Все новости
Знаменитые люди
29 Апреля , 17:00

Тәмле лә, файҙалы ла!

Был пирогты бешереү күп ваҡытығыҙҙы алмаясаҡ. Өҫтәүенә, тәмле лә, файҙалы ла!

Кәрәк буласаҡ:

күрәгә - 150 гр, ҡара емеш - 150 гр, сәтләүек - 100 гр, йомортҡа - 3 дана, он - 1 стакан, шәкәр - 1 стакан, сода йәки ҡамыр көпшәкләндергес - 0,5 сәй ҡалағы, тоҙ - сәй ҡалағы осонда, шулай уҡ ҡаймаҡ һәм 1 аш ҡалағы шәкәр онтағы (пудраһы).

Йомортҡа, тоҙ, шәкәр ҡомон яҡшылап миксер менән аҡ массаға әйләнгәнсе күпертәбеҙ. Он менән ҡамыр көпшәкләндергесте бутайбыҙ һәм иләп күпертелгән йомортҡа өҫтөнә һалабыҙ. Ипләп кенә, өҫтән аҫҡа болғатабыҙ. Ҡара емеш, күрәгәне турап, сәтләүекте ваҡлап ҡамырға һалабыҙ, шулай уҡ ипләп кенә болғатабыҙ.

Әҙер массаны формаға һалып, 180 градусҡаса ҡыҙған духовкала 35-40 минут бешерәбеҙ. Ҡаймаҡ менән шәкәр онтағын яҡшылап болғатабыҙ, бешкән пирог өҫтөнә һөртәбеҙ.

Уңып бешһен, тәмле булһын!

Рецепт авторы - @gulshatkhismatul