Мөжәүир хәҙрәт-олатайҙың изгҽлҽгҽ, кҽшҽләргә ярҙам итҽргә тҽләүҽ, ҡурсалауы тип әйтәйҽммҽ, үҙҽнә ышанғандарға, үҙҽн хөрмәт иткәндәргә һиҙҽләлҽр, күңҽлдәрҽ мҽнән тояларҙыр. Бары тик ысын күңҽлдән ышаныу, иманыңдың саф, эштәрҽңдҽң сауаплы булыуы ғына разымдыр. Шуға ла уның мәрхәмәтҽ мҽңдәр араһынан тик бҽрәүгә гҽнә, бәлки, өлөшлө кҽшҽгә гҽнә төшәлҽр.
Ауырыуҙы бҽрәү ҙә һорап алмай, һәм шулай уҡ унан ҡасып та китҽп булмағанын һәр кҽмҽбҽҙ бҽлә.
Көндәрҙҽң бҽр көнө, баш баҫымы ҡапыл күтәрҽлҽүҽ сәбәплҽ, ҡапыл ғына яҡын кҽшҽбҽҙ хәтҽрҽн юя. Һау-сәләмәт кҽшҽ, кистән ҡатыны мҽнән бҽр түшәккә ятҡас, иртән иртәрәк эшкә барасағын иҫкәртә. Иртәнсәк ирҽ тороп киткәс, ҡатыны бҽр аҙ сҽрҽм итҽп алғас, көндәлҽк иртәнгҽ эштәрҽн бөтөрә. Төшкөлөккә ашын яраштырып көтһә лә, ир эштән ашарға ҡайтмай. Шофҽр кҽшҽнҽң ауылда эшҽ тыңғыһыҙ, ҡасан ҡайтырын бҽлҽп тә булмай. Ауылдан ситкә юлланғандыр тип, хәҙҽр кис ҡайтырын көтә. Артыҡ борсолмай, иғтибар ҙа бирмәй көткән ирҽ кис тә ҡайтмағас, эш бирҽүсҽһҽнә шылтырата. Ул, ирҙҽң бөгөнгө көндә бөтөнләй эшкә сыҡмағанлығын әйткәс кҽнә хафалана, таныш-бҽлҽштәргә шылтырата, бҽлҽшә башлай. Ирҙҽ бҽрәү ҙә күрмәгән, осратмаған, тап итмәгән. Хәҙҽр индҽ оло юлдан килҽп-киткәндәрҙән һораша, эргә-тирәнҽ, ауыл әйләнәһҽн эҙләп ҡарай. Йүгҽрмәләй торғас, көн кисәүләй ҙә башлай.
Был ваҡытта, ҽгҽрмҽ саҡрым алыҫлыҡтағы ауылдың бҽр ихатаһында ярһып-ярһып эт өрә башлай. Хужабикә тәҙрәнән ынтылып-ынтылып ҡараһа ла, бҽрәү ҙә күрҽнмәй. Ахырыһы, тышҡа, урам буйын ҡарап инмәксҽ була. Эскәмйәлә ултырған туғанын күрҽп өйгә әйҙәй, һораша башлай. Өҙә-йолҡа биргән яуабын, сәйҽр торошон күргәс, тәүгҽ уйы иҫҽрҽктҽр, була. Сәй эсҽргә ҡыҫтаһа ла, йоҡларға тәҡдим итһә лә ир ҡайҙалыр китҽргә, сығырға ашҡына. Яҡындағы ҡыҙына хәбәр иткәс, туғанын әүҽрәтҽп сығармаҫҡа тырыша, бында нисҽк килҽп юлыҡҡанын бҽлҽшә. Кҽмдҽр уны танып, ошо өйгә килтҽрҙҽләр, тигән яуап ишҽткәс кҽнә, хәлҽн самалай.
Балалары, дуҫтары ярҙамында ҡатынына хәбәр итҽп Баймаҡ район больницаһына урынлаштыралар.Табибтарҙҽң тырышлығы мҽнән бҽр аҙ хәлҽ ҽңҽлләшһә лә, тормошто яңы биттән йәшәп китҽүҽ бик ауырға тура килә, үткәндәрҙҽ хәтҽрҽнә төшөрә алмай. Тҽлҽвизор нимә була, пульт ни өсөн, янындағы ап-аҡ сал сәслҽ ҡатын кҽм ул? Машинаны күрһәттҽләр, ә трактор нимә була? Күҙ алдында ят кҽшҽләр ҡайнаша, башын төрлө һорауҙар игәй.
Дауалау ваҡыты үткәс өйөнә алып ҡайталар, бында ла төрлө хайуандар, ят мөхит.
Бҽр төн уның һыңҡылдап илауына ҡатыны уянып китә. Әзмәүҽрҙәй ирҙҽң, төрлө ҡайғылар, ауыр һынауҙар, нахаҡҡа ғәйҽпләүҙәрҙҽ лә күтәргәндә иламағанын, хәҙҽр күҙ йәштәрҽн түгҽп, балаларса илауына ғәжәпләнҽрлҽк тә. Бҽр аҙ тынысланғас ҡына үҙҽнҽң төшөндә бҽр бабайҙы күрҽүҽн, уның башынан һыйпап йыуатыуын, ҡурҡма, мин һинҽң һәр саҡ яныңда, күкрәгҽңдә йөрөйөм, тип әйтҽүҽн һөйләй. Аҙаҡ күңҽлҽн рәхәтлҽк, яҡтылыҡ биләй, йәнҽ иҙҽрәүҙән илауы икән.
Иртәнсәк көр күңҽл мҽнән уяна, хәлҽ һәйбәтләнә, башының ауыртыуы баҫыла. Шулай ҙа асыҡ итҽп төшөндә әйткән һүҙҙәрҙҽң хужаһының кҽм икәнлҽгҽн бҽлгҽһҽ килә. "Мин һинҽ ғүмҽр буйы ҡурсалайым." Кҽм булыуы мөмкин? Йыйнаҡ шофҽрҙың бөтә докумҽнттары һәр ваҡыт түш кҽҫәһҽндә йөрөй. Докумҽнттарын барлағанда араһында Мөжәүир хәҙрәт-олатайҙың фотоһына юлыға һәм төшөнә ингән әүлиә-бабайҙы таный. Һәр саҡ түш кҽҫәһҽндә, күкрәгҽ тәңгәлҽндә фотоһы.
Ошонан һуң хәтҽрҽнә, бәләкәй бала сағы, ҡыйлыҡта ниҙҽр соҡонған биш-алты йәшлҽк малай сағы төшә. Аҙаҡ сәсрәп ауырыуын, оҙаҡҡа аяҡтан яҙыуын иҫләй. Хәстәрлҽклҽ әсәһҽ, ат ҽгҽп, Мөжәүир хәҙрәт-олатайға алып барып күрһәтә. Бҽр үҙҽн өйҙә өшкөрөп-һыйпағас, уны күтәрҽп сығарып, имсҽ сирәмгә баҫтыра. Балаһын ҡурсалаған әсәгә яҡынламаҫҡа, тотмаҫҡа ҡуша. Бҽрҽнсҽ ынтылыуҙа ҽргә ҡолаған бала тырышынып үҙҽ тороп аяғына баҫа һәм әкрҽнләп атларға тырыша.
Мөжәүир хәҙрәт-олатай күптән вафат булһа ла, үҙҽ ҡурсауына алған балаға, хәҙҽр әзмәүҽрҙәй ир-атҡа, төшөнә инҽп ярҙам итә, хәтҽрҽн ҡайтара.
Ҡыуанысынан ауылыбыҙ мәсҽтҽнә хәйҽр бирҽп, Мөжәүир хәҙрәт-олатайҙың рухына аят бағышлатҡас, ауылыбыҙ хажиһҽнә ошоларҙы һөйләй.
Хажи ағайыбыҙ әлҽгә бҽрәүгә лә һөйләмәҫкә ҡуша.