«Тау артында ниҙәр бар?» Әҙәм балаһын һәр саҡ алға әйҙәүсе мәңгелек һорау был. Ябай ҡыҙыҡһыныу һәм белергә, күрергә, тойорға теләү ижади күңелдәрҙе илһамландыра, көс-ҡөҙрәт бирә. Һәм бәндә ғүмере буйына ана шул ҡыҙыҡһыныу тойғоһона буйһоноп йәшәй, шәхес булараҡ та, ижадкәр булараҡ та. Тау артында ниҙәр барын белергә ынтылыш, күрәһең, һәммәбеҙҙең булмышына уйып яҙылған оло бер тәҡдирҙер. Айырыуса ҡәлбе, йөрәге, илаһи бер шиғри ритмда типһә...
Кескәй Тамараның, шартлы рәүештә әйткәндә, «тау артына» ҡылған тәүге сәфәрҙәре сағыу ваҡиға булып хәтерендә уйылып ҡалған. Инәй-апайҙары менән бергәләшеп еләк-емеш йыйыу, «Ҡарға бутҡаһы»на сығыу, мәктәпкә төшмәҫ борон уҡ әсәһенең (башҡалар өсөн фәҡәт «Сания апай»ҙың) уҡыусылары менән урманға, походҡа йөрөү... Ысынлап та, гүзәл бер манзара ине был: мәғрур ҡарағайҙар һәм шыршылар күккә олғашҡан ерҙә ҡуйы үлән ҡаплаған матур туғай, унда үҫкән аллы-гөллө сәскәләр, наҙлы күбәләктәр...
Тау артында йәнә тауҙар һыҙаты һуҙылып киткән. Ҡыҙыҡ, улар артында тағы ла ниндәй һырттар, һыуҙар, ҡарурмандар, күл-диңгеҙҙәр бар икән? Ишембай районында, Уралтау тәбиғәтенең иң матур мөйөштәренең береһендә – урмандарға һыйынып ултырған кескәй генә Ҡыяуыҡ ауылы ҡыҙы Тамараның күңелендә шундай етди һорау ярала. Һәм был һорау уны ғүмере буйына оҙата килә.
Йәнә бала саҡ иленең онотолмаҫ күренештәре күҙ алдына килеп баҫа. Йылға буйына әхирәттәре менән ҡылған сәфәр... Тау һыртына күтәрелеү, йәйге селлә. Ағастар ышығында ял итеү... Йылға яғаһындағы йомро таштар. Ятыуҙа ҡыҙылғанат, ажауҙар һикереп уйнай. Сеү! Ҡыуаҡтар араһынан ниндәйҙер йәнлек сығып ҡаса.
Ҡыяуыҡ ярындағы Әүлиә зыяратының ауылды бәлә-ҡазанан һаҡлауын ишетеп үҫкән ҡыҙ был донъяларҙың ҡатмарлы ла, ҡатлы-ҡатлы ла икәнен йөрәге менән аңлай. Тыуған төйәгендәге Салауат, Хажи мәмерйәләренә барыу уның офоҡтарын тағы ла киңәйтә төшә, тау-ҡаялар артында ниҙәр ятыуын үҙ күҙҙәре менән күреү теләге көсәйгәндән-көсәйә генә. Бәлки, ошо мәлдә тамырҙарында юрматы башҡорттарының ҡайнар ҡаны аҡҡан ҡыҙҙың алыҫ илдәргә сәфәр ҡылыу ҡомары уяналыр?
Оло сәфәргә – тормош иптәше Хисмәт Юлдаш менән
Атаһы Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы, хәрби офицер Ишбулды Әйүп улы Искәндәровтың данлыҡлы яу юлынан Тамара Румыния, Венгрия илдәренә сәйәхәте ваҡытында үтә. Бухарест, Будапешт, Констанца ҡалаларында йәп-йәш совет һалдатының, Хәрби-Һауа көстәре яугирының, миҙалдары сыңлағандай тойола уға. Атаһының шул саҡта Тамара исемле сибәр мадьяр ҡыҙына ғашиҡ булыуын, үҙенә уның исемен ҡушыуын белгәнгәме, алыҫ тарихта юрматы бабаларының ошо яҡтарға китеп юғалыуын хәтерләпме, йөрәген һағыш уты ла өтөп ала.
Хәйер, сәйәхәтсе юлын дауам итәйек. Яҙмыш тигәнең күрергә насип иткән сираттағы илдәрҙе ғәҙәттә «мосолман илдәре» тип йөрөтәләр – Төркиә, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Ҡабарҙы-Балҡар республикаһы… Уларҙың һәр береһенең үҙ йөҙө, үҙ матурлығы, үҙ мәртәбәһе, кешелек тарихына индергән үҙ өлөшө бар. Әлеге ил-мәмләкәттәр Тамараның хәтерендә моңло ла, илаһи ҙа аҙан тауышы, таҙа урамдар, йәшел парктар, милли геройҙарына ҡуйылған һәйкәлдәр, ихлас күңелле халҡы менән уйылып ҡалған. Бында көн күргән төрки телле ҡәрҙәштәр менән аралашыу сәфәргә айырым бер үҙенсәлек, ниндәйҙер тулҡынланыу, ҡыуаныслы тойғо ҡалдырҙы. Эйе, ни тиһәң дә, ошо, башлыса ҡарағусҡыл йөҙлө, ҡара күҙле алсаҡ кешеләр – бихисап быуаттар, шанлы ваҡиғалар тарафынан айырылған бер ҡәүем вәкилдәре. Ҡаны һәм теле, мәҙәниәте һәм тарихы берҙәм булған оло бер Халайыҡ. «Мин һине – телеңде лә, үҙеңде лә аңлайым, туған!» Ҡәрҙәштәр өсөн ана шул туғанлыҡтан, бер-береңде төшөнөүҙән дә ҡәҙерлерәк тойғо-ҡыуаныстар бармы икән?
Әйткәндәй, башҡорттарҙы төрки телле илдәрҙә ырыу башы – «Баш бүре»нән таралған аҫыл тоҡом булараҡ беләләр. Был тотем хайуаны төрөктәр, төркмәндәр, ҡаҙаҡтар, ҡырғыҙҙар, ҡарағалпаҡтар, ноғайҙар һәм тағы ла байтаҡ туғандаш халыҡтар өсөн изге һанала.
Сәфәрҙәр, сәфәрҙәр... Улар ҡарашты киңәйтә, фекер даирәһен байыта, алдағы офоҡтарҙы танырға өйрәтә. Тамара Ишбулды ҡыҙы үҙенең тәүге тапҡыр Бөрйәнгә барыуы хаҡында сағыу хәтирәләр һаҡлай.
– Минең Парижды, Санкт-Петербургты һәм Бөрйәнде барып күрергә тигән өс хыялым бар ине, – тип йылмая әңгәмәсебеҙ. – Аллаға шөкөр, бынан ун йылдар элек, Башҡорт иленең тәбиғәт хазинаһы – Шүлгәнде барып күреү бәхете тейҙе. Минең өсөн әлеге сәфәр шул ҡәҙәре тетрәндергес булды, үҙемдең шул саҡтағы хәл-хайәтемде бер миҫал менән генә тасуирлай алырмын, моғайын. Тәбиғәт ҡурсаулығында ҡарт бер ҡарағас үҫә ине. Мин уны ҡосаҡлап әллә күпме ваҡыт торғанмындыр... Халҡым тарихының һуңғы бер нисә быуатының тере шаһиты ине был бөйөк ағас. Ул миңә ата-бабалар аманатын ышанып тапшырҙы, уҙған заманалар тураһында байтаҡ мәғлүмәт алғандай булдым. Шуға ла Бөрйән минең өсөн айырыуса ҡәҙерле, ул миңә үткәндәребеҙ һәм киләсәгебеҙҙе тоташтырыусы рухи күперҙәй тойолдо...
Йөҙйәшәр ҡарағас – шанлы ла, данлы ла тарихыбыҙ шаһиты
Аллаға шөкөр, Тамараның ҡалған теләктәре лә ҡабул була: Санкт-Петербургты ла, унан Парижды ла барып күрә. Рәсәйҙең икенсе баш ҡалаһы һаналған Санкт-Петербург үҙенең архитектураһы, Царское Село матурлыҡтары менән хайран итһә, Париж иһә гүзәллеге, тарихи ҡомартҡылары, данлыҡлы майҙандары менән иҫендә ҡала. Рудольф Нуриев оҙаҡ йылдар труппа етәксеһе булып торған Гранд-опера театры, атаҡлы Нотр Дам де Пари, Сена йылғаһы, Наполеон эҙҙәрен, башҡорт яугирҙарының ҡурай моңдарын онотмаған урындар...
«Ҡунаҡ аҙ ултырыр, күп һынар». Һәр ил сәйәхәтсенең күңеленә ниндәй ҙә булһа сифаты менән уйылып ҡала. Көнсығыш илдәре, тәү сиратта, шау-шыулы баҙарҙары, матур мәсеттәре, Азия – йәшкелт-зәңгәр океаны һәм тропик урмандары, ә Европа таҙа урамдары һәм бай архитектураһы аша күҙ алдына баҫа. Юҡҡа ғынамы ни, бындағы дәүләттәр генә түгел, ә тотош донъя мәҙәниәте илһамды нәҡ ошо урамдар, боронғо биналар, тарихи ҡомартҡылар аша алған. Был Европа һәм кешелек донъяһының классикаһы, был беҙҙең рухи монаят, дөйөм ҡомартҡы...
Ләкин хәл үҙгәрә бара. Англия, Франция, Германия һәм башҡа илдәрҙә ҡара тәнлеләр (Ливия, Мысыр, Алжир сығышлы) йылдың-йылы ишәйә. Хәҙер Париж урамдарында элекке кеүек таҙалыҡ һәм тәртип юғала бара, тиҙәр. Метрола күпселеге – Африка һәм Яҡын Көнсығыш илдәренән күсеп килгән милләт вәкилдәре. Ике донъяуи цивилизация осрашҡан низағлы дәүерҙә йәшәйбеҙ. Бөйөк классиктар дан йырлаған Европа ҡалалары яйлап ҡына мәҙәни һәм эстетик упҡынға тәгәрәй бара кеүек.
Бына мәҫәлән, Париж урамында бер егет тора. Ул ғәрәп яулығы «арафатка»ға уранған. Түшендә ҡағыҙ: «Мин мосолман, ләкин террорсы түгел!» Был йәмғиәттә барған сәйәси һәм ижтимағи хәл-ваҡиғаларға йәнә бер ишара.
Француздар бик һөйкөмлө халыҡ. Ярҙам һорап кемеһенә мөрәжәғәт итһәң дә ихлас булышалар. Бер генә етешһеҙлектәре бар: бөтә донъяла халыҡ-ара аралашыу теле тип танылған инглиз телен белмәйҙәр тиерлек. Сөнки был милли һыҙаттарҙы юйыуға килтерәсәк, тип иҫәпләйҙәр.
Париж – хыялдар ҡалаһы
– Шул арҡала беҙҙең менән фәһемле осраҡтар ҙа килеп сыҡҡыланы, – тип дауам итә Тамара Юлдашева. – Риганан Парижға килеп төшкәс, аэропортта беҙҙе ҡаршыларға тейеш ҡыҙ килә алманы. Ҡайҙа, нисек барырға белмәйбеҙ. Үтеп барыусылар туҡталып яуап бирергә, ярҙам итешергә теләй, әммә әлеге лә баяғы инглизса аңламайҙар...
Шунан беҙҙең менән самолетта бергә килгән ханымдың әхирәте килде. Исеме Ольга, гид булып эшләйем, тине. Килде һәм беҙгә көнө буйына Парижды, уның иҫтәлекле урындарын күрһәтеп йөрөнө. Бушлай тиерлек. Әйтәләр бит, бер ямандың бер яҡшыһы бар тип...
Сит илдәрҙә күп йөрөргә тура килде, шуға ла үҙ тәжрибәмдән сығып әйтә алам: кешеләр барлыҡ илдәрҙә лә бик һәйбәт. Аҙашып, ҡайҙа китергә белмәй аптырап торған саҡтарымда күптәр ихлас ярҙам ҡулы һуҙырға ашыҡты. Монакола беҙҙе үҙ өйөндә һыйындырған башҡорт ҡатыны Гөлназ Үҙәнбаеваны, Баймаҡ башҡорттары – әсәле-уллы Зөлфиә менән Денисты, уларҙан тыш бихисап изге күңелле кешеләрҙе һис онотаһым юҡ.
Йәнә. Әхирәте Ғәҙилә Бүләкова менән бергә йәшәгән отелдең тап йәшлек хыялы Монмартр урамына тура килеүен шулай уҡ Раббыбыҙҙың насип иткән бер бүләге тип аңларға кәрәктер. Башҡортостан туристары Марсель ҡалаһынан Урта диңгеҙ буйлап круизға сыға.
Круиз лайнеры егерме ҡатлы ҙур йорт бейеклегендә, торғаны бер океанда йөҙөп йөрөүсе ҡала инде! Бында дүрт-биш ресторан, спорт залдары, тәүлек буйына тәм-том бешереп туристарҙы туҡландырыусы швед өҫтәле, театр, аквапарк, серфинг, боҙ шыуғалаҡ, магазиндар, һәр төрлө зауыҡ өсөн музыка майҙансыҡтары саҡырып тора. Каюталарҙың төрлөһө бар – арзаны, ҡыйбаты. Кистәрен мәҙәни-күңел асыу саралары ойошторола, юлаусыларҙы туҡландырыу һәм хеҙмәтләндереү тәңгәленән дә барыһы уйланылған. Иң ҙур тиҙлек менән барғанда ла лайнерҙың бәүелгәне һиҙелмәй, бер кем дә диңгеҙ ауырыуынан ыҙаламай.
Круиз лайнеры – торғаны бер һыу батшалығы
Һай, ул ғәжәп мәлдәр! Төпһөҙ диңгеҙ, серле диңгеҙ... Испанияның Пальма де Майорка, Ибица утрауы, Италиялағы Неаполь, Ливорно, Пиза, Генуя ҡалалары хәтерҙән юйылмаҫлыҡ иҫтәлектәр ҡалдыра. Бигерәк тә Италияның көньяғында, Апеннин ярымутрауында урынлашҡан Везувий вулканы хайран итә туристарҙы. Ул Неаполь ҡалаһынан ни бары ун биш саҡырым алыҫлыҡта. Бейеклеге 1280 метр тәшкил иткән был тау әле һаман да ут-ялҡын бөркөргә һәләтле. Ул ҡасандыр, антик замандарҙа, һуңғы тапҡыр атылған. Помпей ҡалаһының лаванан таҙартылған урамдарынан атлағанда, иҫ киткес амфитеатрҙарҙы, сәнғәт обсерваторияларын ҡарағанда, бында юғары мәҙәниәт әһелдәре йәшәгәнен аңлайһың. Германиянан килгән туристарҙың «Гаудеамус, игитур!» йырын мәҙхиә итеп башҡарыуы башҡорт сәфәрселәрен дә тормош фәлсәфәһе, заман хаҡында уйландырмай ҡалмай, әлбиттә.
«Шулай уҡ даны бөтә донъяға таралған Пиза башняһына экскурсияға барҙыҡ. Башня ысынлап та яйлап ауыша бара икән. Был сәйер ҙә, мәҙәк тә, фәһемле лә күренеш. Башняны мотлаҡ күрергә кәрәк тип уйлайым. Уның бейеклеге 57 метр. Был бина XII быуатта төҙөлә башлаған, ул христиан сиркәүенең бер өлөшө булған. Пиза башняһының ҡыңғырауы донъяла иң боронғоларҙан һанала.
Эйе, Европала туристарҙы йәлеп итеү, үҙҙәренең архитектура, тәбиғәт һәм тарих ҡомартҡылары булған урындарын күрһәтеү ғәжәйеп бер оҫталыҡ менән ойошторолған. Беҙҙә лә быны эшләргә була, бары тик ҙур теләк кәрәк», – тигән фекерҙә Тамара Ишбулды ҡыҙы.
Ижадта фәлсәфәүи тәрәнлек тыуҙырыу көсөнә эйә булған тәьҫораттар Тамараның шиғырҙарында сағылыш тапмай ҡалмай. «Башҡортостан ҡыҙы» журналында сыҡҡан «Бөгөн минең диңгеҙ булғым килде...» тигән шиғри шәлкеме өсөн Тамара Искәндәриә баҫманың 2020 йылғы лауреаты булды.
Донъялар тынысланып, пандемия тигән афәт сигенгәс, Тамара тормош юлдашы һәм дуҫтары менән тағы сәфәргә йыйына. Хыялында уның – Дубай, Канар утрауҙары, Барселона. Шулай уҡ Бали, Бразилия, Индонезия кеүек тропик илдәрҙе гиҙеп сығырға ниәтләй. Уға хәүефһеҙ юлдар, тоғро юлдаштар, изге күңелле кешеләр менән осрашыуҙар, ижади елкәндәренә ыңғай ел теләйек!
...Июль ҡояшы баш осона ҡатып ҡуйған табалай өтә генә... Балалар шау-гөр килеп һыу төшә... Иң бәхетле бала саҡ осоро... Һәм кеше ана шул йылдар томаны ҡаплаған бәхетле мәлдәрен эҙләп, яңынан-яңы тау һырттарына артыласаҡ, таныш булмаған урмандарҙы ҡыҙырасаҡ, зөбәржәт тулҡынлы диңгеҙ-даръяларҙы кисәсәк. Яңы офоҡтар, таныш булмаған ят ерҙәр, сит илдәр, сағыу тәьҫораттар... Бына нимәләр әйҙәй, нимә йөрөтә әҙәм балаһын...