырлауҙарын яратам. Сәскәләргә килгәндә инде шулай уҡ тыуған яғымдың умырзаяһын, күгәрсен күҙен яҡын күрәм. Әлбиттә, баҡса сәскәләрен дә яратам.
Йыл миҙгелдәренә килгәндә, миңә йәй оҡшай. Бесән эшләгән мәлдәрҙе һағынам. Тыуған ауылыма ғәҙәттә йәй барғас, ул миңә әле лә ҡояшлы Рәхмәт. Йәй, алда әйткәнемсә, емеш-еләккә йөрөү, тауҙан йомортҡа тәгәрәтеүҙәр, көтөүгә йөрөүҙәр, быуала, күлдә һыу инеүҙәр менән бәйле.
– Уҡыусыларға теләктәрегеҙҙе халыҡтың ниндәй мәҡәле йәки йыр һүҙҙәре менән еткерер инегеҙ?
– 1. Атаңдың ғына улы булма, халҡыңдың да улы бул.
2. Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ ҡәҙерле булыр.
3. Үҙеңә яҡшылыҡ теләһәң, кешегә яманлыҡ ҡылма.
4. Яҡшы түрә әҙәмгә юл асыр, яман түрә әҙәмдең юлын быуыр.
5. Уҡыған уңыр, уҡымаған туңыр.
6. Ир-егеттең ике юлдашы бар: береһе – батырлыҡ, икенсеһе – тәүәккәллек.
– Рәхмәт һеҙгә Рәхмәт һылыуы, мәртәбәле шәхесебеҙ Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы, ҡыҙыҡлы һәм фәһемле әңгәмәгеҙ өсөн.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә ЮНЫСОВА әңгәмәләште.
Әңгәмә 2019 йылдың 9-сы һанында донъя күрҙе.