Все новости
Знаменитые люди
9 Марта 2021, 19:42

Муса Мортазиндың хаттары

уға быйыл 25 йыл тула. Юбилей айҡанлы быйыл журналыбыҙҙың элекке һандарына күҙәтеү яһап, тарихи документтарға нигеҙләнгән иң әһәмиәтле мәҡәләләрҙе ҡабатлап баҫ­маҡсыбыҙ.Әле һеҙҙең иғтибарға шуларҙың береһе тәҡдим ителә. Граждандар һуғышы геройы Муса Лут улы Мортазиндың тыуыуына 130 йыл тулыу уңайынан уның хаттарын тәҡдим итәбеҙ. Ул түбәндәге баш һүҙ менән 1996 йылда сыҡҡан 2-се һанда баҫылып сыҡҡан.«Граждандар һуғышы осоронда, Урал һәм Польша фронттарында үҙен ҡурҡыу белмәгән яугир һәм батыр, талантлы ойоштороусы һәм хәрби полководец итеп танытҡан Муса Мортазиндың күренекле дәүләт эшмәкәре булыуы уҡыусыға бик үк мәғлүм түгел. Башҡортостан ерендә тыныс тормош тәьмин итеү, дәүләтселекте нығытыу, милли кадрҙар үҫтереү буйынса Муса Лут улы ғәйәт ҙур эштәр башҡара. Ләкин ошо йылдарҙа уға һис нигеҙһеҙ ғәйепләүҙәр ҙә ташлана. Уларҙы юҡҡа сығарыу һәм хәҡиҡәтте аяҡҡа баҫтырыу өсөн уға өҙлөкһөҙ аңлатмалар, хаттар яҙырға тура килә. Асылда 15–16 йылға һуҙылған ҡаты көрәш була был. Уҡыусыға тәҡдим ителгән документтар ошо сәйәси алыштың бер сағылышы булып тора.Редакция».Әйткәндәй, быйылғы календарҙарҙа февраль айында Муса Лут улы Мортазиндың тыуыуына 130 йыл тула тип яҙылған. Әммә ул үҙ ҡулдары менән тултырған анкетала, «1891 йылдың 20 декабрендә тыуҙым» тип яҙа.

Кинйәбузов Ғәбит һәм башҡаларҙың банда отрядтарына санкция биргән һәм рухи ярҙам күрһәтә тип, мине ғәйепләүҙәре айҡанлы

Автобиографиям һәм аңлатмам

Мин, Муса Лут улы Мортазин, Верхне-Уральский өйәҙе (Ырымбур губернаһы) Көсөк ауылынанмын. РКП(б) ағзаһы (билет номерым 670992). 1891 йылдың 20 декабрендә тыуып, Байрамғол ауылында башҡорт мәҙрәсәһен тамамланым. 15 йәшемдән һабанға ялландым, ә 19 йәшемдән мөғәллим булып эшләй башланым. 1912 йылда Байрамғол ауылында уҡытып йөрөгән еремдән армияға алындым. 1914 йыл башына ҡәҙәр ябай һалдат булып хеҙмәт иттем. Өйрәнеү командаһын (артиллерия) тамамланым. 9-сы уҡсы артиллерия бригадаһының 1-се батареяһында бомбардир, унан фейерверкер булып хеҙмәт иттем. 1914 йылдың 25 ноябрендә шул уҡ бригада менән хәрәкәт итеүсе армияға – Көнбайыш фронтҡа (Европа һуғышына) оҙатылдым (Варшава янына). Был фронтта бер йыл булғас, 1915 йылда Румыния фронтына күсерҙеләр. Унда өлкән фейерверкер итеп үрләтелдем.

Унан, Февраль революцияһынан hyң, шул бригаданың комитет ағзаһы итеп һайландым һәм 9-сы уҡсы пехота дивизияһын ҡоралһыҙландырыуҙа, офицерҙарын ҡулға алыуҙа һәм тылға оҙатыуҙа ҡатнаштым, ә һалдаттарын, фронттан алып, әкренләп өйҙәренә тараттыҡ. 9-сы бригада тарафынан VI Армия съезына делегат итеп ебәрелдем, унда Мосолмандар башҡарма комитеты президиумы ағзаһы итеп һайландым. 1917 йылдың 8 майында фронттан Мәскәүгә, Бөтә Рәсәй мосолмандарының I съезына делегат булып барҙым. Съезда социал-демократтар менән бергә эшләнем һәм профессор Котляровскийға ҡаршы сығыш яһаным. Йәнә 6-сы армияға әйләнеп ҡайттым. Армия съезы мине Бөтә Рәсәй мосолмандарының Ҡазанда үтәсәк II съезына ла делегат итте, унда ла съездың һул ҡанатында эшләнем, тағы армияға ҡайттым. Бөйөк Октябрь революцияһы осоронда Верхне-Уральский өйәҙендәге ауылымда инем. Шул йылдың 1 ноябрендә Верхне-Уральский өйәҙендә Күбәләк-Тиләү волосының съезы булып үтте, унда I Бөтә Башҡортостан ҡоролтайына делегат итеп һайландым. Ҡоролтайҙа иң һулда инем, мине берҙән-бер большевик тип йөрөттөләр. Унан Бөтә Рәсәй мосолмандарының хәрби съезына делегат итеп ебәрелеп, 1918 йылдың февраленә ҡәҙәр унда ҡалдым. Съезда большевиктарға теләктәшлек күрһәтеүселәр фракцияһын ойошторҙом һәм большевиктар менән бергә эшләнем. Шинекма, Гарси, Сәйетғәлиев иптәштәр һәм мин съезд исеменән РКП (б)-ның мандаты менән Ырымбурға ебәрелдек. Февраль аҙаҡтарында Автономиялы Башҡортостандың Революцион хәрби советы ағзаһы итеп һайландым. Бынан Стәрлетамаҡ ҡалаһына командировка бирҙеләр, шунда март айында РКП (б)-ға партияға индем (билет номерым 83 инеме, 84-ме, хәҙер хәтерләмәйем инде). 18 мартта ойоштороу эштәре менән Өфө губерна комиссариатына ебәрҙеләр, унда үҙемә йөкмәтелгән бурыстарҙы үтәгәс, 29 августа Верхне-Уральский өйәҙенә ҡайттым. Унда миңә башҡорт отряды командиры вазифаһын тәҡдим иттеләр. Риза булдым да был турала Өфө совдепына хәбәр иттем, мине бындағы һуғышсан отрядтың начальнигы итеп ҡалдырыуҙарын һораным, Иванов һәм Хохорин иптәштәр менән бергә эшләнем. Унда бер аҙналыҡ ялға китеп барғанда Верхне-Уральск эргәһендә атаман Анненков бандиттары тарафынан ҡулға алындым.

Мине хәрби-ялан судына бирҙеләр һәм бергә булған 40 иптәшем менән бергә атыуға хөкөм иттеләр. Шул саҡта, мине азат итеүҙе һорап, Башҡортостан хөкүмәтенән телеграмма килгән һәм мине Башҡортостан ҡарамағына бирҙеләр.

Июль айында Башҡорт өлкә шураһы тарафынан Баймаҡта торған эскадрондың командиры итеп тәғәйенләндем. Шунан 1-се башҡорт полкы командиры ярҙамсыһы, бер аҙҙан командиры итеп билдәләндем. Был полк Набоков (ысын фамилияһы Мейстрах) командалығындағы 2-се дивизия составына инә ине. Һуңынан Набоков Ҡыҙыл армияның 20-се дивизияһына штаб начальнигы булып китте.

1919 йылдың 18 февралендә Башҡорт ғәскәре һәм Башҡортостан хөкүмәте менән бергә Совет власы яғына сыҡтым. Сыҡҡас уҡ, 1-се башҡорт кавалерия полкының командиры булған хәлдә, Ҡыҙыл армияның 20-се дивизияһы ҡарамағында ҡалдым һәм полкым менән Верхне-Уральск тирәһендә казактарға ҡаршы һуғыштым (ошо осорҙа минең тарафтан бер меңдән ашыу әсир алынды һәм тылға оҙатылды). Урындағы кулак балалары, Смоленск полкына инеп, башҡорттарҙы (тыныс халыҡты) ҡыра һәм башҡорт ҡыҙылармеецтарын ата башлағас, Смоленск полкы менән беҙҙең арала киҫкен низағтар һәм ҡаты бәрелештәр булып алды, ул Смоленск полкын ҡыйратыу менән тамамланды.
Бер аҙна самаһы ике фронтта эш алып барырға тура килде. Ҡыҙыл армия сигенә башланы. Һөйләшеп аңлашырға ваҡыт булманы... Башҡортостан территорияһында ҡалырға булдым. Тап шул мәлдә миңә Халыҡ Армияһы вәкилдәре килде һәм Ҡыҙыл армияға ҡаршы көрәшергә тәҡдим яһаны. Тәүҙә тәҡдимдәрен кире ҡаҡтым, ләкин икенсеһендә риза булдым. Генерал Беловтың һәр төрлө янауҙар менән тулы ҡәтғи бойороҡтарына ҡарамаҫтан, Темәс, Белорет яҡтарына киттем. Ай ярымға тиклем шул төбәктән сыҡманым, ҡулға алынған бик күп иптәштәрҙе ҡотҡарып, үҙ полкыма ҡуштым.

Июнь айында Стәрлетамаҡҡа килдем дә июлдә әкренләп генерал Белов армияһындағы башҡорт һалдаттарынан йәнә бер (2-се) кавалерия полкы төҙөй башланым. Шуның менән генерал Белов ғәскәрен мораль яҡтан тарҡаттым, сафтарына тәртипһеҙлек индерҙем. Ахыр, Беловҡа, был полкты раҫлап, миндәге часты кавалерия бригадаһы итеп таныу тураһында талап менән ультиматум ҡуйҙым, үҙемде үҙем бригада командиры итеп иғлан иттем.
1919 йылдың июль аҙаҡтарында – август баштарында ошо бригада менән 4-се корпусты ҡыйраттым. 1919 йылдың 18 авгусында Әбйәлил ауылы эргәһендә генерал Эллерс-Усовты үҙ штабында туҡманым һәм револьверҙан атып яраланым. Ул, күп трофей ҡалдырып, штабы менән ҡасып ҡотолдо (минең менән ни бары 35 башҡорт кавалерисы бар ине), унан, тап ике көндән һуң, генерал Белов штабына һөжүм иттем (шул уҡ 4-се корпусҡа ташландым, генерал Белов менән Бакич ҡасып өлгөрҙө), штаб тулыһынса тар-мар ителде.

23 августа бригадаға Башҡортостан республикаһы һәм Ҡыҙыл армия вәкилдәре Измайлов, Вәлидов, Имаков һәм Бойда иптәштәр килде. Улар менән һөйләшкәндән һуң, мин Совет власы яғына сыҡтым, бригадам Ҡыҙыл армияның 24-се Тимер дивизияһы ҡарамағына бирелде. Һәм миңә Императорский станицаһы йүнәлешендә һөжүм итергә бойоролдо. Уңышлы һуғыштар һөҙөмтәһендә күп кенә трофей алдым.

Бынан мине Ырымбур ҡалаһына ебәрҙеләр. Унда туранан-тура 1-се армия составына индем дә шунда уҡ бригадам менән Урал фронтына ебәрелдем, унда 25 сентябрҙән 25 ноябргә тиклем ике полк һәм бер батарея менән аҡтарға ҡаршы һуғыштар алып барҙым. Урал казактарынан торған полктарҙың бөтәһен дә тип әйтерлек ҡыйраттым. Көслө эпидемия башланғас, 25 ноябрҙә, фронттан сығып, Ҡарғалы ҡалаһына барып урынлашырға, тигән күрһәтмә алдым.

1920 йылдың 26 апрелендә Баш командованиеның бойороғо буйынса Көнбайыш фронтҡа китергә сыҡтым. 7 майҙа кавалерия бригадаһы менән Польша фронтына барып еттем, Польша менән солох төҙөлгәнгә ҡәҙәр фронтта булдым. Польша фронтындағы ҡаһарманлыҡтарым (Киевты, Черторецкиҙы, Ковелде, Гардбешовты, Холмды алғаным) һәм башҡа ҡыйыу һөжүмдәрем һәм поляктарҙың удар полктарын тар-мар иткәнем өсөн ике тапҡыр Ҡыҙыл Байраҡ ордены, Алтын сәғәт һәм «Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһының Намыҫлы, Ҡыйыу яугиры, айырым Башҡорт кавалерия бригадаһы командиры Мортазинға – 12-се армияның Революцион хәрби советынан һәм Махсус бүлегенән» тигән яҙыулы Көмөш ҡылыс менән бүләкләндем.

Муса Мортазин ғаиләһе менән. Мәскәү. 1925 й.

Мин, Польша фронтында хәрәкәт иткән Айырым башҡорт кавалерия бригадаһы командиры, фронт бөтөрөлгәс, 1920 йылдың 10 сентябрендә ике ай ярымға Тамъян-Ҡатай кантонына ялға ҡайттым. Ул осорҙа бында баш күтәргән крәҫтиәндәр тынғы бирмәй һәм Выдрин бандалары ҡоторона ине. Ҡайтыуымдың тәүге көндәренән үк кантонда барған ихтилалдың сәбәбе Башҡортостанда халыҡтың Совет власы менән риза булмауында икәнлеген белдем. Ҡайһы бер буржуаз элементтар, шулай уҡ башҡорт кулактары аҡ казактар ярҙамында, башҡорт халҡының томаналығынан файҙаланып һәм ялпы араһында алып барған контрреволюцион агитациялары менән башҡорт халҡын үҙ яғына ауҙара алған һәм «Бөтһөн Совет власы!» тигән лозунгыны байраҡ итеп алып, отрядтар ойошторған. Шундай отрядтарҙың береһе Сораман ауылында ине. Мин халыҡтың хаталаныуын күргәс, һәм коммунист булараҡ, бындай хәлгә битараф ҡала алманым. Бандиттарҙы һәм баш күтәреүселәрҙе өгөт-нәсихәт ярҙамында бөтөрөүҙә һәм уларға ҡорал менән асыҡтан-асыҡ ҡаршы сығыуҙа әүҙем ҡатнаштым. Миндә ҡораллы кешеләрҙең аҙ булыуына (17 кавалерист ҡына ине) һәм еңеүгә өмөт бағламауыма ҡарамаҫтан, банданы мораль тарҡатыу маҡсаты менән Сораманға һөжүм иттем. Ләкин улар ауылда булмай сыҡты. Казактар был көндө Башҡортостандың эске төбәктәренә киткәйне. Мин уларҙың эҙенән төштөм һәм 26 сентябрҙә отрядым менән Ҡотой ауылы эргәһендә 400 баш күтәреүсе һәм уларға ҡушылған Выдрин етәкселегендәге казактар отряды тарафынан ҡамауға алындым. Һуғыш иртәнге сәғәт 11-ҙән киске 5-кә тиклем барҙы. Бандиттарҙан 14 кеше үлде, 8-е яраланды, 67-һе әсиргә бирелде, 40 менге ат, 8 йөк аты алдыҡ, биш ат үлде. Был һуғышта үҙем дә, пуля тейеп, еңелсә яраландым, атымды юғалттым һәм ҡылысым (12-се армияның Революцион хәрби советының Польша фронтындағы бүләге) һынды. Был алышта үҙ ҡулым менән 9 бандитты тураным. Бандиттар 40 саҡырым самаһындағы Ҡарағай урманына сигенде. Кешем аҙ булыу сәбәпле, арттарынан ҡыуырға мөмкинлегем булманы. Ваҡытлыса туҡталып ҡалдым. Халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барып, уларҙың яңылышыуҙарын иҫбат итә һәм үҙ яғыма ауҙара алдым. Иреклеләрҙән бәләкәй-бәләкәй генә бер нисә отряд төҙөнөм. Уларҙан башҡа ла Верхне-Уральскиҙан ярҙам килде. Кантон ревкомынан бандаларға ҡаршы көрәш отрядтарының начальнигы итеп тәғәйенләнгәс, иреклеләрҙән төҙөлгән отрядтарҙы, ике ағай-энемде лә ҡушып, Фролов иптәш етәкселегендә бандиттарға ҡаршы ебәрҙем. Үҙем иһә отрядым менән Бөрйән-Түңгәүер кантонының көньяҡ сиктәренә киттем, унда Мәсәғүтовтың банда отряды менән Шаһиәхмәтовтың шайкаһы, шулай уҡ Мырҙабулатов етәкселек иткән баш күтәреүселәр отряды хәрәкәт итә ине. Был отрядтарға мин Йәлембәт ауылында һөжүм иттем. Шул алышта 1500 кеше минең яҡҡа сыҡты, шуларҙың 500-өнән башҡорт кавалерия дивизионы ойошторҙом, аҙаҡтан улар Себергә – Ҡурған ҡалаһына ебәрелде. Отряд унда, бандаларҙы баҫтырыуҙа ҡатнашып, үҙенең Совет власына бирелгәнлеген иҫбатлай алды.

Көньяҡ сиктәрҙә бандаларҙы тар-мар иткәс, мин 15 октябрҙә Белорет ҡалаһына килдем. Партконференцияла ҡатнаштым һәм кантон комитеты секретары урынбаҫары итеп һайландым. Партконференциянан һуң, ойоштороу эштәремде тамамлап, шулай уҡ баш күтәреүселәр хәрәкәтен аҙағынаса баҫтырып, Стәрлетамаҡ ҡалаһына – партияның Башҡортостан өлкә комитеты ҡарамағына килдем, унда өлкә комитет һәм Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты бөтә эшмәкәрлегем өсөн миңә рәхмәт белдерҙеләр. Советтарҙың Бөтә Башҡортостан съезы тарафынан Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты ағзаһы һәм уның рәйесе итеп һайландым. 1921 йылдың 18 ғинуарында БашЦИК сессияһы мине Хәрби эштәр халыҡ комиссары итеп тәғәйенләне. Башҡортостанда килеп тыуған хәл һәм шарттар айҡанлы БССР аҙыҡ-түлек халыҡ комиссары итеп тә билдәләндем. Башвоенком булараҡ, ул осорҙа аслыҡ арҡаһында Ҡыҙыл армияла башланып киткән дезертирлыҡҡа һәм ашарлыҡ ризыҡ табыу өсөн ҡасыусылар иҫәбенә ойошҡан банда шайкаларына ҡаршы көслө көрәш алып барҙым. Агитация, һәр төрлө өндәмәләр ярҙамында, шулай уҡ тылдағы ҡыҙылармеецтарҙың тормошон яҡшыртыу өсөн түккән хеҙмәтем һәм көсөм менән – бының өсөн минең рәйеслегемдә махсус комиссия төҙөлгәйне – дезертирлыҡты бөтөнләй бөтөрөргә мөмкин булды. Шул уҡ йылдың май айында Туҡ-Соран һәм Ҡыпсаҡ-Етеырыу кантондарында Охранюк-Черский һәм Амантаевтарҙың банда отрядтары барлыҡҡа килде. Мин, Башревком, йәғни Башҡортостан республикаһында иң юғары хәрби власть эйәһе булараҡ, крәҫтиәндәрҙең хәлен иҫәпкә алып, шулай уҡ яҙғы хужалыҡ эштәре осоро булғанлыҡтан, крәҫтиәндәрҙе бандит отрядтары талауынан ҡурсалау, бандаларҙы тар-мар итеү өсөн, гәрсә республикала 68-се ВОХР бригадаһы булһа ла, ул бригаданан алда, тәүгеләрҙән булып, ашығыс саралар күрҙем. Минең тарафтан шунда уҡ (4 майҙа) бер пулемет менән 90 ҡылыслы кавалерия отряды ебәрелде, улар өсөн аттар бөтә учреждениеларҙағы яуаплы работниктарҙан алынды (оператив бойороҡ ҡушымта итеп теркәлә), бандаларға һәм халыҡҡа башҡорт һәм урыҫ телдәрендә һәр төрлө өндәмәләр сығарылды (өндәмәләр теркәлә). Быларҙан тыш, мин Хәрби совет ойошторолоуы тураһында БашЦИК-та док­лад яһаным. Доклад раҫланды (БашЦИК Президиумы ултырыштарының 25-се номерлы журналынан күсермә теркәлә). Банда отрядтарының штаб начальнигы Амантаевты тотоу һәм ҡулға алыу, банданың тарҡалыуы һәм бөтөнләйгә тар-мар ителеүе – Хәрби совет эшмәкәрлегенең туранан-тура һөҙөмтәһе булып тора.

Июль аҙағында Туҡ-Соран кантонында йәнә бандалар барлыҡҡа килде. Яңы сәйәсәт, яңы эш. Үҫәргән һәм Бөрйән-Түңгәүер кантондарында Охранюкка ҡаршы көрәш алып барған отрядтарыбыҙҙы яңы фронтҡа ебәреү өсөн тиҙ генә саҡыртып алырға тура килде. Бынан тыш, минең юллауым буйынса, запастағы хәрби округ ҡарамағында булып, Ырымбур ҡалаһында торған башҡорт кавалерия дивизионы саҡыртып алынды. Ул Ырымбур–Стәрлетамаҡ юлы буйлап хәрәкәт итте. Бандалар барлыҡҡа килгәнгә ҡәҙәр үк минең тарафтан дивизионға Мәләүездә туҡтарға күрһәтмә бирелгәйне. Бандалар хаҡында тәүге хәбәрҙәр килгәс тә, мин, кавалерия дивизионынан 130 кеше алып, уларҙы тиҙ генә кейендерҙем, ҡоралландырҙым һәм Демор командалығында Туҡ-Соран кантонындағы бандаларға ҡаршы ебәрҙем. Отряд Туҡ-Соран кантонына аяҡ баҫҡас та, тәүге бәрелешеүе Ғәбйәлилов менән булған. Бының сәбәбе – БашЧеКа рәйесе Гузаковтың, Мосоловтың, Михеевтың, шулар ише бүтәндәрҙең директиваһы икәнлеге һеҙгә билдәле инде. Гузаков та, Мосолов та Ғәбйәлилов менән йәшерен хатлашҡан һәм урындағы ойошмаларҙа эшләүселәр араһында Башҡортостан республикаһының башында тороусыларға – башҡорт эшмәкәрҙәренә ҡаршы, уларҙы аҡ контрреволюционерҙар тип күрһәтеп, шулай уҡ улар ебәргән отрядтарға ҡаршы ҡорал менән асыҡтан-асыҡ ҡаршы сығырға өндәп, көслө агитация алып барыу тураһында директивалар биреп ятҡан. Мәҫәлән, Демор иптәш командалығындағы отрядҡа, килеп сыҡҡан 700 кешелек бандиттар отрядын юҡ итеү буйынса саралар күреү урынына, Ғәбйәлилов менән бәрелешергә тура килә. Деморҙың Ғәбйәлилов менән бәрелеше хаҡында түҙемһеҙлек менән хәбәр көтөп торған Гузаков, Мосолов, Михеев һәм бүтәндәр партияһы мәғлүмәт алғас та, ул мәғлүмәттәрҙе үҙ идеялары (башҡорт эшмәкәрҙәрен бәреп төшөрөү һәм власты үҙ ҡулдарына алыу) өсөн таяныс таба һәм, имештер, түбәндә эшләүселәр Башҡортостан республикаһының башында ултырған башҡорт эшмәкәрҙәрен аҡ контрреволюционерҙар тип һанап, уларҙың эше менән риза түгел, улар ебәргән отрядтарға ҡаршы асыҡтан-асыҡ көрәшкә сығалар, тигән ялған хәбәрҙәр тарата башланы. Ғәбйәлилов иһә Демор отрядына ҡаршы һөжүмен дауам итте, икенсе төрлө әйткәндә, Мосолов һәм шуның ише иптәштәр биргән директиваларҙы ғына үтәне. Демор иптәшкә сараһыҙҙан үҙ-үҙен обороналарға, бер үк ваҡытта һөжүм алып барырға ла тура килде.

РКП-ның Башҡортостан өлкә комитетының июль айында Голощекин иптәш менән Бойдо иптәш ҡатнашлығында ҡабул ителгән Ғәбйәлилов отрядын саҡырып алыу тураһындағы ҡарары булыуға ҡарамаҫтан, Ғәбйәлилов был тәҡдимде ҡабул итмәне, Башҡортостан республикаһы башында ултырған башҡорт эшмәкәрҙәрен, иң мөһиме – мине (Мортазинды) алмаштырмайынса, Башҡортостан республикаһына буйһонмаясағын асыҡтан-асыҡ белдерҙе.

Ғәбйәлилов, урындағы ойошмаларҙың, бигерәк тә Шарлыҡтың һәм Ырымбурҙың яҡлауына таянып, отряды урынлашҡан Ҡырғыҙ республикаһы территорияһына баҫҡынсылығын, талауҙарын һәм ябырылыуҙарын дауам итте. Люксембург волосындағы колониялар айырыуса ныҡ зыян күрҙе. Ахыр Мосоловтың һәм бүтәндәрҙең Ғәбйәлилов ярҙамында үткәреп килгән авантюраларына сик ҡуйылғас, был авантюрала мине ғәйепләнеләр. Гузаковтың һәм уның ҡуштандарының мин-минлеге һәм ғорур булып маташыуҙары, шулай уҡ уңышһыҙлыҡтар килтергән мәсхәрә ЧеКаның бөтә аппаратын миңә ҡаршы ниндәйҙер ғәйепләү материалдары эҙләүгә килтерҙе. Һөҙөмтәлә мәғәнәһеҙ, нигеҙһеҙ һәм эс тырнап көлөрлөк материалдар өйөмө барлыҡҡа килде, уларға таяныу ЧеКаны ҡайһы берҙә бик уңайһыҙ хәлгә ҡалдыра. Бер саҡ Гузаков партияның Башҡортостан өлкә комитеты Президиумы ултырышында бөтә башҡорт ҡыҙылармеецтарын һәм яуаплы работниктарын аҡ банда тип атаны. Мин, һүҙҙәренең нигеҙле булыуын раҫлаусы материалдар талап иткәс, Гузаков ҡаушап ҡалды һәм, Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш комиссияһы башҡорттар өҫтөнән материалдар табып бирер һәм минең һүҙҙәремдең дөрөҫлөгөн иҫбат итер, тип яуап бирҙе, әммә бер нәмә менән дә раҫлай алманы.

Былай ҙа һерәйеп ап-асыҡ күренеп торған, материалдары күптән ревтрибуналға бирелгән был ваҡиғалар тураһында һүҙҙе артыҡ оҙайтмай, август аҙаҡтарында Юрматы кантонында барлыҡҡа килгән Кинйәбузов Ғәбит бандиттары хәрәкәт иткән осорҙо яҙыуға күсәм.

Урындағы яуаплы работниктарҙан, атап әйткәндә Иҫкисәк, Ғүмәр, Маҡар ауылдары вәкилдәренән һәм граждандарынан шул тирәлә йөрөгән бандит шайкаларының, дезертирҙарҙың һәм 50-ләгән ҡораллы кешенең тыныс халыҡты талауҙары тураһында хәбәр килеп еткәс тә, август аҙаҡтарында, уларҙы юҡҡа сығарыу буйынса минең тарафтан бик ашығыс саралар күрелде. Шул бандитизм тураһындағы материалдар менән бергә, банданы юҡ итеү буйынса күрелергә тейешле саралар билдәләнеп, БашЧеКаға бер нисә күрһәтмә бирелде, ләкин, бик ныҡ үкенескә ҡаршы, бер нәмә лә эшләнмәне. Киреһенсә, башҡорттарҙы юҡ итеүгә йүнәлтелгән айырым директивалар менән отрядтар ебәрелгән. Мәҫәлән, сентябрҙә Скворчиха, Ромадановка ауылдарына барасаҡ егермеләгән кешелек отряд юлға сыға. Башҡорт ауылдарынан үткәндә ул бандитизмда һис бер ҡатнашы булмаған башҡорттарҙы ҡулға алған, бандитлыҡтары тураһында һис бер материал булмаһа ла, уларҙы судһыҙ-ниһеҙ атҡан. Шундай 6 кешене атҡас, енәйәттәрен йәшереү өсөн бәлиғ булмаған бер малайҙы (12 йәшлек) алып китеп, аҫабыҙ тип ҡурҡытып, былар, йәғни ошо атылған алты кеше, ысынлап та бандит ине, тип әйттергәндәр. Малай башта риза булмаған, ләкин, аҫа башлағас, уларҙың талабын үтәргә мәжбүр булған. Быларҙан тыш, Мосолов һәм Гузаковтарҙың мәкерле сәйәсәте барлыҡ кантондарҙың политбюроларына ла еткерелгән.

Сәйәсәттәре шундай булған: бер нәмәгә ҡарамай, башҡорт совет работниктарын бандитлыҡта, контрреволюцияла, милләтселектә мөмкин тиклем күберәк ғәйепләп, урындағы башҡорттарҙан булған алдынғы совет работниктарын ҡырып бөтөрөү маҡсатында улар өҫтөнән ҡанлы иҫәп-хисап үткәреүгә политбюроларҙың бөтөн көсөн һалырға. Шулай эшләнде лә инде. Мәҫәлән, Үҫәргән кантонында ай ярым эсендә (1921 йылдың сентябрь–октябрендә) Мосолов иптәш һәм кантондың политбюроһы ярҙамында, хатта партиялылыҡтарына ла ҡарамай, күренекле 72 башҡорт работнигын атҡандар. Шундай уҡ енәйәт Ҡыпсаҡ-Етеырыу һәм Ялан кантондарында яманаты сыҡҡан Поленов тарафынан эшләнгән. Ялан кантоны политбюроһы, имештер, башҡорттар үҙҙәре автономия теләмәй, уны бер төркөм башҡорт интеллигенцияһы ғына даулай, имеш, Ялан кантонында 700-ләгән ҡораллы бандит бар, ул бандиттарға Ялан канткомы менән кантон башҡарма комитеты етәкселек итә тип, ҡото алынған граждандарҙан ҡултамға йыйған. Аҙаҡтан бер ниндәй ҙә бындай эштәрҙең булмауы, бөтәһенең дә күҙгә бәрелеп торған ялған икәнлеге асыҡланды.

Ялан кантонының хәрби комиссары, партиянан сығарылыу сәбәпле, Стәрлетамаҡҡа саҡырылып, Ялан кантоны территорияһынан сығып киткәс, БашЧеКа, имештер, кантондың хәрби комиссары бандиттарға ҡасҡан һәм бандаға етәкселек итә икән, тигән провокацион уйҙырма таратты. Ә бер-ике көндән Ялан кантонының хәрби комиссары Стәрлетамаҡҡа килгәс, провокация һабын ҡыуығы кеүек шартланы. Баҡтиһәң, провокация Ялан кантонының хәрби комиссарынан үс алырға ерлек әҙерләү өсөн уйлап сығарылған икән. Бынан тыш, ЧеКа, Башҡортостан хөкүмәте урыҫ халҡына ер бирергә теләмәй, ул башҡорт буржуазияһы мәнфәғәттәрен һаҡлай, тигән провокация ла таратты.

Юрматы кантонында барлыҡҡа килгән банданы юҡ итеү тураһында БашЧеКаға бирелгән күрһәтмәләр менән бергә минең тарафтан Эске эштәр Халыҡ Комиссариатына һәм Башҡортостандың Үҙәк милицияһы начальнигы Килмәтов иптәшкә лә Маҡар ауылына 20 ҡораллы милиционер ебәреү һәм тиҙ көндә волость ячейкаһы менән берлектә бандиттарҙы юҡ итеү тураһында күрһәтмә бирелде. Шул уҡ ваҡытта, Башвоенком булы­уымдан файҙаланып, мин Ҡолғона ауылы ячейкаһына, уның һорауы буйынса бандиттарға ҡаршы көрәшеү маҡсатында, крәҫтиәндәрҙән отряд ойоштороу өсөн 20 винтовка бирҙем һәм РКП(б) ағзаһы Әхмәтов иптәште был отрядтың комиссары итеп тәғәйенләнем. Ул бандиттар отрядын ҡыйратты һәм Ғәбит Кинйәбузовты үлтерҙе. Шулай итеп, Башвоенкоматтың һәм минең шәхси тырышлыҡтарым менән Ғәбит Кинйәбузов һәм Абдулла тар-мар ителде. Бандиттарҙы бөтөргәс, Әхмәтов иптәш отряды (Ҡолғонанан) таратылды һәм ҡоралдары кире хәрби комиссариатҡа тапшырылды.

Ошо яҙып үткәндәремә нигеҙләнеп, мин бөтә пункт буйынса ла үҙемде хаҡлымын тип иҫәпләйем, шулай уҡ БашЧеКаның сәйәсәтен һәм яуыз ҡыланыштарын һүрәтләп, Гузаков, Мосолов һәм бәғзеләр башында торған хәлдә был енәйәттәрҙә ғәйепле бөтә кешеләрҙе, мине ғәйепләп ялған материалдар әүәләгәндәре өсөн ревтрибунал судына биреүегеҙҙе һорайым.

Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты рәйесе,
Башҡортостандың хәрби комиссары МОРТАЗИН.
1 март, 1922 йыл, Стәрлетамаҡ ҡалаһы.

Дауамы бар.

Читайте нас: