Все новости
Знаменитые люди
7 Июня 2021, 10:35

Ҡуш йөрәкле Рәшит (1-се өлөш)

Был яҙмам – университет йылдарын­дағы һабаҡташым, фекерҙәшем Рәшит Шәкүр тураһында. Салауат Юлаев дәүләт премияһы лауреаты, яҙыусы, филология фәндәре докторы, профессор дәрәжәләренә ирешкән йәшлек дуҫым менән иҫкә алырлыҡ хәтирәләр байтаҡ йыйылған икән.

Белем тауына үрләгәндә

Рәшит менән БДУ-ның тарих-филология факультетының рус-башҡорт бүлегенә 1960 йылда уҡырға индек. Ул ваҡытта бындай төркөм университетта ғына ине. Беренсе курсҡа 25 студент ҡына алынды. Конкурс бик ҙур – бер урынға 10 дәғүәсе. Шул сәбәпле 4 абитуриентты ирекле тыңлаусы сифатында алып торҙолар. Төркөмдә 29 кеше булып киттек. Күпселек – эш, әрме хеҙмәте стажы менән килгән. Төркөмөбөҙ ҙур ҙа, көслө лә ине. Белем тауына үрләргә, уҡырға сат йәбешеп тотондоҡ.
Беренсе курстағыларҙы Киров менән Цюрупа урамдары мөйөшөндәге барак тибындағы бер ҡатлы ағас йортҡа урынлаштырҙылар. Бер ниндәй ҙә көнитмеш шарттары юҡ: утын, һыу, бәҙрәф тышта, һәммәбеҙгә – бер бәләкәй генә электр плитаһы. Комендант, йыйыштырыусы-маҙар юҡ. Көндәлек эш – сиратлашып дежур иткән студенттар елкәһендә.

29 студенттың ун бише – егеттәр. Бөтәбеҙҙе бер ҙур бүлмәгә урынлаштырҙылар. Күпселек – эре һөйәкле, баҙыҡ кәүҙәлеләр. Ул яҡтан Рәшит бөтәбеҙҙән дә күркәмерәк булыуы менән айырылып торҙо. Ике йыл йәки унан да күберәк хеҙмәт стажы менән килгәндәр айырымланыбыраҡ урынлашҡан. Урта мәктәпте тамамлап ҡына килгәндәр айырым бер мөйөштә тупланған.

Уҡыу мәшәҡәттәренән арынған киске мәлдәрҙә халҡыбыҙ яҙмышы, бөгөнгөһө-киләсәге, әҙәбиәт-мәҙәниәт тураһында фекер алышыуҙар башлана. Йәштәр менән өлкәндәрҙең уй-фекере тап килмәгән саҡтар ҙа булғылай. Шундай мәлдәрҙең береһендә Рәшит: «Һеҙ, бүл­теректәр, ололар һүҙен тыңлап йөрөгөҙ. Үҙегеҙгә лә файҙаһы те­йер», – тип иҫкәрмә яһағайны, бүлмә тынып ҡалды. Бер аҙҙан кемдер: «Бүлтерек нимә була ул?» – тип һораны аптырап. Рәшит: «Беҙҙең меркет-мең һөйләшендә бүлтерек – һарыҡ-кәзәләрҙең көҙгә табан һуңлап тыуған бәрәсе. Көҙгө һалҡындарҙа, инәләренә эйәрә алмай, көтөүҙән айырылып ҡала башлаһа, көтөүселәргә артыҡ мәшәҡәт тыуа – кискә тиклем һырмалы йылы ҡуйындарында йылытып йөрөтәләр». Яңы һүҙҙең мәғәнәһен шулай ентекләп аңлат­ҡас, дәррәү көлөшөп алдыҡ. Ул кәмһетеү, үсекләшеү итеп ҡабул ителмәне, телмәребеҙҙәге ғәҙәти һүҙгә әйләнде.

БДУ студенттары Рәшит Шәкүров, Марсель Ҡотлоғәлләмов, Рафаэль Ҡәҙерғәлин. 1962 й.


Шундай әңгәмәләр ваҡытында тор­мош-көнитмеш тураһындағы хәбәр­ҙәрҙән революция, милли сәйәсәт кеүек етдиерәк темаларға ла күсеп китәбеҙ. Ш.Бабич, З.Вәлиди, М.Мортазин кеүек арҙаҡлы шәхестәребеҙ тураһында фекер алышырға ла баҙнатыбыҙ етә. М.Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлап ҡайтҡан талант эйәһе, танылған йәш шағир Рәми Ғариповтың Өфөнән тыуған яғындағы совхозға комсомол етәксеһе итеп һөрөлөүен дә Рәшит Шәкүровтың бик ентекле итеп аңлатыуынан белдек. Ундай бәхәсле лә, ҡыҙыҡлы ла әңгәмәләрҙең ҡап уртаһында минең дә ҡалғылағаным булды. Берәүһе менән һеҙҙе лә таныштырып үтәйем.
...Тыуған ауылымдың (Ейәнсура районы Үрген ауылы) Бишәй урамында йәшәгән Әхмәт дуҫтың өйөндә туй мәжлесе ҡыҙған саҡ. Беҙ, 10–12 йәшлек малайҙар, Әһел ятыуына һыу инергә китеп барабыҙ. Әхмәт дуҫты ла алып китергә туҡталдыҡ. Мәжлес мәрәкәләрен күреп китеү теләге лә бар, әлбиттә. Асыҡ тәҙрәнән йыр ишетелә:
Байҙар-байҙар бал эсә,
Урта байҙар буҙа эсә.
Беҙҙең кеүек ярлы меҫкен
Мәкегә ятып һыу эсә...
Туй һыйынан бер төрлөрәк булып алған ҡунаҡтар «антракт»ҡа сыға башланы: берәмләп тә, ҡушарлап та. Оҙон буйлы бер ағай, үҙенән өс ҡарышҡа ҡыҫҡа ҡара битле быжыр ҡатынын эйелеп ҡосаҡлап алған да, уға булған матур тойғололарын төшөндөрә:
Берәү, икәү, өсәү, дүртәү,
Бишәү, алтау, ун ике.
Ун икенең араһында
Иң матуры – минеке...
Ул тиклем дә матур комплиментты апай яуапһыҙ ҡалдырманы: «Рәхмәт инде, бабайҡайым», – тине һәм, ап-аҡ тештәрен бөтә теүәллегендә күрһәтеп, башын ҡартының яурынына терәне.
Улар артынса, ҡурайында «Хәтирә» көйөн һыҙғыртып, Шәрифйән ағай килеп сыҡты ла, кәртә яғына киткәндәргә эйәрмәй, малайҙар төркөмөнә яҡынлашты:
– Көн ҡыҙа башлаған. Был ваҡытта беҙ, һеҙҙең ише малайҙар, Әһел ятыуынан сыҡмай торғайныҡ, – тип өндәште.
– Ул ятыу һин бәләкәй саҡта ла бар инеме ни? – тине арабыҙҙан бер малай.
– Һы, булмаған ҡайҙа. Хәҙергә ҡарағанда ла тәрәнерәк ине әле ул.
– Ат та йөҙҙөргәнһегеҙҙер әле улай булғас?
– Йөҙҙөрмәгән ҡайҙа! Зәки Вәлидиҙекен дә. Ул беҙҙең яҡтарға өс тапҡыр килеп сыҡты. Аҡъюл Әхмәтбаҡый хажи хәҙрәткә төшөп йөрөнө ярандары менән. Хәҙрәт уның йонсоған аттарын алыштырып ебәрә ине.
Малайҙарҙың һорауҙарына яуап биреп кенә өлгөр! Һәр кем үҙенекен әйтеп ҡалырға тырышты.
– Кем ул? Батыр инеме?
– Алпамышалай булғандыр инде!
– Һеҙҙең кеүек бала-саға ғына инек бит. Ҙур түрә, ти торғайны ололар. Үҙе бына минең кеүек ҡуранысыраҡ ҡына кәүҙәле. Оҙонса йөҙлө, сағыу, көслө тауышлы ине...
– Ул беҙҙең ауылда нишләп йөрөнө икән?
– Ул тиклемен белеп бөтмәй инек. «Үҙебеҙҙең башҡорт хөкүмәтен төҙөп йөрөй», – ти ине ололар. Ҡаҡса кәүҙәле, ҡарпыш ҡолаҡлы бер егет тә булған янында. Башҡорт армияһын ойоштора икән, тигән һүҙҙәр ҙә ишетелгеләне...
Бала саҡ хәтирәләре менән бүлешеп тә бөттөм, һөйләгәндәремде Рәшит эләктерә һалып та алды:
– Булған шул беҙҙең Зәки Вәлиди тигән юлбашсыбыҙ! Әгәр ул заманда хәҙерге йәшемдә булып, уның армияһының ябай һалдаты булып хеҙмәт иткән булһам да, үҙемде иң бәхетлеләрҙән һанар инем!
– Ә теге ҡаҡса юлдашы кем булды икән? – ти арабыҙҙан берәү.
– Сәркәтибе. Ырымбурҙа, ҙурыраҡ башҡорт ауылдарында йәштәрҙе «Тулҡын» ойошмаһына ылыҡтырып йөрөгән, – тип еткерҙем иптәштәргә Ш.Бабичтың башҡорт йәштәре менән эшләү һәләтен.
Зәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич кеүек шәхестәр тураһындағы ошондай әңгәмәләр халҡыбыҙ мәнфәғәте өсөн янып-көйөп йөрөгән Рәшиткә көс-ҡеүәт, дәрт өҫтәй ине.

Һәр яңылыҡҡа диҡҡәт иттек

Күпселегебеҙҙән айырмалы рәүештә, Рәшит буш ваҡытын күберәк гәзит-журналдар редакцияларына йөрөп үткәрә, үҙе лә яҙыша торғайны. Аҙмы-күпме гонорар стипендияһына ҡушымта ла булғандыр инде. Яңылыҡтарҙы беҙгә ҡарағанда күберәк белә, ҡайһы берҙәре менән йоҡоға талыр алдынан беҙҙе лә таныштырып бара ине.
Бер көндө кис һуңлап ҡына ҡайтып инде лә, «Совет Башҡортостаны» гәзитен йәйеп ебәреп:
– Шөкөр, егеттәр, башҡорт ауылдарында ла өй китапханалары булдырыла башлаған! – тигән хәбәр һалды.
– Китсе, ҡоро таяҡ хаҡына эшләп йөрөгән ауыл халҡы китап тупларлыҡ аҡса ҡайҙан алһын?
– Ысын, егеттәр, бына бит ундай хәбәр гәзиттә бар, – тип ҙур форматлы гәзитте йәйеп күрһәтте Рәшит. – Тимәк, халыҡтың аң кимәле үҫә, милли аңы уяна.
– Ҡайһы ауылда? Кемдә?
– Ейәнсура районының Үрген ауылында Аҡъюлов Нәҙерғәли ағайҙың өйөндә ҙур ғына китапхана тупланған. Беҙҙең яҙыусыларҙың өр-яңы әҫәрҙәренән алып марксизм-ленинизм классиктарының ғилми хеҙмәттәренә тиклем бар икән.
– Юҡ хәбәрҙер. Гәзитселәр яҙа инде, эштәре шул булғас...
– Нишләп юҡ булһын, – тип мин Рәшитте яҡланым. – Мәҡәлә геройы – минең яҡын ғына ағайым. 1927 йылғы, Алыҫ Көнсығышта япон илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышта ҡатнашҡан. Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы мәктәбен тамамлап, В.Молотов исемендәге колхозда тәүге дипломлы агроном булып эшләй башлаған, – тип ҡан туғаным тураһында үҙем белгән байтаҡ ҡына мәғлүмәтте теҙеп сыҡтым да ышанмаусанлыҡ белдереүселәрҙең ауыҙҙарын йомдорҙом.
Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Рәшит тағы ла һуңлаңҡырап ҡына гәзит тотоп ҡайтып инде лә, шат йөҙөнә киң йылмайыу сығарып, шаҡ ҡатырырлыҡ хәбәр һалды:
– Егеттәр, беҙҙең халыҡтан да киносценарист булырлыҡ заттар күренгеләй башлаған икән!
– Китсе, кем һуң ул?
– Исмәғилдең ауылдашы, Азат Абдуллин ағай. Бына «Литературная газета»ла шундай хәбәр баҫылған.
– Азат ағай, ысынлап та, минең ауылдашым, Сатра урамында тыуып үҫкән. Һүрәм һыуында яҙғы ташҡын ваҡытында һәләк ителгән Сергей Чекмаревтың тормошо хаҡында повесть яҙа, тиҙәр ине, – тип мин дә белгәнемде һөйләнем.
Азат ағайҙың үҙәк гәзит геройына әйләнеп китеүенең кире ҡаҡҡыһыҙ сәбәбе лә булған шул. Сергей Чекмарев тураһындағы повесть киносценарийға әйләндерелгәс, «Мосфильм» кинорежиссерына кәңәш менән мөрәжәғәт иткән автор. Тегеһе авторҙы тыңлап бөтмәҫтән: «Хәл-ваҡиғалар һеҙҙең Урал яғында бара икән. Свердловск кинорежиссеры менән һөйләшеп ҡара. Икегеҙ ҙә бер төбәктән булғас, кәңәшегеҙ, бәлки, берегер», – тигән.
Кинорежиссер Азат ағайҙан сценарийҙы һөйләтеп алған да: «Һин ауыл кешеһе, геройҙың ҡала тормошон тейешенсә һүрәтләй алмаҫһың. Уның ауыл еренә ҡағылышлы эшмәкәрлеген һүрәтләрһең, ә ҡалаға бәйле хәлдәрҙе мин яҡшыраҡ тасуирлармын. Икебеҙҙең хеҙмәтте берләштереп, киносценарий яһарбыҙ», – тигән. Әммә һуңынан сценарист эшен тулыһынса үҙенеке итеп күрһәткән, ә Азат ағай тишек кәмәгә ултырып ҡалған. Гәзиттә шул әҙәби ҡараҡлыҡ тураһында хәбәр булған икән.
Ошо сәбәпле Азат ағайҙың киносценарислыҡ һәләте баҫылып ҡалған, әммә ул ижадтан айырылмаған: Мәскәүҙә «Огонек» журналында эшләгән, башҡорт драматургияһын бар донъяға танытҡан яҙыусы дәрәжәһенә өлгәшкән.
Рәшит әрме хеҙмәте хаҡында ла йыш һөйләй ине. Ул хеҙмәтләндергән радиостанцияның ҙур ғына майҙаны селтәр менән кәртәләп алынған булған икән. Ул урынды таҙалыҡта, тәртиптә тотоу – элемтәсе һалдат елкәһендәге бурыс. Рәшит ундай шарттың файҙалы яғын күрә белгән: үләнен сабып, бесән итеп һатып, аҡсаһына «Совет Башҡортостаны», «Ағиҙел» кеүек башҡорт баҫмаларына яҙылған. Шул рәүешле әрмелә лә милли матбуғат яңылыҡтары, мәҙәни саралар менән даими рәүештә танышып барған, үҙе лә яҙышып, журналист оҫталығын шымартып ятҡан икән. Хәҙерге тел менән әйткәндә, эшҡыуарлыҡ таһыллығы ла булған бит Рәшиттә – аяҡ аҫтындағы аҡсаны йыйыштырып ала белеү ул заманда һәр кемдең ҡулынан килмәгән.

Бер эштә лә һыр бирмәнек

Беренсе курстың тәүге айында беҙҙе бер айға колхоз-совхоздарға уңыш йыйыуҙа ярҙам итергә ебәрҙеләр. Ауырғазы районының Солтанморат ауылындағы (Ғәлимйән Ибраһимовтың тыуған ауылы) Ғ.Туҡай исемендәге колхозға тәғәйенләнеләр. Беҙҙең төркөмсә шул колхоздың Әбсәләм бригадаһында эшләне. Трактор менән эттереп килтерелгән һалам сүмәләләрен ай буйына эҫкерттәргә өйҙөк. Ышанып тапшырылған эште комсомол энтузиазмы менән юғары сифатлы итеп үтәнек. Колхоз егеттәре, ауыл халҡы эшебеҙҙән дә, тәртибебеҙҙән дә, мәҙәни-ағартыу шөғөлдәребеҙҙән дә бик ҡәнәғәт булды. Рәшитебеҙҙең абруйы айырыуса ҙур ине. Эҫкерт башында торорға унан башҡа теләк белдереүсе лә булманы. Күмәкләшеп ырғытҡан һалам күтәремдәрен бер үҙе алып өлгөрөп, нығытып тапап, эҫкертте матур итеп ослап ҡуя ине. Былай ҙа күркәм һынлы Рәшит ситтән күҙәтеп тороусыға ысын мәғәнәһендә Алпамыша кеүек һынлана ине.

Студенттар ауыл халҡына ярҙам итә


Көндөҙ ең һыҙғанып баҫыуҙа эшләһәк, кистәрен ауыл клубын гөрләттек. Шундай кисәләрҙең берәүһе хәтерҙә һаҡланып ҡалған. Ауыл тирәһендә аш-һыуға тотонорлоҡ таҙа һыу сығанағы юҡ. Урам уртаһында ҙур ғына күл бар. Бөтә тереклектең көнитмеше шул күлгә барып тоташа: мал-тыуар, ҡош-ҡорт, халыҡ эсәр һыуға мох­тажлыҡты шуның менән ҡәнә­ғәтләндерә. Аш яраштырырға булһа, таңдан уҡ ташып ҡуялар. Бөтә бысраҡ бер төн эсендә күл төбөнә ултыра ла, һыу таҙарып, эсергә яраҡлы булып ҡала, йәнәһе. Бындай хәлдең бер ҙә генә ярамағанлығы төркөмөбөҙгә Мәскәүҙең ГИТИС-ынан килеп ҡушылған Фәхрәзи Ҡужин атлы егеттең төртмә шиғыры аша бик тә фәһемле итеп аңлатылғайны халыҡҡа:
Ауылыбыҙ уртаһында
Йәйрәп ята күлебеҙ.
Аттар кисә, эттәр эсә,
Беҙ ҙә эсәбеҙ генә...
Колхоз эшенән ҡайтҡандан һуң коллективты бер йомғаҡҡа туплау өсөн, Рәшиттең абруйына таянып, бар көсөбөҙҙө һалып тырыштыҡ. Факультеттың, хатта университеттың йәмәғәт эштәрендә, фәнни, ижади түңәрәктәрҙә ҡатнашыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙыҡ. Рәшиткә икенсе курста уҡ әҙәби түңәрәк («Шоңҡар») старостаһы, стена гәзите («Йәш әҙәбиәтсе») мөхәррире эштәре йөкмәтелде.

«Йәш әҙәбиәтсе» стена гәзитендә – йәш әҙиптәрҙең ижад емештәре


Беренсе курстан һуң университет янында төҙөлгән ятаҡҡа күстек. Тәртип һаҡлау беҙҙең төркөмгә йөкмәтелде. Был йәмәғәт эшен дә тейешле кимәлдә атҡарҙыҡ, һөҙөмтәлә факультетта иң алдынғылар рәтенә сыҡтыҡ.
Рәшиттең тарих, тел, фольклор менән ҡыҙыҡһыныуы, журналистикала ла күпмелер тәжрибә туплауы тәүге курсты тамамлағанда уҡ фәнни эшмәкәрлектә дөрөҫ йүнәлеш алырға ярҙам итте. Һөҙөмтәлә ул өсөнсө курста Радищев исемендәге стипендия алып уҡыны.

* * *
Беренсе курсты яҡшы һөҙөмтәләр менән тамамлап, 1961 йылдың июнь аҙағы – июль башында уҡытыусыбыҙ Әнүр Вәхитов етәкселегендә Силәбе өлкәһенә фольклор экспедицияһына юлландыҡ. Мөмкин тиклем күберәк ауылдарҙа булыу ниәтенән төр­көмөбөҙ икегә бүленде. Берен­сеһе – Әнүр Хисмәт улы ме­нән, икенсе төркөм Рәшит етәкселегендә билдәләнгән мар­шруттар буйынса юлға сыҡты. Мин дуҫым янында ҡалыу­ҙы хуп күрҙем.
Был төбәктә йәшәүсе милләт­тәштәребеҙ 1934 йылда республиканан айырымланып Силәбе өлкәһе ҡарамағына ҡалдырылған булһа ла, башҡортлоҡтарын һаҡлап ҡалған. Һөйләштәре лә үҙенсәлекле: Арғаяш яғында ҙ урынына – ҫ (ҡыҙ – ҡыҫ, ҡаҙ – ҡаҫ), Ҡоншаҡ тирәһендә ҙ урынына һ өнө әйтелә (ҡыҙ – ҡыһ, ҡаҙ – ҡаһ), үҙҙәрен хатта төп башҡорттар тип иҫәпләйҙәр. Беҙ уларса һөйләшмәгәс, урамдағы бала-саға: «Татарҙар килгән, бөгөн концерт була!» – тип йүгерешеп йөрөгәне хәтерҙә.

Экспедиция ағзалары Арғаяш районы Ҡолой ауылында. 1961 йылдың июле


Һары Күлмәк ауылына яҡын бер ауылда төнгөлөккә мәктәпкә урынлаштырҙылар. «Бында Ғәлимов Сәләм уҡып киткән!» тигән мәғлүмәт тә бирҙеләр. Атаҡлы шағир һабаҡ алған мәктәптә төн сығыуыбыҙға күңелдәребеҙ шатлыҡ хисенә тулды.
Ауылдарҙың байтағы беҙҙең яҡтарҙағы совхоз үҙәктәре шикелле. Халыҡ ҡайҙандыр күсереп килтерелгәнгә оҡшай. Кәҫле яҡтарын һағынып-зарығып һөйләһәләр ҙә, сәбәбен әйтеп еткермәйҙәр. Һуңыраҡ ҡына белдек: Маяҡтағы шартлау арҡаһында (Чернобылдәге кеүек) ул яҡтарҙағы аҫаба халыҡты ашыҡ-боҫоҡ ҡына ҡоролған ауылдарға ирекһеҙләп күсергәндәр икән.
Фольклор экспедицияһында Рәшит үҙенең тәбиғи ҡомарына сумды: һөйләш-диалект яңылыҡтары, риүәйәт-эпостар, әйтеш-мәҡәлдәр... Барыһы ла танһыҡ ине уға. Форсаты тура килгәндә берәйһенән велосипед алып тороп булһа ла маршрутҡа инмәгән ауылдарға бара һалып килгеләй торғайны. Ҡоншаҡ районының Бүре ауылына кисләтеп кенә барып, «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу» эпосына бәйле атаҡлы Маян күле буйҙарын, Маян убаһын фотоға төшөрөп ҡайтты. Ҡуҙый һыуы ла бар икән шул тирәлә.
Ун ике көн эсендә Силәбе башҡорттарынан шул яҡтарҙа сығарылған «Ҡолой кантон», «Күк ыласын», «Арғужа», «Шәрәфетдин», «Заһиҙулла», «Зарыҡай», «Насир», «Киҙәгәс», «Еҙнәкәй»ҙең урындағы варианттарын яҙып алдыҡ. Өфөгә ҡайтҡас, Рәшит бай фольклор материалдары нигеҙендә «Совет Башҡортостан»ында «Ҡурай моңо йәшәй күңелдә» тигән мәҡәлә баҫтырып сығарҙы.
1962 йылда Рәшит, уҡытыусы Рәшит Рахманғолов етәкселегендә Ҡурған башҡорттары яғына ойошторолған диалектология практикаһында ҡатнашып, бер ҡалын дәфтәр күләмендә материал туплап алып ҡайтты. Ғәләмәт бай йөкмәткеле дәфтәр менән бергә ҡылған сәскәһеләй аҡһыл-һары сәсле, күк йөҙөн хәтерләткән зәңгәр күҙле 16 йәшлек Марина исемле һылыу ҡыҙҙың саф мөхәббәт ялҡынына ҡойоноп ҡайтып төштө ул тыуған яғына.
Теүәл өс йыл буйына хат-хәбәр алышты йәштәр. Университет студент­тарының 70 проценты ҡыҙҙар булһа ла, зәңгәр күҙле Маринаны егеттең йөрәгенән һис кем ҡыҫырыҡлап сығара алманы. «Зәңгәр күлдәк кейгән, зәңгәр гөлдәр һөйгән, зәңгәр күҙле ҡыҙҙы һағынам» тип эстән генә көйләп, йәндәй күргән ҡыҙына булған һағышын баҫҡандыр студент Рәшит... Әлмән районы Убалы ауылы гүзәле менән өлгөлө ғаилә ҡороп, әлегәсә бер-береһенә терәк булып йәшәй улар.


(Дауамы бар.)

Читайте нас: