Нурия Ирсаева. Был исем күптәр өсөн — наҙлылыҡ һәм матурлыҡ өлгөһө. Ул уйнаған һылыу, саф күңелле ҡатын-ҡыҙ образдары театр донъяһының биҙәге булып хәтерҙә йәшәй, ә башҡарған йырҙары гәлсәр ҡыңғырау сыңылай ҡолаҡта яңғырай. Һәр ваҡыт нәзәкәтле, йәш һәм һөйкөмлө булып ҡалған актриса, Башҡортостандың, Татарстандың, Рәсәйҙең халыҡ артисткаһы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Нурия Исхаҡ ҡыҙы Ирсаева менән әңгәмәбеҙ — уйнаған ролдәре, тормош, йәшәйеш хаҡында.
— Нурия Исхаҡ ҡыҙы, һөйләшеүҙе һеҙ башҡарған иң сағыу ролдәрҙең береһе — «Яҙмыштарҙан уҙмыш бар» (М.Кәрим, Р.Исрафилов инсц.) спектаклендәге Әсғәттән башлағым килә. Әсғәт: «Мин башҡа илдән — йылы яҡтан килгәнмен. Ә бында ваҡытлыса ғына, башҡа бер малай өсөн йәшәйем», — ти. Һеҙҙең Әсғәтегеҙ — шуҡ, эскерһеҙ, саф күңелле, шиғри күңелле малай. Белеүемсә, һеҙ яратып башҡарған ролдәрҙең береһе лә ул. Һеҙ үҙегеҙ бала саҡ хәтирәләренә йыш әйләнеп ҡайтаһығыҙмы?
— Бала саҡ —мөғжизәле ил бит ул. Хәтерҙең бер мөйөшөндә оялап алған да, йәнгә, йөрәккә импульс биргән һымаҡ, әленән-әле күңел ҡылдарын сиртеп тора. Ни өсөн килгәнбеҙ был донъяға? Йәшәү маҡсатыбыҙ ниҙә? Ошо һәм башҡа һорауҙар хаҡында күп уйланам. Беҙҙең бик ҙур һәм шул уҡ ваҡытта үтә кескәй Ер шарыбыҙ, икһеҙ-сикһеҙ йыһаныбыҙ бөтә кешелек өсөн яралған. Һәр кемдең үҙ сихри донъяһы, ғүмер ағышы булған кеүек, минең дә үҙ донъям бар. Унда билдәле ҡанундарға таянып, намыҫым ҡушҡанса, әсәйем өйрәткәнсә йәшәйем. Минең күңелем, төрлө күҙҙәрҙән бәйләнгән селтәр кеүек, бала саҡ хәтирәләренән үрелгән. Их, бала саҡтың сихри мәле! Әле һаман күҙ алдымда: һалмаҡ ҡына бишек тирбәлә, тын ғына моң яңғырай. Әсәйем, һике ситенә генә ултырып, бала йоҡлата... Мин иһә, уның матур йөҙөнә төбәлеп, моңло йыр тыңлайым. «Сәлимәкәй», «Гөлмәрфуға», «Каруанһарай»... Бер аҙ йырлай ҙа бишекте миңә тапшыра: «Мә әле, йоҡлатып ебәр!» Мин дә әсәйемә оҡшатып ҡына сәңгелдәкте бәүетәм һәм уның йырын дауам итәм. Оҙон йырҙар бөткәс, атайымдың «репертуарына» — шаян таҡмаҡтарға күсәм. Атайымдың да тауышы матур, ләкин ул оҙон йырҙарҙы үҙенсә, ҡыҫҡа ғына итеп йырлап ҡуя ине. Мин дә атайым кеүек: «Ағиҙел буйында, аҡ балыҡтар — уйында...» — тип йырлап бөтәм дә, уға оҡшатып, танауымды тартып ҡуям. Ололар шулай иткәс, мотлаҡ шулай кәрәктер. Унан «Шомортом», «Рамай» китә...
Бала күптән йоҡлаған инде, ләкин йыр туҡтамай. Йырлай-йырлай әсәйемде күҙәтәм: яулығын сөйөп бәйләп, бәрәңге әрсей — мин уның яулығын шулай артҡа сөйөп, йәш килендәрсә бәйләгәнен яратам, әбейҙәрсә бәйләһә, улай һиңә килешмәй, тип, теңкәһенә тейеп бөтәм. Әсәйем картуфты күп итеп әрсей — балалар күмәк бит, хәҙер, асығышып, берәм-берәм мәктәптән ҡайтырҙар.
— Әсәй, картуф ҡаҙанда ҡайнағанда уға эҫеме, ул илаймы?
— Юҡ. Ни тиклем ҡыҙыу булһа, шул тиклем рәхәт уға. Тиҙерәк тәмле итеп бешәйек, Нурия апам беҙҙе ашаһын! — тип һикерешәләр.
«Яҙмыштарҙан уҙмыш бар» спектакленән
— «Мин шуға бик ризамын: башҡорт театры сәхнәһендә Нурия Ирсаева менән беҙҙең рухтарыбыҙ бер нисә тапҡыр осрашты һәм уй-фекерҙәребеҙ ҡауышты. Фә рештә һынлы тәбиғәт балаһы Айгөлмө ул, Йәйәүле Мәхмүтте ташлап, яҙмышын үҙгәрткән, ләкин бәхет таба алмаған Мәҙинәме, Салауатҡа табынып ғашиҡ булған Анумы, сая холоҡло, алсаҡ күңелле Уңғанбикәме, хыялдар донъяһында янып йәшәүсе Әсғәтме — шуларҙы бар итеүҙә, аңлауҙа һәм аңлатыуҙа актриса менән бер-беребеҙгә тап килдек, рухташ һәм фекерҙәш булдыҡ», — тип яҙа Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим...
— Мин Мостай ағайҙың бик күп әҫәрҙәрендә уйнаным. Уның шиғырҙарын да яратам, шәхесе лә күңелемә яҡын. Аҡыллы фекерҙәре генә түгел, шаярыуы ла урынлы була торғайны, тағы ла ул әҙәплелеге менән хәтерҙә ҡалған. Мине ҙур сәхнәгә алып сыҡҡан төп роль — Мостай Кәримдең «Айгөл иле» драмаһындағы Айгөл образы . Театрға тәржемәсе булып алынып, һуңынан актерлыҡҡа күскәс уйнаған тәүге ролем. Бөгөнгө башҡорт драматургияһында ундай яуаплы, ҡатмарлы роль юҡ. Йәш актрисалар өсөн Айгөл — хыял.
— Миңә ҡалһа, ғөмүмән, һеҙ — йәшлек йырсыһы...
— Йәш, үҫмер ҡыҙҙарым — Динә («Үҙебеҙ һайлаған яҙмыш»), Таня («Июндәге хушлашыу») һ.б. — үҙемдә булған йәшлек хыялдары, хистәре менән һуғарылған образдар. Ошо ролдәремде мин һис кенә лә туйғансы уйнай алманым. Уларҙы шул тиклем яраттым, әле һаман төштәремдә шуларҙы уйнайым — һүҙҙәрен хәтерләй алмай, кейемдәрен таба алмай интегеп, һағышланып уянам. Үкенескә ҡаршы, төштәрҙә генә үткәндәргә кире ҡайтып була шул.
Ғәлиәбаныуымды ныҡ һағынам! Ун һигеҙ йыл сәхнәлә уйнаным мин был ролде. Нисәмә йылдар гөрләп, сәхнәләрҙе биҙәне ул! Һәм тауыш-тынһыҙ ғына, ғүмер тауымдың бер үрендә шәлен болғап, тороп ҡалды... Әйтерһең дә, Ғәлиәбаныу ҙа, башҡа ролдәрем дә — йондоҙҙар, балҡып атылдылар ҙа, яна-яна, күктә эҙ ҡалдырып, әкренләп кенә юғалдылар. Ниңә мин яратҡан ролдәрем менән хушлашыу көнө лә ойоштора алманым икән?!. Улар моңһоу ғына итеп, үпкәләп тороп ҡалғандар, ә мин офоҡта күренгән яңы ролдәрем артынан юл алғанмын... Артистар яҙмышы ла шундай бит — балҡып, янып-яндырып йәшәйҙәр ҙә, тыныс ҡына мәңгелеккә инеп юғалалар. Бигерәк тә сәхнә йондоҙо булып ҡабынып китә алмағандар тураһында һүҙем. Сәхнәлә бәхетле булыр өсөн, бәлки, улар үҙ ваҡытында килмәгәндер театр донъяһына, йәиһә режиссерҙары тура килмәгәндер, партнерҙары булмағандыр... Уларҙың ижади ғүмерҙәре аяныслы. Күпме атылған йондоҙҙар! Ниндәй яҙмыштар! Сәнғәт кешеләренең ижад ғүмере ҡыҫҡа шул. Сәхнәләге ролдәребеҙ беҙгә, артистарға, күпме бәхетле минуттар, сәғәттәр бүләк итә. Йәшлек йылдарымдың дауамы, Дим буйында уйнап үҫкән әхирәттәремдең сағылышы ла һымаҡ ул образдар.
«Айгөл иле» спектакленән күренеш
(Айгөл — Н.Ирсаева, Зөлхәбирә — З.Бикбулатова)
— Әйҙә, киттек Дим буйына,
Һин бит һылыу, наҙлы ҡыҙы
Минең тыуған яғымдың... — тип тә йырлайһығыҙ бит әле...
— Эйе, бик яратып башҡарам мин ул йырҙы. Дим буйҙарын, тыуып үҫкән еремде иң яҡты хәтирәләр менән генә иҫкә алам. Дим буйҙары менән күпме хәтирәләр бәйле! Баҡа соро, Оло әйләнмә, Ятыу яр башы, Сыуаш табыры — былар барыһы ла миңә уҫал ата ҡаҙ аша таныш. Йылғаға ҡаҙҙар төшөрөү — беҙҙең кеүек колхоз эшенә ярамаған ваҡ ҡыҙҙар эше. Иртәнге ысыҡ менән, ҡояш күтәрелгәнсе үк ҡаҙҙарҙы төшөрмәһәң, улар әлһерәйҙәр — Дим буйына барып еткәнсе байтаҡ ара, тауға менеп төшөргә лә кәрәк. Ә ҡаҙҙар эҫелә йөрөргә яратмай, тауға мен, төш, имеш. Етмәһә, ике тәпәйе менән ҡуша һикереп йөрөй торған бер ғәрип бәпкә бар, шуны бигерәк йәлләйем. Кеше осраһа, шуны мәрәкә күреп ҡарайҙар ҙа, эстәре ҡатҡансы көлөп алғас: «Ниңә улай һикерәңләп йөрөй ул?» — тип һорайҙар. Мин ҡайҙан беләйем инде? Хоҙай шулай яралтҡан — бәхетһеҙ итеп. Мин, уны йәлләп, бик йыш илайым. Арыһа, ул туҡтап миңә ҡарай, мин уны ҡулға алам да, һыу буйына тиклем күтәреп барам. Үҙе лә шулай ҡулға өйрәнгән, Димгә килеп еткәнсе төшөргә уйламай. Беҙҙең ата ҡаҙ уҫал. Күлдәк алыштырһаң, яҡын да килтермәй, ыҫылдай, суҡырға йыйына. Шуға күрә гел бер күлдәк кейеп йөрөйөм. Кешеләрҙең ҡаҙҙары йыраҡ китмәй, яр буйында ғына үлән ашайҙар. Беҙҙекеләр түбәнгә төшөп китә лә сыуаш таборына тиклем барып етә. Көн дә ҡараңғыға тиклем, Дим буйында ҡысҡырып, ҡаҙ эҙләйем. Минең тауышты ишетеп, шулай ҙа теҙелешеп килеп сығалар таллыҡ араһынан: утыҙ биш бәпкә, ике инә ҡаҙ һәм теге әрһеҙ ата ҡаҙ. Әлбиттә, иң алдан ата ҡаҙ төшкән, ә иң аҙаҡтан теге бәхетһеҙ бәпкә ҡуш аяҡлап һикереп килгән була. Әсәйем: «Ниңә уларҙы ҡараңғыға тиклем эҙләп ыҙаланаһың, ҡунһындар шунда, иртәгә барыбер төшөрөргә бит, уларға бер ни булмай», — ти, минең оҙаҡ йөрөүемә борсолоп. Уларға бит һыу буйында һалҡын. Унан һуң, бәлки, минең көн дә иртән уларҙы һыу буйына төшөрөп маҡталғым киләлер: «Бына минең ҡыҙым ниндәй ҙур үҫкән!» Ә, бәлки, иртәнге томан эсендәге серле Дим күңелемде арбағандыр! Әсәй тамаҡ ялғарға тип биргән бер телем икмәкте ваҡлап, балыҡтарҙы ашатам, улар менән һөйләшәм. Йылға өҫтөндә томан күтәрелә. Һыуҙы төнөн Алла бабай йылытып ҡуйған. Мин иң беренсе һыуға инәм, миңә — ҡаймағы, һуңлап килгәндәргә — һөтө, ҡояш күтәрелгәс килгәндәргә — ҡатығы... Йәйге эңер төшкәс, ҡаҙҙар, ҡошсоҡтарын тирә-яҡтарына йыйнап, йоҡларға яталар. Ҡаҙ бәпкәләре сөңгөлдәшәләр, минең дә шулар араһына инеп ятҡым килә. Кәзә бәрәстәре, һарыҡ бәрәстәре менән йоҡлағаным бар, ә ҡаҙҙар менән — юҡ. Ата ҡаҙ уҫал шул, яҡын юлатмай. Моғайын, улар араһына инеп ятһам, ҡабул итер, суҡымаҫ та... Шундай уйҙар менән ҡаҙ көтә инем бала саҡта.
— Һеҙ шиғри, лирик күңелле актриса. Бар булмышығыҙ хыял-фәлсәфәгә ҡоролған кеүек...
— Һуңғы йылдарҙа бигерәк тә фәлсәфәгә төшөп китергә яратам шул (ихлас көлә). Йәш саҡтан яҙып барған блокнотым бар. Үҙемә оҡшаған уйҙар, аҡыллы фекерҙәр, шиғырҙарҙы теркәп ҡуйғанмын. Мәҫәлән, «Кешенең туғыҙ йомошон йомошлап, унынсыһын йомошлай алмаһаң — дошман булаһың» — дөрөҫ һүҙҙәр бит?! Бына тағы: «Везет тому, кто сам себя везет», «Надо помогать талантам, бездари и сами пробьются». Тамара Ғәниеваның ошо шиғырын теркәгәнмен:
Ҡатын: Толомомдо тағат, бармаҡтарың
Сәстәремде минең тараһын.
Был донъяға килә һинең күңел,
Һинең ҡараш менән ҡарағым.
Албырғат һин минең бер нәмәгә
Аптырамай торған йәнемде.
Яҙҙарымдан яҙлыҡҡанмын, әммә
Тотошлайға һонам йәнемде.
Бында ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙ психологияһы сағылған. Ирҙәрҙең яратыуы ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡынан ныҡ айырыла. Нимә генә тимә, ҡатын-ҡыҙ өсөн иң мөһиме — тойғо. Хистәр булмаһа, мөхәббәт тә юҡ.
— Һүҙҙе ошо юҫыҡта дауам итәйек. Ижадығыҙҙағы төп тема — ул мөхәббәт. Заһир һәм Ғәлиә, Булат һәм Мәйсәрә, Миләүшә һәм Иншар, Рәйсә һәм Фәйзи мөхәббәтенә шаһит булғандар Фидан менән Нурияны ла бер бөтөн итеп күрәләр...
— Тимәк, беҙ тамашасыларҙы ышандырыу көсөнә эйә булған артистар, күрәһең... Мин — бәхетле актриса, сөнки сәхнәлә үҙемдең партнерым булды — Фидан Ғафаров менән ижадыбыҙ бер осорға тап килде. «Ромео һәм Джульетта» спектаклен ҡуйған ваҡытта режиссер Шәүрә Мортазина «Фидан — Ромеоны, ә Хәнә Минһажева менән икегеҙ Джульетта ролен уйнаясаҡһығыҙ», — тип әйтеп һалғайны. Әммә тура килмәне — Шәүрә Мусовна: «Тик үпкәләмә! Шулай кәрәк булды минең өсөн», — тип аңлатты был ролде һуңынан башҡа актрисаға биргәс. Шәүрә Муса ҡыҙы менән тормошта әхирәттәр булһаҡ та, ул ҡуйған ике генә пьесала — С.Кайтовтың «Минең балаларым» һәм А.П.Чеховтың «Аҡсарлаҡ» спектаклендә уйнаным. Фидан менән Нурияны «мөхәббәтле» иткән режиссер — ул Рифҡәт Исрафилов. Рифҡәт Вәкил улы, режиссерлыҡҡа уҡып ҡайтҡас, диплом спектакле итеп «Ғәлиәбаныу»ҙы ҡуйҙы, Фидан менән бергә уйнаған тәүге ролдәребеҙ Хәлил менән Ғәлиәбаныу булды. Репетиция ваҡытында Рифҡәт Вәкил улы: «Юҡ, улай түгел, бөтөнләй мөхәббәтте уйнай белмәйһегеҙ! Сәхнәлә һеҙ бер- берегеҙҙе яратырға тейешһегеҙ!» — тип, беҙҙе туҡтатып, тәнҡитләп ташлай торғайны. «Ғәлиәбаныу»
театр заказы буйынса ҡуйылған спектакль ине, халыҡты йәлеп итеү өсөн йырлы, күмәк сәхнәле спектакль кәрәк, тигән фекерҙән сығып ҡуйылған әҫәр булды. Йәнле музыка — оркестр уйнай, сәхнә биҙәлеше лә шул тиклем матур булды. Аҙаҡ Рифҡәт Вәкил улы «Тапшырылмаған хаттар»ҙы ҡуйҙы. Мелодрама. Гөлли Мөбәрәкова, мин, Фидан Ғафаров, Заһир Вәлитов — төп ролдәрҙә. Бына шулай спектаклдән-спектаклгә Фидан менән парлашып уйнаған ролдәребеҙ күбәйә барҙы, беҙ партнерҙар булып киттек.
Артистар араһында партнерлыҡ төшөнсәһе булырға тейеш. Үҙ-ара татыу һәм бер-береңә ҡарата ихтирамлы булыу мөһим. Әгәр кемдер үҙен өҫтөнөрәк ҡуйһа, улар араһында партнерлыҡ юҡҡа сыға, хистәрһеҙ генә роль башҡарыуға ҡайтып ҡала. Беҙ Фидан менән бына шул урталыҡты һаҡлай белдек, бер-беребеҙҙе бер ваҡытта ла тәнҡитләмәнек, шуға күрә лә сәхнәләге дуэттарыбыҙ уңышлы һәм оҙон ғүмерле булды.
Сәхнә күрке — «Ғәлиәбаныу» спектакле
( Хәлил — Ф.Ғафаров, Ғәлиәбаныу —
— Сәхнәләге хистәрегеҙ күҙ алдында, ә тормоштағы Нурия мөхәббәт хисен кисерҙеме?
— Бөйөк аҡыл эйәһенең «Донъяны матурлыҡ ҡотҡарыр» тигән һүҙҙәре бар. Минеңсә, донъяны мөхәббәт тә ҡотҡара. Ул — бар нәмәнең нигеҙе, ҡото, ырыҫы. Мөхәббәт булған ерҙә матурлыҡ та, изгелек тә бар. Мөхәббәтте тапһаң — ҙур бәхет, һаҡламаһаң — аяныс. Ғәмәлдә мөхәббәттең күсәре — түҙемлек тә. Минеңсә, бер-береһен яратҡан ике кеше ҡауышҡанда, Хоҙай Тәғәлә улар алдында ҙур бурыстар ҡуя. Һәм улар бик тә түҙемле, мөхәббәтен ҡурсып торған йәндәр булырға тейеш. Асыуланыу, тиргәшеү, рәнйетеү мөхәббәттең башына етә, үлтерә. Мөхәббәт һаҡлауға мохтаж. Әгәр ҙә кешенең эске мәҙәниәте булһа, ул мөхәббәтте һаҡлай ала. Әгәр икәүҙең береһе генә ошо сикте атлап сыҡһа, улар бер-береһенән төңөләләр. Яратҡан кешеңдән үпкә һүҙҙәрен ишетеү, уның хыянатын белеү үтә лә күтәргеһеҙ. Айырылышыу ауыр, бергә йәшәп булмай. Ә яратмаған кеше менән йәшәү — үҙ-үҙеңә хыянат итеү. Шағирәләр белеп яҙалыр ул:
Ирендәре миңә ҡағылғанда,
Һулыштары килеп яғылғанда,
Табынмаған Тәңреләргә ялынам:
«Тамуҡтарға ник, тим, олаҡмайым?»
Кеше тыуғас та, ата-әсәһе уның күңеленә мөхәббәт хисен һала — кешеләргә, тәбиғәткә, бар ғаләмгә. күңелем тулы шул мөхәббәт йәшәй. Мин күк күкрәп, йәшен йәшнәп ямғыр яуғанын яратам. Тыныс ҡына яуып киткән ямғырҙың «тәмен тоймайым».
Һәр кем мөхәббәтле булырға тейеш. Яратып уйнаған ролдәремдең береһе — Ф.Бүләков пьесаһы буйынса ҡуйылған «Һөйәһеңме — һөймәйһеңме...» спектаклендәге Фатима (Рифҡәт Исрафилов ҡуйҙы), унда беҙ Рәфил Нәбиуллин менән уйнаныҡ. Героиням Фатима — күпселек ҡатын-ҡыҙҙар өсөн уртаҡ булған яҙмыш кисереүсе аҡ әбей, сибәр инәй. Гел бәхет көтөп йәшәгән, баҡһаң, ғүмер үткән, бәхет килмәгән, «һөйәм» тигән һүҙҙе ишетә алмай, үлеп тә китә...
Бөгөнгө көндә «Йософ һәм Зөләйха» спектаклендә Зөләйха ролен уйнайым. Зөләйханың Йософҡа ҡарата: «Мөлкәтем бөттө, күркем китте, тик мөхәббәт кенә ҡалды йөрәгемдә», — тигән һүҙҙәре бар... Мөхәббәт ул шундай көслө — Йософто баштан-аяҡ ялҡынға ташларлыҡ, уның йөрәген-күңелен яуларлыҡ һәм дә Зөләйханың үҙен ҡабаттан йәшәртерлек оло тойғо. Ҡатын-ҡыҙҙарҙа бына шундай һөйөү булырға тейеш тә, сөнки тап шундай мөхәббәт ир-егеткә йәшәргә дәрт бирә, рухландыра.
Ә ир-егет — ул көс, ышаныс. Беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, ирҙәрҙең йөрәк йылыһына, яҡлауына, ҡурсалауына мохтажбыҙ. Ҡатындарын хөрмәтләп йәшәгән ирҙәргә һоҡланам, улар — иманлы кешеләр, ир исемен лайыҡлы йөрөткән ҙур йөрәкле ир-аттар — ил терәктәре!
— Үҙегеҙ хаҡында ниндәй фекерҙәһегеҙ? Ғөмүмән, һеҙ ниндәйерәк кеше?
— Мин һәр ваҡыт итәғәтле, ипле булырға тырыштым. Булмышыма килгәндә, гел генә ғишыҡ утында яна торған кеше түгелмен, йәшлек осоронда янып-көйөп яраттым да, яратылдым да. Шулай ҙа һәр саҡ күңелем түрендә мөхәббәт булды. Миңә йыш ғашиҡ була инеләр, йылдар үткәс кенә ҡайһы берҙәре: «Мин бит һине бик ныҡ яратып йөрөнөм», — тип әйтеп ҡуя. «Ә ниңә ваҡытында әйтмәнең?» — тип һорайым. «Әллә инде, баҙнат итмәгәнмен», — тигән яуап алам. Заһир Вәлитовҡа ошо хаҡта һөйләгәс: «Нурия, улар һиңә алиһә итеп ҡараған, яҡын барырға ҡыймағандар!» — тине. Күрәһең, шулай булғандыр ҙа. Мин үҙемде ғүмерҙә лә алиһә, матур кеше тип һанаманым. Беҙ Фидан менән халыҡ яратҡан юғары тойғоло ролдәрҙә уйнағас, тамашасы беҙгә үҙ хыялындағы матурлыҡты ла өҫтәп ебәргәндер. Гәзит-журналдарҙа һүрәтемде баҫһалар, ҡайһы берәүҙәрҙең: «Эй-й-й-й... Сибәрлек нимә инде ул?!» — тип кинәйәләп әйткәнен ауыр кисерә инем. Мин эшкә килгәндә, Мәскәүҙә уҡып ҡайтҡан актрисалар үҙҙәре утыҙҙан саҡ артылған йәштәр ине, әлбиттә, шунда уҡ күтәреп ҡаршы алманылар. Етмәһә, артыҡ ныҡ баҫалҡы булдым, телевидениеға барһам, объектив бөтә йәмһеҙлегемде күрһәтә инде, тип, ҡотом осоп ултыра торғайным. Хәҙер йәш саҡтағы фотоларға ҡарап, йәшлек үҙе матур, ниңә шул хәтлем бөтөрөнгәнмен икән, тип уйлап ҡуям. Яңыраҡ телевидениела бер тапшырыуҙа төштөм. «Нурия, йыйырсыҡтарың да күренә шул», — тим үҙемә. Ә күңелемдәге икенсе Нурия тынысландыра — ниңә уларҙан ҡурҡырға? Улар бит минең йәшлегем эҙҙәре, гел көлөп торған алсаҡ ҡыҙҙар ролен уйнаным. Үҙем дә көлөргә яратам, күҙҙҙәремде ҡыҫып, ауыҙымды йырып, рәхәтләнеп көләм. Йыйырсыҡтар — йәшлегем эҙҙәре, ә йәшлек тиҙ үтә шул...
Мине ҡаршыларға ашыҡмаһын әле ҡышым,
Минең әле йәйге һуҡмаҡтан
Ашыҡма, көҙ, минең юлдарыма
Йырҙарымдан, утлы күҙ йәшемдән,
— Тормошта кешеләр, мөхәббәттән тыш, икеләнеүҙәр, уйҙырмалар менән дә йәшәй бит...
— Мин ғәйбәт, уйҙырмаларҙы яратмайым. Әммә артистар — гел күҙ алдында, беҙҙең хаҡта һәр ваҡыт нимә булһа ла уйлап табып торалар — быға ла күнектем. Ишеткән яман һүҙҙәрҙең эйәһен юллап, ғәйбәт һөйләгән кешенең йөҙөн йыртып йөрөмәнем. Ғәйбәт һүҙенән күңел туҙа. Аллаға шөкөр, тормошом- да көнсөлдәр булһа ла, дошмандарым булманы. Әгәр берәйһе менән ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡһа, үҙем барып һүҙ ҡушам. Һуңғы йылдарҙағы бер күңелһеҙ хәл иҫемдә. Тормош булғас, барыһы ла була бит инде, нишләптер Зинира апай Атнабаева менән аралар алыҫайып китте, хатта һөйләшмәй йөрөп алдыҡ. Мин түҙмәнем, иртәгә Ҡазанға гастролгә юлға сығабыҙ, тигән көндө тоттом да шылтыраттым. Бик шатланды, беҙ уның менән оҙаҡ итеп һөйләштек, гастролдән ҡайтҡан көнөмдә үк мотлаҡ яныңа барырмын, тип вәғәҙә иттем һәм тыныс күңел менән юлға сыҡтым. Үкенескә ҡаршы, Ҡазанды урап ҡайтыуыбыҙға Зинира апай мәрхүмә ине инде. Әммә шуныһы еңеллек бирә — барыбер ҙә мин уның менән һөйләшеп, арабыҙҙағы ҡаяны алып ташланым. Әгәр мин был аҙымды яһамаһам, ниндәй үкенесле булыр ине.
— Үткәндәрҙе һағынаһығыҙмы?
— Режиссерҙарҙың һәм драматургтарҙың бик әүҙем эшләгән осорона тура килеүебеҙҙе бәхеткә һанайым. Нәжиб Асанбаев, Ибраһим Абдуллин, Әнғәм Атнабаев, Флорид Бүләков, Наил Ғәйетбаев, Әсғәт Мирзаһитов һәм башҡалар театр менән ныҡлы бәйләнештә булдылар, йыш ҡына репетицияларға килә инеләр, уларҙың һәр ҡайһыһының үҙ темаһы, яҙыу алымы булды. Мәҫәлән, И.Абдуллиндың «Айһылыуҙың айлы кистәре» дүрт актҡа етерлек итеп яҙылғайны, беҙ уны сәхнә ҡалыптарына ярашлы итеп ҡыҫҡарттыҡ, ҡулайлаштырҙыҡ, өҫтәп яҙҙыҡ. Аҙаҡ, үҙенә уҡығас, Ибраһим ағай: «Бик шәп пьеса яҙғанһығыҙ, һәйбәт килеп сыҡҡан», — тип маҡтап та ебәрҙе.
Беҙҙең заманға һуңынан «застой» тигән мөһөр һуҡтылар. Ә минең өсөн ул йылдар алтын ваҡыт («золотое время») булып хәтерҙә ҡалды, төрлө драматургтар, режиссерҙарҙың ярышып эшләгән ваҡыты, театрҙың популярлашып киткән осоро ине бит. Репертуарға «Ғәлиә», «Әсәләр көтәләр улдарын» спектаклдәре килеп инде. «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесы буйынса «Яҙмыштарҙан уҙмыш бар» спектакле театрҙың визит карточкаһы иҫәпләнде. Ғөмүмән, театр халыҡ араһында ныҡ популяр булды. Хатта ял көндәре ике тапҡыр — көндөҙгө һәм киске спектаклдәр уйнай торғайныҡ. Эйе, һағынып иҫләргә ҡалды ул замандарҙы! Театр артистары ла бит үткән быуатта бик популяр ине — гастролдәргә барһаҡ, беҙҙе гармун уйнап, икмәк-тоҙ менән ҡаршы ала инеләр. Артистар өсөн дә театр магниттай үҙенә тартҡан урын булды — көн оҙоно шундабыҙ. Ә йәйге ялдан һуң һағынышып, яңы күлдәктәр кейеп, осоп-ҡунып эшкә киләбеҙ. Театрға ысын мәғәнәһендә байрамға йыйылғандай килә инек.
Үҙ һөнәрҙәренә мөкиббән артистарҙы яратам. Зәйтүнә Бикбулатова, Асия Нафиҡова, Шамил Рәхмәтуллин, Хәмит Яруллин, Хөсәйен Ҡудашев, Илшат Йомағолов, Зинира Атнабаева, Гөлли Мөбәрәкова, Хәй Фәхриев театрға тоғро, юғары мәҙәниәтле кешеләр булды. Уларҙың ижадты яратыуы, сәнғәткә ҡарашы беҙҙе тәрбиәләне, артист булараҡ үҫергә ярҙам итте. Мәҫәлән, Хәй Фәхриев актер һөнәренә шул тиклем ғашиҡ ине, хатта, сәхнәгә сыҡһа, ҡан баҫымының юғары булыуы тураһында ла онота торғайны. Уйнаған ваҡытында врачтар сәхнә артында: «Уның хәлендә йүгереп йөрөү түгел, ятырға кәрәк!» — тип, артист өсөн ҡурҡып, дежурҙа торҙо. Асия апай Нафиҡованы бик һағынып иҫкә алам, әгәр иҫән булһа, быйыл уға 85 йәш тулыр ине. дуҫ булдыҡ, ул мине үҙ балаһы кеүек ҡараны, уға бөтә серҙәрем һыя ине. Асия апай ҡатын-ҡыҙ һәм нәзәкәтлек өлгөһө булды, уны театрҙа бөтәһе лә яратты, сөнки ул итәғәтле, саф күңелле ине, яҡшылыҡҡа өйрәтте. Әле лә иҫемдә: ҡышҡы һыуыҡ көндә икәүләп урамда китеп барабыҙ. Аллеяла бер кеше аунап ята. Асия апай уның янына барырға иткәс, мин туҡтаттым. Әммә ул: «Нурия, урамда аунап ятһа ла, ул кемдеңдер атаһы, ире, ғәзиз балаһылыр, әйҙә, ярҙам итәйек», — тигәс, теге ирҙе торғоҙоп, туҡталышҡа тиклем оҙатып ҡуйҙыҡ. Шунан бирле мин дә кеше хәленә инергә, иғтибарлы булырға өйрәндем. Хәҙер үҙем дә балаларымды шуға өйрәтәм.
Рәғиҙә Янбулатова менән дә яҡын мөнәсәбәттә булдыҡ, нәҡ уның тауышын ишетеп, мин театрға ғашиҡ булғайным бит. Театрға килгәс, уны тағы ла нығыраҡ яраттым. Ул оҙаҡ йылдар дауамында Сәрүәрҙе уйнаны һәм һуңғы тапҡыр уйнағанда, спектакль тамамланғас, Сәрүәрҙең башмаҡтарын тамашасыларҙың көслө алҡыштары аҫтында миңә тапшырҙы. Рәғиҙә Сәйетғәле ҡыҙының үҙенсәлекле бүләген ҡабул иттем һәм миңә күрһәткән ышанысын аҡланым — был спектаклгә ерегеп китеп, рәхәтләнеп уйнаным. Оло быуын кешеһенең йәштәргә ролдәрен тапшырыуы — бик матур күренеш, әммә был традиция юғалып ҡалды, кем белә, бәлки, киләсәктә ул йола сәхнәбеҙҙә йәнә тергеҙелер... Өлкән дуҫым Рәғиҙә апайҙың минең илле йәшемә арнап яҙған шиғырын күңелем түрендә йөрөтәм:
Дим буйында үҫкән бер гүзәл,
Бер йылмайып ҡараһа әгәр,
Ғашиҡ булмай һуң уға кемдәр!
Буйы зифа — Димдең ҡамышы,
Һандуғасҡа тиңдәш тауышы.
Алһыу таң йондоҙо шикелле.
Ҡояш сыҡҡан һымаҡ тойола.
Арыма, талма, уйна, Нурия,
Күмел данға, күмел алҡышҡа,
Бик шатланам һинең уңышҡа,
Алмашыма килгән артистка!
— Тәү ҡарашҡа ижадығыҙҙа барыһы ла яҡшы, шыма ғына барған һымаҡ...
— Ижадсының тормошо, ғөмүмән, шыма бармай ул. Минең яҙмышымда ла ауыр ваҡыттар булды, әлбиттә. Эшләй башлаған йылдарымда бигерәк тә. Башҡорт академия драма театрына актрисалар алған мәлдә Фәтих Ихсанов бригадаһы менән гастролдә йөрөп ҡалдым, мин училищены тамамлаған йыл ине. Башҡорт театры электән ҡаныма һеңгәйне, әгәр унда алмаһалар, Салауат театрына китермен, тигән уйым да булды, Салауатта Вәзих Сәйфуллин баш режиссер ине, матур спектаклдәр индергәйне театр репертуарына. Уҡытыусым Ш.Рәхмәтуллин рус театрына эшкә бар, һөйләшәм, тине. Барҙым, сентябргә кил, тип ҡайтарҙылар. Ә күңелем барыбер ҙә башҡорт театрына тартыла бит инде, унда диктор-тәржемәсе булып эшләү форсаты сыҡты. Ул тәжрибәм телевидениела фильмдарға дубляж эшләгәндә ныҡ ярҙам итте.Тәржемәсе булып эшләгәндән һуң актриса булып күстем. Ул ваҡиғаның да тарихы бар. Театр директоры булып Нәжиб Асанбаев эшләй ине. Бәҙәр апай Йосопова уның кабинетына ингән дә:
— Нәжиб, төшөрөгөҙ анау ҡыҙҙы күгәрсен ояһынан, алығыҙ артистка итеп штатҡа! — тигән. Ысынлап та, диктор кабинеты алтынсы ҡатта, бәләкәй генә бер бүлмә — хас та күгәрсен ояһы!
— Бәҙәр апай, урын юҡ бит!
— Бына мин китәм хаҡлы ялға, минең урынға алығыҙ! — тип һаман да ныҡыша икән.
Шулай итеп, Бәҙәр апайҙың ярҙамы менән мине штатҡа актриса итеп күсерҙеләр. Ул ваҡытта Мәскәүҙән ГИТИС-ты тамамлап ҡайтҡан йәштәр эш башлағайны, барыһы ла — героинялар, алғы пландалар. Беҙ яңы ғына эш башлаһаҡ та, йәш ҡыҙҙар ролдәренә беҙҙән олораҡ актрисаларҙы ҡуйҙылар. Ә беҙ, йәштәр, йөрөй бирҙек. Ижадҡа, ролдәргә һыуһап йәшәгән ваҡытымда, әллә театрҙан китергәме, тигән уйҙар ҙа тыуа ине күңелемдә. Шул ваҡыт Рәғиҙә апай Янбулатова: «Һин, һеңлем, йырсы бул. Бик матур йырлайһың. Үҙ сәхнәң, үҙ донъяң булыр», — тип кәңәш бирҙе. Киткем килмәне. Рифғәт Фәйзи иһә: «Нурия, һин режиссерлыҡҡа бар, мин һиндә режиссер һәләте күрәм», — тине. Был тәҡдим дә күңелемдә хуплау тапманы. Ф.Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбленә алып барыусы итеп тә саҡырҙылар. Барғым да килгән һымаҡ — ансамбль сит илдәргә сыға, донъя гиҙә. Әммә күңелем, күрәһең, Башҡорт академия театрына ныҡлап ылыҡҡайны. Баш режиссер Вәли Ғәлимов мине саҡырып алды ла: «Нурия һеңлем, һин бынан китһәң, яңылышаһың. Иң яҡшы сәнғәт — ул театр. Бында бейеп тә, йырлап та, уйнап та була. Театрҙан китмә, һин лирик актриса буласаҡһың, юлың асылыр», — тип кәңәш бирҙе. Ошо һүҙҙәрҙәң һуң башҡа ерҙә эш эҙләү теләге булманы.
— Вәли Ғирфан улы алдан күрә белгән — лирик героиня булып танылдығыҙ. Ә башҡа юҫыҡтағы ролдәрҙе күңелегеҙ ҡабул иттеме?
— Тамашасылар мине ундай ролдәрҙә күрергә теләмәнеләр шул (көлә). А.Нәҙерғолов диплом эше итеп «Камикадзе» спектаклен ҡуйҙы. Төп ролдә — Илдар Вәлиев, ә мин уның әсәһе булып уйнайым. Бәләкәй генә ине ролем, спектаклгә репетициялар ваҡытында этюдтар эшләп, һүҙҙәр өҫтәп, ролемде үҫтереп ебәрҙем. Мин ул спектаклдә тамашасы күнеккән лирик героиня булып уйнаманым, ә халыҡ быға риза булманы, ул ролдә ҡабул итергә, күрергә теләмәне. Ә миңә оҡшай, үҙемде төрлө амплуала һынап ҡарағы килә ине.
Шулай итеп, олораҡ образдарға ла күстем. «Ят йондоҙ» спектаклендә режиссер дүрт юллыҡ роль бирҙе. Серафима ине ул, беренсе тапҡыр өлкән ҡатынды сәхнәләштерҙем. Ҡыҙыҡ килеп сыҡты, үҙем уйлап сығарғанды ла ҡуштым.
«Ҡыҙ урлау»ҙа (М.Кәрим) Уңғанбикәне уйнаным — утыҙ һигеҙ йәшлек актрисамын, гел йәштәр ролен башҡарам, нисек өлкән йәштәге героиняны уйнармын, тигән ҡаршылыҡлы хистәр булды. Унда Хәй ағай менән партнерҙар булдыҡ, башта ролемде яратмаһам да, һуңынан бик ныҡ эҫенеп киттем.
Ул спектаклдә бер күренеш бар ине: Уңғанбикә, һабантуйға килгәс, калуш эсенән биҙәнеү әйберҙәрен алып, буянып ала. Шул тиклем матур барҙы ошо сәхнә, халыҡ рәхәтләнеп көлә, хатта беҙгә һүҙ ҙә әйтергә бирмәй. Минеңсә, Мостай ағайҙың «Ҡыҙ урлау» комедияһы — иң шәп комедия, сөнки ундағы геройҙар башҡаларҙан түгел, ә үҙ-үҙенән көлә. Ғ.Камал театрының «Зәңгәр шәл»е кеүек, «Ҡыҙ урлау» йәки «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» — беҙҙең театрҙың визит карточкаһы ул. Быуындар алмашына тора, әммә спектакль репертуарҙан төшмәй.
— Һеҙ илле ике йыл сәхнәлә — ошо йылдар тәжрибәһенән сығып, театр тураһында ниндәй фекерҙәр әйтер инегеҙ?
— Беҙҙең башҡорт театрына әҙәпле, итәғәтле, динле мосолман халҡы йөрөүен онотмаҫҡа тейешбеҙ. Европа илдәре, рус театрҙары менән ярышып, уларға оҡшарға тырышыу кәрәкмәй. Беҙгә, киреһенсә, үҙенсәлегебеҙҙе һаҡлау мөһим. Әйҙә, башҡалар беҙҙән өлгө алһын, беҙгә оҡшарға тырышһын. Сәхнәлә артыҡ тәрбиәһеҙ ҡыланған берәй артисҡа иҫкәрмә яһаһаң, улар: «Ана, телевизорҙа әллә нимәләр күрһәтәләр әле», — тип яуап бирәләр. Ә беҙҙең маҡсатыбыҙ — юлдан яҙҙырыу түгел, рухи тәрбиә биреү бит. Актер хистәрҙе ярып һалып уйнарға тейеш түгел, ә эстән генә тулыландырыу зарур, тигән ҡараш бар бөгөн. Әммә тойғоларҙы бикләп тотоу мөмкин түгел. Сәнғәткә был ҡараш барыбер үтер, тип уйлайым. Мәскәү нимә ҡылана, шуны ҡабатлайбыҙ, ә беҙҙең театрҙың ҡиблаһы — романтизм, шуға таянырға кәрәк.
— Әгәр артист һөнәрен һайламаһағыҙ, ниндәй юлдан китер инегеҙ?
— Беҙ туғыҙ бала үҫтек. Ата-әсәйебеҙ барыбыҙға ла белем биреү өсөн күп көс һалды, ғаиләбеҙҙә медиктар күп — туғандарымдың бишәүһе табип һөнәрен һайланы. Әгәр актриса булмаһам, моғайын, мин дә табип булыр инем — һаулыҡ һаҡлауға бәйле гәзит-журналдарҙы һәр ваҡыт ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡыйым, кәрәкле кәңәштәрҙе блокнотыма яҙып ҡуям.
— Ғәлиә менән Ғәлиәбаныуҙы ғына уйнаған булһағыҙ ҙа, моғайын, сәнғәт күгендә мәңгелеккә ҡалыр инегеҙ... Уларҙың даны-шаны егерме беренсе быуатта ла йәшәй, әле һаман ижад һандығығыҙҙа иң сағыу ролдәр булып иҫәпләнә.
— Миңә ике Ғәлиәне уйнарға насип булды: тәүгеһе — Ғ.Ҡотой әҫәре буйынса ҡуйылған «Тапшырылмаған хаттар»ҙа, икенсеһе — Т.Таһировтың «Ғәлиә» повесы буйынса Рифҡәт Исрафилов сәхнәләштергән спектаклдә. Әлегә тиклем «Ғәлиә» тип өндәшеүселәр бар, бигерәк тә өлкән йәштәгеләр. Ғәлиәнән башҡа ла сағыуыраҡ ролдәрем булыуына ҡарамаҫтан, тамашасылар өсөн мин Ғәлиә булып ҡалдым. Мирхәйҙәр Фәйзиҙең «Ғәлиәбаныу» спектакле Башҡорт дәүләт академия драма театрында 1972 йылда ҡуйылды һәм мин уны егерме йыл буйы рәхәтләнеп уйнаным. Хатта урта быуын актрисалары рәтенә ингәс тә, теүәлерәк әйтһәм, ҡырҡ һигеҙ йәшемдә, ун ете йәшлек саф, эскерһеҙ Ғәлиәбаныуҙы күңел һалып башҡарҙым. Мин был ролемде әле лә яратам һәм һағынам.
— Хыялығыҙҙа ғына ҡалған ролдәр бармы?
— Заманында рифҡәт Исрафилов, Лек Вәлиев, Вәзих Сәйфуллиндар үҙҙәре сәхнәләштергән спектаклдәрҙә миңә матур образдар бирҙе. Шулай ҙа хыялымда ғына ҡалғандары ла күп. Мәҫәлән, мин һәр ваҡыт ярылып ятҡан комик характерҙағы ҡатын-ҡыҙҙарҙы уйнарға теләнем, үкенескә ҡаршы, «Ҡыҙ урлау» (Уңғанбикә) һәм «Бер мәл санаторийҙа» (Таһира) спектаклдәренән башҡа, әлегә ундай ролем юҡ. Тағы ла — Джульеттаны, Дездемонаны, Чеховтың Машаһын, Раневскаяны, Островскийҙың Ларисаһын уйнарға теләй торғайным. А.Н.Островскийҙың «Таланты и поклонники» пьесаһы буйынса спектаклдә Саша Негинаны уйнарға хыяллана инем, тик мин йәш саҡта был спектакль ҡуйылманы, шулай ҙа һуңынан Негинаның әсәһе Домна Пантелеевна образын эшләнем, ул спектакль «Аҡ ҡанатлы хыялым» тип аталды. Героиняма бөтә тәжрибәмде, күңел байлығын һалдым. Ролем бик уңышлы сыҡты, үҙемдән ҡәнәғәт ҡалдым...
— Һеҙ бит кинофильмдарҙа ла уйнаған актриса...
— Эйе, киноға ла саҡырыуҙар булды. «Тойғолар ҡайтыуы»нда («Возвращение чувств», реж. — М.Осипьян, «Мосфильм», 1978 й.) — Нәжиә һәм «Ҡола ерҙә икәү» фильмында («Двое на голой земле», реж. — Л.Белозарович, «Студия Горького», 1990 й.) Ирина Михайловна ролдәрен башҡарҙым. Киноға төшөү ҡыҙыҡлы — хис-тойғоларыңды шул уҡ минут- секундында уйнарға, әйтеп бирергә тейешһең. Әммә ул сәнғәт барыбер ҙә минең өсөн түгел һымаҡ. Театр ҡаныма һеңгән. Мостай ағайҙың һүҙҙәре бар бит әле: «Театр — ғашиҡтар осрашыуы, ә кино — телефон аша мөхәббәттә аңлашыу ул. Билдәле: телефондан хистәр урғылыуынан ғына бәпестәр тыумай...» Мин «ғашиҡтар осрашыуы» яҡлы!..
— Ә режиссерлыҡ эше күңелегеҙгә яҡынмы?
— Эйе, режиссура эшен яратам. Иң тәүҙә Туймазыла И.Абдуллиндың «Йәш йөрәктәр»ен ҡуйҙым. Мин әҫәрҙе яңыса ҡуйырға теләмәйем, нисек яҙылған — шул заманды сәхнәләштерәм. Стәрлетамаҡта Таһир Искәндәровты директор итеп ҡуйғас, ул «Ғәлиәбаныу» спектаклен ҡуйырға саҡырҙы. Бынан 100 йыл элек яҙылған әҫәр бөгөн дә сәхнәнән төшмәй, халыҡ йөрәгендә йәшәүен дауам итә. Үҙебеҙҙең театрҙа Айрат Әбүшаһманов менән «Яратыу гонаһмы?» спектаклен ҡуйҙыҡ. Рифҡәт Вәкил улынан бик күп нәмәгә өйрәндем һәм бөгөн дә тап уның эшләү алымы иң уңышлыһы, тип иҫәпләйем. Режиссер йүнәлеш кенә бирә, ә актер ролен үҙе тыуҙыра.
— Мөмкинлек булһа, ниндәй әҫәрҙәр ҡуйыр инегеҙ?
— Ф.Бүләковтың ижадына иғтибар итер инем, моғайын. Тағы ла күңелем күмәк сәхнә, музыкаль әҫәрҙәргә тартыла, комедия жанрын яратам. Элекке әҫәрҙәрҙе бөгөнгө заманға яраҡлаштырып ҡуйыу күңелемә ятмай, сөнки халыҡ бөгөнгөнө түгел, элекке заманды күрергә теләй. Мәҫәлән, Шекспир яҙған әҫәрҙәрҙең заманса кейемдәрҙә уйналыуын ҡабул итә алмайым. Театрҙар барыбер автор яҙған заманды күрһәтергә тейеш, тип уйлайым. Дон Жуан икән — Дон Жуан булһын, тарихи ваҡиғалар шул заманға ярашлы һүрәтләнһен. Заманса әҫәр кәрәк икән, репертуарға замандаштарыбыҙ яҙған әҫәрҙәрҙе ҡуйырға мөмкин.
— Уҡытыусылыҡ эшен дә алып барҙығыҙ бит әле...
— Эйе, тормошомда мөғәллимлек тәжрибәһе лә бар. Тәүҙә Рифҡәт Вәкил улы йыйған курста уҡыттым, һуңынан Сибай, Салауат, Туймазы театрҙары өсөн әҙерләнгән курстарҙа дәрестәр алып барҙым.
— Балаларығыҙға ваҡытығыҙ ҡала инеме һуң?
— Тап шуның өсөн дә уҡытыусылыҡ эшенән баш тарттым. Балаларым күп булыр, тип хыялланғайным — үҙем тыуып үҫкән ғаиләләге кеүек. Яҙмышыма башҡасараҡ яҙған.
Гөлназ ҡыҙымдың ун ете йәше тулғанда ошондай шиғыр юлдары яҙғайным:
Әйтерһең дә, сабып йөрөгән
Һин бит минең ҡолонсағым,
Һин — шатлығым, киләсәгем,
Һин шат булһаң, бойоҡмаһаң,
Ҡыҙым Гөлназ Ирсаеваның исеме радио тулҡындары аша күптәргә таныш, ул «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһында тауыш режиссеры булып эшләй, үҙ эшен бик яратып башҡара, тапшырыуҙарҙы музыкаль яҡтан биҙәүҙә генә түгел, ә радио фонды өсөн әҙәби әҫәрҙәр яҙҙырыуҙа ла ҙур тырышлыҡ күрһәтә. Уларҙың тапшырыуҙары конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындарға лайыҡ булды һәм һәр ваҡыт юғары баһа ала.
Балаңдың балаһы балдан татлы, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер, бөгөнгө көндә ейәнсәрҙәрем Ася менән Карина, бүләсәләрем Милана менән Варя-Вәрисә — донъямдың йәме, тормошомдоң мәғәнәһе. Уларҙың һәр уңышына ҡыуанып, шатлыҡтарын уртаҡлашып, бөгөнгө көндән йәм, тормошомдан һәм эшемдән тәм табып йәшәргә тырышам. Үҙеңде кемгәлер кәрәкле итеп тойоу һәм уларҙы бәхетле итә белеү — үҙе оло бәхет! Әле репертуарҙа барған «Бәхет хаҡы» спектаклендә шундай ҡанатлы һүҙҙәр бар: «Бәхетле булыу өсөн кемделер бәхетле итергә кәрәк». туғандарыңдың, балаларыңдың, үҙеңдең һау-сәләмәт булыуы, ил именлеге — үҙе ҙур шатлыҡ. Бәхет — ул күңел торошо, шул төшөнсәнән сығып, үҙемде бәхетле тип иҫәпләйем.
— Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Тағы ла оҙаҡ йылдар башҡорт театрының биҙәге булып йәшәргә, ең һыҙғанып ижад итергә яҙһын!
Динара Ҡәйүмова әңгәмәләште.