Все новости
Знаменитые люди
8 Июня 2021, 10:25

ҠУШ ЙӨРӘКЛЕ РӘШИТ (2-се өлөш)

Исмәғил АҠЪЮЛОВҒәҙеллек өсөн көрәшБеренсе курстан башлап бик яҡшыға өлгәшеп, йәмәғәтселек эштәрендә лә ифрат әүҙем ҡатнашҡаны өсөн факультет советы уҡыу йортондағы берҙән-бер юғары стипендия – Ленин стипендияһын Рәшит Шәкүровҡа тәғәйенләргә тигән ҡарар сығара. Тик алдынғы студентҡа ул шатлыҡты кисерергә яҙмаған икән шул: аҡсалата дәртләндереү ни сәбәптәндер икенсе берәүгә тәтеп, Рәшиткә Радищев исемендәге стипендия тороп ҡала. Тикшереүҙең осо «машинистканың техник хатаһы»на килеп терәлә. Уҡыу-уҡытыу проректорының яуабы ябай була: «Хата киләһе курста төҙәтелер». Рухын төшөрмәй Рәшит: университетта башҡорт әҙәбиәтен, мәҙәниәтен халыҡҡа еткереү өлкәһендә ең һыҙғанып эшләүен дауам итә.

Алты йөҙ кешелек тамаша залында йыш ҡына кисәләр ойошторола ине. Улар Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева, Рәми Ғарипов, Рафаэль Сафин, Әнғәм Атнабаев һ.б. әҙиптәр ҡатнашлығында үтә. Әҙәбиәткә башлап килеүселәр менән осрашыуҙарға Өфөләге, Стәрлетамаҡтағы юғары уҡыу йорттарындағы йәш ижади көстәр саҡырыла. Унда сығыш яһаған Әнисә Таһирова, Әсхәл Әхмәтҡужин, Мөхәмәт Илбаевтар билдәле шағирҙар булып китте. Әнисә Таһирова, яҡташы Яҡуп Ҡолмой ижадында ҙур урын алған сонеттарҙы дауам итеүсе булараҡ танылып, бөгөнгө көндә лә ижад ҡомары менән янып йәшәй.

БДУ-ла әҙәбиәт түңәрәгенең сираттағы ултырышы. 1-се рәттә һулдан уңға: Сафуан Әлибаев, Рәшит Шәкүров, Роберт Байымов, Ирек Кинйәбулатов. 2-се рәттә һулдан уңға: Марсель Ҡотлоғәлләмов, Даһи Әбдрәшитов, Рафаэль Ҡәҙерғәлин, Мөнир Ишбулатов. 1962 йылдың апреле

Яҙыусы Сәғит Агиш йыш саҡырылған ҡунаҡтарҙың береһе булды. Уның, ғәләмәт ҙур залды яңғыратып, тере тауыш менән микрофонһыҙ «Пар ат» шиғырын яттан уҡыуы үҙе бер мөғжизә ине. Студенттар, нисә тапҡыр тыңлаһалар ҙа, баҫҡан килеш оҙаҡ итеп алҡышлай торғайны. Ҡураныс ҡына кәүҙәле Сәғит ағай ҙур сәхнә оҫтаһына әүерелә лә ҡуя!

Ғүмерлеккә иҫтә ҡалырлыҡ бындай кисәләр тураһында Рәшит «Совет Башҡортостаны» гәзите аша халыҡҡа үҙ ваҡытында еткереп торҙо. Мостай Кәрим ҡатнашлығында үткәрелгән осрашыуға бағышланған «Һандуғастар һайрар кис ине» әҙәби бите ул заман гәзит уҡыусыларының хәтеренән әле лә юйылмағандыр, моғайын.

1963 йылда КПСС Үҙәк Коми теты автономиялы республикаларҙа милли телдәрҙә сығарылған гәзиттәрҙе ябыу тураһында ҡарар ҡабул иткәйне.

Милли телдәрҙәге гәзиттәр рус телендә сығарылғандарҙың дубляжы ғына булырға тейеш, йәнәһе. Ошондай аптырашлы хәлдә ҡаңғырышып ултырғанда

«Совет Башҡортостаны» гәзите хеҙмәткәрҙәре янына Рәшит барып инә. Рәми Ғариповтан был ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы пикет ойоштороласағы тураһында ишетеп, иртәгәһен дәрестән ҡасып китә лә пикетсыларға барып ҡушыла. Яҙыусылар, журналистар берлектәре рәйестәре, милли телдә сығарылған гәзиттәрҙең дубляжға әйләндерелеүенә ҡаршы булыуҙарын белдереп, Зыя Нуриевтан был ғәҙелһеҙлек буйынса Үҙәк Комитет менән һөйләшеүен үтенәләр. Халыҡ теләгенә ҡолаҡ һалалар – зарарлы ҡарар юҡҡа сығарыла.

Шулай итеп, республика йәмәғәтселеге, беренсе сиратта «Совет Башҡортостаны» гәзите журналистарының тәүәккәллеге һәм фиҙакәрлеге арҡаһында донъяның алтынан бер өлөшөн биләгән илдә тиҫтәләрсә милли телдә сығарылып килгән гәзиттәр һаҡлап алып ҡалына. Ул баҫмалар бөгөнгө көндә лә сығарыла икән, тимәк, бында 1963 йылдың 25 февралендәге хәтәр пикетта ҡатнашҡан башҡорт-рус төркөмөнөң өсөнсө курс студенты Рәшиттең дә ярайһы өлөшө бар. Әлеге көндә лә рәхмәтлебеҙ уға. Ҡуш йөрәкле булған икән!

Тамырҙарында ҡаңлы ҡаны урғылған Зыя Нуриевтың КПСС Үҙәк Комитеты алдындағы абруйы, үҙенең ҡыйыулығы һәм тәүәккәллеге булмаһа, шул пикет көнөндә үк милли матбуғат баҫмалары ябылып, журналистарыбыҙ эшһеҙ ҡалыр, ә Рәшитебеҙ университеттан ҡолаҡ ҡағыр ине.

Студент йылдарында үҙ халҡының мәҙәниәте, әҙәбиәте, бөгөнгөһө, киләсәге өсөн янып-көйөп, барлыҡ сараларҙың уртаһында ҡайнап йәшәүе Рәшит өсөн эҙһеҙ үтмәне: юғары уҡыу йорто етәксе- леге яғынан уға милләтсе сапанының күләгәһе төшә башланы. Пикетта ҡатнашҡандан һуң был хәл бигерәк тә ныҡ һиҙелде. Ғөмүмән, хатта шундай дәрәжәгә барып етелгәйне: өс кешенең берәүһе урыҫ булһа, ҡалған икәүһе үҙ телендә аңлашмаҫҡа тейеш. Кем был ҡағиҙәне үтәмәй, уға милләтселек мөһөрө баҫылып та ҡуйыла. Халыҡ күп урында, ҡала урамдарында бер-берең менән башҡортса һөйләшеп йөрөһәң дә, милләтсе булаһың.

Өсөнсө курста беҙҙең төркөмгә Камил Сиражетдинов атлы студент килеп ҡушылғайны. Тыумышы менән Ғафури районынан ине. Ул да мыҡты һынлы, сымыры кәүҙәле егет. Рәшит менән бер тәртәгә егелеп, халыҡ мәнфәғәте өсөн ҡара тырышлыҡ менән эш итә башлағас, уға ла милләтсе бөркәнсеге ҡапланылды.

Милли үҙаң уянып, халыҡ үҙ асылына ҡайтҡас, «милләтсе» тигән мөһөр баҫылған сапан һыҙырып ташланды. Рәшит Шәкүр, бөйөк шағирыбыҙ Ш.Бабич әйткәнсә,

«Бер йәнемә миллион ҡорбан бир!» тип халҡы өсөн йән атҡан изге йәнле Аҡһаҡалға әйләнде.

…Һуңғы курсты тамамлағас, ике төркөмдән тыш, бөтә студенттар ҙа тыуған яҡтарына таралышып бөтә. Ә филфактың башҡорт-рус, татар-рус төркөмдәре дүрт томлыҡ партия тарихынан дәүләт имтихандары тапшырырға тейеш була. Ә нишләп шул уҡ факультеттың башҡа төркөмдәре имтихандан азат ителгән? Нисәмә йылдар буйы килгән был ғәҙелһеҙлек Рәшит төркөмөндә ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Мәсьәләне хәл итеү йыйылышҡа ҡуйыла. Шулай ҡарар итәләр: аҡса йыйып, Сәбилә Сөләймәнованы СССР Юғары белем биреү министрлығына ебәрергә. Бындай ҡыйыу фекер Рәшит тарафынан әйтелә.

Сәбилә министр кабинетына ҡыйыу аҙымдар менән барып инә лә килеүенең сәбәбен белдерә. Министр:

«Дәғүәгеҙ дөрөҫкә оҡшай. Ыңғай хәл итергә тырышырбыҙ!» – ти.

Ғәҙеллек өсөн көрәштең ыңғай һөҙөмтәһен 1965 йылғы сығарылыш студенттарының үҙҙәренә татырға тура килмәй, әлбиттә. Уның ҡарауы, киләһе йылғы сығарылыш студенттары йәйге селләлә тирләп-бешеп партия тарихы буйынса имтихан тапшырыуҙан азат ителә.

Рәшит Шәкүров 3–5-се курстарҙа революцияға тиклемге әҙәбиәт, мәҙәниәт үҫеше кимәлен фәнни күҙлектән өйрәнеүен әүҙемләштерә. Ул йылдарҙа «башҡорттарҙың революцияға тиклем әҙәби теле лә, яҙма әҙәбиәте лә булмаған» тигән уйҙырма йәмәғәтселеккә көсләп тағылғайны. Был ялған ҡарашҡа ҡаршы сығыусы йәш быуын сафында Рәшит Шәкүровтың ныҡышмаләүҙемлеге һиҙелерлек кимәлдә ҡалҡып сыға: ул БДУ-ла уҙған конференцияларҙа, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстандың баш ҡалаларында үткәрелгән кәңәшмәләрҙә, 1963 йылда Переделкино ижад йортонда үткән йәш яҙыусыларҙың III семинарында уңышлы сығыш яһай.

Рәшит университетты ҡыҙыл дипломға тамамлауға әҙерлекле килә. Биш йыл буйы үтелгән дисциплиналарҙың һәммәһенән дә – тик яҡшы билдәләр. Мифтахетдин Аҡмулланың тормошо, ижады, донъяға ҡарашына бәйле ҙур тема буйынса диплом эшен дә уңышлы яҡлай. Төп маҡсат – аспирантура ишектәрен ҡағыу. Әҙерлек бар. Университет студенттарының VIII ғилми конференцияһында «Аҡмулланың донъяға ҡарашы» тигән сығышын уҡытыусылар хуплап ҡаршы ала. Доклад философия кафедраһы мөдире Ғ.С.Исмәғилевҡа айырыуса оҡшай. Ғәләү Сиражетдин улы уны үҙенә аспирант итеп алырға ниәтләнеүен әйтә. Хатта Башҡортостанға тейеш ике урындың береһенә Рәшитте аспирант итеп алыуҙарын үтенеп, Ҡазан университетының философия кафедраһына хат яҙа.

Әммә ике йыл эшләмәйенсә БДУ дипломы бирелмәй икән. Өҫтәүенә, ректор Ш.Х.Чанбарисов уны кабинетына саҡырып ала ла аспирантураға ҡалдыра алмауҙары тураһында аңлатма бирә башлай.

«Философия буйынса ҡуйылған шарттар мөмкинлек бирмәй: унда инеү өсөн махсус 360 сәғәт дәрес үтергә кәрәк. Ә беҙҙең филология факультетында 120 сәғәт кенә ҡаралған. Ярамай», – тип сығара етәксе.

Ә бит кемгәлер, ике йыллыҡ эш стажы булмаһа ла, аспирантураға инер өсөн дипломды ҡулына тоттороп сығаралар. Ә Рәшит Шәкүргә ярамай икән. Был хәл хаҡында «Йөрәктәге яҙмалар» китабында:

«...тышауланған арғымаҡ хәлендә тороп ҡалдым, – тип хәтерләй әҙип.

– Ә бит философия кафедраһы буйынса аспирантураға шул уҡ йылдарҙа математиктарҙы ла, филологтарҙы ла алдылар. Миңә үҙемдең туған уҡыу йортомдоң ишектәре аспирантураға ҡабат бер ваҡытта ла асылманы».

Һаумы, Мәскәү!

Университетты тамамлағас, Рәшит Шәкүров йүнәлтмә буйынса үҙе бала саҡтан уҡ яратып уҡыған, яҙмаларын даими баҫтырып килгән «Совет Башҡортостаны»на эшкә тәғәйенләнә лә хеҙмәт юлын махсус хәбәрсе сифатында башлай.

Ул ваҡытта баш мөхәррир булып тәжрибәле журналист Вәли Вәли улы Нафиҡов эшләй (заманында Мостай Кәрим менән бергә «Отряд ҡуҙғалды» тигән шиғырҙар йыйынтығы сығарған кеше). Редакцияла тыныс, ижади мөхит өҫтөнлөк итә. Талантлы журналистар Рәми Ғарипов, Фуат Бейешев, Файыҡ Мөхәмәтйәнов, Рәшит Солтангәрәев, Ярулла Вәлиевтар үҙ эшенең оҫталары була.

В.В.Нафиҡов хаҡлы ялға сыҡҡас, етәксе итеп Абдулла Ғиниәт улы Исмәғилев ҡуйыла. Ул эште педантлыҡ теүәллегенә ҡоролған тотороҡло тәртип урынлаштырыуҙан башлай. Иркенерәк режимға күнеккән Рәми ағай, бындай ҡәтғилек менән килешә алмайынса, икенсе эшкә күсә. Коллективҡа бер-ике йылдан талантлы әҙиптәр Динис Бүләков менән Тайфур Сәғитов килеп ҡушыла.

Рәшит Шәкүр дүрт йыл ярым эсендә гәзит биттәрендә халыҡ ижады гәүһәрҙәрен баҫтырыуға ғәжәп ҙур көс сарыф итә. Ижад яғынан да барыһы ла ал да гөл кеүек. Әммә барыбер күңел урынында түгел: ул бит уҡыуҙы артабан дауам итеүҙән төңөлмәгән! Ә йәш бара – утыҙ өскә яҡынлашып килә. Утыҙ өсөң тулдымы, көндөҙгө аспирантуранан ҡолаҡ ҡағаһың. БДУ-ның башҡорт әҙәбиәте кафедраһына хатта икешәр урын бирелгән мәлдә лә Рәшит Шәкүргә тәҡдим яһаусы булмай – уның өсөн ишектәр элеккесә бикле була. 1969 йылдың көҙ айҙарының береһендә «Советская Башкирия» гәзитендә иғлан күренеп ҡала. СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты төрки телдәр (башҡорт теле) буйынса аспирантураға конкурс иғлан итә, тиелгән була унда. Шул белдереүҙе уҡығас, Рәшит Шәкүр тел ғилеме буйынса артабан уҡырға тигән ҡарарға килә. Шулай итеп, 1969 йылдың ноябрендә ғүмер юлының яңы һуҡмағына аяҡ баҫа: имтихандарҙы уңышлы тапшырып, аспирант булып китә.

Рәшит Шәкүр Мәскәүҙә яҡташтар ойошмаһының әүҙем ағзаһы була. Баш ҡалала Зәйнәб Биишева ижады буйынса конференция үткәреп, «Совет Башҡортостаны»нда тос ҡына мәҡәлә баҫтырып сығара.

Мәскәүҙә уҡыған мәлдә байтаҡ хәл-ваҡиғалар булып үтә. Хәүеф тойғоһо уятырҙай берәүһе менән уҡыусыларҙы ла таныштырып үтәйек. Ул хаҡта ғалим Хәлил Барлыбаев «Яҙмыш – һикәлтәле юл» тигән хәтирәләрендә («Ағиҙел», 2013, №6) бәйән иткәйне.

«Үткән быуаттың 60–70-се йылдарында Мәскәүҙә уҡыған студенттар, аспиранттар яҡташтар ойошмаһы төҙөп, төрлө мәҙәни саралар уҙғарып, Мәскәү янындағы тәбиғәт төбәктәренә һабантуйҙарға сығып йөрөй торғайны. Мин бер нисә йыл яҡташтар ойошмаһы рәйесе итеп һайландым. 1971 йылдың йәйге бер шәмбе көнөндә 40– 50-ләп йәштәр Мәскәүҙән алыҫ түгел Десна йылғаһы буйында һыу инеп, футбол һәм башҡа төрлө уйындар уйнап, төндә усаҡ янында күңел асып, иртәгәһен кискә табан ғына ҡайтырға сыҡтыҡ. Автобус туҡталышына саҡлы урман аша 4–5 саҡырым юл үтергә кәрәк. Дөйә каруаны һымаҡ һуҙылып, вайымһыҙ ғына йырлай-һөйләшә ҡайтып киләбеҙ. Юлдың яртыһын үткәс, мажараға осраныҡ. Иң һылыу ҡыҙыбыҙ Светлана һәм уның әхирәте (исемен хәтерләмәйем) хәрби частан «самоволка»ға сығып, «төшөрөп» алған ефрейтор һәм һалдат менән әңгәмә ҡороп ебәргәндәр. Оҙаҡ та үтмәй, тегеләр беҙҙең ҡыҙҙарҙы урманға һөйрәргә тотонған. Хәбәр миңә килеп еткәс, йүгереп барып, иҫеректәр менән һөйләшкән ҡыҙҙарҙы шелтәләп, һалдаттарға: «Ефрейтор и рядовой! Слушай команду старшего сержанта: шагом марш в свою часть!» – тип бойорҙом да, ҡыҙҙарҙы көскә ҡурсалап алып, үҙемә эйәрттем. Ҡалған юлда мин артҡа әйләнеп ҡарай- ҡарай, иптәштәремде шәберәк атларға өгөтләһәм дә, йәштәрҙе тыңлата алманым, улар әүәлгесә һуҙылып килә бирҙе. Автобус туҡталышы булған ауылға инеп килгәндә, артыбыҙҙан, йылҡы өйөрө сапҡандай тубырлашып, 20–25-ләп һалдат ҡыуып етте лә уратып алды. Беҙ биш егет мин, Рәшит Шәкүр, Рафаэль Агишев, Рәфис исемле боксер егет, бишенсебеҙ кем икәне хәтерҙән сыҡҡан – яҡындағы ҡоймаларҙан таҡта һурып алып, һуғышырға әҙерләндек. Минең арттан ҡыуып килгән һалдат бил ҡайышының бляшкаһы менән һуғып, битемде ҡанатты. Ҡулыма эләккән ҡорал – метр ярым йыуанлыҡ тимер торба менән һелтәнеп, һалдаттарҙың үҙҙәрен ҡыуғылай башлағайным, улар күмәкләп тиҙ генә мине уратып алды. Шулай, өйөрөлөп һелтәнә-һелтәнә, ҡәтғи, шул уҡ ваҡытта өгөт-нәсихәтле итеп ара-тирә:

«Ребята, не подходи, плохо будет!» тип екеренәм. Шәкүр, алпамыша кеүек ғәйрәтләнеп, йүгерекләп йөрөп, үҙенән бәләкәйерәк һалдаттарҙы йыға һуға ла ара-тирә көслө тауыш менән: «На помощь! На помощь!!!» тип һөрәнләй. Тәбәнәгерәк, тулы, әммә етеҙ кәүҙәле Рафаэль Агишев, ҡулына күҫәк тотоп, яҡынлаған һалдаттарҙы киҙәнеп-төрткөләп ҡыуа. Рәфис тә, юғары бокс техникаһы ҡулланып, һөжүм итеүселәрҙе кире ҡағып йөрөй. Һуғышырға ынтылған, әммә күҙлеге осоп китеп, шуны эҙләп ваҡыт уҙғарған Фәүҡәт Ҡыҙрасов менән Миҙхәт Мәмбәтов ҡыҙҙарҙы бер урынға йыйнап, ҡарауыллап йөрөгән. Урал Ураҡсин, дипломат булараҡ, һалдаттар менән һөйләшеп килешергә маташҡан. Һалдаттар мине аманатҡа алмаҡсы булып 15–20 минут тирәһе айҡашып йөрөгәндән һуң, ҡапыл бөтәһе бер юлы кире йүгерҙе. Ни өсөн икәнен, төрлө фараздар ҡороп ҡараһаҡ та, аңлай алманым. Артыҡ еңеү тантанаһы кисермәһәк тә, оло эште уңышлы атҡарған кешеләр һымаҡ, йыйылышып автобус туҡталышына йүнәлдек...»

«Артыҡ еңеү тантанаһы кисермәһәк тә...» тиелһә лә, һан яғынан һыңар ҡул бармаҡтары ҡәҙәре генә булған башҡорт егеттәре сит-ят ерҙә ҡыҙҙарыбыҙҙың ғына түгел, бөтөн халҡыбыҙҙың намыҫын һаҡлап ҡалған бит. Шулай булғас, еңеүҙең дә ниндәйе – оло ҡаһарманлыҡ!

Алда – яңы офоҡтар

Уҙған быуаттың 60–80-се йылдары – Союзда төркиәт ғилеменең сәскә атҡан сағы. «Тел ғилеме институтында һирәк була торған бик юғары кимәлдәге кешелекле һәм кеселекле ғилми-ижади мөхиткә килеп эләктем», – тип хәтерләй Р.Шәкүр үҙенең иҫтәлек яҙмаларында. Шуға ла осраҡлы рәүештә тел белеме буйынса аспирантураға юлығыуына һуңынан һис тә үкенмәй – уның алдында бығаса күҙ алдына ла килтермәгән яңы офоҡтар асыла.

Өс йыл уҡығандан һуң – диссертация яҡлау. Төп тема итеп Дим бассейны топонимияһы алына. Өршәк, Дим буйҙары ер-һыу атамалары уға тәпәй баҫҡан сағынан таныш. Фәнни эште теүәлләүҙә күренекле төркиәтсе Әхнәф Әхмәт улы Юлдашевтың, Федоровка райкомының беренсе секретары, Ырымбур өлкәһе башҡорто, фронтовик Фәүзиә Сәғит ҡыҙы Әбүбәкированың (ул Дим бассейны ер-һыуҙарын тулыһынса ҡыҙырып сығыр өсөн өс көнгә машина биреп ҡуя) ярҙамы ҙур була.

Өс йыллыҡ аспирантура курсын тамамлағас, йәш ғалим Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының тел секторында кесе ғилми хеҙмәткәр булып эш башлай. Эш хаҡы бәләкәй – ни бары 150 һум. Шулай ҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу менән яңы эшкә тотона Рәшит Закир улы.

Институтта Азат Камалов инициативаһы менән башланған «Башҡортостандың топонимдар һүҙлеге» тигән күп йыллыҡ тема өҫтөндә эш башланған була. Күңеленә яҡын йүнәлештән Рәшит ситтә ҡалмай – әлбиттә, бик мауығып тотона был хеҙмәткә.

Үткән быуаттың 80-се йылдарының башында ул һүҙлек минең ҡулға ла килеп юлыҡҡайны. «Ү» хәрефе менән башланған һүҙҙәр төркөмөндә Оло Эйеккә һул яҡтан ҡушылған Үрген йылғаһының атамаһына иғтибар итә ҡалдым. Уның һул яҡ ярында урынлашҡан ауыл да шул уҡ исемле. Аңлатмала «төрлө әйберҙәр үреп эшләү өсөн ярҙарында һығылмалы һары талдар үҫкән өсөн йылғаның исеме шулай аталған» тиелә. Дөрөҫлөк бар кеүек. Үҙ ғүмеремдә ҡайҙарҙа ғына булманым да, ниндәй генә талдар күрмәнем, ә беҙҙең Үрген буйындағылай (төрлө әйберҙәр үреп яһарлыҡтарын) күргән булманы.

Байтаҡ көткәндән һуң, ниһайәт, Мәскәүҙән хәбәр килеп төшә – диссертацияны яҡлау 1974 йылдың 21 февраленә ҡуйылған. Әммә костюм туҙған – ни хәл итергә? Танылған яҙыусы Яныбай Хамматов костюмлыҡ аҡса биреп тора. Шулай итеп, яҡшы ғына кейенеп, Рәшит билдәләнгән көнгә Мәскәүгә барып төшә.

Диссертация уңышлы яҡлана. Өфөлә яҡланылһа, төрлө кәртәләр, ҡытыршылыҡлар аша үтергә кәрәк булыр ине тигән хистәр ҙә кисерә йәш ғалим ул мәлдә.

Мәскәүҙә уҡып, фән кандидаты дәрәжәһендә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында биш йыл буйы 150 һумға эшләп йөрөй Рәшит Закир улы. Ғаиләлә ике бала үҫеп килә. Бер бүлмәле фатирҙа әллә ни йыһаз әҫәре лә юҡ. «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире Рәйес Низамов, яҡташының бындай тормошон күреп: «Әйҙә «Ағиҙел»гә күс. Эш хаҡы арыу ғына, гонорар ҙа эшләрһең, Яҙыусылар берлегенә инеү ҙә еңелерәк булыр», – тип журналға ҡоҙалай.

Ижад ҡомары менән янған ғалимға «Ағиҙел»дә ишектәр шар асыла: Яҙыусылар союзына алына, китаптары баҫыла, күп һанлы әҙәби сараларҙың уртаһында ҡайнай.

«Беҙ – Аҡмулланы, Аҡмулла беҙҙе күтәрҙе»

Шундай сараларҙың иң ҙуры, әһәмиәтлеһе – халҡыбыҙҙың рухи остазы, бөйөк шағир, фекер эйәһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 150 йыл тулыу айҡанлы башҡарылған эштәрҙер, моғайын. Ырыуҙашының иҫтәлекле юбилейын лайыҡлы үткәреү өсөн Рәшит Шәкүр ең һыҙғанып тотона. Шағирҙың тыуған яғына экспедиция ойоштороуҙа ҡатнаша, «Шиғриәт йондоҙо» тигән китабының ҡулъяҙмаһын әҙерләй.

Юбилей көнөнә Аҡмулланың портретын эшләү рәссам Зилфәт Басировҡа йөкмәтелә. Портреттың ни рәүешле булырға тейешлеге хаҡында һөйләшеү өсөн партия өлкә комитетының идеология эштәре буйынса өсөнсө секретары Таһир Исмәғил улы Ахунйәнов ғалимдарҙы, Яҙыусылар берлеге етәксеһен кәңәшмәгә йыя. Рәшит Шәкүр коридорҙа өсөнсөнөң үҙенә тап була: «Таһир Исмәғил улы, мин Аҡмулла тураһында китап яҙҙым» тип әйтеп өлгөрә. «Ул турала һуңыраҡ», – тип кабинетына инеп китә Ахунйәнов.

Кәңәшмә шағирҙың портреты ниндәйерәк булырға тейешлеге хаҡында фекер алышыуҙан башлана. Инициативаны ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тырышып, Рәшит былай ти:

- Аҡмулла кейеме, төҫ-башы менән үҙ заманындағы мең башҡорто һынында булырға тейеш.

Яҙыусылар союзы рәйесе Әсғәт Мирзаһитов:

- Ә ҡаҙаҡтар, татарҙар ни тиер бит әле? – тип хәбәр һала.

- Мөмкинме тағы һүҙ әйтергә? - тип өндәшә Рәшит Шәкүр секретарға.

Рөхсәт ителә.

- Аҡмулла тыумышы, бөтә булмышы менән – башҡорт. Портретҡа башҡаларҙың мөнәсәбәтендә беҙҙең эшебеҙ юҡ. Беҙ – Аҡмулла вариҫтары, әйҙә, татарҙар һәм ҡаҙаҡтар беҙгә ҡараһын, ә беҙ уларға түгел! – ти, кире ҡаҡҡыһыҙ итеп, Рәшит Закир улы.

Ахунйәнов, Рәшиткә күрһәтеп, Зилфәт Басировҡа:

- Бына һинең консультантың, эшлә портретты, – ти ҙә: – Ә һин ҡулъяҙмаңды килтер, – тип, кәңәшмәне ябып та ҡуя.

Өҫтәленә килеп ятҡан «Шиғриәт йондоҙо» күҙҙән үткәрелгәс, Ахунйәнов «Һығымта яһарға» тигән яҙыу менән Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына ебәрә.

Институттың әҙәбиәт секторында Аҡмулланың юбилейына әҙерләнгән ҡулъяҙма икәү булып сыға. Тәүгеһе – Рәшит Шәкүрҙең «Шиғриәт йондоҙо», икенсеһе – Әхәт Вилдановтың «Аҡмулла – яҡтылыҡ йырсыһы» тигән кандидатлыҡ диссертацияһы. Әҙәбиәт секцияһында ике ҡулъяҙманы ла китап итеп баҫырға тәҡдим итәләр. Тик береһенең рус телендә баҫылыуы шарт итеп ҡуйыла. «Рәшит Шәкүр руссаға шәп ул, әйҙә яңынан русса яҙһын», тип, «Шиғриәт йондоҙо»н

«Звезда поэзии» тип сығарырға ҡарар ителә. «Звезда поэзии» тиҙ арала 5 мең тираж менән баҫыла, бер өлөшө Мәскәүгә оҙатыла.

Тиҙҙән Союздар йортоноң Колонналы залында 300-ҙән артыҡ республика делегацияһы ҡатнашлығында Аҡмулланың юбилей кисәһе үткәрелә. Мәскәүҙә йәшәгән милләттәштәребеҙгә 1 мең китап һатыла!

«Шиғриәт йондоҙо»ноң ҡул арты еңел була: икенсе йылына Р.Шәкүрҙең нисәмә йыл сират көтөп ятҡан «Тауҙарым, далаларым» шиғырҙар йыйынтығы 10 мең тираж менән донъя күрә.

М.Аҡмулла һәйкәле янында. Өфө, 2009 й.

Ғөмүмән, Рәшит Закир улының ғилми эшмәкәрлегендә халҡыбыҙҙың атаҡлы шағиры Мифтахетдин Аҡмулланың ижады айырым урын алған. Бөгөнгө көндә Аҡмуллабыҙ үҙ халҡына башкөллө ҡайтарылып, Башҡорт дәүләт педагогия университетына уның исеме бирелгән икән, ул ҡаҙаныштар Рәшит Шәкүровҡа бәйле. М.Аҡмулла исемендәге премия ла юҡҡа ғына тәүләп уға бирелмәгәндер.

1985 йылда Мәрйәм Бураҡаеваның өс бүлмәле фатирында курсташтарҙың осрашыу кисәһе үткәрелгәйне. Шунда мин Рәшиттән:

«Аҡмулланы нисек халҡыбыҙға ҡайтара алдың икән?» – тип һораным. «Еңел булманы. Тик барыбер маҡсатыбыҙға ирештек. Беренсе секретарь Миҙхәт Закир улының да ярҙамы тос булды», – тине курсташым.

Миҙхәт Шакировтың Аҡмуллабыҙға ыңғай ҡарашының сәбәбе – атаһы Закир Шакир улының үткән быуаттың 30-сы йылдарында Ҡурған тарафындағы ялан-ҡатай башҡорттарында Аҡмулла ижадына юлығыуында һәм шағирҙың «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!» тигән һүҙҙәренә диҡҡәт итеүендәлер, моғайын. Әйткәндәй, Закир Шакир улы Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында башҡорт теле уҡытыусыһы, доцент булған. Ул беҙгә лә БДУ-ла ғәрәп теленән дәрестәр бирҙе.

Ғүмеренең иң ҡәҙерле бер миҙгелен (1984–1991 йылдар) Рәшит Шәкүр Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының әҙәбиәт бүлегендә эшләп үткәрә. Тик бүлек мөдире вәғәҙәләгән докторантураға инеү мөмкинлеге бирелмәй. Әммә ҡорҙашым уңышһыҙлыҡтар, ҡаршылыҡтар алдында юғалып ҡалыусылар затынан түгел: ял көндәре, отпуск ваҡыттарында, үҙенә күптән таныш булған топонимика темаһы буйынса эшләй. «Башҡорт АССР-ының топонимдар һүҙлеге» (1980, авторҙашлыҡта), «Ерҙең хәтер китабы» (1984), «Топонимия бассейна реки Дёмы» (1966), «Исемдәрҙә – ил тарихы» (1993) тигән хеҙмәттәре баҫылып сыға. Ниһайәт, 1998 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлап ҡуя.

Институтта үҙ иңенә һалынған бурысты намыҫ менән үтәй Рәшит Шәкүр. Революцияға тиклемге башҡорт яҙма әҙәби теле тарихын өйрәнеүҙе бер кем дә үҙ өҫтөнә алмаған була. Ул тема буйынса эш Рәшит Закир улына йөкмәтелә. VII быуаттан алып XX быуат башына ҡәҙәре башҡорт әҙәби теленең үҫешен өйрәнеп, фәнни хеҙмәт баҫтырып сығарыу өсөн ҙур көс һалырға тура килә.

Милли үҙаң уянған осор

Үткән быуаттың 80-се йылдары аҙағында Үҙәктең милли рес- публикалар мәнфәғәттәрен һанға һуҡмай башлауы халыҡтар араһында социаль һәм милли ғәҙелһеҙлек тойғоһоноң көсәйеүенә килтерҙе. Республикалар союздан айырылып сығыу талабын ҡуя башланы, үҙаллылыҡ өсөн көрәш көсәйҙе. РСФСР составындағы автономиялы республикаларҙа йәшәгән аҫаба халыҡтарҙың да милли тойғолары уянған мәл ине ул осор.

Башҡорт йәмәғәтселеге лә илдә барған сәйәси ваҡиғаларҙан ситтә ҡала алмай ине, әлбиттә.

Милли ижтимағи ойошма төҙөү идеяһы «Урал» Башҡорт халыҡ үҙәге формалашҡанға тиклем күпкә алдараҡ барлыҡҡа килә. 1988 йылдың майында уҡ билдәле йәмәғәт эшмәкәре Т.Ғ.Исҡужин ошондай ойошма төҙөү зарурлығы хаҡында һүҙ ҡуҙғата. Тарих фәндәре кандидаты Р.М.Агишев кәңәшмәнең ойоштороу эшен башлап ебәреүҙе маҡсат итеп ҡуя. Доцент Марат Ҡолшәрипов, профессор Дамир Вәлиев, аспирант-юрист Зөфәр Йәнекәевтар ҡатнашлығында бәләкәй генә инициатив төркөм барлыҡҡа килә. Артабан был төркөм ултырыштарында Рәшит Шәкүр ҙә ҡатнаша башлай. Бер аҙҙан уларға Иҙел Агишев, Мөхәмәт Исҡужин килеп ҡушыла.

Эште закон нигеҙендә юлға һалыу өсөн ойошманың уставын, программаһын әҙерләргә кәрәк була. Әммә партия өлкә комитетының ризалығын алырға кәрәк. Ундай сетерекле мәсьәләне хәл итеүҙе Рәшит Шәкүр үҙ өҫтөнә ала. Идеология секретары, «Башҡорт халыҡ үҙәге» тигән атама менән килешмәйенсә, Республика башҡорт мәҙәниәте клубы тип кенә атарға рөхсәт итә.

Шулай итеп, 1989 йылдың 20 майында Нефтселәр мәҙәниәт һарайында 300-ҙән ашыу кеше ҡатнашлығында Республика башҡорт мәҙәниәте клубын ойоштороу сараһы үтә. Рәшит Закир улы унда «Милли тел, мәҙәниәт һәм халыҡ яҙмышы» тигән темаға ифрат ҙур (сәғәт ярымлыҡ!) доклад менән сығыш яһай. Докладта Башҡортостанға союздаш республика статусын биреү зарурлығы һыҙыҡ өҫтөнә алына. Артабан аҫаба халыҡ телен республика сиктәрендә дәүләт теле итеп раҫлау, ижтимағи-сәйәси халыҡ үҙәге ойоштороу тураһында һүҙ ҡуҙғатыла, башҡорт милли энциклопедияһы өҫтөндә эшләргә ваҡыт еткәнлеге хаҡында ла әйтелә. Йыйында «Башҡорт халҡына мөрәжәғәт» ҡабул ителә.

1989 йылдың 17 декабрендә «Урал» Башҡорт халыҡ үҙәген ойоштороу йыйыны үткәрелә. Унда 989 делегат ҡатнаша. Ойошма рәйесе Рәшит Шәкүр «Килер көндәргә ҡарап» тигән доклад менән сығыш яһай. Устав раҫлана, ойошма эшмәкәрлеген билдәләүсе Положение һәм резолюция ҡабул ителә.

«Урал» үҙәгенең сираттағы йыйыны 1991 йылдың 22–23 февралендә үтә. Уның эшендә республика райондарынан, ҡалаларынан 1198 делегат, Союздың 10 өлкәһенән, 7 республикаһынан 236 кеше ҡатнаша. Рәшит Шәкүр «Милли дәүләтселек һәм төп милләттең хоҡуҡтары» тигән темаға телмәр тота. Йыйында ер, экология, телдәр статусы, халыҡ мәғарифы, милли кадрҙар тәрбиәләү һ.б. мәсьәләләр хаҡында мөһим ҡарарҙар ҡабул ителә. «Был йыйында миңә, ниһайәт, вазифамды арҡаҙаштарымдың береһенә тапшырырға ваҡыт еткәйне», – тип яҙа Рәшит Закир улы үҙенең иҫтәлектәрендә. Ойошма рәйесе итеп БДУ доценты Марат Ҡолшәрипов һайлана.

Рәшит Шәкүр – башҡорт милли энциклопедияһына нигеҙ һалыусы

Артабан Рәшит Закир улы төп иғтибарын һәм көсөн энциклопедистикаға йүнәлтә. Әле 1970 йылдар аҙағында уҡ «Ҡаҙаҡ совет энциклопедияһы»ның тәүге дүрт томын почта аша алдырып, ентекләп танышып сыҡҡан була ул. 1991 йылдың 5 мартында Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында Башҡорт совет энциклопедияһы төркөмөн ойоштороу мәсьәләһе ҡарала ла уға етәкселек итеү эше Р.Шәкүргә тәҡдим ителә. Рәшит икеләнеүһеҙ риза була. Ике аҙнанан БАССР Министрҙар Советы «Башҡорт совет энциклопедияһы»н әҙерләү, баҫып сығарыу тураһында ҡарар ҡабул итә. Шул көндән Рәшит Закир улы, ғилми эштәрен, әҙәби ижадын ситкә ҡуйып, мәшәҡәтле өр-яңы эшкә сума.

«Ярай, Хөкүмәт ҡарары баҫылып сыҡты, ти. Ә бит уны бойомға ашыра башларға кәрәк. Ҡарарҙа энциклопедия төҙөү буйынса барлыҡ эш Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына йөкмәтелгәйне. Ә бында бөтөнөһө өсөн мин яуаплы. Башта, алда телгә алынған приказға ярашлы, ике ай буйы бер кешенән (!) торған «энциклопедия төркөмө» етәксеһе булып эшләнем, йәғни үҙемә үҙем етәкселек итеп йөрөнөм. Ниһайәт, 1991 йылдың 3 майында институтта дүрт кеше составында әлеге төркөм төҙөлдө. Шуныһы ҡыҙыҡ: төркөмөбөҙҙәге өс кешенең икәүһе, бер йыл буйы энциклопедия өсөн ҡыл да ҡыбырлатмайынса, ҡабат үҙҙәре эшләгән бүлектәргә күстеләр», – тип яҙа ғалим үҙенең «Йөрәктәге яҙмалар» китабында.

Коллектив туплау баштараҡ иң ауыр эштәрҙең береһе була. 1991 йылдың икенсе яртыһында ғына 12 ағзанан торған төркөм туплана. Энциклопедияны 9 томлыҡ итеп сығарыу планға индерелә, шулай ҙа башта «Башҡортостандың ҡыҫҡаса энциклопедия»һын төҙөү эшенә тотоналар.

Ҙур көс һалынған хеҙмәт 1996 йылдың йәй урталарында тамамлана. Яҡшы сифатлы итеп сығарыу ҙа кәрәк бит әле! Мадридтағы абруйлы полиграфия компанияһына заказ бирергә булалар.

Ҡыҫҡаса энциклопедияның рус телендәге баҫмаһын, «Ҙур совет энциклопедияһы» томдары менән йәнәш ҡуйырлыҡ булһын, тип, шундай уҡ ҡыҙғылт йәшмә төҫөндә һәм шул уҡ форматта нәшер итергә тип килешәләр. Башҡортса баҫма хаҡында ла, милли менталитетыбыҙға һәм Урал тәбиғәтенә яҡын булһын өсөн, йәшел йәшмә төҫөндә булһын, тип алдан уҡ һөйләшеп ҡуялар.

«1997 йылдың беренсе көнөн, беренсе сәғәттәрен Башҡортостандың тәүге энциклопедияһын ҡулдарыбыҙға тотоп ҡаршы алдыҡ!» – тип ҡыуанысын белдерә һуңғараҡ Рәшит Шәкүр хеҙмәттәштәре исеменән.

Был томды башҡортса сығарыу финанс яғынан йырып сыҡҡыһыҙ ҡаршылыҡтарға юлыға. Әммә ҡуш йөрәкле Рәшит ауырлыҡтарҙан ҡурҡамы һуң: ҡара тырышлыҡ күрһәтеп, алдына ҡуйылған маҡсатынан тайпылмай. Республика

Испанияның Толедо ҡалаһында. 1996 й.

Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улына хат аша мөрәжәғәт итеп, теләгенә ирешә – башҡортса энциклопедия Мадридта 8 мең экземпляр менән баҫыла! Уңыштан ҡанатланған нәшриәт коллективы «Башҡорт энциклопедияһы»ның 7 томлығын әҙерләү эшенә тотона. Республиканың тәүге энциклопедияһын әҙерләү һәм баҫып сығарыуҙағы ҙур хеҙмәттәре өсөн 1997 йылдың февралендә Рәшит Шәкүргә Президент указы менән «Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре» тигән исем бирелә.

1997 йылдың 2 декабрендә БАССР-ҙың Фән, юғары һәм урта профессиональ белем биреү дәүләт комитетының коллегияһы «Башҡорт энциклопедияһы» ғил- ми нәшриәтенең эше тураһында отчетты тыңлап, уның эшен «ҡәнәғәтләнерлек тип танырға» тигән ҡарар ҡабул итә.

Артабан иһә детективҡа торошло хәл-ваҡиғалар ҡуйыра: бер-ике көн үткәндән һуң Комитет башлығы Рәшиткә: «Һине ғилми нәшриәттең баш мөхәррире итеп ҡуябыҙ, шунлыҡтан директорлыҡтан китергә тура килер», – тип белдерә. Аптырашта ҡалған директор ризалыҡ бирмәй. Киләһе йылдың ғинуар каникулынан һуң Комитет рәйесе, эштән бушатыу тураһында фарман тотоп, нәшриәт етәксеһенең кабинетына килеп инә... Бына шулай бик күңелһеҙ тамамлана сикһеҙ көс һалынған «энциклопедия эпопея»һы Рәшит Шәкүр өсөн.

Үҙ халҡының тоғро улы

ХХ быуат аҙағы күңелде ҡырырлыҡ, дәрт-дармандарҙы ҡыйырлыҡ ғәҙелһеҙлектәргә юлыҡтырһа ла, бығаса тупланған ижади һәм фәнни эшмәкәрлек үҙ һөҙөмтәһен бирә – 1998 йылдың майында докторлыҡ диссертацияһы яҡлана! Шулай итеп, Рәшит Шәкүр 61 йәшендә фән докторы юғарылығына күтәрелә. Шул уҡ йылдың йәйендә Башҡорт дәүләт педагогия институтына профессор итеп эшкә саҡырыла. Институт етәксеһе Рәил Мирвай улы Әсәҙуллин үҙ эшенә мөкиббән бирелгән уҡытыусылар коллективы туплай. Университеттың башҡорт филологияһы факультетында берҙәм, татыу, үҙ эшен яратҡан уҡытыусылар менән эшләй профессор Рәшит Шәкүр. Кафедрала телгә ҡағылышлы барлыҡ эштәр ҙә юғары сифатлы итеп үтәлә. Ҙур кинәнес менән шөғөлләнгән топонимиканы ла күҙ уңынан ысҡындырмай ғалим. Университетта башҡорт диалектологияһы, БДУ-лағыса, иҫке ҡараштар нигеҙендә уҡытылған була: башҡорт әҙәби теле көнсығыш һәм көньяҡ диалектҡа нигеҙләнеп барлыҡҡа килгән тигән фекер өҫтөнлөк итә, ә төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының һөйләү теле диалект итеп танылмай. Башҡорт тел ғилемендәге был хата ҡараштан ҡотолоу маҡсатында Рәшит Шәкүр башҡорт теле диалекттарының өр-яңы классификацияһын эшләй, шуның менән төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының һөйләү телен үҙ аллы, өсөнсө диалект итеп уҡытыу эшен башлап ебәрә.

Мөғәллимлектән тыш, был йылдар эсендә Рәшит Закир улы йәмәғәтселек эшендә лә әүҙем ҡатнашты. Халҡыбыҙ, республика яҙмышы өсөн мөһим роль уйнаған бик күп сараларҙың уртаһында ҡайнарға тура килә уға. Йәше етмеш бишкә еткәндә лә бер юлы ете-һигеҙ йәмәғәт ойошмаһының эшендә ҡатнашып йөрөнө – Мең ырыуының ҡор башы, Яҙыусылар союзының идара ағзаһы, Бөтә донъя башҡорттарының Башҡарма комитеты ағзаһы, БР Хөкүмәте эргәһендәге Топонимика хеҙмәте етәксеһе һ.б.

Ил уҙаманы Рәшит Шәкүрҙең йәш быуынға васыят итеп әйтерлек кәңәш-һүҙҙәре лә бар:

«Башҡорт өсөн айырыуса ҡәҙерле төшөнсә – тыуған ер, тыуған тупраҡтыр. Тыуған ерҙә, туған халҡың менән бергә йәшәүҙән дә ҙурыраҡ бәхет юҡтыр ул. Шуның өсөн дә төрлө яҡтарға таралмағыҙ, һибелмәгеҙ, башҡорттарым! Балаларығыҙҙы, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙе ситкә таратмағыҙ. Улай тырым-тырағай булып йәшәр өсөн беҙ урыҫ та, ҡытай ҙа, хатта үзбәк тә түгел. Ҡытай, ҡайҙа йәшәһә лә, ҡытай булып ҡала, уны бер кем дә ассимиляциялай алмай. О, күп һанлы булыу ғәләмәте!.. Халыҡ, һан яғынан ни тиклем аҙыраҡ булһа, уға үҙ-үҙен милләт булараҡ һаҡлау өсөн шул тиклем үк күберәк көс түгергә кәрәк була. Улдарыбыҙҙы, фәҡәт башҡорт ҡыҙына өйлән, тип үҫтерергә тейешбеҙ! Шул саҡ ҡыҙҙарыбыҙ ҙа ишһеҙ ҡалмаҫ, сит милләткә өйләнеп, егеттәребеҙ ҙә атаһының милләтен, динен ҡәҙерләмәгән балалар ишәйтмәҫ!» («Башҡортостан», 16.02.2016 й.).

Йәшлек дуҫым, ҡорҙашым, һабаҡташым Рәшит Шәкүр! Халҡыбыҙҙың бөгөнгөһө, киләсәге өсөн көн-төн янып йәшәп, ғүмереңдең туғыҙынсы тиҫтәһен ваҡлайһың. Был йылдарҙы күҙ уңынан үткәреп, ғүмер баҡый фән тип йән атҡансы, тиҫтерҙәрем кеүек ауылда балалар үҫтереп ғүмер уҙҙырһам, яҡшыраҡ булмаҫ инеме икән, тигән икеләнеүле уйҙарға төшөп киткән саҡтарың да булып ҡуйғылай. Бер яҡтан ҡарағанда, дөрөҫ фекер. Халыҡ иҫәбен арттырып, уның йәшәйешен тәьмин итеүгә үҙ өлөшөңдө индереү, һис шикһеҙ, мөҡәддәс эштәрҙең береһелер. Ә бит халыҡты тиңдәр араһында тиң итеүсе, күтәреүсе зыялылар, фән докторҙары, профессорҙар ҙа булырға тейеш бит әле. Хоҙай Тәғәлә һиңә дөрөҫ юл һыҙған – милләттеңдең иң уҡымышлы, зыялы вәкилдәренең береһе һин. Теге ваҡыт: «Зәки Вәлиди армияһының ябай һалдаты булып хеҙмәт иткән булһам да, үҙемде иң бәхетлеләрҙән һанар инем, егеттәр!» – тигәндә арҡаларыбыҙҙы йәшен уттары ҡамсылап үткәндәй булғайны. Уй- хыялдарыңды бойомға ашырҙың – халҡың өсөн йәнеңде фиҙа ҡылырға әҙер тоғро һалдат булып ғүмер кисерҙең. Артабан да шулай булыр. Амин!

Аҙағы.

Төп фотоның авторы - Эдуард Дилмөхәмәтов

Читайте нас: