Все новости

Ирис кәнфиттәрен өйҙә әҙерләйбеҙ

Данлыҡлы “Алтын асҡыстар” һымаҡ килеп сығасаҡ.

Ирис кәнфиттәрен йорт шарттарында әҙерләү өсөн:
Ҡаймаҡ – 1 стакан
Шәкәр – 1 стакан
Ваниль – бер семтем
Май – 50 грамм
Бешереү тәртибе:
  1. Ҡаймаҡты, шәкәрҙе һәм ванильде бергә ҡушып болғайбыҙ һәм ҡалын кәстрүлдә яй ғына ут өҫтөнә ҡуябыҙ. Ҡайнатма һоро төҫкә инергә тейеш. Төҫө үҙггәргәнсә болғап торорға онотмағыҙ.
  2. Артабан ҡайнатмаға май өҫтәйбеҙ һәм тағы ла аҙыраҡ ҡайнатабыҙ. Әгәр ҙә аҡһыл төҫкә тиклем ҡайнатһаң, һуҙылыусан буласаҡ. Оҙағыраҡ ҡайнатҡан һайын кәнфит ҡатыраҡ буласаҡ һәм ваҡланып торасаҡ.
  3. Һауыт һәм пергамент ҡағыҙ әҙерләйбеҙ. Ҡайнатманы шунда ҡоябыҙ. Һыуынғандан һуң уны кәрәкле ҙурлыҡта ҡырҡабыҙ.
  4. Кәнфиттәр әҙер, сәйегеҙ тәмле булһын!
  5. Фото: pixabay.com