Все новости

Ҡаймаҡлы пирог

Бик тиҙ бешерелә торған татлы пирог!

Төрлө емеш-еләк ҡулланырға була.

Ҡамыр өсөн:

аҡ май - 200 грамм, шәкәр ҡомо - 1 стакан, йомортҡа - 2 дана, он - 3 стакан, көпшәкләндергес (разрыхлитель).

Эслек өсөн:

емеш-еләк (туңдырылғаны ла бара), ҡуйы ҡайнатма, джем ҡулланырға ла мөмкин, ҡуйы ҡайма - 250 грамм, шәкәр ҡомо - 2-3 аш ҡалағы.

Эш барышы:

Май, шәкәр ҡомо, йомортҡаны көпшәкләндергес ҡушылған он менән бутап, йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫабыҙ. Уны табаға йәйеп, өҫтөнә емеш теҙеп сығабыҙ. 180 градусҡаса эҫегән духовкала30-35 минут бешерәбеҙ. Мейестән алыу менән өҫтөнә шәкәр ҡомо ҡушып болғатылған ҡаймаҡты һалабыҙ, өҫтөн биҙәү өсөн ҡайнатма ҡулланырға була.

Эҫе килеш тә, һыуынғас та бик тәмле!

@mazitova16 рецебы.