Все новости
Знаменитые люди
2 Апреля 2021, 10:55

Матурлыҡ ҡайҙа йәшәй?

Ике йыл элек Гүзәл Миҙхәт ҡыҙы Кәримова «Ағиҙел» халыҡ нәфис кәсептәре предприятиеһының генераль директоры итеп тәғәйенләнде. Кем һуң был һөйкөмлө, нәзәкәтле ханым? Көрсөккә килеп терәлгән предприятиены етәкләп алып китергә ул ҡайҙан үҙендә көс тапҡан?

Донъя балҡый төрлө төҫтәрҙә

Гүзәл өҫтәлгә төҫлө ҡәләмдәрен һибеп ебәргән дә альбом битенә тырышып-тырышып һүрәт төшөрә. Уға был шөғөл шул тиклем оҡшай, мәктәптә рәсем, черчение дәрестәрен көтөп ала. Рәссамлыҡҡа уҡыр өсөн Өфөләге Ҡ.Дәүләткилдиев исемендәге художество интернатына барһаң ине, тигән хыялы ла бар. Әхирәте Эльвираны өгөтләп тә ҡуйҙы инде. Икәүләп барһалар, күңеллерәк булыр ине.

Ләкин әсәһе, мәктәптә уҡытыусы булып эшләгән Хәҙисә Шаһыбал ҡыҙы, бәләкәйҙән генә ҡыҙын ҙур ҡалаға ебәргеһе килмәне лә ҡуйҙы. Эльвира китте, интернатты тамамлап, әлеге көндә дизайнер-рәссам булып эшләп йөрөй.
Ул ваҡытта Гүзәл үҙенә яңы шөғөл таба. «Йәншишмә» гәзитенә яҙыша башлай ул. Федоровка районының Батыр мәктәбе тормошо тураһында йыш ҡына мәҡәләләр яҙып торған ҡыҙҙы редакцияла ла күрәләр. Уға «Йәш хәбәрсе» тигән танытма бирәләр. Тап ошо мауығыу ҡыҙға һөнәр һайлауға йүнәлеш бирә – ул Башҡорт дәүләт университетының журналистика бүлегенә уҡырға бара.

Үзбәкстанда үткән Халыҡ кәсептәре сәнғәте фестивалендә. 2019 й.

Студент сағында уҡ буласаҡ һөнәре буйынса эш башлай ул: Өфөләге 136-сы башҡорт лицейында журналистика бу­йынса түңәрәк алып бара, «Мәктәп донъяһы» тигән гәзит сығара. Шул эшенә бик ҡәнәғәт, лицей директорына рәхмәтле булып эшләп йөрөгәндә ҡапыл башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен ваҡытлыса алып барыуын һорайҙар. Көтөлмәгән тәҡдимдән баҙап ҡалһа ла баш тартмай ҡыҙ, тырышып эшкә тотона. Университетты тамамлап, диплом алып сыҡҡанда ул хеҙмәттә тәүге сынығыу алған, башланғыс тәжрибә туплаған белгес була. Өфө ҡала хакимиәтендә мәҙәниәт һәм сәнғәт идаралығында эш башлай.

Һүрәт төшөрөү менән ҡыҙыҡһыныуы бер ҡайҙа ла китмәй, ул хәҙер икенсерәк төҫ ала. Гүзәл бәйләмгә тотона, ҡәләм урынына төҫлө ептәр менән эш итә. Мостай Кәрим әйтмешләй, биҙәктәргә ялғап биҙәкте, күҙҙең яуын алып торған әйберҙәр ижад итә. Шарфтар, кофталар, хатта пальто ла бәйләй.

Бөтә донъя Һөнәрселәр союзының Азия-Тымыҡ океан регионы буйынса рәйесе Гада Каддуми менән

Йәш сағынан бирле белеп-күреп йөрөһәм дә тормошон яңынан күҙ алдынан үткәргәс, «Ағиҙел» Башҡортостан нәфис кәсептәре» дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры Гүзәл Миҙхәт ҡыҙының тормошонда бер нәмә лә осраҡлы булмаған тигән һығымтаға киләм. Сөнки уның бөгөнгө вазифаһында төҫтәр менән эш итә белеү ҙә, образдар тыуҙыра белеү ҙә бик кәрәк. Журналист сифаттарынан тема һайлау, ҡыҙыҡлы геройҙар табыу, һөйләшеүҙәр алып бара белеү етәксе кеше өсөн шулай уҡ мөһим. Өфө ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт һәм сәнғәт идаралығында, Мәшғүллек үҙәгендә эшләп алыуҙары уға етәкселек итергә өйрәнеү тәжрибәһе бирә. Хатта бала ҡарап өйҙә ултырған сағында ире Азатҡа төҙөлөш буйынса ҡағыҙ эштәрендә ярҙам итеүе, һатып алыу нескәлектәренә төшөнөүе лә бушҡа булмаған. Шәхси төҙөлөш фирмаһында етәксе булып эшләп алыуының да хәҙер заманса тирмәләр эшләүҙә ана нисек кәрәге тейгән! Әйтерһең дә, Хоҙай тәғәлә уны төрлө яҡлап ошо вазифаға әҙерләгән һәм был вазифа мотлаҡ уныҡы булырға тейеш булған!

«Культурный мир Башкортостана» тигән порталда эшләп йөрөгән сағында ул ҡатын-ҡыҙҙар өсөн биҙәүестәр яһау менән мауыға башлай. Ҡул эштәрен социаль селтәрҙәргә ҡуя, төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Үҙе кеүек оҫтабикәләр менән таныша. Был өлкәлә һөнәрен арттырырға, камиллашырға тырыша. Ысын ижад кешеһе бер ваҡытта ла бер урында тапанмай. Гүзәлдең дә офоҡтары киңәйә, ҡараштары бейегәйә бара. Уның хәҙер юғарыраҡ кимәлдәге күргәҙмәләрҙә ҡатнашып ҡарағыһы килә.
Әмәлгә ярағандай, бер көндө Үзбәкстанда I Халыҡ-ара халыҡ кәсептәре сәнғәте фестивале буласағын ишетеп ҡала. Елкенеп китә: барырға, күрергә ине. Тик нисек, ҡалайтып? Ул үҙе кеүек ҡул эшенә мөкиббән бирелгән бер нисә кешене өгөтләй, үҙ иҫәптәренә Үзбәкстанға барып ҡайтырға күндерә. Һәм 5 кешенән торған рәсми булмаған делегация Ташкентҡа оса.
Коканд ҡалаһында күҙҙе ҡамаш­тырырлыҡ матурлыҡҡа хайран ҡалып йөрөй улар. Үҙәк парк тотош оҫталар ҡаласығына әүерелгән, унда төрлө илдәрҙең, төрлө халыҡтарҙың мәҙәниәтен һәм тарихын сағылдырған балаҫтар, милли кейемдәр, йорт ҡаралтыһы... Һанап та, ҡарап та бөтөрлөк түгел.

Ҡаҙағстанда үткән Һөнәрселәр йәрминкәһендә. 2019 й.

Сарала Рәсәйҙең мәҙәниәт министры В.Р.Мединский ҙа ҡатнаша. Тиҙҙән ул тирмәләрҙе ҡарап сығырға тейеш. Әммә уның маршрутында Башҡортостан тирмәһе ҡаралмаған.
– Нишләргә? Нисек итеп уны үҙебеҙгә килтерергә, башҡорттарҙың боронғо кәсептәре юҡҡа сыҡмағанын, заманға яраҡлашып йәшәүен, үҫеүен дауам иткәнен нисек күрһәтергә? Уйлап торорға ваҡыт юҡ. Тиҙ генә ҡулға сигелгән таҫтамал менән батмус эләктереп алдым да, ҡурайсы Морат Йәноҙаҡовты эйәртеп, министрҙың ҡаршыһына киттем, – тип көлөп иҫкә төшөрә Гүзәл Миҙхәт ҡыҙы.

Аръяғы бил­дәле. Мединский протоколдан ситкә сығып, Башҡортостандың тирмәһенә килә һәм күргәҙмәгә ҡуйылған эштәр менән таныша. Шул саҡтағы тәүәккәллегенә үҙе лә көлөп ҡуя хәҙер Гүзәл Миҙхәт ҡыҙы. Уйлап ҡараһаң, ул бит унда рәсми рәүештә бармаған, тыныс ҡына ҡарап, үҙенә кәрәген алып ҡына йөрөп тә ҡайтып китә алыр ине. Юҡ. Ул Гүзәлдең холҡона тура килмәй. Бер ынтылғас – эшләргә кәрәк, эшләгәс – еренә еткерергә кәрәк.

Фестивалдә смотр-конкурс­тарҙа ҡатнашып, тренинг, оҫталыҡ дәрестәре ҡарап, ҡанатланып ҡайтҡан Гүзәл «Орнаментум» тип аталған журнал сығарырға була. Тәүге һаны сыҡҡас, уның исем туйын үткәрә. Халыҡ кәсептәре менән шөғөлләнгән оҫталарҙы, эшҡыуарҙарҙы саҡыра. Журналдың бер нисә һаны сығып өлгөрә, Гүзәл Миҙхәт ҡыҙы «Ағиҙел» тип аталған ҙур предприятиеның генераль директоры итеп тәғәйенләнә.

Алҡынып аҡҡан Ағиҙелдәй...

Нимә ул «Ағиҙел»? Һырлап-биҙәкләп эшләнгән ағас һауыт-һаба, ҡулдан һуғылған балаҫтар, башҡорт йолаһы буйынса кейеҙҙән ҡоролған тирмәләр, милли кейемдәр... Минеңсә, Башҡортостанда йәшәгән бөтә кешеләр ҙә «Ағиҙел» етештергән продукцияны ярата. Беҙ уларға өйрәнгәнбеҙ, хатта республиканың бер символы итеп ҡабул итәбеҙ.


Күпме кешенең күңел матурлығын йыйған ошо һауыт-һаба!

1963 йылда бәләкәй генә бер нисә артелдән башланған предприятие тәүҙән үк нәфис кәсептәр буйынса махсуслаша. Эште башлап ебәреүҙә Мәскәүҙәге Нәфис сәнәғәт буйынса фәнни-тикшеренеү институтының ярҙамы ҙур була. Ул даими рәүештә стажировкалар, фәнни консультациялар үткәреп, семинарҙар ойоштороп, «Ағиҙел»гә кадрҙар әҙерләүҙә булышлыҡ итә. Шул осорҙа республикала бер төркөм билдәле халыҡ кәсептәре оҫталары үҫеп сыға. Улар араһында БАССР-ҙың атҡаҙанған рәссамдары: А.А.Ефимова, З.П.Гайслер, В.П.Грачева, И.М.Ямалетдинов, сәнғәтте өйрәнеү буйынса фән кандидаты А.Г.Янбухтиналар бар.

Предприятиела сығарылған изделиеларҙың сифаты БАССР Министрҙар Советы ҡарамағында ойошторолған эксперттар советында ҡарала. Совет тарафынан нәфис халыҡ кәсептәренең исемлеге раҫлана. Иң тәүҙә 1971 йылда был исемлеккә балаҫ һуғыу, сигелгән әйберҙәр, ағастан һырлап эшләү индерелә. 1974 йылдан ағастан башҡорт орнаменты төшөрөп эшләнгән әйберҙәр өҫтәлә. 1980 йылдан – лаклы миниатюралы сәнғәт, декоратив балаҫтар, туҡымаға һүрәт төшөрөү (батик), 2001 йылдан кейеҙҙән баҫылған изделиелар ҙа нәфис халыҡ кәсептәре булып һанала башлай.

Цех начальниктары Т.Матюшина, Н.Сысолятина һәм Г.Ризуанова менән

1980 йылдарға «Ағиҙел» Советтар Союзында юғары план күрһәткестәренә эйә булған, продукцияның стилистикаһын формалаштырыуҙа һиҙелерлек уңыштарға ирешкән предприя­тиеларҙың береһенә әүерелә. Уның башҡорт халҡының орнаменталь-декоратив йолаларына нигеҙләнеп сығарылған изделиелары заманса интерьер дизайнын биҙәй, йылылыҡ һәм эске бер нур һибә.
80-се йылдар аҙағында эксперименталь-художество лабораторияһына йәш рәссамдар килә. Ебәк туҡыма менән эшләүгә яңы ҡараш барлыҡҡа килә, уның сифаты үҙгәрә. Батик техникаһын үҙләштереп, йәш оҫталар кәсепкә нәзәкәтлек, нескәлек өҫтәй.

90-сы йылдар аҙағында «Ағиҙел»дә һабантуйҙар, башҡа милли байрамдар өсөн кейеҙ тирмәләр етештереү башлана. Райондарҙан ғына түгел, күрше өлкәләрҙән дә заказдар килә.
Әммә илдә башланған сәйәси бола, иҡтисади көрсөк мәҙәни сикләнгәнлеккә килтерә. Кешеләрҙә – тамаҡ ҡайғыһы, бер кемдә лә матурлыҡ хәстәре юҡ. Цехтар ябыла, белгестәр эштән китә, предприятие бурысҡа бата. Быға тик­лем гөрләп торған ҙур предприятиеның исеме генә ҡала. Хатта цехтарҙағы тиҫтәләрсә йылдар эшләп торған ҡорамалдар, станоктар ҙа юҡҡа сыға.
Бына ошондай хәлдәге предприятиеға етәксе булып килә Гүзәл Миҙхәт ҡыҙы. Ошоға «Ағиҙел»дең бер нисә миллион һум бурысы булыуын, бинаның түшәме үтә һыу ағып тороуын да өҫтәһәк, хәлдең ни тиклем аяныс булғанын үҙегеҙ ҙә аңларһығыҙ.

Милли стилдәге кейем-һалым донъя баҙарында юғары баһалана

– Гүзәл Миҙхәт ҡыҙы беҙгә бик ауыр ваҡытта килде, – ти предприятиеның коммерция бүлеге етәксеһе Артем Яратов. – Уның традицион әйберҙәргә яңы ҡарашы, йәштәрҙең иғтибарын йәлеп итерҙәй продукция төрҙәрен етештереүгә иҫәп тотоуы икенсе һулыш кеүек ине. Үҙе янына креатив фекерле белгестәрҙе туплауы, ҙур дәүләт предприятиеһын бәләкәй заказдар бу­йынса эшләүгә көйләй алыуы һоҡландырҙы. Торараҡ эш хаҡына бәйле ыңғай үҙгәрештәр ҙә була башлағас, предприятиеның килә­сәгенә ышаныслы ҡараш барлыҡҡа килде.

Йәш етәксе оҙаҡ йылдар эшләгән, йәне-тәне менән һөнәренә бирелгән белгестәргә таяна. Бына, мәҫәлән, Тамара Ильинична Каташова. Башҡортостандың атҡаҙанған еңел сәнәғәт хеҙмәткәре. Ул 25 йыл ошонда эшләй, балаҫ һуғыу оҫталарының береһе. Донъялар болғанып, халыҡ кәсептәренең бер кемгә лә кәрәге ҡалмаған саҡтарында ул үтекләүсе, ҡаптарға төрөүсе булып та эшләгән. Әле ул «Торатау» геопаркы өсөн йәтеш кенә балаҫтар һуғып ултыра.
Гүзәл Кашап ҡыҙы Уварова. Лаклы миниатюралы сәнғәт цехында әйҙәүсе рәссам. Мәскәүҙә М.Калинин исемендәге сәнғәт училищеһын тамамлаған. 1981 йылдан әлеге цехта эшләй, кистәрен училищеның Өфөләге филиалында студенттар уҡытҡан.

Татьяна Михайловна Матюшина 1974 йылдан бирле эшләй. Ағасты һырлап биҙәүҙән башлаған, шунан лаклы миниатюраға күскән. Әле ул художество цехы начальнигы.
– Башҡорттарҙың мәҙәниәте бай. Кәсептәре күп, үҙҙәре оҫта, – ти ул. – Матурлыҡ үҙенә тарта.

Бына кемдәр башҡорт халыҡ кәсептәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә хеҙмәт иткән, әле лә итә. Күптәр улар. Предприятие емерелеү сигенә еткәндә лә уны ташлап китмәгән, ҡул һелтәп ҡуймаған кешеләр. Ысын ижад кешеһе генә ижад хаҡына барыһына ла түҙә шул.

Гүзәл Миҙхәт ҡыҙы эшкә килгәс тә иң тәүҙә предприятиела баш рәссам вакансияһын булдыра. Мәҙәни мираҫты һаҡлау бүлеге ойошторола. 4 миллион һумға яңы ҡорамал һатып алына.
Шулай эштең яйына төшөнөп кенә барғанда пандемия башланып китә. Илдә генә түгел, бөтә донъяла тажлы вирустан һаҡлау өсөн халыҡты медицина битлектәре менән тәьмин итеү мәсьәләһе килеп тыуа. «Ағиҙел»дә бергәләп кәңәшләшәләр ҙә ошо эшкә тотонорға булалар.


– Сәғәт 5-тә кәңәшмәлә шундай ҡарар ҡабул иттек. Иртәнге 10-да тәүге битлектәр тегелә башланы. Мин мадапалам тигән туҡыма менән һатыу иткән компания менән бәйләнешкә инеп, складтарында булған барлыҡ материалды һатып алдым, – тип хәтерләй Гүзәл Миҙхәт ҡыҙы.

Шулай итеп, пандемияның тәүге көндәренән тиерлек предприятиела медицина битлектәре тегә башлайҙар. Рәсәйҙә тиҙ арала үҙенең эшмәкәрлеген пандемия шарттарына көйләгән ошондай типтағы беренсе предприятие була «Ағиҙел». Был хаҡтағы хәбәр шунда уҡ Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығына билдәле була, «Рәсәй» телеканалында сюжет эфирға сыға. Башта көнөнә 3-әр мең изделие етештерелһә, һуңыраҡ был күрһәткес 7 меңгә етә. Был хаҡта көн һайын Рәсәй сауҙа һәм сәнәғәт министрлығына отчет ебәрелеп тора.

Заманса тирмәләргә ихтыяж арта

Шулай итеп, ваҡытында ҙур гражданлыҡ тойғоһо күрһәтеү «Ағиҙел»гә аҙмы-күпме килем дә алырға ярҙам итә. Әйткәндәй, эре ойошмалар әле лә бында тегелгән битлектәргә өҫтөнлөк бирә.
Әлеге көндә предприятие дәүләт заказы буйынса яңы тыуған сабыйҙар өсөн комплекттар тегә. Балаҫ һуғыу цехын киңәйтеү, сигеү мәктәбе асыу буйынса эштәр алып барыла. Яңыраҡ ҡына баш ҡалабыҙҙың Октябрь прос­пектында ремонттан һуң «Ағиҙел»дең фирма магазины яңынан асылды.

Тирмәләр эшләү предприятиеның төп йүнәлештәренең береһе булып ҡала. Әммә хәҙер «Ағиҙел» башҡарыуындағы тирмәләр беҙ өйрәнгән ябай йыһаз түгел. Панорамалы тәҙрәләр ҡуйылған, арт-винилдан иҙән түшәлгән, сплит-система, глобаль бәйләнешкә сығыу мөмкинлектәре булған заманса тирмәләр иң юғары кимәлдә рәсми һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн дә, ҡунаҡтар ҡабул итеү, ял итеү өсөн дә бик уңайлы!
– Предприятие­ның финанс күрһәткестәре яҡшыра бара, – ти унитар предприятиеның баш бухгалтеры Азамат Яппаров. – Гүзәл Миҙхәт ҡыҙының инициативаһы менән беҙҙә яңы төр продукциялар етештерелә башланы. Мәҫәлән, «Бөтәһе лә өй өсөн» тигән линияла сигелгән таҫтамалдар, халаттар, түшәк кәрәк-яраҡтары тәҡдим ителә.

Эш өсөн тәҡдим иткән костюмдарыбыҙ менән дә ҡыҙыҡһыналар. Был линияның да киләсәге ҙур булыр, тип уйлайым.
Азамат Сабит улының һүҙҙәрен ҡеүәтләп, шуны әйтергә була: Гүзәл Миҙхәт ҡыҙы үҙҙәре сығарған изде­лиеларҙы йәтеш кенә итеп рекламалай ҙа белә. Сибәр йөҙлө, һомғол буйлы ханым килешле итеп тегелгән эш кейемен йәки милли костюмды кейеп, фотоға төшә лә социаль селтәрҙәргә ҡуя. Моделдәрең ары торһон.

Бына шулай, алҡынып аҡҡан Иҙелебеҙ шикелле, «Ағиҙел» төрлө йүнәлештәрҙә лә алға ынтыла. Һыу ағып торған түшәм ябылған, бурыстар бөтөрөлгән. Былар иһә коллективтың яңы етәксегә ышанысын арттыра, уларҙы берҙәм команда итеп туплай һәм яңы ижадҡа рухландыра.

Барыһы ла өйҙән башлана

Әлбиттә, ситтән ҡарағанда барыһы ла шыма, еңел генә һымаҡ. Әммә, ашаған белмәй, тураған белә, тигәндәй, көрсөккә килеп терәлгән предприятиены ҡуҙғатып алып китеү нисек ауыр икәнен үҙе эшләп ҡараған кеше генә аңлайҙыр. Был йәһәттән ата-әсәһе Гүзәл Миҙхәт ҡыҙына ғүмерлек һабаҡ биргән. Атаһы Миҙхәт Миңлеәхмәт улы оҙаҡ йылдар «Большевик» колхозы рәйесе була. Көндө төнгә ялғап, иген үҫһен, мал көр булһын, план тулһын, тип тырыша. Ә әсәһе мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта, балалар күңеленә матурлыҡ, изгелек орлоҡтары сәсә. Ғаиләләге өс бала: Зөлфиә, Гүзәл, Айбулат иң ауыр саҡтарҙа ла һынмаҫлыҡ сынығыу биргән хеҙмәт һәм рух тәрбиәһе ала.

Гүзәл үҙенең ғаиләһендә лә атай-әсәй йолаһын тоторға тырыша. Тормош иптәше Азат Фәнил улы менән улар өс бала үҫтерә. Өлкән улдары Сыңғыҙ медицина колледжында уҡый. Баязит – Р.Ғарипов исемендәге 1-се Баш­ҡорт гимназияһында, ҡыҙҙары Зәлифә Ф.Мостафина исе­мендәге Өфө ҡала башҡорт гимназияһында белем ала. Балалар бөтәһе лә музыка мәктәбендә уҡый. Малайҙар ҡурай класын тамамлай, ә Зәлифә – ҡыл-ҡумыҙҙы үҙ итә. Ауыл мәктәбендә үҙенә ундай мөмкинлектәр эләкмәгәс, әсәй кеше балаларының ижади һәләттәрен, күңелдәрен үҫтерергә тырыша. Әлбиттә, эргәһендә донъя йөгөн бергәләп тартҡан тормош иптәше булмаһа, былар күпкә ауырыраҡ бирелер ине. Өфөләге 2-се һанлы санатор мәктәп-интернатта эшләүсе тормош иптәше Азат Фәнил улының тырышлығы, һөйөклө ҡатынының теләк-ынтылыштарын күтәрмәләп тороуы, ике яҡтан да өләсәй-ҡартатайҙар менән даими аралашыу – былар барыһы ла тәрбиә мәсьәләһендә һөҙөмтә бирмәй ҡалмай. Ялдарҙы, байрамдарҙы бергә уҙғарыу, милли йолаларыбыҙҙы тотоу Кәримовтарҙың өйөн йәмле лә, йәнле лә итә.

Кәримовтар ғаиләһе

Ауылда тыуып-үҫкән ябай ғына кеше, етмәһә ҡатын кеше, көрсөккә килеп терәлгән предприятиены етәкләп алып китергә ҡайҙан үҙендә көс таба, тигән һорау ҡуйғайным мәҡәләнең башында. Һеҙ ул һорауға яуапты үҙегеҙ ҙә тапҡанһығыҙҙыр, моғайын.

Бөтә донъяға һөйөү күҙҙәре менән бағыуҙа уның сере. Тирә-йүндә матурлыҡты күрә белеүҙә. Шул матурлыҡты булдырыу һәм йәшәтеү хаҡына бер нимә менән дә иҫәпләшмәҫкә өйрәнеүҙә!
Сере ябай ғына, әммә бөтә кешенең дә ҡулынан килмәй.

Читайте нас: