Все новости

Быуындар ауыртҡанда гәрсис ярҙамға килер

Быуындар ауыртҡандан халыҡ медицинаһы гәрсис менән дауаланырға тәҡдим итә.

Бал, гәрсис, ваҡ тоҙ, һыуҙы бер үк күләмдә алырға (берәр ҡалаҡ). Бер төрлө мазь рәүешенә килгәнсе, яҡшылап барыһын болғатырға. Ауыртҡан быуындарға ошо ҡатнашманы һөртөп, целлофан менән ҡапларға. Йылы шәл урап, 1-2 сәғәт тоторға. Процедураны йоҡо алдында эшләргә кәңәш ителә.

Ҡатнашманы ҡапҡаслы һауытта һыуытҡыста 5-6 көндән дә артыҡ һаҡламаҫҡа.

Гәрсис тәнде бешереүе мөмкин, шуға күрә һаҡ булығыҙ. Врач менән кәңәшләшергә онотмағыҙ. Ҡайһы бер ауырыуҙар ваҡытында быуындарҙы йылытыу ҡәтғи тыйыла.