Все новости

Лагман

Кәрәк буласаҡ: 500 г ит, 1 ҙур ғына һуған, 1 ҡыҙыл, 1 йәшел болгар боросо, 1 кишер, 1 помидор, 2-3 картуф, һарымһаҡ, 1 аш ҡалағы томат пастаhы, тоҙ, борос, тәмләткестәр, үҫемлек майы.

Итте шаҡмаҡлап турап майҙа ҡыҙҙырабыҙ. Һуған өҫтәп, тағы бер аҙ ҡыҙҙырабыҙ. Болгар боросон турайбыҙ ҙа ҡаҙанға оҙатабыҙ. Эҫе һыуҙа бер нисә секунд тотоп, помидорҙың тышын әрсейбеҙ ҙә йәшелсәләргә ҡушабыҙ.
Ит бешеп сыҡҡас, картуф һәм тәмләткестәр өҫтәйбеҙ, ҡайнар һыу ҡоябыҙ. Картуф бешеп сыҡҡас, һарымһаҡ, томат пастаhы өҫтәйбеҙ.

Туҡмас ҡамыры өсөн он, йомортҡа, тоҙ, һыу кәрәк. Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫырға, 1 мм ҡалынлығында йәйергә һәм, бер аҙ киптереп, оҙонса итеп киҫергә.
Ҡайнап сыҡҡан һыуға hалып, 2 минут тирәһе бешереп алырға. Туҡмас өҫтөнә йәшелсәләрҙе һалып, табынға бирергә.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Автор: @milausha.gilmanova83