Все новости

Күбек май

Күбек майҙы әбйәлилдәр нисек эшләй?

Уның өсөн яңы ойоған ойотҡан,бер тәүлек торған ауыл ҡаймағы һәйбәт була. Мин сама менән яһап өйрәнгәнмен. 3-4 литр ойотҡанға 1 литр ҡаймаҡты ҡушырға ла миксер менән бутарға. Күбек май тиҙ генә өҫкә ҡалҡа.

Уны тишекле сүмес менән һөҙөп алырға ла айранын һирәк иләктән тағы ла бер тапҡыр һөҙөп алырға кәрәк. Айранда май өлөшсәләре ҡалмаһын өсөн инде быныһы. Сөнки күбек май айранын кәзә ҡымыҙынан да тәмле тип эсә минекеләр.

Ҡаймаҡ һыуытҡыста тороп ҡатһа бигерәк яҡшы, май тиҙерәк төшә.
Сәрбиямал Ихсанованың рецепты.