Все новости
Знаменитые люди
16 Марта 2021, 17:05

ҠЫУАҠТАРҘЫ ЭШКӘРТЕРГӘ ВАҠЫТ ЕТТЕ

Ҡайнар һыу менән эшкәрткәндән һуң, ҡыуаҡта сәскәле бөрөләр һаны ла бермә-бер арта икәнен иҫегеҙҙән сығармағыҙ.

Йылдан-йыл баҡсалағы уңышҡа һөжүм иткән ҡоротҡостар күбәйә. Уларға ҡаршы ҡулланылған инсектицидтар, фунгицидтар, пестицидтар исемлеге оҙоная, тик күпселек осраҡта ауырыуға ҡаршы тора алмай. Был йәһәттән баҡсасыларҙа ла ғәйеп бар: йә ваҡытында эшкәртмәйҙәр, йә мәлен тура килтерә алмайҙар.

Ҡыуаҡлыҡтар һәм буласаҡ уңышҡа насар тәьҫире булмаған бер ысул тураһында һөйләп киткем килә. Бәлки, күптәрегеҙ уны ҡулланалыр ҙа - ҡыуаҡтарға, тәү сиратта ҡарағатҡа иртә яҙҙан эҫе һыу ҡойоу. Бик ябай тойолһа ла, был алым байтаҡ проблемаларҙы иҫкәртергә ярҙам итә. Тәү сиратта эҫе һыу ҡарағат бөрөһөндә ҡышлаған талпанды юҡ итә. Был талпан бөрөлә йәшенеп, яҙ етеү менән бөрө эсендәге япраҡты ашай һәм уңышҡа ҙур зыян килтерә.

Онло ысыҡтың башланған мәлендә эҫе һыуҙың ярҙамы шаҡтай. Көн йылыныу менән был ауырыу шаша башлай, һәм саралар күрелмәгән осраҡа, йәй уртаһына ҡыуаҡты ҡоротоуы ихтимал. Был ауырыуға ҡарағат һәм крыжовник айырыуса тиҙ бирешә.

Эҫе һыу ҡыуаҡтың тамырына зыян килтерер тип ҡурҡырға ярамай. Ҡайнар һыу менән эшкәрткәндән һуң, ҡыуаҡта сәскәле бөрөләр һаны ла бермә-бер арта икәнен иҫегеҙҙән сығармағыҙ.

Ҡар иремәҫ борон еләктәрҙе лә эҫе һыу менә эшкәртергә була. Был осраҡта һыуҙың температураһы 50 – 60 градус самаһы булырға тейеш. Ә йәй дауамында еләкте 45 – 50 градус самаһындағы һыу менән эшкәртергә кәңәш итәбеҙ. Лайлалы ҡусҡар, төрлө беттәрҙән был ысул һәйбәт һаҡлай. Ә бына ҡыуаҡтарҙы эшкәрткәндә, һыу температураһы 60 – 70 градус самаһы булырға тейеш. 80 градустан юғарыраҡ булһа, һыу беттәрҙе генә түгел, бөрөләрҙе лә үлтерәсәк. Әйткәндәй, һыуға саҡ ҡына марганцовка өҫтәгәндә, тағы ла һәйбәтерәк буласаҡ. Тағы ла һыуҙы лейка аша ғына ҡойорға була. 8 – 10 литрлыҡ биҙрә ике ҡыуаҡҡа һәм 4-5 квадрат метрҙа ултырған еләккә етәсәк. Иң мөһиме был кәңәште ҡар ирегәнсегә тиклем ҡулланырға кәрәк.

Читайте нас: