Все новости
Знаменитые люди
15 Ноября 2018, 18:45

«Яңы Европа хәбәрҙәре». Немецтар башҡорттарҙы ҡайҙан белгән?

Себастьян ЦВИКЛИНСКИ, тарих фәндәре докторы, Берлин ҡалаһы

Немец нәшерсеһе Иоганн Генрих Цедлер (1706—1751) 1732—1750 йылдарҙа Лейпциг ҡалаһында сығарған «Бөтә ғилем һәм сәнғәттәрҙең ҙур һәм тулы энциклопедияһы»нда башҡорттар тураһында ла мәғлүмәттәр бар. XVIII быуат уртаһында Германияның иң мөһим энциклопедияһына был халыҡ нисек килеп ингәне тураһында мәҡәлә яҙып, уларҙың немецтар иғтибарын осраҡлы ғына йәлеп иткәнен күрһәттем (1). Энциклопедияның авторҙары башҡорттар тураһындағы бәләкәй генә мәҡәлә өсөн бөтә мәғлүмәттәрҙе Лейпциг ҡалаһында сыҡҡан «Яңы Европа хәбәрҙәре» [Die Neue europäische Fama, русса «Новая европейская молва»] журналының 1740 йылда сыҡҡан 62-се һанынан алғандар. Журналда ғәҙәттә Европа илдәре хаҡындағы хәбәрҙәр төрлө сығанаҡтарҙан тупланып, сәйәсәт йәки иҡтисад тураһында мәғлүмәт һирәк баҫылған.

Ә журнал башҡорттарға ни өсөн иғтибар иткән һуң?

Әйткәндәй, журналдың иғтибар үҙәгендә — Европа һәм Рәсәй
илдәрендәге хәлдәр. ә Рәсәйҙә булған сәйәси, хәрби йәки ижтимағи ваҡиғалар Рәсәй батша һарайына йоғонто яһағанда ғына әһәмиәткә эйә булған. Журналдың авторҙары уйлауынса, Рәсәйҙең яҙмышын ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған ваҡиға — башҡорттарҙың 1739 йылда Ҡараһаҡал етекселегендә баш күтәреүе. Ҡараһаҡалдың исеме аталмаһа ла, уның тураһында һүҙ барыуы яҙылғандарҙан аңлашыла [2, 314—342-се бб.; 3, 325—332-се бб.].

Журнал авторҙары өсөн башҡорттар — билдәһеҙ бер көнсығыш халҡы, шуға ла улар был ҡәүем тураһында мәғлүмәтте үҙҙәре тупларға мәжбүр була. «Рәсәй тураһында» тигән 44 битлек мәҡәләлә башҡорт халҡына ике бит кенә арнала, әммә немецтарҙың башҡорттарға мөнәсәбәтен аңлар өсөн был бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәт [4, 173—174-се бб.]:

«Бынан тыш, Рәсәй империяһына ҡарата тағы бер нисә хәлде телгә алырға кәрәк, ә уларҙың иң мөһиме — башҡорттарҙың баш күтәреүе тураһындағы хәбәр. Был тартар милләте асылда Оло Тартария тигән илдә йәшәп, яңы ғына Рәсәй батшаһына буйһонған. Әммә һуңынан тағы ҡорал алғандар, сөнки бер тартар, нуғай уларға килеп, үҙенең Сыңғыҙхан нәҫеленән булыуын аңлатҡан, ә башҡорттар Сыңғыҙханды ныҡ хөрмәтләй. Уның һүҙҙәре тыңлаусыларға ҙур ғына йоғонто яһай, һөҙөмтәлә 600 кеше ҡулына ҡорал ала. Губернаторға был турала мәғлүм булғас та, башҡорттарҙың күпселеге ҡыйратыла. Иҫән ҡалғандары, үҙҙәрен баш күтәреүгә өндәгән тартарҙы тотоп, губернаторға тапшырғандар.

Был мәҡәләне яҙғанда Петербургта сыҡҡан «Яңылыҡтар тураһында тарихи, генеалогик һәм географик иҫкәрмәләр»ҙе уҡып, унда бер нисә ваҡиғаға тәрән аңлатма таптыҡ. Мәҫәлән, 1732 йылдың 32-се һәм 33-сө һандарында Амстердам мэры Николаас Витсендең бик һирәк осраған «Төньяҡ һәм көнсығыш Тартарияһы» китабынан өҙөктәр баҫылған, ә 1734 йылдың 28, 29, 30, 31-се һандарында ҡырғыҙ һәм башҡорттар тураһында яҙылған. Бынан түбәндәге аңлашыла: “башҡорттарҙың йорттары асылда Ҡазан менән Себер губерналары араһында, Кама менән Ағиҙел ярҙарында һәм Яйыҡ йылғаһы сығанағы тирәләрендә. Тимәк, ҡырғыҙ-ҡаҙаҡтар, ҡарағалпаҡтар һәм ойраттар һымаҡ, рустарҙың яңы подданныйҙары көньяҡ-көнсығыш яҡлап уларҙың күршеләре була. Башҡорттарҙы бөтә Себерҙә иң һуғышсан милләт тип һанайҙар. Ҡалмыҡтар иһә уларҙан ныҡ ҡурҡа. Улар бер ваҡытта ла аяғөҫтө көрәшмәй. диндәре тулыһынса магометан түгел, бер нисә мырҙанан тыш, үҙ етәкселәре юҡ. Мырҙалар уларға ниндәйҙер рәүештә етәкселек итә, әммә шул уҡ ваҡытта урыҫтарҙың хакимлығын таныйҙар. Рәсәй хакимлығы аҫтында ҡалған башҡорттарға һәр ваҡыт һаҡлыҡ менән идара итергә кәрәк булыуға ҡарамаҫтан, улар 1663 йылда баш күтәреп, ҙур ғына зыян килтергән. 1734 йылда башҡорттар Рәсәйгә бер миссия ебәргән, ә Страленберг әфәнденең ҙур географик картаһы һәм Европа менән Азияның төньяҡ һәм көнсығыш төбәктәре тураһындағы иҫкәрмәләрендә лә был милләт тураһында ла һүҙ бара».

«Яңы Европа хәбәрҙәре»нең был бәләкәй генә мәҡәләһенән аңлашылыуынса, ул ваҡытта немецтар һәм, ғөмүмән, Европа кешеләренең Рәсәй, Себер һәм Азия хаҡында мәғлүмәттәре бик сикле. Немецтар Азияның бик ҙур өлөшөн Тартария тип атаған, ә грузин, үзбәк һәм башҡорттарҙы ла «ҙур тартар милләтенең бер өлөшө» тип йөрөткән.

Читайте нас: