Все новости

Аш һеркәһен алманан үҙең эшләүгә етмәй

Бының өсөн боҙолорға етешкән татлы сорт алма яҡшы була. Ҡойолоп төшкәндәре бигерәк тә яҡшы.

Алманы яҡшылап йыуып, турарға ла, быялаламы, эмалләнгән һауыттамы иҙергә. Шул бутҡаға 1 кило алма иҫәбенә 1,5-2 аш ҡалағы шәкәр һалып, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойорға. Һыу алма күләменән 1,5 тапҡырға артығыраҡ булырға тейеш. Йәғни, 2 литр иҙмәгә - 3 литр һыу. Һауытты 2 аҙнаға ҡараңғы йылы урынға ултыртып ҡуйырға, көнөнә 2 тапҡыр болғатып торорға. Ваҡыты еткәс, һыуын һарҡытып 3 литрлыҡ быяла банкаларға бүҫкә генә итеп (6-7 см. буш урын ҡалдырып) бушатырға ла йәнә 2 аҙна шул урында тоторға.
14 көндән шешәләргә ҡойоп, тығынлап, һаҡларға ҡуяһың.
"Башкорт ҡатын-ҡыҙы" төркөмөнән.

Фото: GETTY IMAGES