– «Ғүмеренең һигеҙенсе тиҫтәһен ваҡлаһа ла, бәҫле, затлы, үҙ дәрәжәһен белгән зауыҡлы ханым булып ҡала» тиҙәр Һеҙҙең хаҡта. Был затлылыҡ ҡайҙан килә?
– Ундай матур һүҙҙәр әйтеүселәргә рәхмәт! Бөгөнгө күҙлектән, артылған бейеклегемдән ҡарап, шуны әйтә алам: тормош һынауҙары мине һындырмаған, уларҙы лайыҡлы үтә белгәнмен. Йәшермәйем, яҙмышым үтә ҡатмарлы булды: әсеһен дә, сөсөһөн дә татырға тура килде. Үҙ-үҙемде ҡайҙа ҡуйырға белмәгән, тормоштан ваз кискән минуттарымда ниндәйҙер эске көс һынырға ирек бирмәй торғайны. «Бөгөнгө көндөң иртәгәһе бар» тип, йәнә алға атлай инем. Өлөшөмә төшкән һынауҙар сабыр булырға, ваҡытынан алда яр һалмаҫҡа өйрәтте. Тормоштоң матур яҡтарын да күрә белдем – башҡарған һәр ролемә шатландым, балаларым менән яҡындарымдың уңыштарынан башым күккә тейә яҙа ине. Тағы бер яғым бар – тәбиғәткә яҡын булырға яратам. Йәш саҡта берәй районға гастролгә барһаҡ, буш ваҡытымда урман-тауҙар гиҙергә сығып китә инем.
– Донъяға килеүегеҙ хаҡындағы тарих та үҙенсәлекле…
– Эйе шул. Ул хәл былай булған. Дүрт көн буйы әсәйем бала таба алмай интеккән. Нисек тә дауа таба алмағанлыҡтан, Кендек инәһе Сәлимә өләсәй Насип исемле муллаға барырға кәңәш итә. Йылан менән тәлмәрйен ярҙамында боронғо әмәлде ҡылып ҡарарға булалар. Йылан, баҡаны арбап, йоттом тигәндә генә уны тартып алған ҡулды (Насип мулла ҡулын)
сайҡап, шул һыуҙы әсәйемә эсерәләр. Башҡорттоң онотола яҙған ошо ырымы ярҙамында бер нисә сәғәттән мин донъяға килгәнмен. Ишембай районының Хажы ауылында булған был ваҡиға. Әсә ҡарынында уҡ яҡты донъя әҙерләгән һынауҙарҙы белеп-тойоп яттыммы икән әллә? Иллә мәгәр яҙмыш ҡуйған ауырлыҡтарға ҡаршы торорлоҡ көс табам, ҡайғы-хәсрәтте
сабырлыҡ менән үткәрәм. Шатлыҡтарҙың да ҡәҙерен беләм.
Аталалыр ауылым Хажы тиеп,
Хис итәмен уны «хаж» итеп.
Донъяһына бер саҡ мин килгәнмен
Шул ауылды инде таж итеп.
Дүрт көн буйы әсәм, тулғаҡ тотоп,
Аҡ кейеҙҙә тулап аунаған.
Ҡорһаҡтағы сабый ахыр сиктә
Үлем түгел, тыуым һайлаған.
Көнгә сыҡҡас... Абау, күҙ сағыла:
Ҡояш нурын һипкән йылғалап.
Һәм дә хәбәр иткән кендек әбей:
«Сал сәс менән тыуҙы был бала.
Бар һаны ла теүәл, инде Хоҙай
Бирһә ине, – тигән, – сал аҡыл».
Аҡыл яғым нисек, әммә йәнем
Донъя яратыуҙан лаяҡыл…
Күңелем тулған мәлдәрҙә хистәремде шулай ҡағыҙ битенә төшөрәм. Ауыҙ тултырып, шиғыр тип әйтмәйем уларҙы, яҙмаларым – күңел талабы. Шиғри шәлкемдәрем 1996, 1997 йылдарҙа «Шоңҡар» журналында баҫылып та сыҡҡайны.
Ҡарағайлы тауҙа – ҡарағас,
Күренәлер томан таралғас.
Һүнгән йондоҙҙар ҙа яналыр,
Һөйөү менән уға ҡарағас.
Ҡарағайлы тауы – ҡарағас,
Ҡарағаслы таумы яланғас?
Үлгән йөрәктәр ҙә терелә
Мөхәббәттә ҡабат яралғас...
– Ә Һеҙҙең мөхәббәт тарихы ниндәйерәк булды? Бәхетлемебәхетһеҙме, тигәндәй...
– Бәхетле минуттарым да, бәхетһеҙҙәре лә – минеке генә, башҡа берәүҙеке лә түгел. Яратҡан саҡтарымда шиғырҙар тыуа торғайны күңелдә:
Уф, йөрәгем!
Ҡанаттары көйгән күбәләктәй,
Ҡайнар ҡуҙ өҫтөндә өйөрөлдө.
Төрлө төҫкә инеп бөрөлдө,
Йөрәккенәм йәнә бер үлде...
Ҡайҙа булды таңда атҡан гөлдәр?
Әйтһен ине улар: «Ул килде!»
Ҡаршыларға сыҡтым һөйгәнемде,
Рәхмәт, гөлдәр,
Йөрәк терелде!
Хәҙер иһә күңел сөңгөлдәрен аҡтарғым килмәй. Мөхәббәт миңә башлыса ҡайғы-һағыш алып килде… Шул хистәремде образдарыма күсерә торғайным.
– «Нәркәс» спектаклендәге Зөмрәт роле – тәрән образдарҙың береһе. Берсә сәйер, берсә үтә таныш тәбиғи өн-ауаздарҙы – ел иҫеүен, ҡыҙ баланың үҙәк өҙгөс сеңләүен, йөрәк һыҡрауын, сүл бүреһе олоуын, күңел рәнйешен, еңелмәҫ рух аһәңен үҙ эсенә алған йыры менән сәхнә төпкөлөндә пәйҙә булған бөкрө ҡарсыҡты күреп, күңел тетрәнә...
– Мин үҙем дә тәрән образдарҙы үҙ итәм, уларҙы башҡарып сығырлыҡ эске көс тоям. Йәш саҡта Медеяны, «Ай тотолған төндә» спектакленән Тәңкәбикәне уйнарға хыялландым. Миңә бүленгән осраҡта ла ул ролдәрҙе ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында уйнай алманым. Клеопатра, Мамаша Кураж образдары ла шулай уҡ хыялда ғына тороп ҡалды. «Нәркәс»тән – Зөмрәт, «Сәсәндәр» трагедияһынан – Туғанай, «Ай тотолған төндә» трагедияһында Ил инәһе кеүек образдар тыуҙырғас, һыуһыным аҙыраҡ ҡанғандай булды.
– Ә Убырлы ҡарсыҡ? «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектаклендәге ролегеҙ менән илебеҙҙе иңләп-буйлап сыҡтығыҙ бит...
– Был роль – Хоҙай тарафынан ебәрелгән бүләктер, тим. Ошо йәштә шундай көслө образ уйнау – һәр актрисаның хыялы. Тап Убырлы ҡарсыҡ арҡаһында мин үҙемде һаман да театрға кәрәкле ижадсы итеп тоям. Кемгәлер кәрәкле булыу иһә кеше өсөн бик мөһим. Геройымды ҡайҙа ла танып торалар. Уҙған йыл «Туғанлыҡ» халыҡ-ара театр фестивалендә
Убырлы ҡарсыҡ роле өсөн Башҡортостан Театр эшмәкәрҙәре союзы мине Мәскәүгә ижади командировка менән бүләкләне. Баш ҡалабыҙға барып, бөтә донъяға танылған, төрлө илдәрҙән килгән театрҙар ижады менән танышырға, Мәскәү һауаһын һулап ҡайтырға насип булды. Бына шунда башҡа төбәктәрҙән йыйылған артистар, театр хеҙмәткәрҙәре мине танып, ҙур ихтирам күрһәтте. Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзында эшләүсе билдәле белгестәр, күккә күтәреп маҡтап: «Грозный ҡалаһында уҙған «Федерация» фестивалендә бөтә коллегия менән ҡараныҡ, беҙҙең һушты алдығыҙ», – тине. Тыванан килгән Оюн Орлан Кара-Оолович исемле актер, йәһәт кенә селфи эшләп, коллегаларына ебәрҙе. «Мин «Зөләйха» спектаклендәге Убырлы ҡарсыҡ янында баҫып торам! Ул сәхнәлә, беҙҙең Саян тауҙары кеүек, буй етмәҫлек ҙур, бөйөк һәм бейек, алпамышалай бәһлеүән һәм зәһәр булып күренә. Әле иһә янымда ыҫпай, матур актриса, һөйкөмлө ҡатын баҫып тора», – тип дуҫтарына ғәжәпләнеүен белдерҙе.
«Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле
(Убырлы ҡарсыҡ – Т.Хисамова, Мортаза – Х.Үтәшев)
Рәсәй театр донъяһында ҙур яңылыҡ булараҡ ҡабул ителде
– Төрлө фекерҙәр тыуҙырған «Зөләйха күҙҙәрен аса» романы буйынса спектакль беҙҙең театрҙа сәхнәләштерелде һәм үҙ тамашасыһын тапты. Был әҫәр шәхсән Һеҙҙең өсөн ҡайһы яғы менән ҡыҙыҡлы?
– Спектаклдә ошондай эпизод бар. Зөләйха улы Йософҡа хикәйәт һөйләй: «Борон-борон заманда донъялағы бар ҡоштар бер урынға йыйылған. Улар күңел асып, шатланып йәшәргә теләгән. Тик байрам килеп сыҡмаған, ҡоштар үҙ-ара талашып бөткән. Араларынан иң аҡыллыһы булған өкө язалай ҙа, ярлыҡай ҙа алырлыҡ батша һайларға тәҡдим иткән. Ҡоштар Сәмреғошҡа барырға ҡарар итә һәм иң ҙур тау яғына осоп китә. Өс айҙан һуң тау итәгенә етәләр. Ҡанаттарын ҡалдырып, артабан йәйәү китәләр. Тау һуҡмағы уларҙы башта Эҙләнеүҙәр яланына алып килә – маҡсаттарына өлгәшергә теләктәре етерлек дәрәжәлә көслө булмағандар шунда үлеп ҡала. Ә Мөхәббәт яланында үҙҙәрен генә яратҡандар һәләк була. Белем аҡланында наҙанлығынан ҡәнәғәт булғандар ҡала. Битарафлыҡ яланында ҡоштарҙың күбеһе үлә, сөнки улар үҙ йөрәгенә ҡайғы менән шатлыҡты, яратыу менән нәфрәтте, дошман менән дуҫты, тереләр менән мәрхүмдәрҙе һыйҙыра алмаған. Ҡалғандары саҡ-саҡ Берҙәмлек яланына барып етә. Арыған ҡоштар, күңелдәрендә берҙәмлек
хисе тойоп, ныҡ шатлана... Әммә шатланырға иртә: алда – йәшенле, дауыллы Өмөтһөҙлөк яланы. Ҡоштар рух төшөнкөлөгөнә бирелә, күбеһе алға барырлыҡ көс тә, теләк тә тапмай. Өсмө-дүртме ҡош ҡына, ҡанһыраған тәпәйҙәрендә саҡ-саҡ атлап, сикһеҙ диңгеҙ ярына барып сыға. Был Мәңгелек иле була. Ҡоштар эҙләгән ергә барып еткәндәрен аңлай.
Улар Сәмреғош килгәнен тоя – тирә-яҡ яҡтылыҡ менән тула. Яҡтыға түҙмәйенсә, улар күҙҙәрен йома, кире асһалар – бер кем дә юҡ. Ҡоштар аңлай: улар үҙҙәре – Сәмреғош тигән бөйөк ҡош. Һәр береһе айырым һәм һәр береһе бергә улар – Сәмреғош». Ни тиклем оло мәғәнә! Был сәхнә әҫәрендә – тотош ил яҙмышы… Шәхсән минең ғаиләмә лә «репрессия ҡорбаны» тигән шауҡым ҡағылды. Тормошта ла шулай – ауырлыҡтарҙы еңгәндәр үҙҙәренең Сәмреғош икәнен аңлай.
– Спектакль башҡорт театрын бөтә Рәсәйгә танытҡан әҫәр булараҡ билдәлелек яуланы, «Алтын битлек» театр премияһына лайыҡ булды. Театр өсөн иң уңышлы әҫәр тип әйтә алаһығыҙмы уны?
– Әлбиттә! Беҙҙең театрҙы «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле менән төрлө кимәлдәге ижади бәйгеләрҙә күрергә теләйҙәр. Фестиваль ойоштороусылар, юл хаҡын, гонорар түләп, үҙҙәре үк килеүебеҙҙе һорай. Мәҫәлән, Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзы тарафынан Чечен республикаһының Грозный ҡалаһында ойошторолған «Федерация» фестивале беҙҙе шундай шарттарҙа ҡабул итте. Был әҫәр менән театрыбыҙ хатта Байкалға тиклем барып етте – сентябрь айында Иркутск ҡалаһында Вампилов исемендәге заманса драматургия фестивалендә ҡатнаштыҡ. Унда Н.Охлопков исемендәге Иркутск академия драма театры сәхнәһендә уйнаныҡ, юл һәм йәшәү сығымдарын ойоштороусылар үҙҙәре ҡапланы.
Шуныһы ҡыуаныслы: пьеса өсөнсө миҙгел уйналыуға ҡарамаҫтан, уның тирәһендә шау-шыу һис кәмемәй, киреһенсә, көндән-көн ҡабара һымаҡ – әлегә тиклем билет хаҡы юғары. Әйткәндәй, спектакль үҙенсәлекле рекорд ҡуйҙы – Мәскәү гастролдәре ваҡытында бер билет ун мең һумға һатылды. Тамаша залында һәр ваҡыт аншлаг була, халыҡ спектаклде көтөп ала, билеттар һатыуға сығыу менән шунд уҡ таралып бөтә. «Зөләйха күҙҙәрен аса» сәхнәгә 60 тапҡырҙан ашыу сыҡты, әммә был – юлдың башы ғына, тип уйлайым. Ошо әҫәр менән театр башҡорт сәнғәтен генә түгел, ә республикабыҙҙы, халҡыбыҙҙы күтәрә. Телебеҙгә, илебеҙгә ҡарата ихтирам, иғтибар арта.
– Театр белгесе, тәнҡитсе, арт-менеджер Павел Руднев Вампилов исемендәге фестивал дә спектаклде ҡарағандан һуң һеҙҙең образдарға ҡағылышлы: «Интересны роли Упырихи (Т.Хисамова) и Муртазы (Х.Утяшев). Они – какие-то огромные великаны, как Гаргантюа и Пантагрюэль, люди, которые чувствуют себя хозяевами на земле», – тигәйне.
– Эйе, ундай һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Роман авторы Гүзәл Яхина Мәскәүҙә беҙҙең спектаклде ҡарағас: «Мортаза менән Убырлы ҡарсыҡты уйнаған актерҙар үҙҙәренең мөһабәтлеге менән сәхнәләге образдарын да бейеклеккә, юғарыға күтәрҙе», – тине. Спектакль – ул бер ансамбль, унда ҡатнашыусыларҙың һәр береһе маҡтауға лайыҡ. Әйтеүемсә,
Иркутск ҡалаһындағы халыҡ-ара фестивалдә иғтибар уртаһында булдыҡ. Театрыбыҙ, режиссерыбыҙ Айрат Әхтәм улы Әбүшаһманов өсөн ҙур ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙек. Ғөмүмән, һәр тарафта рәхмәт әйтеп, баш эйеп ҡалалар. Башҡорт театры менән ғорурланыр урын бар!
– Ҡазан, Ырымбур, Санкт-Петербург, Иркутск, Грозный, Ульяновск, Пермь, Ижевск… Һуңғы ике йылда ошо ҡалаларҙа булдығыҙ. Актриса булып, олоғайғас та донъя гиҙеп йөрөрмөн, тип уйлай инегеҙме?...
– Бала саҡта ҙур-ҙур ҡалаларҙы, илдәрҙе күрергә хыялландым. Ә һөнәргә килгәндә – табип булырға. Үкенескәме, бәхеткәме – медучилищеға инә алманым. Бала саҡтан шул хәтеремдә ныҡ ҡалған – ауылыбыҙҙа йәшәгән урыҫтар тап-таҙа итеп башҡортса һөйләшә ине, ә рус телендә аралашыу тигән нәмә бөтөнләй ят булды. Бына шул русса белмәүем арҡаһында «медучилищеға керәм» тип киткән ерҙән кире ҡайтырға тура килде. Спортты яраттым, ярыштарҙа мәктәп данын яҡланым, бәлки, спорт буйынса китермен, тигән уйым да бар ине.
Төркөмдәштәр менән (Рәмзиә Хисамова,
Фариза Хәсәнова, Рәшиҙә Хәкимова,
Тәнзилә Хисамова, Хәнә Минһажева)
– Актриса булыу теләге ҡасан тыуҙы һуң?
– Өфө ҡалаһынан артистар килеп, Сәхиб Ямалдың «Ҡара сәскәләр» спектаклен ҡуйҙы. Ишмулла Дилмөхәмәтов, Роза Кәримова, Дәриға Фәйзуллина, Хажи Бохарский, Әҡлимә Садиҡова кеүек актерҙарҙың матурлығы, оҫта уйнауы мине ҡәҙимге донъянан йолоп алғандай булды. Айырыуса Ишмулла ағай Дилмөхәмәтовтың моңло итеп найҙа (ҡамыш ҡурай, һыбыҙғы) уйнауы әсир итте. Шул күргәндән алып мин дә ошо моң, ошо образ артынан эйәрҙем дә киттем, әле лә ергә төшөргә йыйынмайым…
– Имтиханға килгән көнөгөҙҙө иҫләйһегеҙме?
– Әлбиттә. Өҫкә кейергә кейем юҡ: бер нисә ерҙән ямау һалынған күлдәктә, өләсәйемдең иҫке аяҡ кейемендә сығып баҫтым комиссия алдына. Ул йылдарҙа күптәр артист булырға хыяллана ине: бер урынға 10 абитуриент дәғүә итте, егермегә яҡын кешене генә алдылар. Театр училищеһын ни бары 13 кеше тамамлап сыҡтыҡ, сөнки аслыҡ-яланғаслыҡ, нужа арҡаһында күптәр уҡыуҙы ташланы. Бөгөн, Аллаға шөкөр, курсташтарымдан Рәмзиә Хисамова, Әхәт Хөсәйенов, Фидан Ғафаров һәм мин төп башҡорт театрында эшләп йөрөйбөҙ. Сәхнә теле буйынса педагог Зәйтүнә Бикбулатова, актер оҫталығы серҙәренә төшөндөрөүсе Илшат Йомағолов, Ғабдулла Ғиләжев, Тамара Хоҙайбирҙина кеүек остаздарҙан һабаҡ алырға яҙҙы. Уларҙың уҡыусылары булыу беҙҙең өсөн ҙур бәхет ине, талапсанлыҡтары һәм эштәрен яратып башҡарыуҙары арҡаһында барыбыҙ ҙа сәнғәттә үҙ урыныбыҙҙы таптыҡ. Мин әле лә уларҙың бейеклегенә ынтылып ижад итәм. Уҡытыусыбыҙ Илшат Хәлил улының: «Матросов амбразураға ташланған кеүек эшкә ташланаһың», – тигән һүҙҙәре миңә, буласаҡ актрисаға, дәрт өҫтәй ине.
– Ижадығыҙға йоғонто яһаған режиссерҙар булдымы?
– Артистың ижад яҙмышында режиссерҙың роле ҙур, әммә уңыш тырышлыҡҡа ла бәйле. Көслө характерҙан тыш, һығылмалылыҡ кәрәк. Ижадсы аралашыусан булырға тейеш, баҫалҡылыҡ менән генә донъя көтөп булмай, тигән фекергә килдем. Артистың яҙмышы режиссерҙарға, тамашасыларға, коллегаларына ныҡ бәйле.
Режиссерҙарыма килгәндә, тәү сиратта, әлбиттә, Шәүрә Муса ҡыҙы Мортазинаны әйтер инем. Легендар комбриг Мортазиндың ҡыҙы эштә атаһы һымаҡ ҡыйыу, ирҙәрсә тәүәккәл, рухлы булды. Халыҡтың мәҙәниәтен күтәрерлек әҫәрҙәр һайлай белде, үҙенең артынан эйәртерлек көсө бар ине.
1971 йылда Шәүрә Муса ҡыҙы белорус драматургы Андрей Макаеноктың «Трибунал» әҫәрен ҡуйҙы. Миңә Надя ролен бирҙе. Бөйөк Ватан һуғышына арналған беренсе героик трагикомедия ине. Ябай кешенең дәһшәтле афәткә ҡаршы тороуын сағылдырған был әҫәрҙе Советтар Союзының бөтә театрҙары ла тиерлек ҡуйҙы. Хәтеремдә, ошо спектаклдә Надя ролен уйнаған иң шәп актрисаны асыҡлау ниәте менән комиссия булдырылды. Комиссия ағзалары «Союздағы иң шәп Надя» тип мине – Өфө актрисаһын атаны. Ошо уңышым өсөн Башҡортостан Театр эшмәкәрҙәре союзы Мәскәүгә 10 көнлөк ижади командировкаға ебәрҙе.
Шәүрә Муса ҡыҙы миңә шулай уҡ Ҡадир Даяндың «Таңсулпан» пьесаһында төп ролде бирҙе. Ул ваҡытта спектаклде Хөкүмәт комиссияһы ҡабул итә ине. Берәүһе йөҙ-ҡиәфәтемә, уйыныма бәйләнде: йәнәһе, мин башҡорт йөҙлө актриса түгел, уйы ным менән дә тыйнаҡ холоҡло башҡорт ҡыҙын түгел, ә ҡыҙыу ҡанлы испан ҡыҙы Лауренсияны хәтерләтәм. Шул ваҡыт режиссер Шәүрә Мортазина тороп баҫты: «Актрисаға теймәгеҙ! Әгәр спектаклгә ҡарата ниндәй ҙә булһа тәнҡит һүҙегеҙ бар икән, миңә әйтегеҙ. Тәнзилә – балсыҡ кеүек, ни теләйһең, шуны әүәләргә мөмкин!» Шәүрә Муса ҡыҙы талантлы, талапсан, көслө шәхес ине. Мин уны шул осорҙағы республика театр сәнғәтенең генералы тип тә атар инем.
Режиссерҙар Вәли Ғәлимов, Рифҡәт Исрафилов, Лек Вәлиев менән дә эшләнем. Ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында уйналмай ҡалған ролдәрем, ижадтан ситләтелгән мәлдәрем дә булды. «Бер яманға – бер яҡшы, бер йәмһеҙгә – бер матур» тип бүлгәндәге кеүек, Хоҙай минең өлөшкә лә «бер һағышҡа – бер шатлыҡ» бирергә булғандыр: йәшлектә күргән михнәттәрем өсөн ҡартлығымда ҡыуаныс кисерәм. Шөкөр, ролдәрем дә, ил буйлап йөрөрлөк дарманым да бар. Коллективтан ҡалмай донъя гиҙәм – шуныһына мең шөкөр!..
«Таңсулпан» драмаһынан күренеш
(Айсыуаҡ – Фидан Ғафаров, Таңсулпан – Тәнзилә Хисамова)
– Бөгөнгө режиссерҙар араһында «генерал»дар бармы?
– Бар, әлбиттә! «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле менән башҡорт теат рын бар илгә танытҡан режиссерыбыҙ һуң?! Фестивалдәрҙә беҙҙең спектаклде ҡараған тәнҡитселәр: «Айрат Әбүшаһманов – Рәсәй кимәлендә көслө режиссер булып танылған шәхес. Донъяуи кимәлдәге темаларҙы милли темалар менән бәйле итеп оҫта аса», «Һеҙҙең Айратығыҙ – театр шағиры, сөнки ул һәр бер художестволы образды поэтик образ кимәленә күтәргән», – тигән фекер еткерҙе. Айрат, ниндәй генә әҫәргә тотонһа ла, уны юғары кимәлдәге сәхнә өлгөһө итеп халыҡҡа сығара белә. Бер үк ваҡытта уҡытыусыбыҙ ҙа ул, сөнки беҙҙе тәрбиәләй, үҫтерә, үҙе артынан эйәртеп, юғарыраҡ кимәлгә сығарырға тырыша. Ошондай
талантлы режиссер менән эшләүебеҙгә сикһеҙ ғорурланабыҙ.
– Ике йыл элек, «Театр төнө» уҙған ваҡытта, Илсур Ҡаҙаҡбаев менән Һеҙгә «Хисамозавр» тигән ҡушамат таҡҡайныҡ. Һеҙ – «Ай тотолған төндә» спектаклендәге Ил инәһе ролендә. Килгән халыҡ шаҡ ҡатты – статуя тип уйларҙар ине, ара-тирә күҙ ҡабаҡтарығыҙ ябылып ҡуя…
– Һеҙҙең ана шул «Хисамозавр» ҡушаматы бик оҡшай миңә! Әлеге ҡушамат яҙылған таҡтаны үҙемдең грим бүлмәһенә алып ҡуйҙым. Ысынлап та, хисамозавр бит мин! Артислыҡ һөнәренә мөкиббән киткән, театрға ярты быуат ғүмерен арнаған һәм унһыҙ тормошто күҙ алдына ла килтермәгән, күңелендә театрға нигеҙ һалыусыларҙың фатихаһын һәм аманатын йөрөткән иң «настоящный» хисамозавр! Коллегаларыма рәхмәт, яңынан-яңы ҡушамат тағып ҡына торалар. Үпкәләмәй торған кеше икәнемде беләләр, шуға рәхәтләнеп шаяралар!
Ил инәһе
(«Ай тотолған төндә» трагедияһы) – тәрән образдарҙың береһе
– Шаярып-көлөп алырға яратаһығыҙ, хатта «Ете ҡыҙ»ҙың берәүһе булып та бейейһегеҙ…
– Эйе, режиссерҙар спектаклдәргә йәлеп итеп тора. Уҙған йыл Мостай Кәримдең 100 йыллығы уңайынан театр «Ҡыҙ урлау» комедияһын сәхнәләштерҙе, режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев репетиция ваҡытында төрлөсә һынап ҡараны – спортсы ла, бейеүсе лә булдыҡ. Иң уңышлыһы, күрәһең, бейеү булғандыр: мин, Рәмзиә Хисамова, Нурия Ирсаева, Гүзәл Маликова, Суфия Ҡорбанғәлиева, Миңзәлә Хәйруллина, Илсөйәр Ғәзетдинова рәхәтләнеп, алҡыштарға күмелә-күмелә, «Ете ҡыҙ» бейеүен башҡарабыҙ.
– Репертуарҙағы спектаклдәрҙә уйнарлыҡ көс тә, дәрт тә бар, тиһегеҙ инде?!
– Әлбиттә! Әлеге репертуарҙа Флорид Бүләковтың «Һөйәһеңмеһөймәйһеңме…» пьесаһы буйынса спектаклдә – Ҡарсыҡ, «Нәркәс»тә (И.Йомағолов) – Зөмрәт, «Ҡара йөҙҙәр»ҙә М.Ғафури) – Ғилми, «Бер мәл санаторийҙа» (Н.Ғәйетбаев) – Фәнүзә, «Бәхет хаҡы»нда (Х.Мөҙәрисова) – Әсә, «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектаклендә Убырлы ҡарсыҡ ролдәрен башҡарам. Әлеге ваҡытта театр бинаһында ремонт бара, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының Бәләкәй залында уйнайбыҙ, шуға күрә репертуарҙағы бөтә спектаклдәрҙе лә ҡуйыу мөмкинлеге юҡ. Киләһе миҙгелде үҙебеҙҙә асырбыҙ тип өмөтләнәбеҙ.
– «Инстаграм»дағы тамашасыларығыҙ менән дә әүҙем аралашаһығыҙ...
– Ейәнем үткән йыл интернет менән ҡулланырға өйрәткәйне. Бигерәк «йоғошло ауырыу» икән! Бер инеп китһәң, ваҡыт үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Яңылыҡтар менән танышам, комментарийҙар яҙам. Замандан артта ҡалмаҫҡа тырышам, шуға яңғыҙлыҡты һис тоймайым.
Театрҙың аҫыл актрисалары «Ҡыҙ урлау» комедияһына яңы һулыш өрҙө
– Буш ваҡытығыҙҙы нисек үткәрәһегеҙ?
– Китап уҡыйым. Бигерәк тә дини китаптар, Ҡөрьән уҡыһам, йөрәгемә рәхәтлек килә. Хәлдән килгән тиклем кешеләргә изгелек, яҡшылыҡ эшләргә тырышам. Күңелемдәге уй-хистәрҙән ҡайһы берҙә шиғри юлдар тыуа.
– Шиғырҙарығыҙ эске һағыш менән һуғарылған. Яҡшыға өмөт итеп, Хоҙайҙан изгелек теләп яҙылған улар. Мәҫәлән:
Раббым асһын миңә аҡ ҡапҡаһын,
Ләғнәт көстәренән һаҡлаһын.
Әҙәм ҡағыу әле бер ни түгел,
Бер Хоҙайым үҙе ҡаҡмаһын...
– Нужа һурпаһын күп эскәнгә шулайҙыр ул. Әсәйем ауылда уҡытыусы һәм һатыусы булып эшләне. Бер көн ул магазиндағы аҡсаны тоҡҡа тултыра ла, конторала ҡалдырып, үҙе тауар ҡабул итергә китә. Шул арала күпмелер аҡсаны урлайҙар. Закон ҡаты ваҡыт, бигерәк тә репрессияға эләккән беҙҙең ғаилә өсөн. Әсәйемде төрмәгә ебәрәләр. Шулай итеп, йәш
ярымлыҡ мәлемдә өләсәйем ҡулында тороп ҡалғанмын. Әсәйем ҡайтҡас, йүгереп барып уны ҡосаҡлауым әлегәсә күҙ алдымда. Аҙаҡ ҡустыларым тыуҙы. Бала саҡта әсә наҙын татымаған күңелем ғүмер буйы һөйөүгә һыуһап йәшәне. Шөкөр, әсәйем оҙон ғүмерле булды, уны һуңғы көнөнә тиклем ҡараным, йөрәк йылымды бирергә тырыштым.
Һағыштың икенсе сәбәбе – минең өлөшкә Хоҙай ир бәхетен тулы итеп бирмәне. Тәүге иремдән үҙем балаларымды алып сығып киттем – насар холҡона түҙә алманым. Икенсе ирем – 1-се ранг капитаны, тарих фәндәре кандидаты, философия фәндәре докторы Роберт Абдулла улы Янборисов – билдәле, дәрәжәле кеше. Ул минең тормошома иң ауыр ваҡытта килеп инде. Театрҙа элек «политзанятия» тигән уҡыуҙар ойошторола ине, шул ваҡытта ғашиҡ булған да инде.
...8 март көнө ине. Ҡыҙым Зөлфиә һәм улым Рөстәм менән киске ашҡа ултырыр мәлдә ишек шаҡынылар: бер ҡулына – гөлләмә, икенсеһенә быҙау ҙурлыҡ этен эйәртеп, Роберт Абдулла улы килеп инде. Улым менән ҡыҙым, йүгереп барып, этен ҡосаҡланылар… Шул көндә үк ул тәҡдим яһаны. Минән 13 йәшкә өлкән, ғаиләһенән айырылған, балалары үҫеп
бөткән. Уға эйәреп, беҙ Алыҫ Көнсығышҡа сығып киттек һәм юғары чинлы офицерҙар даирәһенә сумдыҡ. Академик Андрей Иванович Крушанов, уның ҡатыны Маргарита Семеновна беҙҙең ғаиләне шул тиклем үҙ итте, Рөстәмемде үҙҙәре менән приемдарға йөрөтә инеләр хатта. Бына шундай абруйлы, ҙур йөрәкле, тәрбиәле шәхестәр менән аралашып йәшәү
бәхете тейҙе. Ғүмеремдең шул осоронда ҡатын-ҡыҙ бәхетен татыным. Миңә, балаларыма ҡарата яҡшы мөнәсәбәт өсөн һаман рәхмәтлемен. Элек артистарҙың эш хаҡы ҙур булманы, осто-осҡа ялғап йәшәгән ике балалы йәш ҡатын өсөн был үҙгәреш ожмах һымаҡ ине. Тормош иптәшем балаларыма яҡшы атай булды, ғаиләбеҙ өсөн өҙөлөп торҙо, һис ниндәй мохтажлыҡ кисермәнек. Ун бер йыл бергә йәшәп ҡалдыҡ. Кеше тормошо аҡлы-ҡаралы бит ул – араға төштөләр. Роберт Абдулла улы менән юлдарыбыҙ айырылды... Ә иң ауыры – һөлөктәй матур, аҡыллы улым 20 йәшендә гүр эйәһе булып ҡалды.
Хушлашмай ҙа ташлап киттең, балам,
Күрше йортҡа инеп сыҡҡандай.
Бына ҡайтырһың тип, ҡаршы сығам,
Йүгереүең – ҡолон сапҡандай…
Ҡара гүргә кереп киткәнсе мин
Ҡолон тояҡтарын тыңлармын.
Һағынамын, балам, һағынамын,
Тик һағыштан торған моң-зармын...
– Тәнзилә Динислам ҡыҙы, бөгөн дә Һеҙҙең Рөстәмегеҙ бар бит...
– Эйе, Аллаға шөкөр, Рөстәм исемле ейәнем бар. Ул ысын башҡорт егете – йыл һайын Алыҫ Көнсығыштан Өфөгә килә, башҡорт аштарын ярата, театр тип иҫе китә, беҙҙең артистарҙы белә, аралаша. Бына шул башҡорт йәнле Рөстәм ейәнем менән ейәнсәрем Һауа (Ева) – Зөлфиәмдең ике балаһы – минең күңел йыуанысым. Бала саҡ хыялымды ҡыҙым
Зөлфиә атҡарҙы – ул табип һөнәрен һайланы, Владивостокта йәшәй. Көн һайын телефон аша һөйләшеп торабыҙ.
– Йәш өҫтәлгән һайын бала саҡ хәтирәләре йышыраҡ иҫкә төшә, тиҙәр…
– Ысынлап та шулай икән... Мин дә олоғая барған һайын иң бәхетле мәлдәрем үткән тыуған ауылым – Хажыны һағынам. Күҙҙәремде йомоу менән Зөһрә өләсәйемдең наҙлы ҡулдары башымдан һыйпар кеүек, ә мин, йоҡонан тороп, йәһәт кенә Ҡарағай тауы итәгендәге Изгеләр шишмәһе янына сәйгә еләк йыйырға йүгерермен һымаҡ… Ниндәй генә булһа ла, бала саҡ арттан эйәреп йөрөй икән ул. Тормошта ла шулай – һағыштарҙы төпкәрәк йәшерергә тырышабыҙ, ә шатлыҡлы миҙгелдәре күңелгә нығыраҡ уйылып ҡала, йышыраҡ иҫкә төшә…
Актрисаның һөйөклө ейәнсәре Һауа менән ейәне Рөстәм
– Бынан күп йылдар элек, театрҙың Ленинград ҡалаһындағы гастролдәре ваҡытында, билдәле тәнҡитсе Һеҙҙең турала: «Колбаға һалып ҡына кунсткамерала һаҡларлыҡ актриса», – тигән. Ул һеҙҙең матурлыҡты, күңел байлығын, актер оҫталығын – барыһын да күҙ уңында тотҡандыр…
– Ана шул «колбаға һалып һаҡларлыҡ актриса» булғаным өсөн маҡтауҙар ҙа йыш булды, улары иһә саманан артыҡ михнәттәргә әйләнде. Ләкин алтын урталыҡты һайланым, һауаланманым, сабыр булдым. Ошо йәшемдә ихтирам ҡаҙанып йәшәүем, яҡындарым, театрым, халҡым өсөн кәрәкле булып ҡалыуым – минең өсөн оло бәхет.
– Ғүмерен сәнғәткә бағышлаған актриса матурлыҡ төшөнсәһен нисек аңлай икән?
– Матурлыҡ – ул эске донъяның сағылышы. Һәр кеше үҙенсә матур. Хоҙай Тәғәлә һәр кемде лә мөхәббәтле итеп яралта. Рухи байлығын, күңел сафлығын, йән йылылығын файҙалана белгән кеше тағы ла матурыраҡ. Ошо сифаттарҙың барыһын берләштереүсе – иман. Ул һәр кемдең күңелендә йәшәй.
– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер насип булһын Һеҙгә!
Динара ҠӘЙҮМОВА әңгәмәләште