Все новости

Артыҡ ауырлыҡты кәметеү өсөн эсемлек

Кәрәк була: бер ус тирәһе һоло ярмаһы (овсяные хлопья "Геркулес"), ҡара емеш (чернослив) һәм бешмәгән, сей ҡыҙыл сөгөлдөр (эре итеп ҡырғыс аша үткәрелгән булһын).

Бөтәһен бергә ҡушып, 2 литр ҡайнар һыу ҡойорға һәм 15 минут талғын ғына утта ҡайнатырға кәрәк. Киселгә оҡшаған һыуын һөҙөп, көн дауамында эсергә. Бауыр тәңгәленә йылытҡыс (грелка) һалыу ҙа яҡшы. Киселдән ҡалған массаны иртәнге аш урынына ашарға мөмкин.

Бер көн ошо киселде генә эсеп, аҙнаһына бер тапҡыр ашауҙы туҡтатып тороу яҡшы.