Все новости
Знаменитые люди
21 Сентября 2021, 11:00

ҺҮҘЕМ, КҮҘЕМ ҺӘМ ҮҘЕМ

«Әҙип һүҙе» тигән төшөнсә бар. Ул юҡтан ғына барлыҡҡа килмәгән. Сәсәндәрҙең, яҙыу­сыларҙың теге йәки был ваҡиғаға нимә әйтеренә, ниндәй фекер белдереренә халыҡ электән үк иғтибар иткән, ҡолаҡ һалған. Бик баһалы, бик ҙур һүҙ булғанға ла уны шулай айырып атап йөрөткәндәр.

ҺҮҘЕМ, КҮҘЕМ ҺӘМ ҮҘЕМ
ҺҮҘЕМ, КҮҘЕМ ҺӘМ ҮҘЕМ

Хәҙерге социаль селтәрҙәр заманы иғтибарҙы әҙиптең һүҙенән уның үҙенә: холоҡ-фиғеленә, тышҡы ҡиәфәтенә йүнәлтте. Шулай уҡ уның тормош позицияһы ла (нимәне күрә, ә нимәгәлер күҙ йома) йә­мәғәтселек иғтибарынан ситтә ҡалмай.
Ошоларҙан сығып, уҡыу­сыларыбыҙ иғтибарына «Һүҙем, күҙем һәм үҙем» тигән темаға интервьюлар тәҡдим итә баш­лайбыҙ. Тәүге һүҙ август айын­да матур юбилейын билдәләүсе шағирә, журналист һәм публицист Зөһрә Ҡотлогилдинаға.

Һүҙем

– Беренсе тапҡыр һүҙҙең көсөн ҡасан тойҙоғоҙ?

– Һүҙҙең көсөн кеше тыумаҫ борон уҡ, әсә ҡарынында ятҡанда тоялыр. Борондан ағинәйҙәр ауырлы ҡатынға ауыр һүҙ әйтеүҙән, рәнйетеүҙән ҡурсалаған. Сөнки йөклө ҡатын үҙе генә түгел, ә сабыйы ла шул һүҙҙе ишетә. Уға ҡыйынлыҡ килтерһәң, рәнйеш төшә, тиҙәр. Ошо хаҡта шиғырым да бар:

Ҡарынымда – тыуыр балам,
Әйтмәгеҙ ауыр һүҙҙәр.
Ауыр һүҙ ишеткән бала
Үпкәсел була, тиҙәр.

Ә инде әсәйемдең арҡамдан һөйөп уятҡан һамаҡлау һүҙҙәрен, ҙурайып бөтһә лә, үҙемдең улыма ла әйтә торғайным:

Тор, тор, тор инде,
Йоҡоң туйғандыр инде.
Тор-торҙан хәбәр килгән,
Азамат торһон тигән.

Был шиғри теләкте бихисап дауам итергә мөмкин. Таңдан әйтелгән теләк мотлаҡ ҡабул була.
...Мәктәпкә уҡырға төшмәгәнмен. Урамға сығып, ҡапҡа төбөндә торам. Теге оста йәшәгән Өмөкамал инәй килә. Ул атайымдың атаһы – Ноғман олатайымдың туғаны. Минең турыға еткәс, йәштәрен яулыҡ осо менән һөртөп, арҡамдан тупылдатып яратты ла:
– Эй, ошо Сәлимйәндең етемдәре... Бигерәк йәлһегеҙ шул. Хоҙай тел асҡыстары бирһен үҙегеҙгә. Ҡулығыҙҙан һөйөнөгөҙ, телегеҙҙән һөйөнөгөҙ, – тип ары китте.
Аптырап тороп ҡалдым: нишләп мин йәл икән? Әсәйем, апайым бар, олатайым, өләсәйем бар, үҙебеҙҙең өйөбөҙ бар...
Етемлектең әсеһен татыр саҡтар алда булған икән әле. Әхирәттәремде атайҙары күтәреп алып йә тубыҡтарына ултыртып яратҡанда, малайҙар ҡыйырһытҡанда яҡлаусылары булған ҡыҙҙар: «Атайыма әйтәм!» – тип өйҙәренә йүгергәндә, ир-ат башҡара торған утын әҙерләү, бесән сабыу кеүек эштәргә егелгәндә Өмөкамал инәйҙең әйткән һүҙҙәре иҫкә төшә ине: «Сәлимйәндең етемдәре!» Атай булһа, беҙ ҙә шулай йөрөмәҫ инек. Арҡалы булып, иркәләнеп үҫер инек. Әсәйебеҙ апайым менән икебеҙҙе атайлы балаларҙан кәм итмәҫкә тырышты. Хатта күлдәк кенә түгел, пальтоһын да үҙе тегеп кейҙерҙе. Әммә ошо «Сәлимйәндең етемдәре» тигән һүҙ мине ғүмерем буйына оҙата килде. Мин башҡаларҙан кәм. Кәмһенеү тойғоһо, үҙеңде түбән баһалау тормошта кешегә уңыштар яуларға, үҫергә кәртә булып тора.
Шулай ҙа Өмөкамал инәйҙең теләктәре лә ҡабул булғандыр, тим. Шөкөр: ҡулыбыҙҙан һөйөнәбеҙ, телебеҙҙән һөйөнәбеҙ. Был тормошта бөтә нәмәгә лә тик хәләл көс менән, үҙ ҡулдарыбыҙ менән өлгәштек.
Һүҙҙең көсө бик ҙур. Уйламай ғына ла әйткән һүҙ матдиләшеүе ихтимал. Шуға һүҙ менән бик һаҡ булырға кәрәк. Һүҙ ҡоралдан үткер. Ул үлтерә лә, терелтә лә.

– Журналистың төп ҡоралы – һүҙ. Ул һүҙҙәр ярҙамында һөйләм төҙөй, фекерен еткерә, кешеләрҙең аңына, хис-тойғоһона тәьҫир итә. Әммә һуңғы ваҡытта уйламайынса яҙған, шаблондар менән эш иткән журналистар күбәйеп китте. Шуға ла баҫма биттәренән ихласлыҡ һәм дөрөҫлөк юғала. Мәҡәлә геройҙары гел дөрөҫ уйлай, дөрөҫ кенә йәшәй. Тормошта улай булмағанын бөтәбеҙ ҙә белеп торабыҙ ҙа бит. Һеҙ – ғүмер буйы балалар матбуғатында эшләнегеҙ, балалар яҙғанды уҡынығыҙ, төҙәттегеҙ. Исмаһам уларҙа ихласлыҡ булғандыр?

– Журналистарҙың бит төрлөһө бар. Ҡайһы берәүҙәре ғүмер буйына «Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?» тигән һорауҙарға ғына яуап биреүсе көндәлек ваҡиғаларҙы теркәп барыусы. Был осраҡта шаблон, гәзит теленән әллә ҡайҙа китмәй улар. Ә икенселәре – киләсәк өсөн яҙған журналистар. Улар халҡым тип ҡысҡырмай, ә шул халыҡтың бер вәкиле – һауынсымы ул, йырсымы, көтөүсеме, яҙыусымы – күңел донъяһын асырға, кеше тормошоноң, йәшәйешенең маҡсатын күрһәтергә ынтыла. Был очерктар йылдар үткәс тә иҫкермәй, онотолоп уҡыйһың һәм геройҙарға һоҡланаһың. Быйыл ҡыш мин күренекле әҙиптәр: яҡташым Рәшит Солтангәрәев менән Рәүеф Насиров ағайҙарҙың публицистика һәм очерктар китаптарын ҡабаттан уҡып сыҡтым һәм үҙем өсөн бик күп фәһем алдым.
Һорауыңда ҡуйылған мәсьәләгә икенсе күҙлектән дә ҡарарға кәрәктер, тип уйлайым. Матбуғат – йәмғиәтебеҙҙең көҙгөһө. Әгәр ул камил түгел, ялғанға, алдаҡҡа ҡоролған икән, гәзит-журнал биттәрендә лә шул сағыласаҡ. Дөрөҫөн яҙам тип, ҡайһы мөхәррирҙең туҡмаҡ алғыһы, эшенән ҡыуылғыһы килһен?
Был йәһәттән үҙемде ғүмер буйы балалар матбуғатында эшләүем менән бәхетле һанайым. Улар ихлас, донъяны нисек бар, шулай ҡабул итә. Балаларҙы алдарға, ялған һүҙ әйтергә нисек телең барһын? Үҫмерҙәр өсөн яҙғанда үҙемде таҡта алдында торған уҡытыусы итеп тойҙом. Әҙәп, әхлаҡ темаларына мөрәжәғәт иткәндә адресһыҙ бушлыҡҡа түгел, ә алдымда ултырған балаларҙы күҙ алдымда тоттом. Уларҙың ошо ихласлығы ғүмер буйына һаҡланһын, күңелдәре ҡатмаһын ине тормошобоҙҙоң ҡайһы бер йәмһеҙ күренештәренән.

– Ҡайһы саҡта кемделер яҡлап бер һүҙ әйтеү ҙә етә. Кеше ғүмерен һаҡлап ҡалырға мөмкин. Һеҙҙең шундай һүҙҙе әйтергә һәләтле кеше икәнегеҙҙе яҡшы беләм. Шулай ҙа берәй миҫал килтерһәгеҙ ине, мөмкин булһа.

– Унынсы класта уҡып йөрөгән саҡ. Май байрамынан һуң килһәк, мәктәп гөж килә. Ике егет – береһе туғыҙынсынан, икенсеһе беҙҙең кластан, йыраҡ ауылдарҙа йәшәгәнгә ҡайтып тормаған (Хәҙерге шикелле байрамдар аҙнаға һуҙылмай торғайны). Икенсеһе күрше Федоровка районынан ине. Күрәһең, ваҡыт үткәрер өсөн, кискеһен былар мәктәп котельныйындағы кочегар янына ингән. Ағай кеше тегеләрҙе эсергән. Иртәгәһенә директор быларҙың иҫереп йоҡлап ятҡандарын күргән. Егеттәрҙе мәктәптән ҡыуалар, тигән хәбәр мәктәпте умарта күсе һымаҡ гөж килтерҙе. Ни эшләргә? Бер айҙан имтихандар башланырға тора. Шундай саҡта нисек класташ яҙмышына битараф ҡалырға мөмкин? Әгәр ысынлап мәктәптән ҡыуылһа, аттестат ала алмаясаҡ, бер ҡайҙа ла уҡырға инмәйәсәк һәм, ғөмүмән, артабанғы яҙмышын күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Әйҙәгеҙ, директорға инәйек, һөйләшәйек, тим. Уҫал ине Хәлилов ағай. Нишләптер, барыһы ла ҡурҡа. Ул заман өсөн эскелек ғәҙәттән тыш хәл ине шул. Директор үҙе өсөн дә ҡурҡҡандыр. Ундай хәбәр кәрәк урынға бик тиҙ барып етә бит. Шуға яза биреп, ҡотолорға уйлағандыр. Мин дә директорҙан ҡурҡа инем. Әммә был осраҡта ҡайҙан ҡыйыулыҡ килгәндер, киттем директорҙың бүлмәһенә. Һөйләшеүҙең нисек булғанын хәҙер иҫләмәйем, әммә кереүем бушҡа булманы. Беҙҙең класташты мәктәптә ҡалдырҙы. Ә теге 9-ла уҡыған егет ҡыуылды. Иптәштәренең уның өсөн һүҙ әйтергә йөрәктәре етмәне. Етем генә малай ине. Ата-әсәһе юҡ, өләсәһе янында ғына үҫкән. Ҡыҙғанысҡа күрә, был егеттең яҙмышы фажиғәле тамамланып ҡуйған. Һөнәр ала алмаған, ситкә сығып киткән, эшләгән, йәшләй генә вафат булған. Бәлки, иптәштәре яҡлап, ярҙам ҡулы һуҙып уны ла алып ҡалһа, яҙмышы бөтөнләй икенсе юлдан китер ине. Ә беҙҙең класташ менән мәктәпте тамамлауға байтаҡ йылдар үткәс, осраштыҡ. Мәктәп юбилейында күрештек, ихлас һөйләшеп ултырҙыҡ. Теге ваҡиғаларҙы ла иҫкә алып, һаман рәхмәтле булыуын белдерҙе. Кәрәкле һүҙҙе ваҡытында әйтә белергә кәрәк шул. Рәми Ғарипов әйтмешләй:

Ни кәрәге һинең дөрөҫлөктән,
Әйтер һүҙең әгәр һуңлаһа.

Ҡыҙғанысҡа күрә, дөрөҫлөктө әйтеп, үҙемә бик күп туҡмаҡтар ҙа алғаным булды.
Бер ваҡыт шиғриәт секцияһында бер шағирәнең икенсе китабының ҡулъяҙмаһын тикшерәбеҙ. Унан алда барыбыҙ шиғырҙары менән танышып сыҡтыҡ. Талантлы шағирәнән мин күпте көткәйнем. Ә унда күбеһе тәүге китабындағы шиғырҙар ине. Яңылары бик әҙ. Секция рәйесенә шул хаҡта фекеремде әйткәйнем, ул да тап шулай уйлауы хаҡында әйтте һәм миңә ошолар тураһында һөйләргә ҡушты. Әлбиттә, етәксе булараҡ, ул һүҙҙәрҙе, йомғаҡлап, үҙе лә әйтергә тейеш ине. Ләкин өндәшмәне. Ә мин: «Яңыларын яҙғас, килтерер инең, һинең һымаҡ талантлы кешегә былай килешмәй», – тинем. Кем хаҡлы: улмы, минме? Ул хаҡлыҡ кемгә кәрәк ине? Ул заманда, хәҙерге шикелле, бер китап сығарһаң, икенсеһен баҫтырырға биш йыл көтәһең, тигән кеше юҡ ине. Ижадың булһа, ике йыл һайын да китабыңды сығарырға мөмкин ине. Нисек кенә булһа ла, араларҙа һалҡынлыҡ барлыҡҡа килде.
Бер һүҙ генә түгел, бер өтөрҙөң дә кеше тормошонда мөһим роль уйнағанын беләбеҙ. «Аҡларға ярамай үлтерергә». Өтөрҙө ҡайһы һүҙ артынан ҡуйыуыңа ҡарап, кеше яҙмышы хәл ителә.

– Һеҙгә шиғриәттә лә үҙ һүҙегеҙҙе әйтеү бәхете тейҙе. Айырыуса әсәйҙәргә арналған шиғырҙарығыҙҙы күҙ уңында тотам. Шиғырҙарығыҙҙың, һүҙ бәҫенең уҡыусыларығыҙға тәьҫире тураһында үҙегеҙгә билдәле осраҡтар бармы?

– «Ялан сәскәләре» тигән шиғырыма Салауат Низаметдинов йыр яҙғас, минең үҙемде ялан сәскәләре тип йөрөтә башланылар. Күгәрсен районынан бер шағирә апаһының сәләмен еткерҙе: «Нисек ул минең яҙмышымды яҙа икән, минең хистәремде, тойғоларҙы ул ҡайҙан белә икән?» – тип һорай икән ул. Һинең яҙғаның ана шулай уҡыусы күңелендә ауаздашлыҡ таба икән, тимәк, һүҙең маҡсатына барып еткән, тигән һүҙ. Был ижадсы өсөн бик ҙур бәхет.
Икенсе тапҡыр күренекле генә бер ханым мине күреү менән «Кеше шундай шиғыр яҙамы?» – тип әрләй башланы. Аптырап киттем. Ни әйтергә белмәйем. Ә ул һаман үҙенекен һөйләй: «Шул шиғырыңды уҡығаны бирле нисә көн йоҡлай алмайым. Йөрәкте урынынан ҡуҙғаттың бит!». Шулай тигәс кенә рәхәт булып китте. Был бит мине әрләмәй ҙә, тәнҡитләмәй ҙә, ә маҡтап ултыра ла, тип ҡыуанып киттем. Әрнеп, илай-илай яҙған шиғырым уҡыусының күңелен дә ҡуҙғатырлыҡ булғас, тимәк, мин дә бушҡа иламағанмын, тип ҡуйҙым.
Ә әсәйҙәргә арналған шиғырҙар тураһында бик күп хаттар, шылтыратыуҙар алдым. Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән бер ханым менән башта телефон аша һөйләштек. «Беҙҙең яҙмыштар шул тиклем һеҙҙекенә оҡшаш. Беҙ ҙә апайым менән икәү генә, атайһыҙ үҫтек. Беҙҙең дә әсәйебеҙ йәшләй генә арабыҙҙан китте. Һеҙҙең шиғырҙарҙы, «Әсәйемә хат» тип яҙған иҫтәлектәрегеҙҙе уҡыйбыҙ ҙа, беҙҙең турала яҙған бит, тип илайбыҙ. Зинһар, һеҙ беҙгә китаптарығыҙҙы бирегеҙ инде, бер ҡайҙан да табып булмай», – тип, махсус рәүештә Өфөгә килеп, күрешеп китаптарҙы алып китте.
Ауырыу бала тәрбиәләүсе әсә Мәскәүҙә сабыйына операциялар яһатып ятҡанда ла, һеҙҙең китап үҙем менән йөрөй, тип, яҡын күреп шылтыратып хәлдәрен белдереп торҙо. Ошо түгелме ни һүҙ көсөнөң тәьҫире?!
Ә бер ҡатын урамда күреп: «Һеҙҙең «Күҙҙәремә ҡара» тигән шиғырығыҙҙы иртән тороу менән доға кеүек яттан һөйләп йөрөйөм», – тип әйтеп китте. Мин ул ҡатынды белмәй ҙә инем. Ҡыйыулығы етеп, үҙ фекерен авторға еткермәгән уҡыусылар ҙа күп бит.
Татарстан менән Башҡортостандың халыҡ артисы, йырсы Салауат Фәтхетдинов үҙенең Өфөләге бер концертында: «Минең машинамда һәр ваҡыт ике шағирҙың китабы йөрөй: береһе – яҡташым Әнғәм Атнабаевтыҡы, икенсеһе – Зөһрә Ҡотлогилдинаныҡы», – тип ижадыма ихтирамын белдерҙе.
Тағы бер миҫал: быныһы минең ижадҡа ҡағылмай. Бер ваҡыт яҙыусы Мөкәрәмә Садиҡова апай шылтырата: «Ғәбиҙулла Зариповтың китабын ҡайҙан табырға була икән?» – ти. Йәрмәкәй районында йәшәүсе һеңлеһе радионан уның шиғырҙарын тыңлаған да тотош китабын алып уҡығыһы килгән икән. Был күренеш мине бер аҙ аптырашта ҡалдырҙы. Сөнки Ғәбиҙулла бик үҙенсәлекле шағир, уның яҙыу стиле ҡатмарлы ғына, ҡайһы бер һүҙ бәйләнештәрен ҡапыл ғына аңлап та бөтөп булмай. Ә Йәрмәкәйҙә йәшәүсе, шәфҡәт туташы булып эшләгән, йыр-моңға әүәҫ, шиғри күңелле ябай татар ҡатыны, күптән инде хаҡлы ялда булған өлкән йәштәге Әсмә апайҙың шул ҡатмарлы шиғриәтте үҙ итеүе ғәжәп тә, мөғжизә лә. Бына ҡайҙа ул һүҙ көсө, һүҙ бәҫе, һүҙ тәьҫире.

Күҙем

– Мин белгәне бирле Һеҙ күҙлек кейәһегеҙ. Ә тормошҡа Һеҙ ниндәй күҙлек аша бағаһығыҙ?

– Тормошҡа мин үҙ күҙҙәрем менән бағам. Күҙлек миңә йыраҡтағын яҡынайтыр, асығайтыр өсөн генә кәрәк. Яҙғанда, уҡығанда күҙлеккә мохтажлығым юҡ.
Дөрөҫөрәк итеп әйткәндә, донъяға мин күңел күҙем менән бағам. Күңелем нисек күрергә теләй, шулай ҡабул итәм. Кешеләргә булған мөнәсәбәтем дә күҙҙәремдә сағыла. «Күҙҙәремә ҡара» тигән шиғыр ҙа юҡҡа яҙылмағандыр. Композитор Салауат Низаметдинов ижад иткән йыр музыка донъяһында классикаға әйләнде. Хәҙер, йылдар тәжрибәһе менән, хистәремде күҙҙәремдә һиҙҙермәҫкә өйрәнеп киләм, шикелле. Элек, йәш саҡта, бөтә әйтер һүҙем ҡарашымда сағыла ине. Бер ваҡыт студент саҡта Өфө–Күмертау поезы менән тыуған яҡҡа ҡайтып барам. Ултырғыслы вагонға эләктем. Бер егет үҙ урынына ултырыр алдынан миңә ҡараны ла: «Теләйһегеҙме, әле һеҙҙең нимә уйлап ултырғанығыҙҙы әйтеп бирәм. Ниңә шулай бөтәһен дә күҙегеҙгә сығараһығыҙ?» – тине. Унан алда ғына бер байрамда ҡаршыма ултырған егет: «Шул тиклем дә күҙҙәр була икән?» – тигәйне.
Мәктәптә уҡығанда күрше ауылда интернатта йәшәйбеҙ. Берәйһе насар дежур итһә йә ҡушылған эште үтәмәһә, янына барып, исемен әйтеп, күҙенә тура ҡарайым да тик торам. Тегеләр аҡланып бер нимә әйтә алмай. «Их, һинең шул күҙҙәреңде...» – тиҙәр ҙә еренә еткереп үтәп ҡуялар ине.
Тик бер заман араларынан ҡыйыуырағы табылды: «Әллә һинең ҡараштарыңды еңә алмаҫ тип уйлайһыңмы? Әйҙә һынашабыҙ, кем алдан күҙен ситкә алыр икән», – тип ярышҡа саҡырҙы. Оҙаҡ ҡарашып торҙоҡ бер-беребеҙгә. Мәҙәк күреп, башҡалар ҙа йыйылып китте. Көлдөрөргә тырышып, төрлө ҡыҙыҡ нимә һөйләйҙәр. Ахыр килеп, мин еңелдем. Шунан алып кешегә бик текләп ҡарай алмай башланым.
Әле иһә, кәрәк ерендә ҡарашты ситкә алам. Күрергә теләмәгән осраҡта араға «шаршау» ҡорам. Хатта тура ҡараһам да, ҡарашымды үтәнән-үтә ситкә йүнәлтәм. Бындай күнекмәләрҙе үҙләштерергә психология буйынса китаптар ярҙам итә.
Кешенең иң ҙур ҡоралы – күҙ. Күҙ ҡарашы менән кешене юҡҡа сығарырға ла, күккә күтәрергә лә мөмкин. Кешелә нисә төрлө хис-тойғо бар: яратыу, күрә алмау, нәфрәт, мөхәббәт, рәхмәт, йәлләү, аңлау, теләктәшлек, ярҙам, хуплау – барыһы ла күҙ ҡарашында сағыла.
Кешенең күҙҙәре ҡаты һәм үткер ҡорал. Ҡаты күҙлеләрҙең ҡарашынан гөлдәр һулый, малдар ятып үлә. Күҙ тейеү тигән нәмә борондан булған һәм әле лә бар. Данлыҡлы Вольф Мессинг Сталин менән осрашҡанда өҫтәлдәге себенде күҙ ҡарашы менән үлтергәс кенә, уның көсөнә шикләнгән ил башлығы аптырап, ышанырға мәжбүр була. Бындай миҫалдарҙы ябай кешеләр араһында ла табырға мөмкин. Һәр ауылда бар ул ҡаты күҙлеләр.

– Ҡара күҙлек кейергә яратаһығыҙмы?

– Ғүмерҙә лә кейгәнем юҡ. Көнъяҡта диңгеҙ буйында ҡыҙынғанда ла, эҫе ҡояш аҫтында ла, йәш саҡта ла, өлкәнәйгәс тә, ҡыҙыҡ күреп кенә лә кейеп тә ҡарағаным юҡ. Ҡара күҙлекте яратмайым. Нишләптер, ҡара быяла артында ниндәйҙер йәшерен нәмәлер барҙыр кеүек. Риза булмаған, күрһәтергә яратмаған хис-тойғоларын ҡаплайҙыр һымаҡ тойола. Насар күргән йәки күҙе ҡазаланғандар тураһында әйтмәйем. Улар ҡара күҙлек кейергә мәжбүр. Ғөмүмән, фәлсәфәле уйҙарға һала был һорау. Ҡыҙыҡ, бәлки, кемдәргәлер тормоштағы етешһеҙлектәрҙе күрмәҫ өсөн ҡулайҙыр ул. Әммә донъя былай ҙа артыҡ ныҡ шатлыҡтарҙан тормай. Әлбиттә, беҙҙең шикелле ябай халыҡ өсөн. Шуға ниңә тағы ла тормошҡа ҡара төҫтәрҙә ҡарарға?

– Мөмкинлегегеҙ булһа, кемгә ниндәй күҙлек кейҙерер инегеҙ?

– Бер кемгә лә, бер ниндәй ҙә күҙлек кейҙермәҫ инем. Уны кеше үҙе һайлай – быныһы инде булмышына, тәбиғәтенә һәм башҡаларға бәйләнгән. Бәлки шундайыраҡ яуап ҡайтарһам, ҡыҙыҡлыраҡ булыр ине. Мәҫәлән, балаларға алһыу күҙлек кейҙерһәк, улар күпмелер ваҡытҡа донъяны матур килеш ҡабул итәсәк. Әммә был бит дөрөҫлөккә тап килмәй. Бала ҡасандыр бер килеп ошо күҙлекте сисһә, ғәжәп күңел ҡыйралышы кисерәсәк. Нимәгә кәрәк ул – әйҙә, бәләкәйҙән үҙен уратып алған әйләнә-тирәгә, дөрөҫлөктө сағылдырған ысынбарлыҡҡа үҙ күҙҙәре менән ҡарарға, уйларға, баһа бирергә өйрәнһен. Артабан бит уға ошо тормошта йәшәргә.
Йәки тирә-яғыбыҙҙы ҡара һөрөмгә баҫҡан, һулар һауабыҙҙы бысратҡан завод-фабрика етәкселәренә зәңгәр күҙлек кейҙерҙек, ти. Ул күктәр ысынлап та зәңгәр икән бит, тип ышанып йәшәр ине, тиһегеҙме? Үҙе лә шул уҡ һауаны һулай ҙа баһа.
Ҡара күҙлекте баяғы һорауҙа әйттем инде. Үҙҙәре тыуҙырған етешһеҙлектәрҙе күрмәҫ өсөн чиновниктар ҡара күҙлек кейеүҙән дә сүп-сарҙан да, емерек өйҙәрҙән дә, ауған, ҡыйшайған кәртәләрҙән дә, соҡор-саҡыр, бысраҡ юлдарҙан да ҡотолорбоҙ, тиһегеҙме?
Йәки тәбиғәтте ысынлап һаҡлай торған кешеләргә йәшел күҙлек кейҙереүҙән һерәйеп ҡалған төпһәләр урынына ҡарағайҙар ҡалҡырмы ла, һирәгәйгән Бөрйән урмандары ҡуйырып китер тиһегеҙме?
Тағы ниндәй төҫтәр ҡалды әле? Башҡа төҫтәге күҙлектәрҙе бик кеймәйҙәр ҙә, буғай. Юғиһә, һары, һоро, ҡыҙыл быяла аша янған урмандар, шартлаған самолеттар, батҡан караптар ниндәй төҫкә инер ине икән?
Донъяға нисек бар, шул килеш ҡарарға кәрәк. Был етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә, кәмселектәрҙе юҡ итергә, ямаҡлыҡты яҡшыртырға, бысраҡты таҙартырға, емеректе төҙәтергә, ҡыйышты төҙәйтергә... ярҙам итер.

– Бөтә нәмәне күрергә кәрәкме икән, әллә ҡайһы саҡта күрмәмеш булыу хәйерлерәкме?

– Был һорауға ла төрлөсә яуап бирергә мөмкин. Үҙеңә ҡағылған нәмәнеме, әллә эшеңдәгеме, йә булмаһа йәмғиәттәгеме? Бәлки, берәү күргәнде башҡа берәү күрмәйҙер, шуға аңлатып, әйтеп биреүҙең зыяны юҡтыр, әгәр ул кеше аңлай белһә, ҡабул итһә. Һинең әйтеүеңдән файҙа юҡ икәнен тояһың икән, ул сағында күргәнеңде лә күрмәмешкә һалышырға мәжбүрһең. Әлбиттә, күрмәмеш булыу актив позиция менән йәшәгән кешегә хас сифат түгел. Донъялағы төрлө хәл-ваҡиғаға ҡарап, күрмәмеш булыу – ул ҡурҡаҡлыҡ, яуаплылыҡтан ҡасыу, вайымһыҙлыҡ, хатта хыянат та түгелме? Ә шулай ҙа нимә өсөндөр, кем хаҡыналыр күрмәмеш булыуҙы, бәлки, аҡлап та булалыр. Мәҫәлән, ябай ғына донъяуи миҫал: ғаиләле килеш ситтә мөхәббәт уйыны ҡорған ир йәки ҡатын балалар, ғаилә хаҡына, тип түҙеп, күрһә лә – күрмәмеш, белһә лә – белмәмеш, ишетһә лә ишетмәмеш булып йәшәүселәр ҙә бар. Кемдең хаҡлы икәнен ниндәй бизмәндәргә һалып үлсәргә?
Күҙ кешегә күрер өсөн бирелгән. Беҙ бөтә нәмәне лә күрәбеҙ. Тик шуға мөнәсәбәтебеҙҙе нисек белдерәбеҙ, ул һәр кешенең кимәленә, шәхесенә, күңеленә бәйләнгән.

– Күҙҙәремә ҡара – шул да етә, тигән йырығыҙ бар. Бик ябай, әммә шундай дөрөҫ әйтелгән. Күҙҙәр менән генә аңлашыу Һеҙҙән китмәгәнме әле, әллә ул ғүмер буйына ла һаҡлана аламы икән?

– Был һорауға бая яуап биреп бөтә яҙҙым инде. Тик шуны өҫтәп әйткем килә: олоғая килә күҙҙең кәре ҡайта. Күҙлек кейгән кешенең күҙ нуры кәмей. Ә шулай ҙа күҙҙәр менән генә аңлашыу кешелә мәңгелеккә ҡалалыр ул. Әнием был донъянан баҡыйлыҡҡа күсә торған һуңғы төндә апайым эргәһендә булды. Бер бүлмәлә ятты. Мин ике айлыҡ ҡына сабыйым менән икенсе бүлмәлә инем. Әнием телдән ҡалғайны инде. «Бер нимә лә әйтә алмай, шул тиклем йәл, үҙәкте өҙгөс итеп ҡарап ята, ниҙәр генә әйтергә теләй икән», – тип сыҡты бүлмәнән апайым, күҙ йәштәренә төйөлөп.
...Транспортта, туҡталыштарҙа, юл йөрөгәндә кешеләрҙе күҙәтергә күнеккәнмен. Эшкә барғанда, ҡайтҡанда юл оҙон, етмәһә, машиналар күп, бер-береһенә терәлешеп тигәндәй яйлап баралар. Шул саҡта төрлө кешеләр осрай. Эсе тулы ғәм булған кеше тирә-яҡтағы хәл-ваҡиғаларҙы күрмәй ҙә тиерлек, үҙ донъяһына батҡан. Эшен уйлаймы, өйөнмө, балаһынмы, тигәндәй – барыһы ла күҙҙәрендә сағыла. Үҙе бында, ә күңеле – әллә ҡайҙа. Ә эргәһендә бөтөнләй икенсе кеше ултыра. Тирә-яғын байҡай, кешеләргә, урамға ҡарай, телефонына йәбешә, күҙҙәрендә – ғәмһеҙ ҡараш. Күҙҙәр – күңел көҙгөһө шул, беҙ теләмәһәк тә күңелдәген әйтә лә бирә.
Күңел күҙе тигән нәмә лә бар бит әле. Кешенең нисек кейенеүенә, йөҙөнә, мимикаһына, жестикуляцияһына, атлап йөрөшөнә, ҡыланышына ҡарап, эске донъяһын, күңелен белергә, күрергә мөмкин. Был инде ябай ғына ҡарау түгел, ә күңел күҙе менән баһалау. Ҡайһы берәүҙәр бит башҡаларҙы үтәнән-үтә күрә, күңелендә ниҙәр барын, нимә уйлағанын белә. Уның өсөн күрәҙәсе булыу ҙа кәрәкмәй, ә күҙәтеүсәнлек һәм һиҙгер күңел дә етә.


Үҙем

– Һеҙҙең үҙегеҙгә оҡшамаған яҡтарығыҙ бармы, булһа ниндәй?

– Үҙең хаҡында әйтеү ҡыйын, әлбиттә. Ҡайһы бер сифаттарымды оҡшамай тип булмайҙыр, әммә улар миңә тормошта ниндәйҙер мәшәҡәттәр тыуҙыра. Кешеләрҙе артыҡ йәлләйем. Урамдан берәү китеп бара: иҫке генә ботинка, күлдәк кейгән. Шуны магазинға алып инеп, өр-яңынан кейендереп алып сыҡҡым килә. Берәүҙәргә ҡунаҡҡа барам йә йомош менән инәм, телевизорҙары иҫке генә, йүнләп күрһәтмәй. Уларға яңы телевизор алып биргем килә. Был шулай йәлләп кенә йөрөй икән, тип уйламағыҙ. Ҡулымдан килгәнсә, белгән-күргәнгә, мохтаждарға ярҙам да итергә тырышам. Ә бит үҙем дә әллә ҡайҙа китеп модалы кейем менән йөрөмәйем, телевизорыбыҙ ҙа егерме йыл элек алынғайны, хәҙер бөтөнләй боҙолоп ҡуйҙы. Артыҡ әйбергә табыныу тигән нәмә юҡ миндә. Кешене артыҡ йәлләргә ярамай, юҡһа Хоҙай үҙеңә шул көндө бирә, тиҙәр. Әллә шуға микән, ҡотайып киткән юҡ. Бурыс өҫтөнә бурыс. Бурыслы үлмәй, тим дә күстәнәстәр төйнәйем. Һәлкәүлегем дә бар. Башҡа шәп идеялар килә. Артыҡ ныҡ уйлап, оҙаҡлап яҙа алмаһам, башҡа берәү тәрәнгә төшөп тормай ғына, матбуғатта баҫтыра ла сығара. Ә инде шунан һуң яҙһаң, башҡаларҙы ҡабатлаған, бүтәндәргә эйәргән кеүек була. Шулай күп темаларға ҡул теймәй ҡалды.

– Ҡайһы берәүҙәр дүшәмбе һайын яңы тормош башлай. Һеҙҙең үҙгәреп ҡарарға тырышҡан саҡтарығыҙ булдымы һәм ни өсөн?

– Яңы тормош башлау йәки һис юғында башларға тырышыу бик үк насар түгелдер, тим. Ғаиләң булмағанда, ҡылыҡтарыңа бары үҙең хужа, иңдә башҡалар алдында яуаплылыҡ тоймағанда үҙгәрештәрҙән ғаилә ағзалары яфа сикмәйәсәк. Мәҫәлән, йәшерәк саҡта, үҙемде бөтә ваҡ-төйәктән, мәшәҡәттәрҙән азат иттем дә, бер нимәгә ҡарамай, эштән буш ваҡытымды бүлеп, иғтибарымды егеп, ныҡышмалы рәүештә китабымды әҙерләнем. Әлбиттә, ижад кешеһенә ғаилә тотҡарлыҡ була алмай, әммә барыбер иғтибар, ваҡыт бүленә һәм башҡарыу ваҡыты ла һуҙыла. Ҡыҙғанысҡа күрә, ҡатын-ҡыҙҙы бер кем дә өй мәшәҡәттәренән азат итеп ҡуймай шул.
Тағы бер миҫал. Бик ауыр осор булды. Һанламау, баһаламау, кәмһетеү кеүек ҡараштар шул тиклем түбәнһетте. Уларҙы үҙгәртеү мөмкин түгел. Хәл-ваҡиғаларға бер нисек тә тәьҫир итеп булмай. Һәм шул саҡта үҙем ул кешеләргә бүтәнсәрәк ҡарарға көс таптым. Күрһәм дә – күрмәмеш, ишетһәм дә ишетмәмеш булдым. Йәшәүе еңелерәк тойола башланы. Эргәмдә йөрөһәләр ҙә – минең өсөн улар бар ни, юҡ ни. Үҙемә бикләндем. Ә тегеләр үҙҙәренең кәмһетеүҙәре, рәнйетеүҙәре менән тороп ҡалды. Әгәр түбәнһетергә тырышһам, һүҙҙәренә ҡаршы яуап ҡайтарһам, уларҙы үҙемә ҡабул итеп алған булыр инем. Ә тар күңеллеләр, маҡсаттарына ирешеп, ҡыуаныс кисерер ине. Тормошта әгәр башҡалар үҙгәрмәй икән, үҙеңә үҙгәрергә тура килә шул.

– Уҡыусы, студент Зөһрәнең әлеге билдәле шағирә һәм журналистҡа үпкәһе юҡмы икән, бәлки, ниндәйҙер хыялдарын тормошҡа ашырмаған өсөн.
– Барҙыр. Сөнки уҡыған саҡта бөтә музыка ҡоралдарында ла уйнарға өйрәнергә теләгем ҙур булды. Гармунда, мандолинала, ҡумыҙҙа, гитарала, скрипкала әҙме-күпме һупалай инем. Артабан шул теләгемде үҫтерә алманым. Стәрлетамаҡтағы мәҙәни-мәғариф училищеһына барып, коридорында йөрөп, тыштан урап сыҡтым да, ҡурҡып, ҡайтып киттем. Сәхнәне илаһилаштырып ҡарауҙан килгәндер, тип уйлайым. Атайым тальян гармунда уйнаған. Әсәйем оҙон көйҙәрҙе бик моңло йырлай ине. Мин дә халыҡ йырына үлеп ғашиҡ инем – бәлки, йырсы ла булып китергә мөмкинселегем булғандыр. Әммә, маңлайға яҙылғандыр инде, матбуғат һүҙенә, шиғриәткә һөйөү әҙәбиәткә, журналистикаға алып килде. Тормошҡа ашмаған хыялдарыма өлөшләтә өлгәштем: сәнғәт кешеләре: йырсылар, композиторҙар хаҡында мәҡәләләр яҙҙым. Һәм улар тураһында башҡаларға һөйләгәндә күңелемдәге моң да йәнәшә йөрөнө.

– Һеҙҙә әле нисә Зөһрә йәшәй, уларҙың ҡайһыһы хислерәк?

– Мин клонлаштырылмағанмын: көслөһө лә, хислеһе лә, башҡаһы ла – бөтәһе лә бер үҙемдә. Мәрхүм иптәшем Нияз әйтмешләй, ҡайһы саҡ «Нишләп мин күп түгел икән?» – тип уйлап ҡуям. Ул саҡта береһе – шиғыр, икенсеһе – хикәйә, өсөнсөһө публицистика яҙыр ине. Дүртенсеһе – журналист, бишенсеһе – баҡсасы, алтынсыһы – ашнаҡсы, етенсеһе – өй йыйыштырыусы, һигеҙенсеһе архив менән булышыусы... булыр ине. Тик был донъяға һәр ҡайһыбыҙ берәр генә булып тыуғанбыҙ. Үҙебеҙ ҙә берәү, ғүмер ҙә берәү. Шул ғүмерҙе әҙәмсә йәшәргә тырышырға кәрәк.

– Бөгөнгө әңгәмәбеҙҙе йомғаҡлап, тағы ла нимәләр өҫтәргә теләр инегеҙ?

– Дөрөҫөн генә әйткәндә, башта миңә был рубрикағыҙ һәм һорауҙарығыҙ ғәжәберәк тойолдо. «Һүҙем, күҙем һәм үҙем». Ә бит, уйлап ҡараһаң, кешеләрҙең, бигерәк тә ижадсыларҙың, барлыҡ эш-ғәмәлдәре ошо һүҙҙәргә һыйған түгелме? Мин, мәҫәлән, йәштәргә рэп уҡыр өсөн (мин уны замана ҡобайыры тип атайым) «Һүҙ көсө» тигән трек яҙғайным. Шунда һүҙҙең ни тиклем ҙур көскә эйә булыуын күрһәтергә тырыштым: һүҙ – һаҡлай, таплай, табыштыра, ҡауыштыра, ҡараттыра, яраттыра, талаштыра, яраштыра, аҙаштыра, алдаштыра, һүҙ – яралай, аралай, язалай, ҡаралай, һүҙ – абындыра табындыра, ҡыуандыра, йыуандыра, илата, йыуата, көлдөрә, бөлдөрә, үлтерә, терелтә, йәшәтә, йәшнәтә,.. һәм башҡалар. Телселәр был йәһәттән тағы әллә күпме ғәмәлдәр теҙер ине.
Һүҙҙең көсөн баһалап бөтөү мөмкин дә түгелдер. Иң тәүҙә Һүҙ булған (вначале было Слово) тип юҡҡа ғына әйтелмәгән. Шул һүҙҙе тормошта Кеше ни дәрәжәлә әйтеп ҡуллана, эш-ғәмәлгә әйләндерә. Ҡыҫҡаһы, һүҙҙән – эш, эштән кешенең асылы, шәхесе барлыҡҡа килә. Бәлки, хаҡлы түгелмендер. Һәр хәлдә миңә шулай тойола.
Уйландыра торған рубрика кеүек миңә был «Һүҙем. Күҙем. Үҙем». Артабан да төрлө һөнәр кешеләренең, ҙур шәхестәрҙең фекерҙәрен белге килә. Ә һеҙгә, 25 йәшлек «Ватандаш»ҡа, ҙур уңыштар юлдаш булһын. Сит илдәрҙәге, өлкәләрҙәге ватандаштарыбыҙға, милләттәштәребеҙгә лә күберәк иғтибар бүлһәгеҙ ине.

– Теләктәрегеҙ өсөн рәхмәт. Һеҙҙе, Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы, матур юбилейығыҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ. Һүҙегеҙ һәр саҡ ихлас, күҙегеҙ үткер, үҙегеҙ һау-сәләмәт булығыҙ!


Әңгәмәне Рәшиҙә Мәһәҙиева алып барҙы.

ҺҮҘЕМ, КҮҘЕМ ҺӘМ ҮҘЕМ
ҺҮҘЕМ, КҮҘЕМ ҺӘМ ҮҘЕМ
ҺҮҘЕМ, КҮҘЕМ ҺӘМ ҮҘЕМ
ҺҮҘЕМ, КҮҘЕМ ҺӘМ ҮҘЕМ
ҺҮҘЕМ, КҮҘЕМ ҺӘМ ҮҘЕМ
ҺҮҘЕМ, КҮҘЕМ ҺӘМ ҮҘЕМ
ҺҮҘЕМ, КҮҘЕМ ҺӘМ ҮҘЕМ
Автор:
Читайте нас: