Все новости

Эремсекле печенье

Эремсек яратыусылар өсөн сәй янына бынамын тигән тәмлекәс!Кәрәк була:250 г эремсек, 100 г аҡ май, 1 йомортҡа, ванилин, ярты сәй ҡалағы ҡамыр көпшәкләндергес ( разрыхлитель), 2 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 300-350 г он.

Барыһын бергә ҡушып, йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫабыҙ. 30 минутҡа холодильникка оҙатабыҙ. Туҡмас ҡамыры кеүек итеп йәйәбеҙ һәм йәйем өҫтөнә шәкәр онтағы һибәбеҙ. Йәйемде уртаға табан ике яғынан ҡапма-ҡаршы рулет кеүек төрәбеҙ. Үҙегеҙ теләгән размерҙа һәм формала (сәскә йәки йөрәк рәүешендә) киҫеп, пергамент кағыҙ йәйелгән листарға һалырға ла духовкала бешереп алырға.
Табындарығыҙ бай булһын, дуҫтар!
З.Хәйруллина.