– Шулай, эйе. Мин Благовар районы Языков ауылында тыуып үҫтем. 1941 йылда, һуғыш башланғас, атайымды ошо районға элемтә булдырырға ебәрәләр. Совет мәғлүмәт бюроһы хәбәрҙәрен мөмкин тиклем яҡшыраҡ һәм күберәк йыйып алыу өсөн элемтә талап ителә. Атайым ФЗО-ла элемтә бүлеген тамамлай һәм эшләй башлай. Һуғыш осоронда дүрт йыл буйына районды бер үҙе хеҙмәтләндерә: бағаналар өсөн соҡор ҡаҙа, уларҙы ултырта, сым һуҙа. Бының өсөн уға «За доблестный труд в Великой Отечественной войне 1941–1945 гг.» тигән миҙал да бирәләр. Аҙағыраҡ, һуғыштан һуң инде, уның ярҙамсылары ла, монтер, электрик һәм башҡа хеҙмәткәрҙәр ҙә барлыҡҡа килә. Шулай итеп, атайым ғаиләһе менән Благоварҙа төпләнә.
Беҙ өс бала үҫтек. Хәҙисә апайым – ун йәшкә, Роза апайым дүрт йәшкә оло. Мин бәләкәй саҡта уҡ өлкән апайым БДУ-ны тамамлап, «Рәсәй» колхозының Пришиб ауылында рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта ине. Был ауыл тулыһынса немецтарҙан ғына тора. Каникулда апайыма барып ятып, балалар менән уйнап, арыуыҡ немецса һөйләшә башланым. Бер заман апайымды немец егетенә кейәүгә һораталар, белемле кеше агроном, бик ныҡ яусылайҙар инде. Тик атайым риза булманы, ул ваҡытта был милләт атамаһы «дошман» мәғәнәһендә тәьҫир итә ине халыҡҡа. Хатта минең немецса һөйләшергә өйрәнеүемде лә өнәмәне ата-әсәй. Апайҙы тейешле ваҡытын эшләгәс тә ҡайтарып алдылар.
Ауылыбыҙҙа төрлө милләт вәкилдәре йәшәне, балалар башлыса рус телендә аралаша ине. Әлбиттә, өйҙә туған телдә һөйләштеләр, әммә рус телендә уҡыу, дуҫтарҙың урыҫ малайҙары булыуы үҙенекен итте. Мин почтаға етәксе булып килгән «Катюша» реактив артиллерия командиры Тарасенконың Саша исемле улы менән уйнап үҫтем. Беҙ икәүләшеп летчик булырға хыялландыҡ. Дуҫым хыялына өлгәште – хәрби юлдан китте һәм ТУ-154 самолетының командиры булып хаҡлы ялға сыҡты. Ә минең ғүмер һуҡмағымды яҙмыш икенсерәк бороп ебәрҙе. Башта яҙылған йырҙарымдың һүҙҙәре лә үрҙә әйтелгән сәбәптәр арҡылы рус телендә ижад ителде.
Атайым музыкаль кеше ине. Бер ҡайҙа ла уҡымайынса, үҙ алдына ғына өйрәнеп музыка ҡоралдарында уйнаны. Скрипкаһы бар ине. Бик-бик ҡәҙерле әйбер. Уның тарихы былай: ФЗО-ла уҡығанында Мәскәүҙән Дировой фамилиялы кеше менән аралаша, уның ошо скрипкаһы була. Дировойға атайымдың үҙе яһаған, ҡылдары ат ҡойроғонан булған мандолинаһы оҡшай ҙа, экзотика күреп, ҡоралдарҙы алмаштырырға тәҡдим итә. Бындай скрипка килеп ҡапҡас, атайым дәртләнеп китеп ноталар һатып ала һәм өйрәнә башлай. Шундай үҙешмәкәр музыкант ине ул.
Эй шул скрипкаға ҡыҙығам бит! Хатта уйынға ла әүрәй алмайым, шуны уйлайым. Үҙемә алты ғына йәш. Тик миңә ҡәтғи рәүештә уға тейергә, хатта яҡын барырға ярамай. Атай шулай тыйған һәм әсәйемә лә ҡушып киткән. Мин әсәйгә инәләм: «Боҙмайым, тотоп ҡына ҡарайым», – тип илайым. Әсәйем йомшарҙы, ахыры, һәм атай эштә саҡта скрипканы тоттора башланы. Нота китаптарын алырға тыймағас, уларын быға тиклем ҡарап-ятлап өлгөргәйнем. Атай уйнағанын да йотлоғоп тыңлайым, уның ҡоралды ҡайһылай тотҡанын, бармаҡтарын нисек йөрөткәнен беләм инде. Шул скрипканы тотоп, өй артындағы бер соҡорло урынға барып ултырам да уйнайым. Ярайһы ғына һупалайым. Бер мәл шундай хәл булды: уйнап ултырғанымда ҡапыл ямғыр башланды. Мин ҡурҡыштан күлдәгемде сисеп скрипканы ура- йым, ыштанымды урайым, юҡ, му- зыка ҡоралын тулыһынса ҡапларға етмәй. Ахырҙа эске кейемемде лә сисеп скрипкаға «кейҙерҙем» дә өйгә ҡарай шәрә килеш йүгерҙем. Күҙ алдына килтерәһегеҙме: бәләкәй генә сыр яланғас бала, ямғыр аҫтында, һыулы үлән кисеп, скрипканы ҡотҡарам тип саба. Атайҙан шөрләү, уның әйберен ҡәҙерләү ояттан көслөрәк булғандыр инде.
Йыл тигәндә уйнарға өйрәндем, ноталар буйынса ла, үҙемсә лә һыҙҙырам ғына. Әсәйем атайыма әйтә:
«Рөхсәт ит инде, уйнай белә бит ул», – ти. Атай асыуланырға ла уйланы башта, шулай ҙа тыңлап ҡарарға булды. Уйнап күрһәткәйнем, ҡәнәғәт ҡалды һәм, ниһайәт, ҡулланырға бирә башланы. Шулай итеп, мин алты йәштә ололар скрипкаһында күрше-күләнгә, әсәйҙең әхирәттәренә концерт бирә инем инде.
– Бишенсе класта уҡығанда ансамбль төҙөнөм. Ауыл өсөн был бик сәйер хәл булды. Үҙем баянда уйнайым (китапхананың бер баяны бар, шуны бирҙеләр). Мандолина, барабанда уйнайбыҙ, шешәләргә һыу тултырып эләбеҙ ҙә шуларҙы сиртәбеҙ. Ксилофон ролен үтәй инде. Етенсе класҡа тиклем булды төркөмөбөҙ. Килеп тороп йырлайбыҙ, бейеү кисәләре үткәрәбеҙ. Күңелле ваҡыттар ине!
Етенсе класс аттестаты менән Өфө сәнғәт училищеһына музыка бүлегенә килдем. Имтиханды Николай Яковлевич Инякин ҡабул итте. Ул ике метр оҙонлоғондағы һуҡыр кеше. Күҙлек кеймәй, күҙ алмалары туҡтауһыҙ ҡыбырлап йүгереп тора. Ҡарап тороуға бик ҡурҡыныс ҡиәфәттәге кешене мин, ауыл балаһы, күргән булмағас, әллә уның зәғифлегенән бөжәпме, ҡойол да төш. Янына баҫтырып ҡуйып, туҡылдата-туҡылдата ритмды тикшерә был, шул тактҡа һуға ла, ҡабатлай ҙа алмайым. Улай итте мине, былай итте лә: «Вам не стоит по музыке идти, вы полный бездарь!» – тип «нуль» балл ҡуйып сығарып ебәрҙе. Шулай үтте минең музыка өлкәһендәге тәүге имтихандарым.
Икенсе йыл тағы ла килдем. Уҡығы килә бит шунда! Баянда училищеның өсөнсө курс пьесаларын ятлап алып уйнайым, шуларҙы күрһәтмәксемен. Тик, хәйерсегә ел ҡаршы, әпәт шул Инякин ултыра. Мин тағы ҡаушаным. Бармаҡтар тыңламай ҙа ҡуя. Һәм тағы «нуль» алып торам. Йә берәйһенә әйтмәйем шунда, икенсе имтихансы һорамайым. Ҡайҙа инде ул йәштә ундай ҡыйыулыҡ?!
Шунан театр бүлегенә самалап ҡараным. Унда легендар режиссер Крашенинников ине. Минең шиғырҙарымды, диалогтарымды тыңлап ҡараны ла: «Һеҙҙә талант, әммә тышҡы йөҙөгөҙ менән Рус драма театрына бармайһығыҙ», – тип ҡуйҙы. Ҡыҫыҡ күҙле башҡортмон бит инде, бер ни итер хәл юҡ. Шул Крашенинниковтың кәңәше менән Стәрлетамаҡ мәҙәни-мәғариф училищеһына юлландым һәм, уйнаған инструменттарым төрлөлөгөнә, белгән әҫәрҙәрем һанына ҡарап, имтиханһыҙ ҡабул ителдем. Бында минең өсөн хөрриәт ине. Фортепиано бар, баян бар! Төндәрен класта бикләнеп ҡалам да, таң атҡансы уйнап-уйнап, ултырғыстарҙа йоҡлап китәм. Баяндан уҡытыусым Гордеев шулай уҡ һуҡыр ветеран, иҫ киткес изге күңелле әҙәм. Ул да, театр бүлеге етәксеһе лә минең бөтөн фәндәрҙән тик «бишле»гә өлгәшкәнемде, музыка менән мауыҡҡанымды күреп: «Һин һәләтле егет, инде етлеккән музыкант, һиңә артабан уҡырға кәрәк», – тиҙәр.
Унда ла ансамбль төҙөп алдым: кларнет, контрабас, гитара, һуҡма инструменттар. Беҙ, ете егет, танса майҙандарын гөрләтәбеҙ генә!
Музыка бүлегендә тынлы оркестрҙа шөғөлләндем һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһының беренсе торбасыһы булып дан алдым бер заман. Үҙемә ун алты ғына йәш. Самый үҫкән ваҡыт, ашағы килеп кенә тора, ә ун тәңкәлек стипендия етмәй. Аҡса эшләргә булып, ерләү бюроһына эшкә урынлаштым. Ундағы мәрхүмдәрҙе һуңғы юлға оҙатыу оркестрында тик эскән ағайҙар йөрөй, мин шулар араһында торбала һуҙам. Бер заман ағайҙарҙың береһе, һуҡмыш булып, кемделер ерләгән саҡта автобус артындағы сиҙәмгә ятып йоҡлап киткән. Шофер уны күрмәгән һәм артҡа биреп тапатҡан. Вәт һиңә, берәүҙе ерләргә килеп, икенсеһе үлеп ята! Ошо күҙ алдында булған хәл мине шундай тетрәтте һәм шунан ары йөрөмәҫ булдым. Икенсе эш эҙләнем һәм бер заводтың үҙешмәкәр түңәрәгенә баянсы булып урынлаштым. Ошо бер йыл эсендә мин ҡыйыуланып, йышылып, ҡәҙимге ҡала малайына әйләнеп алдым. Театр түңәрәгендә уйнайым, хорҙа йырлайым, ансамбль етәкләйем. Һәм, ниһайәт, сәнғәт училищеһының хор-дирижер бүлегенә йырлап инеп киттем! Ярты йылдан теория бүлексәһенә күсереп тә ҡуйҙылар. Был бүлексәлә бай балалары ғына уҡый ала ине, белем дә төплөрәк бирелә, уҡытыусылар ҙа –билдәле кешеләр.
Училищела ла тынлы, халыҡ оркестрҙары ойоштороп ташланым. Төрлө урындарҙа эшләйем, уҡыуым да бара. Өсөнсө курста саҡта училищеға практикант Сер- гей Петрович Панкратов килде. Ул Гнесиндар исемендәге институт практиканты ине. Шундай виртуоз музыкант! Клавиатураларҙы күрмәҫ өсөн фортепианола ҡараңғыла уйнай торғайны. Миңә бер мәл:
«Килтер әле яҙған әҫәрҙәреңде, күҙ һалайым», – ти. Ҡараны ла, хайран ҡалып, Мәскәүҙәге уҡытыусыһына хәбәр итте. Унан яуап тиҙ килде: мине консерваторияға уҡырға саҡыралар. Ҡанатланып киттем. Әммә дәртемде тиҙ һүндерҙеләр: училищенан һуң йүнәлтмәм – Ишембай ҡалаһының балалар музыка мәктәбенә. Етмәһә, 71 һум «подъемный» биргәндәр, уныһын тотонғанмын. Аҡсаларҙы эшләп кире ҡайтарып та була, әммә уның өсөн енәйәт эше лә асырға мөмкиндәр. Ул заманда тәртип ҡаты ине. Мәскәүҙәр иһә, аҡса табабыҙ, кил, тип саҡыралар.
Шулай ҡаңғырып торғанда Заһир ағай Исмәғилев килеп сыҡты ла:
«Мин сәнғәт институты асам, беренсе студентым һин булаһың, онот – Мәскәүҙе лә, Ишембайҙы ла!» – тине ҡәтғи итеп. Һәм мин, мәскәүҙәрҙе бер аҙ үпкәләтеп, Заһир ағайҙың тәҡдимен һайланым. Ысынында һайлау хоҡуғым да булманы, шундай хөрмәтле һәм абруйлы кешегә ҡаршы һүҙ ҙә әйтә алмай инем. Хәҙер уйлайым: шул саҡ Мәскәүгә китһәм, бөтә донъяға билдәле композитор ҙа булыр инем, әммә башҡорт көйсөһө булмаҫ инем. Тимәк, мине яҙмыш үҙ милләтем өсөн яралтҡан.
Институттың икенсе курсында уҡ «Родина» кинотеатрында эшләй башланым. Ул саҡта сеанстар алдынан егерме биш кешенән торған иҫ киткес шәп оркестр уйнап торҙо. Бәләкәй симфоник оркестр – уйлап ҡарағыҙ – кинотеатрҙа! Был тәжрибә миңә артабан телевидение һәм радионың Бөтә союз эстрада- симфоник окрестрының художество етәксеһе һәм дирижеры Юрий Силантьевҡа аранжировкалар яһарға ярҙам итте. Радик Гәрәевтың «Мандолина»һы, Николай Гнатюк башҡарыуында «Барабан» йыры – былар минең аранжировка йәһәтенән тәүге эштәрем ине.
«Мандолина» йырын Радик Гәрәев тамашасыларға беренсе тапҡыр Сочи ҡалаһында ишет- терҙе, ә Нәзифә Ҡадирова Союз кимәлендә билдәле итте. Ә ул
«Мандолина» ҡайҙан килеп сыҡтымы? Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала сағында» бер һуҡмыштың шундайыраҡ йыры бар ине, хәтерләһәгеҙ. Миңә шул оҡшап ҡалды ла Мостай ағайҙан яңы текст яҙҙырып алдым. Шулай итеп, «Мандолина» тыуҙы.
– Иң тәүге йырым «Әҡлимә» булды. Ул 1964 йылда яҙылды, һүҙҙәре лә, көйө лә үҙемдеке. Училищеның беренсе курс студенты ғына сағымда, ун алты йәштә, ижад иттем уны. Тарихы былай булды: кис һайын Опера театрына йөрөйөм, студент билеты менән бушлай инергә мөмкин. Был бик ҙур бәхет – театр, оркестр, балет! Кордебалетта бейеүсе бер ҡыҙ иғтибарымды йәлеп итте. Егеттәр аша белешһәм, исеме Әҡлимә икән. Бейеүенә лә, үҙенең күркәмлегенә лә һоҡланып йыр яҙғайным, уны ҡапыл эләктереп күтәреп алдылар ҙа, билдәле булды ла китте. Әҡлимә менән артыҡ дуҫлашманыҡ, яҡшы таныштар булып ҡалдыҡ. Ул тормошҡа сыҡты, әммә ире ошо йыр өсөн һәр саҡ ғәйепләр булды. Бәхетһеҙлек кенә алып килде ул ҡыҙға әлеге йыр. Бына бит ҡайһы бер ир-егеттәрҙең сәнғәт юғарылығын аңламауы! Наҙанлыҡ түгелме инде был? Шулай итеп, минең «Әҡлимә»м прототибы өсөн бәлә генә булды.
Әйткәндәй, ҡатын-ҡыҙға арнап өс тапҡыр йыр яҙҙым, улары ла шундай проблема тыуҙырҙы. «Бибинур», «Асия» йырҙарының прототиптары менән дә шундай уҡ хәл булған. Ҡалайтаһың, башҡорт ирҙәренең менталитеты шундай бит инде: уларҙың өлөшөнә, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙына башҡалар ҡарарға ла, һоҡланырға ла тейеш түгел. Тик мин быны аҡламайым.
Ике йыл элек «Красноусол» шифаханаһында Венера исемле ханым йыр һораны, аҙаҡ илай- илай тыңлағайны. Һәм шул ваҡыт, ҡыҙҙарға арналған йырҙарымдың яҙмышы иҫемә төштө лә, әлеге аҡылымдан сығып баһалап, мин ул йырҙы теге ҡатынҡайға бирмәнем. Аҙаҡ, исемен алып ташлап, дөйөм формала эшләп ҡуйҙым. Үҙемсә мин уны ошоноң менән бәләнән аралайым һымаҡ булды. Сөнки тегеләре өсөн борсолоп йәшәгәйнем.
«Ҡышҡы романс»ты мин армияла яҙҙым.
Институтты 27 йәшем тулырға ике ай ҡала тамамланым, хеҙмәткә саҡырылыу мәлем сығып, бронь башланырға тейеш ине. Хәрби комиссар, билдәле генерал Таһир Күсимов миңә: «Борсолма, ике ай өсөн һиңә тейеп тормабыҙ», – тип тынысландырҙы. Әгәр һуғыш-фәлән була торған булһа, мин бит бер нәмә лә белмәйем, тип уйлайым үҙем. Ул ваҡытта инде өйләнгәнмен, бала бар. Ҡатынға әйтәм: «Әҙерлән, мин армияға китәм!» Ҡаршы төшөүенә ҡарап тормай, кит тә бар.
Ул саҡта әлеге «Президент- отель» урынында хәрби часть тора ине. Унда төрмәнән ҡасҡан енәйәтселәрҙе эҙләргә тейешле махсус бүлек урынлашҡан. Мин – ҡартайған «молодой». Тәүге көндә үк бер сержант саҡырып алды ла, ҡабын асып, шырпы бөртөктәрен ергә ҡойҙо һәм «Йый» тине. «Юҡ», – тип яуапланым. Эләгешеп китеп, мин, асыуымды контролдә тота алмай, был һалдатты ҡолата һуҡтым. Шулай башланды хеҙмәтем. Бик эшлекле, ауыр, әммә файҙалы булды был йылдарым. Унда мин парашюттан һикерергә, ҡоралдар менән эш итергә, хәрби техника йөрөтөргә өйрәндем. Көн аша тулыһынса ҡоралланған килеш ун бишәр саҡырымға йүгерәбеҙ. Бына шул төплө физик күнекмәләр һәм хәрби мәктәп тәрбиәһе миңә артабанғы ғүмергә етте.
Бер мәл нарядта торғанда (ҡышҡы төн ине) күңелемә сикһеҙ һағыш тулып, бармаҡтарым күңелемдәге клавиатуралар буйлап «йүгерҙе» лә, йөрәгемдә моң тыуҙы. «Ҡышҡы романс» тип атаным уны. Башта һүҙҙәрен үҙем русса яҙҙым, аҙаҡ Назар ағай Нәжми әлегесә, халыҡ белгәнсә итеп, үҙгәртеп бирҙе.
«Ләйсән ямғыр» йырын Нәзифә Ҡадирова өсөн махсус яҙҙым. Ул, ун алты йәшлек кенә ҡыҙ бала, ресторанда йырлайым, аҙыраҡ аҡса эшләйем, тип Өфөгә килгәйне.
«Дәүләт циркы» туҡталышы артындағы ятаҡта көмөш тауышлы бер йырсы бар, тип хәбәр иттеләр миңә. Барып эҙләп таптым һәм, ресторанға ебәрмәйсә, филармонияға етәкләп алып килдем. Директор Сәлих Хөс- ниәров алдына баҫтырып: «Тыңла әле», – тинем. Тыңланылар. Тағы- тағы һорап йырлаттылар, филармония хеҙмәткәрҙәре йыйылып китте. Ҡабат-ҡабат йырлатып, алдылар эшкә. Мин, Нәзифәнең ҡыңғырау шикелле тауышына арбалып, «Ләйсән ямғыр» тигән йырҙы яҙҙым. Ул оло сәхнәгә шуны йырлап сыҡты. «Иҫеңдәме, иркәм» дә тап уға тип яҙылды. Нәзифә Жәүәт ҡыҙы тамашасыны бөгөн дә һөйөндөрә, уның тауышында минең йырҙарым йәшәй.
Яҙыусылар союзында ла, Ком- позиторҙар берлегендә лә элек про- паганда бюроһы бар ине. Был бюро- лар көслө эш алып бара. Ай һайын яҙыусылар һәм йырсы-композиторҙар, автобустарға тейәлешеп, райондар, ауылдар буйлап йөрөй, халыҡ менән осраша. Шунда Назар ағай мине үҙе менән бергә йөрөтә башланы. Шағирҙар шиғыр уҡый, мин, гитара сиртеп, уларҙың һүҙҙәренә яҙылған йырҙарымды башҡарам. Бер мәл Стәрлетамаҡ– Ишембай яҡтарында йөрөп килеп, төнгә ҡалып ҡына ҡайтып торабыҙ. Пушкин – Карл Маркс урамдары тирәһендә бер ағайҙы оҙаттыҡ, ар- табан Назар Нәжмигә сәй эсергә юлландыҡ. Ул тирәлә боронғо йыуан-йыуан йүкәләр үҫә ине. Беҙ шул йүкәләр аҫтынан тын ғына атлап барабыҙ. Назар ағай: «Был йүкәләр беҙгә тиклем дә әллә күпме йылдар ултырған, кемдәрҙелер иҫләйҙәр инде. Беҙҙән һуң да шаулап үҫеп, сәскә атып беҙҙе хәтерләрҙәр әле...» тине шул саҡ. Был һүҙҙәр минең йөрәккә килеп инде лә күңелдә моң сиртте. «Назар ағай, бер шәп кенә шиғыр яҙ әле, – тим, – ә көй бар инде!» «Өфө йүкәләре» тап шул мәлдә яралды.
«Мине юлдар-юлдар саҡыра» тигән йыр ҙа Назар ағайҙың фәлсә- фәһенә илһамланып яҙылды. Шулай уҡ юлға сыҡҡанбыҙ. Ағайыбыҙ уйланып, күңелһеҙләнеп барған һымаҡ. «Ни булды, Назар ағай? тиһәм, ул: «Бына, беҙ йөрөйбөҙ, күпме юлдар үтәбеҙ... Ни саҡлы юлдар һуҙылған кеше ғүмеренә... Үтәһе юлдар йәшәтәме беҙҙе, әллә юлдар саҡырып торамы?..» – тип яуапланы. Миңә етә ҡалды, яйлап- яйлап моңға тулыштым һәм шиғыр яҙылып бөтөүгә көй ҙә булды.
Ғүмер көҙөнә килеп етеп, артҡа әйләнеп ҡараһаң, унда бары тик һөйөү генә күҙгә салына. Һин тик шул хисте генә онотмағанһың, шуны ғына иҫләйһең. Донъя мәшәҡәттәре, дуҫлыҡ, дошманлыҡ, үпкәләр, вәғәҙәләр онотола, төҫһөҙләнә ул, ә өҙөлөп яратҡаның һәр саҡ күңел түрендә йәшәй. Аллаһы Тәғәлә миңә мәрхәмәтле булды – яратҡан кешем менән бергә була алдым һәм ярты быуаттан ашыу шул бәхеттә көн итәм. Тарихын да һөйләйем әле.
Сәнғәт институтында уҡығанда, икенсе курста, Опера һәм балет театрына килгәйнем. Күрәм – йәш кенә дүрт ҡыҙ инеп тора. Берәүһенә ҡараным да... ток һуҡҡандай булды. Шундай илаһи ине ул, әкиәт ҡыҙы һымаҡ. Миңә бит инде егерме өс йәш, арыуыҡ донъя күргән егетмен, янына барҙым. «Кем һин?» – тип һорайым. «Мин – Фатима, балет мәктәбенән репетицияға килдек», – ти. Һөйләшеп киттек. Ҡыҙға ни бары ун алты ғына йәш булып сыҡты. Һәм мин шул саҡ, шул фойела үҙемә һүҙ бирҙем: бары ошо ҡыҙҙың ғына үҫеп етеүен көтәм. Һәм көттөм дә. Ул да миңә битараф булманы.
Һөйгәнемә ун һигеҙ йәш тулыуға дүрт ай ғына ҡалғанда өйләнешеп бергә йәшәй башланыҡ. Унда ла буласаҡ кәләшемдең атаһы риза түгел әле, ә беҙ бергә булырға теләйбеҙ. Заһир Исмәғилевҡа барҙым да хәлде һөйләп бирҙем. Заһир ағай комендантты саҡырҙы ла: «Бир ошо егеткә бер бүлмә, өйләнһен», тине. Шулайтып йәшәп киттек. Ҡайным да яйлап күнде, бик яҡын кешеләргә әйләндек. Ул бик ҡыҙыу, яндырай кеше ине. Һуғышта капитан булған. Бер ҡаты бәрелештә һалдаттарын күрәләтә үлемгә алып инә торған заданиенан баш тарта һәм ошо сәбәпле, майор менән эләгешеп китеп, уның битенә һуға. Был ҡылығы өсөн штрафбатҡа күсерелеп, ике йыл һуғыштың иң алғы һыҙығында йөрөй. Дүрт тапҡыр яралана, шулай ҙа тере ҡалып, ике Ҡыҙыл Йондоҙ орденын алып ҡайта. Ул бына шундай ҡаһарман, батыр кеше була. Ҡыҙы ла үҙенә оҡшаған – яҙмышҡа бирешмәй, бөгөлөп төшмәй торған заттан. Ауыр инсульттан һуң да һынманы ҡатыным, төшөнкөлөккә бирелмәне, тырышып-тырмашып аяҡҡа ла баҫты, эшкә лә сыҡты. Һәм бөгөн дә тормошто яратып, яҡшылыҡҡа, яҡтылыҡҡа ынтылып йәшәй. Ысын мәғәнәһендәге оптимистка.
Мөхәббәтте һаҡлай белергә кәрәк. Яратаһың икән – көрәш, яула. Яулағанһың икән – ҡәҙерен бел. Был бигерәк тә ғаилә мөнә- сәбәттәренә ҡағыла.
– Эйе, Айгөл исемле ҡыҙым бар. Әсәһе кеүек үк, хореография юлынан китте. Уҡыуын тамамлап, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының кордебалетына тәғәйенләнгәйне инде, бер репетицияла имгәнеп, бейеүҙе ҡалдырырға мәжбүр булды. Әлбиттә, мөмкинлектәре ҙур ине, әммә сәләмәтлекте һайларға тура килде. Артабан БДУ-ның француз бүлеген тамамланы. Эшкә Мәскәүгә китте һәм шунда ҡалды. Бөгөн ҡунаҡҡа ейәнебеҙ ҡайтып йөрөй. Ата- әсәһенең ваҡыты булмаһа, уны берәйһенә эйәртеп самолетҡа утыртып ебәрә инеләр. Бынан мин дә шулай итәм. Ике тапҡыр бер үк кешегә беркетеп ултырттыҡ самолетҡа. Ул республиканың буласаҡ етәксеһе Рөстәм Хәмитов булған икән. Туғыҙ йәшлек ейәнем уның менән танышып, һорашып- төпсөнөп, дуҫлашып киткән. Аҙаҡ, үҫкәс, «шул кеше әйткәйне» тип, Н.Бауман исемендәге Мәскәү техник университетына уҡырға барҙы. Ейәнем менән бала сағынан үҙем шөғөлләндем. Биш йәшенә тиклем инглиз телен һыу эскәндәй итеп өйрәткәйнем инде. Бөгөн дә беҙ уның менән яҡын, һәр саҡ бәйләнештә, һағынышып күрешәбеҙ. Бына ошо
була инде бәхет!
– Тормош кәртәләре алдында туҡтап ҡалмау, һәр саҡ тау йылғаһы һымаҡ үҙ юлымды эҙләү миңә ҡан, ата-бабамдың яугир рухы менән һалынған.
1994 йылда илдә ҡыйралыш булды, эш юҡ, мәҙәниәт тарҡалды. Мин былай ҙа ирекле рәссам бит инде, эштәр, заказдар туҡталып ҡалғас, уйлап алдым да, былай бармай тигән фекергә килеп, аппаратураларымды һатып, сит илгә инглиз телен төплө өйрәнергә китергә булдым. Инглизса мин былай ҙа арыуыҡ белә инем, әммә етди урындарға барыу өсөн төплө белем кәрәк ине. Шулай итеп, мин Австралияға уҡырға юлландым. Килеп төшкәс тә музыка ҡоралдары магазинына барып, үтескә гитара биреп тороуҙарын һораным. Студент билетымды күрһәткәйнем, ышандылар. Миңә уҡыуға түләүгә, йәшәүгә- ашауға аҡса кәрәк ине. Урамдарҙа йырлай башланым һәм аҙна ярымда 2700 доллар йыйҙым. Рус телендәге ун йырым бар. Шуларҙы башҡарам инде. Туристар өсөн әллә ҡайҙағы айыулы Рәсәйҙең композиторы ҡыҙыҡ!
Уҡып ҡайтҡас, үҙебеҙҙә банктарҙа тәржемәсе булып эшләнем. Етди инглиз банкирҙары Лондон банкының Мәскәү фатирына тәржемәсе итеп тә саҡырҙы, ҙур аҡсалар вәғәҙә итте, йәшәр урынды ла хәл итте. Әммә мин барманым, матур ғына итеп кире ҡаҡтым. Ни өсөн барманыммы? Сит илдәр беҙгә дошман ине бит, улар капиталистар. Һәм хәҙер ҙә шул фекерҙәмен. Улар өсөн дуҫлыҡ, туғанлыҡ, ҡәрҙәшлек төшөнсәләре юҡ, йәндәрен аҡсаға һатҡан кешеләр. Ә мин – ижад ҡоло.
Бөгөн мин – Мәскәү әҙәбиәт курстары студенты. Был минең күптәнге хыялым. Әҙәбиәт өлкәһен нығыраҡ, төплөрәк белергә ынтылдым һәм бына әле яңы ғына шуға өлгәшәм. Бығаса бер нисә хикәйә ижад иткәйнем, һуңғы мәлдәрҙә роман өҫтөндә эшләйем. Күрәһегеҙ, уҡырға һәм белем эстәргә бер ваҡытта ла һуң түгел.
Заманында минең йәмғиәттән ситкә тибелгән, әҫәрҙәрем тыйылған ваҡыттар ҙа, йылдар ҙа булды. Әммә был мине һындырманы, үҫешемде туҡтатманым, ижад иттем һәм ижадым аша халыҡтың һөйөүен яуланым. Ошо яҙмыш өсөн дә Аллаһы Тәғәләгә рәхмәтлемен.
Һәләтле, грамоталы, интеллигент, ҡыйыу һәм тура фекерле, киң даирәле һәм үтә лә тәрән хис- тойғоло, шул уҡ ваҡытта ололарса бер ҡатлы ябай итеп күрҙем мин маэстроны. Мең төрлө холоҡ сатҡылары менән һырланған уның һәләте. Һәм был тарихи осрашыуҙы, тарихи һөйләшеү эстәлеген һеҙгә лә бәйән иттем, хөрмәтле уҡыусылар!
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА әңгәмәләште.