Все новости
Знаменитые люди
20 Октября 2017, 16:21

«Театр — ул минең тормошом»

Динара ҠӘЙҮМОВА


Эштән ҡайтҡас, өй эсендәге бөтмәҫ-төкәнмәҫ эштәре менән мәшғүл булған Рәйсә апай эңер төшкәнен һиҙмәй ҙә ҡалған икән. Өйҙәгеләр киске ашҡа ултырған. Шул ваҡыт уның ҡолағына сырҡылдашып көлгән ҡыҙҙар тауышы ишетелде. «Тағы тегеләр!.. Фидан, бар, йәшенеп тор!»

Ҡыҙҙар араһындағы иң ҡыйыуы һыҙғырып ебәрә. Яуап итеп эт өрөп ҡуя. Рәйсә апай ҡапҡаға табан ыңғайлай.

— Кем йөрөй төн еткәс?!

— Беҙ, беҙ инек ул…

— Беҙ, беҙ инек, беҙ ун ике ҡыҙ инек…

Миндә — өй тулы егеттәр, әллә заман үҙгәрҙеме, ҡыҙҙар килеп тәҙрә сиртә?!

— Рәйсә апай, беҙгә һеҙҙең егеттәрегеҙ араһынан берәүһе генә кәрәк!

— Ә, күптән шулай тимәй уны! Әйҙә, Рәйефте, йә булмаһа Рафаэлды саҡырайым…

Ҡыҙҙар уны йәһәт кенә туҡтатырға ашыға:

— Рәйсә апай, беләһең бит беҙгә кем кәрәк икәнен…

— Фидан өйҙә юҡ. Ҡайҙалыр йөрөй, ҡайтмаған әле... Ҡыҙҙар артынан киткән!..

— Рәйсә апай, эх, шаяртаһығыҙ! Ул бәләкәй бит әле ҡыҙҙар артынан йөрөргә! Рәйсә апай, сығарығыҙ инде уны беҙҙең менән!

Ҡыҙҙар кемуҙарҙан инәлеп-ялбарып һорай башлай…

— Ҡыҙҙар артынан йөрөргә бәләкәй әле, тип үҙегеҙ әйттегеҙ түгелме ни? Әйттем бит инде — өйҙә юҡ! Юҡты бушҡа ауҙарып йөрөмәгеҙ! Барығыҙ, әтеү клубығыҙ ябыла…

— Рәйсә апай, унда барыуҙан ни мәғәнә, гармунсы булмағас…

Рәйсә апай ҙа ҡаты тормаҡсы:

— Юҡ, өйҙә юҡ, тинем бит!..

Шул ваҡыт мунса яғынан гармун тауышы ишетелә, моңло көй ағыла башлай.

Рәйсә апай асыуланырға ла, көлөргә лә белмәйенсә:

— Ошо баланы, ни эшләтәһең инде бына?!.. — тип һауала йоҙроҡтарын уйнатып ала. — Фидан, Фидан, тим! Кил әле! Әйттем бит мин һиңә, шым ғына ултырып тор, тип… Шул гармуныңды утҡа яғырмын инде!..

Малай ғәйепле кеше һымаҡ башын эйеп торған арала ҡыҙҙар Рәйсә апайҙы ян-яҡтан уратып ала:

— Рәйсә апай, берүк улай итмә инде. Ауылда бер бөртөк гармун!..

— Беҙ һиңә иртәгә үҙебеҙ ярҙам итербеҙ. Һыуыңды ла ташып бирербеҙ, иҙәнеңде лә йыуып сығырбыҙ, Фиданды клубҡа ебәр инде!

Рәйсә апай ахырҙа күнә. Ҡыҙҙар сыр-сыу килешеп, береһе туғыҙ йәшлек Фиданды етәкләп, икенсеһе уның гармунын тотоп, һөйләшеп-көлөшөп клуб яғына табан ыңғайлай. Рәйсә апай уларҙың артынан: «Оҙатып ҡуйығыҙ ыш-тубы, килеп алдығыҙ — килтереп тә ҡуйығыҙ баланы! Атаһын да әйтер инем, улын йүнле һөнәргә өйрәтһә, яҡшыраҡ булыр ине, гармун менән тамаҡ туйҙыра алырмы?!» — тип һуҡранып, бер юлы тормош иптәше Сафа ағайҙы ла телгә «эләктереп» тороп ҡала.

Төн уртаһы етә, клуб яғынан ағылған гармун тауышы ла баҫыла, ә бала һаман юҡ… «Был еүеш танау әллә егеттәргә ҡушылып сығып киттеме, мыйыҡ ебәргән малайҙар менән буталып йөрөһә, хәйерлегә булмаҫ…» — тип һөйләнә-һөйләнә, ишек башында эленеп торған аҡыл сыбығын ҡулына тотоп, клуб яғына атлай Рәйсә апай.

Клубтың тышында тып-тыныс, эскә үтә — дөм-ҡараңғы… Шул ваҡыт бер мөйөштә кемдеңдер, танауын мыш-мыш тартып, илағаны ҡолағына салына. Ауыл йәштәре Фидандың гармунына рәхәтләнеп йырлап-бейеп күңел асҡандар ҙа, уйын бөткәс, һәр кем үҙенең Хәлиле-Ғәлиәбаныуы менән таралышҡан… «Бүтән ике аяғыңдың береһен атлатмаясаҡмын ошо клубҡа, имеш тә, уларға гармунсы кәрәк! Йөрө инде төн уртаһында балаңды эҙләп!» Шулай һөйләнә- һөйләнә өйҙәренә ҡайтып етәләр, киске уйындың төп геройы булып киткән гармунсы малай юрған аҫтына сума, ә Рәйсә апай йорт-ҡура эштәренә тотона — иртә менән эшкә китергә, шуға тиклем балаларға ашарға хәстәрләргә кәрәк: ҡамыр әсетә, һәр балаһына, икешәрҙән иҫәпләп, ун йомортҡа бешерергә ҡуя.

Төнө буйы гармун уйнап асыҡҡан малайҙың танауын тәмле еҫ ҡытыҡлай — йоҡо аралаш тороп, тамағын туйҙырып алғас, тағы ла йомшаҡ түшәккә барып ята. Тамаҡ туҡ, эш ҡушҡан кеше юҡ — рәхәтләнеп төштәр күрә ул, янына барып туп менән атһаң да, ишетмәйәсәк. Хатта йомортҡаларҙы кем ашаған, тип, бер-береһен ғәйепләп, сыр-сыу килгән туғандарының тауышын да ишетмәй. Бәлки, ишетәлер ҙә, тик «мин ашаным» тип әйтергә генә баҙнат итмәгәндер, оялғандыр, йә ҡурҡҡандыр… «Мин бит йоҡлайым, иң һуңғыһы булып йоҡонан торам — тимәк, мин ғәйепле түгел…» Малайҙың башынан уйҙар сылбыры үтә. Икенсе яҡтан уйлаһаң, был йомортҡаларҙы ашап ҡуйырға хаҡы барҙыр — ауыл йәштәре уны нисек күтәреп йөрөтәләр?! Ағайҙарына ундай почет юҡ… Гармунда ул уйнай, клубҡа уны йөрөтәләр! Тик бына бөгөн әсәһе ныҡ асыуланды булһа кәрәк — ана бит, ике аяғыңдың береһен атламаясаҡһың, тине…

Яҙмыштан уҙып буламы инде?! Ауылдарында ойошторолған концерттарҙа, йәштәрҙең киске уйындарында, кисәләрҙә «бәләкәй артист» һәм гармунсы булып йөрөй торғас, етенсе класты ла тамамлап ҡуя Фидан. Оло ағаһы Рәйефкә эйәреп, баш ҡалаға килә. «Раушаниям, бәғерем…» тип йырлап, Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инеп китә… Аҙаҡтан, йылдар үткәс, танылған артист, тыуған ауылы сәхнәһендә «Ғәлиәбаныу»ҙы уйнап, йәнә ауылдаштарының йөрәген әсир итә.

Ярты быуат буйына сәнғәттә иң популяр, иң сағыу йондоҙ булып ҡала Фидан Ғафаров. Артисты оло быуын да, йәштәр ҙә берҙәй ярата — уның ижады ысын мәғәнәһендә милли, халыҡсан, романтик рухлы, ә сәхнә мөмкинлектәре сикһеҙ. Һоҡланғыс тауыш тембры, музыкаллеге, ғәжәйеп үҙенсәлекле башҡарыу оҫталығы артисты йырсы булараҡ та танытты. Йылдар дауамында тамашасының ҡайнар һөйөүен тойоп йәшәгән, яҙмышын үҙенең яратҡан һөнәре менән бәйләгән артистың ижад юлы һәр йыр-моң һөйөүсегә таныш.

Фидан Сафа улы Ғафаровты «мөхәббәт йырсыһы», «беҙҙең Фидан» тип йөрөтәләр. Бындай популярлыҡтың сере нимәлә? Яуап ябай — уның мөхәббәт йырсыһы булыуындалыр, моғайын. Сөнки донъяны бар иткән, йәшәткән, алға әйҙәгән көс — ул мөхәббәт.

Һөйкөмлө, матур һын-ҡиәфәтле артисты режиссерҙар күберәк мөхәббәт темаһына ҡоролған спектаклдәргә йәлеп итә һәм яңылышмай ҙа: романтик хисле ҡатын-ҡыҙҙар ғына түгел, ә оло һөйөүгә ышанған һәр тамашасы Фидан Ғафаров ижад иткән образдарға ғашиҡ була. Әнғәм Атнабаев пьесаһы буйынса ҡуйылған «Мөхәббәт тураһында йыр» спектаклендә Илһам роле Ф.Ғафаровтың ижад биографияһында тәүге роль булһа, И.Абдуллиндың режиссер Лек Вәлиев сәхнәләштергән «Тиле йәшлек» комедияһындағы Зөлҡәрнәй — уның визит карточкаһы, артисҡа танылыу алып килгән, ғүмер буйы оҙатып килгән ролдәрҙең береһе. Шаян, күңелсәк, отҡор, дәртле Зөлҡәрнәй — артистың булмышына тап килгән образ, хас та үҙе бит! 1970 йылда сәхнәгә сыҡҡан «Тиле йәшлек» комедияһы тураһында 1974 йылда театр тәнҡитсеһе Һөйөндөк Сәйетов «Башҡортостан» гәзитендә шулай тип яҙа: «Режиссер Лек Вәлиев тарафынан сәхнәләштерелгән «Тиле йәшлек» лирик комедияһының нигеҙендә кешелектең мораль ҡиммәттәре ята. Академия театры был спектаклде 250-се тапҡыр уйнаны. Һәм ул спектакль тағы ла шунса тапҡыр бөгөнгө кеүек тулы залдарҙа уйналасаҡ әле!» Театр белгесе яңылышмаған — был комедия театрҙа 1970, 1991, 2004 йылдарҙа ҡабаттан ҡуйыла. Һуңғы ҡуйылышта ла Фидан Ғафаров Зөлҡәрнәй ролендә, тик хәҙер инде уның геройы яҙмыш һуҡмағы алдында торған шаян, шуҡ Зөлҡәрнәй исемле егет түгел — артистың үҙ йәшендәге Оло Зөлҡәрнәй. Әммә шуныһы: Оло Зөлҡәрнәйҙә лә, тәүге Зөлҡәрнәйҙәге кеүек, Фидандың үҙенең «һөйкөмлө һөйәге» ярылып ята. Был — «Тиле йәшлек»тәге Зөлҡәрнәйҙе һәм тормоштағы Фиданды берләштергән сифат. Ғөмүмән, тамашасы был комедияла быуындар алмашыныуын да, ваҡыт сиктәренең булмауын да күрә.

Фидан Ғафаров тәү сиратта лирик пландағы актер тип ҡабул ителһә лә, уның репертуарында төрлө жанрҙағы спектаклдәрҙән төрлө характерлы образдар бар: Ғ.Әхмәтшиндың «Яр буйындағы усаҡтар» драмаһындағы тарихи шәхес, революционер Иван Якутов йәки Мостай Кәримдең «Ҡыҙ урлау» комедияһындағы көлкөлө хәлгә ҡалған Ҡотләхмәт, Н.Асанбаевтың «Ҡыҙыл паша»һында дипломат К.Хәкимов менән бергә сит илдә Совет Республикаһы өсөн йәнен-тәнен аямай хеҙмәт итеүсе сая, тәүәккәл матрос Солтан йәки Ә.Мирзаһитовтың «Әсәләр көтәләр улдарын» әҫәрендәге Тыуған илгә һәйкәл булып ҡайтҡан һалдат…

Ул йылдарҙағы театр репертуарында драматик яҙмышлы, романтик хисле, ҡулында гармуны, күңелендә моңо булған образдар осраһа, уларҙы, ҡағиҙә рәүешендә, Фидан Ғафаровҡа бирәләр. Әнғәм Атнабаев пьесаһы буйынса ҡуйылған «Хушығыҙ, хыялдарым!» спектаклендәге Айсар ҙа, М.Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесы буйынса ҡуйылған «Яҙмыштарҙан уҙмыш бар» (Р.Исрафилов инсц.) спектаклендәге гармунсы Мәрәһим дә тәү ҡарамаҡҡа ҡырыҫ, аҙ һүҙле персонаждар, ләкин икеһе лә тамашасыларҙы йәшәлгән йылдар, эшләнгән хаталар тураһында әсенеп уйланырға мәжбүр итә, ғүмерҙең ҡәҙерен белергә, кисерелгән яңылыштарҙы артабан ҡабатламаҫҡа саҡыра.

Мәрәһим ролен Фидан Ғафаровтың иң ҙур ҡаҙаныштарының береһе тиергә була, сөнки әле һаман ҡатын-ҡыҙҙар уны Мәрәһим итеп ҡабул итә, уға ғашиҡ булалар… «Мәрәһим (Фидан Ғафаров) — ҡабатланмаҫ илаһи мөхәббәт символына әүерелгән образ. Ул көслө рухлы ла, зирәк зиһенле лә, эсе тулы моң-һағыш…». Залда спектакль ҡарап ултырған ҡыҙҙар үҙҙәрен Мәрәһимдең ҡосағында тип хис итә, шундай уҡ саф мөхәббәт хаҡында хыял менән йәшәй башлай. Ромео, Зөлҡәрнәй, Искәндәр, Заһир, Хәлил, Булат кеүек мөхәббәт геройҙарын ижад итеп, һөйөү тураһында йырҙар йырлаған, ихлас йылмайып, ҡыҙҙар йөрәгенә ут һалған, ҡатын-ҡыҙҙарҙың кумирына әйләнгән Фидан үҙе мөхәббәт тойғоһон ҡасан кисергән икән?

Ғүмерлек мөхәббәтен егет икенсе курста уҡығанда осрата. Бөгөнгөләй хәтерендә — ул көндө Фидан бүлмәлә дежур була, йәғни егеттәр ҡайтыуға иҙәнде йыуып, ашарға бешереп ҡуйырға тейеш. Уларҙың иң яратҡан ризығы — ҡурылған бәрәңге. Бүлмәлә ун бер кеше торғас, бер генә таба етмәй, шуға күрә ятаҡ буйлап икенсе таба эҙләй. Уны иҙән йыуып йөрөгән бер ҡыҙҙан алып тора. Егеттәр менән ашап алғас, теге ҡыҙға кире табаһын алып бара. Икенсе күргәндә уға нығыраҡ иғтибар итә. Иң һоҡландырғаны — күҙҙәре! Улар шундай ҙур һәм саф ҡарашлы! Һөйләшеп китәләр. «Фәриҙә Ягафарова», — тип таныша ул ҡыҙ. «Фамилияңдағы «я» хәрефен һыҙып ташлайбыҙ ҙа, Гафарова итәбеҙ», — тип шаярта Фидан. Шаярыу ысын мөхәббәткә нигеҙ һала, һылыу ҡыҙ Фәриҙә Ғафарова булып китә. «Минең Фәриҙәм — үҙем һайлап алған, Хоҙай тарафынан ебәрелгән ҡатын-ҡыҙ. Сәнғәт кешеһенең тормошо ҡатмарлы, уның донъяһы ҡәҙимге кешеләрҙекенән айырылып тора, башҡасараҡ. Ана шул донъямды ҡабул иткән, күктең етенсе ҡатында булғанда ла, алдымда төпһөҙ упҡын хасил булғанда ла Фәриҙәм янымда булды. Нисек бармын, шулай ҡабул иткәне һәм яратҡаны, ғаиләбеҙҙе ҡурсалағаны, үҙенең сикһеҙ мөхәббәте менән миңә көс биреп торғаны өсөн ҡатыныма сикһеҙ рәхмәтлемен…» — ти артист.

Меңәрләгән гүзәл заттың йөрәген әсир иткән Фидан ҡатынына булған һөйөүе һәм ихтирамы тураһында һөйләй. Күпме ҡатын-ҡыҙ Фәриҙә апай урынында булырға хыялланғандыр… Тамашанан һуң театр алдында йыйылып, уның спектаклдән сыҡҡанын көтөп торған һылыуҙар?! Ҡазан ҡалаһындағы концерттарынан һуң ике-өс кварталға тиклем һуҙылған сылбыр?! Концерт залдарында, сәхнәлә сығыш яһаған ваҡытта ҙур, сағыу гөлләмәләр бүләк итеүсе гүзәлдәр?! Әле булһа матур һүҙҙәр, мөхәббәт шиғырҙары тулы хаттар килә… Улар араһында Фидан Ғафаровты ғүмере буйына яратып йөрөгәндәре лә бар бит...

Фидан Сафа улы бына ниҙәр һөйләй:

«Барҙыр ғына түгел, барҙар улар. Мин белгәндәре һәм белмәгәндәре, мине ғүмере буйы эҙләгәндәре, осрашыу көткәндәре, яратҡандары бар. Төрлө йәштәгеләр, хатта йәш ҡыҙҙар ҙа һаман һөйөүҙәрен белдерә… »

Фидан Сафа улы менән уның тормош иптәше Фәриҙә Хәбибулла ҡыҙы бөгөн яҡындарының һөйөүен, иғтибарын тойоп йәшәй. Ата-әсәһенең оло терәге Азамат — Башҡортостандың халыҡ артисы, атаһының юлын, эшен дауам итеүсе, уның моңдашы һәм ижадташы.

* * *

Фидан Ғафаровтың ижад биографияһында бер үк авторҙың әҫәре бер нисә тапҡыр осрай. Әйтәйек, «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» (М.Кәрим, Р.Исрафилов инсценировкаһы, режиссеры Айрат Әбүшаһманов) спектакленең һуңғы ҡуйылышында Мәрәһим ролендә Фидандың улы Азамат уйнай, ә сәхнәгә беренсе булып Мәрәһимде алып сыҡҡан Фидан Ғафаровты тамашасы Талип ролендә лә яратып ҡабул итте. «Башмағым» (Х.Ибраһимов) музыкаль комедияһында Ғәлимйәнде башҡарған артист һуңғы сығарылышта Кәрим бай ролендә тамашасының күңелен әсир итте. Мәрәһим менән Ғәлимйәнде аталы-уллы икеһе лә уйнаны. Ричард Галин («Айгөл иле», М.Кәрим) һәм Тимерхан («Нәркәс», И.Йомағолов) ролдәре шулай уҡ Ғафаровтарҙың икеһенең дә ижад биографияһында урын алды. Фидан һәм Азамат Ғафаровтар ул ролдәрҙе һәр ҡайһыһы үҙенсә уйнай — атанан улға, сәхнә һөйкөмлөлөгө менән бергә, ролдәр ҙә күсә. Сәхнәлә янып-ярһып ижад иткән Ғафаровтар егәрле, уңған ғаилә башлыҡтары ла. Бөгөнгө көндә Азамат Фидан улы тормош иптәше Алһыу Ғәлина-Ғафарова менән Нәргизә һәм Нурлана исемле ике ҡыҙ үҫтерә.

«Йәш саҡта яҡындарыңа, ғаиләңә мөнәсәбәт бер төрлө булһа, олоғая килә, хистәр тәрәнәйә, тойғолар ҙа башҡасараҡ сағылыш таба, тормошҡа ҡараш үҙгәрә, «бергә йәшәү — бүләк» тигән һүҙҙәр оло мәғәнәгә эйә булып, күңелдәге уйҙар йыр юлдарына күсә», — ти артист ғүмер юлдарын барлағанда:

Һәр кемдең дә ғәзиз балаһы бар,

Олоһо бар уның, кесеһе,

Һәр кемдең дә ғәзиз әсәһе бар,

Атаһы бар — таяныр кешеһе.

Килер яҙҙар, етер йәмле йәйҙәр,

Ҡыштар ҙа бит түгел мәңгегә.

Балаларым менән бергә йәшәп,

Айырылмаһаҡ ине мәңгегә!..

Был донъяла бергә йәшәү — бүләк!

Бер-беребеҙҙең ҡәҙерен беләйек.

Ауыр саҡта ярҙам итешәйек,

Шатлыҡтарҙы бергә бүләйек.

Уҙған быуаттың алтмышынсы-етмешенсе йылдарында театр артисы Фидан Ғафаров популярлығы буйынса хатта Мәскәү артистарын да уҙып китә.

...Бер төркөм артистар Красноусолдан Өфөгә ҡайтырға сыға. «Жигули» машинаһы әкрен генә баш ҡалаға табан елә — газға баҫып, «һә» тигәнсе ҡайтып етерҙәр ине лә, бензин яғы самалы, яғыулыҡ бөтһә, юлда ултырып ҡаласаҡтар. Алда яғыулыҡ станцияһы бар, ана, уттары ла күренде, тигән мәлдә генә машиналары һүнә. Артистар, машинаны этеп, станцияға барып етәләр. «Хәҙер бензин ҡоябыҙ ҙа, туп-тура Өфөгә!..» — тигән хыялдарын яғыулыҡ станцияһында эшләгән ҡыҙ һүндерә. «Станция хөкүмәт машиналарын ғына хеҙмәтләндерә, шәхси машиналарға яғыулыҡ һатмайбыҙ», — шулай тип ҡағиҙәләрҙе аңлата ла, бәләкәй тәҙрәһен шартлатып ябып та ҡуя. «Беҙгә Өфөгә барып етерлек кенә бензин кәрәк…» — типинәлеп-ялбарып һораһалар ҙа, тәҙрә асылмай, бензин юҡ!..

— Ҡара әле, һылыуым, беҙ бында ҡунып ҡала алмайбыҙ бит инде. Өйҙә көтәләр… Бына Фидан Ғафаров үҙе һинән һорай.

— Эйе, һылыу, зинһар, ярҙам итеп ебәр, изгелегеңде ғүмерҙә лә онотмам… — тип, Фидан Сафа улы бәрхәт тауышы менән һылыуға өндәшә.

— Эйе, ышанды ти берәү!.. Фидан Ғафаровҡа төн уртаһында Талбазы юлында нимә ҡалған?! — бензоколонка хужабикәһе һаман һүҙен бирмәй.

— Ысынлап та Фидан ул! — эргәлә торған артистар ҡушыла.

— Бына документ, һылыуым! — ти артист, кеҫәһенән таныҡлыҡ сығарып.

— Фидан Ғафаров? Документҡа теләһәң нимә яҙырға була… — бәләкәй тәҙрә һаман да асылмай. — Йырсы булғас, йырлап күрһәт…

Тынлыҡ урынлаша. Көрһөнөп ҡуйғандай тауыш ишетелә. Көрһөнөү әкрен генә йырҙың һүҙҙәренә әйләнә. Көмөш айлы ҡараңғы төндә тирә-йүнде йыр күмә… Тамаша залында ултырған йөҙәрләгән тамашасы өсөн түгел, Талбазы яғыулыҡ станцияһында эшләүсе ҡыҙ өсөн башҡарыла «Ғәлиәбаныу» спектакленән Хәлил йыры. «Ул төндә йырлаған йырым мәңгелеккә хәтеремдә ҡалды — тирә-яҡта һиллек урынлашҡан, күктә ай йөҙә... Тәбиғәттең иҫ киткес матур мәленә моң булып өҫтәлде ул йыр. Иң мөһиме — Өфөгә ҡайтып етерлек яғыулыҡ алдыҡ, бына бит ниндәй көскә эйә сәнғәт», — тип хәтерләй Фидан Ғафаров ул төндәге мажараларын.

***

Алтын бөртөкләп, күл тамсылап йыйылғандай, артист тәжрибәһе лә бихисап күп табыштарҙан тупланған. Шағирҙың рухи байлығы — шиғырҙарында, рәссамдың күңел биҙәге — һүрәттәрендә, композиторҙыҡы йырҙарында сағылған кеүек, артистың хис-тойғолары, бөртөкләп йыйылған алтын кеүек, — үҙе ижад иткән образдарҙа.

Театр беҙҙең ҡәҙимге тормоштан өҫтөнөрәк, юғарыраҡ. Сәхнәлә барған ваҡиғалар тамашасы йәшәйешенә, уны борсоған һорауҙарға ауаздаш, әҫәрҙең темаһы теләктәренә, хыялдарына тура килә, изгелек яуызлыҡты еңә, оло мөхәббәт тантана итә — быларҙың барыһы ла сәхнә әҫәрендә уйнаусы геройҙарҙы идеал итеп күреүгә килтерә. Төп ролдәрҙе уйнаған Фидан Сафа улы ла кумирға, сәхнә йондоҙона әйләнә, һәр ҡалала ул — көтөп алынған ҡунаҡ, гастролдәр афишаһында уның исеме булыуы һәр ижади сәфәрҙең уңышлы тамамланыуына ишара, хатта, яңы тыуған сабыйҙарҙы Фидан тип атау менән бергә, ул уйнаған геройҙарҙың — Хәлил, Искәндәр һ.б. исемдәрен күпләп ҡушалар, артисҡа ғашиҡ булалар, уның тураһында төрлө театраль миф, легендалар телдән-телгә күсеп йөрөй, һәр өйҙә уның башҡарыуында йырҙар яңғырай. Профессиональ йырсы булмаһа ла, йыр-моң һөйөүселәрҙең күңелдәрен арбарлыҡ тауыш тембрына эйә ул. Йырлаған йырының мәғәнәһен еткерә белеү һәләте лә бар драма артисы Фидан Ғафаровтың. Күңел түренән урғылып сығып, тәүҙә залға йомшаҡ ҡына булып таралған аһәң, тора-бара йөрәк тетрәткес моңға әүерелеп, һүҙ менән йыр бергә ҡушылып, тамашасының эске донъяһын бөтөнләй биләп ала:

Һиңә килдем, иркәм,

Үткән юлдарымдың

Һанай-һанай алыҫ саҡрымдарын.

Килдем тормошомда

Кисеп яҙмышымдың

Шатлыҡтарын, һағыш-ялҡындарын…

«Тапшырылмаған хаттар» спектакленән Искәндәр йыры, йылдар үтһә лә, популяр булып ҡала. Был йыр башҡа йырсыларҙың репертуарына инеп киткән, әммә йыр-моң һөйөүселәргә Фидан Ғафаров башҡарыуында ул айырыуса яҡын. Драма артисы булараҡ ҡына түгел, бәлки, лирик йырҙары менән «Фидан ғына шулай башҡара ала» тип әйтерлек дәрәжәлә үҙенсәлекле, ифрат та ихлас һәм моңло итеп йырлай белеүе менән дә билдәле. Фидан йырлаған йырҙар спектаклгә лә бер бөтөн булып барып инә, уға айырыуса йәм өҫтәй. «Тапшырылмаған хаттар», «Айһылыуҙың айлы кистәре», «Ғәлиә» һәм башҡа спектаклдәрҙә Фидан Ғафаров башҡарған йырҙар бөгөн дә бик популяр. Йырҙары ла иҫкермәй, үҙе лә ҡартаймай торған артист ул Фидан Ғафаров. Һуңғы йылдарҙа тағы ла бер яратҡан шөғөлө барлыҡҡа килгән — йырҙарға көйҙәр һәм һүҙҙәр яҙа башлаған. Мәҫәлән, «Ҡартаяһы килмәй бер ҙә» тигән йырының тыуыуы тураһында шулай тип һөйләй артист: «Мин йәйәү йөрөргә яратам. Бер көн шулай Ленин урамы буйлап китеп барам. Башта төрлө уйҙар ҡайнай: «Ҡара әле, Фидан, элек нисек ине лә, хәҙер нисек! Ҡыҙҙар юл бирмәй ине бит, малай! Ә хәҙер? Әйләнеп ҡарап ҡуялар ҙа — шуның менән вәссәләм! Исмаһам, бер һүҙ ҡушһаларсы… Ә бит ҡартаяһы килмәй!..» Уйҙар күңелдә моң яралта:

Үтмәй тор әле, йәшлегем,

Хушлашмайыҡ әле, иртә.

Һүнмәне бит йәшлек дәрте,

Һаман күңелде сиртә.

Һөнәрен, ижад юлын сәхнә менән бәйләгән артисҡа бәхетле булыу өсөн үҙенең тамашасыһын һәм режиссерын табыу зарур. «Уй- фекер йөрөтә белеү генә етмәй, әгәр ҙә хис-тойғо менән фекер бергә үрелмәһә, актер образдың йәненә инә алмай. Аҡыл менән йөрәк ҡушылһа ғына сәхнәлә онотолмаҫ образдар тыуа… Мине күренекле режиссер, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рифҡәт Вәкил улы Исрафилов мәктәбе ысын мәғәнәһендә актер итте. Мин режиссерҙарымдан һәм партнерҙарымдан уңдым — беҙҙең осорҙа ең һыҙғанып ижад иткән данлыҡлы режиссерҙар эшләне, көндө төнгә ялғап, арыу-талыу белмәй ижад иткән, театрға ысын хеҙмәт иткән артистар уйнаны. Ғүмеремдәге тағы ла бер ыңғай күренеш — хеҙмәттәшем Нурия Ирсаева менән бер үк осорға тура килеп эшләүебеҙ…» — тип хәтерләй Фидан Сафа улы.

Уларҙың сәхнә дуэтына һоҡланмаған, улар уйнаған мөхәббәттең ялҡынын тоймаған тамашасы бармы икән? Заһир һәм Ғәлиә, Булат һәм Мәйсәрә, Миләүшә һәм Иншар, Рәйсә һәм Фәйзи… Тамашасылар араһында Фидан Сафа улы менән Нурия Исхаҡ ҡыҙын тормошта ла мөхәббәтле пар булараҡ ҡабул итеүселәр, сәхнәлә мөхәббәтте уйнар өсөн бер-береңде яратырға кәрәк, башҡаса булыуы мөмкин түгел, тип иҫәпләүселәр ҙә бар. Иҫәпләү генә түгел, үҙҙәренән дә туп- тура һорап ҡуялар. Бер ваҡыт реквизит цехына Лена исемле мөләйем генә апай эшкә урынлаша. Фидан Сафа улына ла, Нурия Исхаҡ ҡыҙына ла бик итәғәтле, яғымлы була ул. Спектаклдәр гөрләп барған ваҡыт, көн аша тиерлек — сәхнәлә Фидан-Нурия дуэты. Бер уңай мәлен тура килтереп, Лена Нурия Исхаҡ ҡыҙына әйтеп ҡуя: «Бына халыҡ һөйләй, Фидан менән Нурия бер-береһен ныҡ яраталар икән, тип…» Был һорауға күнегеп бөткән Нурия Ирсаева Лена апайға оҙон-оҙаҡ итеп һәр кемдең үҙ тормошо булыуы, ғаиләләре менән дуҫ булып йәшәүҙәре тураһында һөйләй. Лена апай тыңлап ултыра ла: «Әй, барыбер Фидан менән бер-берегеҙҙе яратаһығыҙ!» —тип, үҙенсә һығымта яһап ҡуя.

Сәхнәлә үҙеңдең партнерыңды табыу уңышлы ижад итергә ярҙам итә. Ә Фидан менән Нурия бер осорҙа тыуып, бер ваҡытта театрға хеҙмәт итеп, икеһе лә лирик пландағы актерҙар булып, халыҡ күңелен мәңгелеккә әсир итте һәм театраль легендаға әйләнде.

Ысынлап та, Фидан Сафа улын халыҡ араһында беҙҙең кеүек ҡәҙимге кеше итеп түгел, ниндәйҙер кимәлдә алыҫтағы йондоҙ, башҡа донъя кешеһе итеп күреүселәр ҙә бар. 2002 йылда М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры менән Себер яҡтарына гастролгә сыҡтыҡ. Ханты-Манси һәм Ямал-Ненец автономия округтарында йәшәүсе театр һөйөүселәр һәм Башҡортостандан шул тарафтарға китеп төпләнгән яҡташтарыбыҙ алдында Мәскәү драматургы Надежда Птушкинаның «Алдан түләйем!» исемле комедияһын күрһәтәбеҙ. Ролдәрҙә — Фидан Ғафаров, Эльвира Юнысова, Миңзәлә Хәйруллина, Алһыу Ғәлина. Өс аҙналыҡ сәфәребеҙ Лянтор ҡалаһына килеп терәлде, төркөмдө нефтселәр ҡунаҡханаһына урынлаштырҙылар. Бында вахта ысулы менән эшләүселәр йәшәй. Киске спектакль алдынан, буш ваҡыт булыу менән файҙаланып, телевизор ҡарап, ял бүлмәһендә ултырабыҙ. Театр хеҙмәткәрҙәренән, артистарҙан тыш, ике-өс нефтсе лә урын алған. Беҙҙең Өфөнән икәнлекте, театр менән гастролгә килеүебеҙҙе белгәс, араларынан берәүһе: «Йәш саҡта театрҙы бик күп ҡаралды инде...» — тип һүҙ башланы. Уға икенсеһе лә ҡушылды: «Хәҙерге театр элеккеһе һымаҡ түгел шул — бөтөнләй ят артистар уйнай... Дөрөҫөн әйткәндә, оҙон аҡса артынан ҡыуып, спектаклдәргә ваҡыт ҡалмай. Ә бар ине бит заманалар — Башҡорт академия драма театрына барып, Фидан менән Нурияны ҡарап ҡайта инек…» — тип үҙ заманының матур хәтирәләр менән бүлешә. Уның һүҙен тәүгеһе бүлдереп: «Әйткәндәй, Фидан миңә туған тейешле. Бигүк яҡын түгел, әммә гел генә уның менән аралашып йәшәнек! — тип данлыҡлы артист менән таныш булыуы тураһында ғорурланып әйтеп һалды. Шунан, эргәһендә ултырған артисҡа боролоп: — Башҡорт академия драма театрында эшләмәй, уның үҙенең театры бар, тиҙәр. Хәҙер Фидан ҡартайғандыр ҙа, уйнамайҙыр ҙа… Беҙ йәш саҡта ла оло ине бит ул… Шулай ҙа туған театрына Фидан килмәй тормаҫ — күрһәгеҙ, фәләндән сәләм әйтегеҙ, йәме?!» — тине. Сәләм юллаусының үҙенә төбәлгән һораулы ҡарашын тойоп — бер аҙ уйнап алыу теләге менән дә — Фидан Сафа улы: «Ярай, күрһәк, әйтербеҙ. Тик бына ул сит илдә йәшәй, сереп байыған, имеш, тиҙәр бит әле, ҡустым. Туған тейеш кешеһенең сәләмен шулай ҙа еткерергә тырышырбыҙ», — тип үҙенең яңы барлыҡҡа килгән «туғанын» тынысландырҙы.

Артист ҙур кеше булып һаналған замандар, күрәһең, шулай артта ҡалалыр, әммә иң популяр артистарҙың даны йылдар аша үтеп, бөгөнгө көнгә лә шауҡымы килеп етә. Фидан Ғафаров та шундайҙарҙан.

Йәштәр менән дә уртаҡ тел таба белә: эштәренә ҡарата фекерҙәрен әйтә, тәнҡитләп тә ала, кәрәк саҡта йылы һүҙен дә йәлләмәй. «Бөгөн аҡыл менән йәшәй торған заман, романтика, кеше күңеле хаҡындағы әҫәрҙәргә урын аҙ бирелә, әммә хәҙерге йәштәр тормоштоң тотҡаһы мөхәббәт икәнен иғтибарҙан ситкә сығармаһын ине. Театрҙа эшләү өсөн ҡайнар йөрәк, һайлаған һөнәргә тоғролоҡ һәм тормошто яратыу кәрәк», — ти артист, тормош һәм сәхнә тәжрибәһе менән бүлешеп.

Һуңғы йылдарҙа Фидан Ғафаров «Алдан түләйем!» (Н.Птушкина) комедияһында Альберт Маратович, «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ»та (М.Кәрим, Р.Исрафилов инсц.) — Талип, «Салауат»та (М.Кәрим) — Иван Федулов, «Башмағым» комедияһында (Х.Ибраһимов) — Кәрим бай, «Сәсәндәр»ҙә (И.Йомағолов) — Янһары, «Урал батыр»ҙа (Ғ.Шафиҡов) Йәнбирҙе һ.б. ролдәрен башҡарҙы. Уларҙа ла артисты йәштән килгән сәхнә һөйкөмлөлөгө, урынлы халыҡсан юморы, ихласлығы һәм бай фантазияһы ташламай.

Тәбиғи, Фидан Ғафаров бөгөн үҙ йәшенә тура килгән ролдәрҙә уйнай. Һуңғы йылдарҙа бик популяр спектакль — ул, әлбиттә, «Бәхет хаҡы» (Х.Мөҙәрисова) мелодрамаһы. Сәхнә әҫәре репертуарҙан инде биш йыл төшмәй, һәр спектакль аншлаг менән үтә. Ошо әҫәр хаҡында бик күп һөйләйҙәр һәм яҙалар.

«Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында барған «Бәхет хаҡы» спектакле тураһында алыҫ райондарҙың береһендә йөрөгәндә ишеттем. «Илап ҡайттыҡ», — тигәйне спектаклде Өфөгә барып ҡарағандар. Баш ҡалаға ҡайтҡас, ҙур елкенеү менән ошо спектаклде ҡарарға барҙым.

Йәш саҡта Олег Ханов, Таңсулпан Бабичева, Нурия Ирсаева, Фидан Ғафаровтарҙы ҡарар өсөн генә театрға барғаным иҫкә төшөп китте, сөнки Театр урамына етеңкерәгәс, хәс шул саҡтағыса, байтаҡ кешенең ашығып тамаша ҡарарға йүгергәне күҙгә салынды. Күңелгә дәрт керҙе. Тик бына ғәжәп... Билет юҡ! Әллә ысынлап та элекке заманға кире ҡайттым инде? Фойеға анһат ҡына үтеп тә булманы. Спектаклде күрергә ашҡынып килеүселәр ишеккә ябырылды, әммә билет бөткән... Бына һиңә мә! Шул саҡ кемеһелер артыҡ билетын һатты, бәхетемә күрә, миңә насип булды.

Ниһайәт, көткән тамаша башланды. Аһ, бына ул мәшһүр артисыбыҙ Фидан Ғафаров! Йәш сағынан үҙенең һылыулығы, тальян гармуны, ҡабатланмаҫ моңо, 
йырҙары менән хәтерҙә уйылып ҡалған, бөтә ғүмерен сәхнәгә бағышлаған, ижад юлында бихисап сағыу образ тыуҙырған һәм ғүмере буйы тамашасыны үҙенә әсир иткән кумирыбыҙ сәхнә уртаһында баҫып тора. Мин текәлеп-текәлеп уның һәр хәрәкәтен, мимикаһын күҙәттем, әйтерһең дә, актерҙың йәш сағынан алып бөгөнгәсә өлгәшкән уңыштарын, күргән шатлыҡ-ҡыуанысын, михнәтен барлайым, һәр хәрәкәтенә анализ яһайым, уйҙарын белергә теләйем. Һәм күрҙем: Фидан Ғафаров — оҫта һәм талантлы актер ғына түгел, ә сәхнә күрке!

Спектакль барышын, әлбиттә, актерҙың моңло тауышы, быға тиклем ишетелмәгән яңы йырҙары тағы ла күркәмләндерҙе. Пьеса фәҡәт Фидан Ғафаров өсөн генә тиһәм, бер ҙә яңылышмаҫмын, сөнки был ролдә башҡа актерҙың уйнауы мөмкин түгел. Йырсы актерҙар бик һирәк шул... Сәнғәтебеҙ башында шундай остаздарыбыҙ, кумирҙарыбыҙ булмаһа, мәҙәниәт усаҡтары һүнер ине...» — тип яҙҙы «Башҡортостан» гәзитендә тамашасы Тәнзилә Кейекбаева-Ғилманова.


Үҙе уйнаған Зариф роле хаҡында Фидан Сафа улы шулай ти: «Тематикаһы һәм тәбиғәте буйынса Зариф роле миңә бик яҡын. Геройымдың спектаклдәге тормошо минекенә бик оҡшаш. Гүйә, сәхнәләге ваҡиғаларҙа ижади һәм ҡатмарлы тормош юлым сағыла. Эйе, һәр кешенең тормошта үҙ юлы була. Спектакль геройҙарыныҡы ла шулай уҡ: кемдер яҙмышы менән ҡәнәғәт булып, ҡыуанып йәшәй, ә кемдер тормошта буй етмәҫлек үрҙәргә ынтыла, дан, абруй, танылыу артынан ҡыуа. Кеше тормошонда аңлатып бөтмәҫлек тылсымлы, серле көскә эйә булған, йәшәйештең айырып алғыһыҙ өлөшө һаналған ижад геройҙарҙы тормошта иң ҡәҙерле һәм иң мөһим нәмә — бәхет хаҡы тураһында уйланырға мәжбүр итә».

Театрҙа гөрләп барған тағы бер спектакль — «Мин һинең ҡәйнәң булам» (пьесаның авторы С.Белов үҙе был әҫәрен «Теща» тип кенә йөрөтә) заманса комедияһы. Етеҙ хәл-ваҡиғалар, төрлө әүерелештәр, заманса режиссура (О.Ханов) — ҡыҫҡаһы, «Мин һинең ҡәйнәң булам» — туҡтауһыҙ көлөргә мәжбүр иткән фантастик комедия. Фидан Ғафаров унда төп образдарҙың береһе — Ғәлиә Харисовна ролен башҡара. Ул ҡәйнә ролендә сығыш яһай. Ә ниндәй ҡәйнә хаҡында һүҙ бара һуң? Йәше үтеп барған Нажия исемле ҡыҙға, ниһайәт, кейәүгә cығырлыҡ кавалер осрай, ошо никах өсөн ҡыҙ егетте төрмәлә ултырған әсәһе урынына уйлап табылған «әсәһе» менән таныштырырға мәжбүр була. Яңы табылған «буласаҡ ҡәйнә» отҡор , тиктормаҫ, хәйләкәр. Ҡыҙҙың иғтибары саҡ ҡына ситкә йүнәлеүе була — алдаҡсы, мут, авантюрист «ҡәйнә» яңы «туғанлыҡ» ептәрен үҙ файҙаһына ҡуллана башлай. Ҡыҙҙың үҙ ата-әсәһе пәйҙә булғас, ваҡиғалар тағы ла нығыраҡ бутала. Фидан Ғафаровтың сираттағы сәхнә роле быға ҡәҙәр беҙ күреп өйрәнгән амплуала түгел, популяр артист был спектаклдә шаҡ ҡатырғыс образ тәҡдим итте. Әйтергә кәрәк, спектакль тамашасы өсөн ҙур яңылыҡ булды. Шаяртыу, көлкө, импровизация, төрлө уйын алымдары талап иткән комедия ҙур уңыш менән бара. Уйын-көлкө тигәндә, сәхнәлә генә түгел, тормошта ла шаярырға әүәҫ Фидан Сафа улы. Шулай ҙа артист һәр ваҡыт үҙе булып ҡала, хатта шаяртҡанда ла. Бер нисә йыл элек Салауат ҡалаһындағы гастроль мәлендә шундай ваҡиға була. Тәнәфес ваҡытында ир-егеттәр тәмәке тартып тора, улар араһында Фидан ағай ҙа бар. Шул ваҡыт эргәләренә алама кейемдәге йәш егет килеп баҫа. Фидан ағай шунда уҡ: «Әйттем бит мин һиңә, эсмә, тип! Хәҙер йөрөйһөң инде бына! Ней ҡайта алмайһың, ней йүнле кейем алырға аҡсаң юҡ!» — тип тегене әрләп ташлай. Шунан Салауат башҡорт драма театры артистарына боролоп: «Егеттәр, милицияла блатығыҙ юҡмы? Һеҙҙекеләр минең шоферымдың праваһын алған, шуға ул бына ошондай меҫкенлеккә төшкән, праваһы булмағас, ҡайта ла алмай…» — тип хәбәр һалған. Фидан үҙе үк ярҙам һорағас, тегеләр, әлбиттә, тегендә-бында шылтыратып, таныштарын эҙләй башлайҙар, йәш егеткә таныҡлығын алып бирергә вәғәҙә бирәләр… Антракттан һуң спектакль башлана, шунда ғына Фидан менән бергә гәп һатып тороусылар аңлай: артист уларҙы төпһөҙ кәмәгә ултыртҡан — насар кейемдәге теге кешекәй йәш артист та баһа, ул сәхнәлә асарбаҡ булып уйнап йөрөй икән!..


Профессиональ театр сәнғәтенә илле йыл хеҙмәт иткән Фидан Сафа улының уйнаған ролдәре йөҙҙән ашҡан. Йылдар уҙған һайын сәхнә һәм тормош тәжрибәһе, талантына баш эйеүсе тамашасыһы ла арта бара. Хәҙер инде йәштәр ата-әсәләренең яратҡан артисы Фидан Ғафаровты үҙҙәренеке иҫәпләй һәм театрға «Фиданға» тип килә, ә йәш йырсылар данлы сәхнә оҫтаһының йырҙарын үҙ репертуарҙарына ала. Ошо популярлыҡтың сере, моғайын, артистың күңел байлығында, тормошто яратыуында һәм сәхнәгә тоғролоғондалыр. Мәрәһим йырындағыса («Яҙмыштарҙан уҙмыш бар», М.Кәрим), яҙмышын уҙырға тырышмаһа ла, яҙмышына яҙғанынан бәхетле артист ул.

Фидан Ғафаров, әгәр бик теләһә, киноактер булып та китер ине. Мәҫәлән, башҡорт әкиәттәре буйынса 1980 йылда «Мосфильм» төшөргән «Алтын атлы һыбайлы» (режиссеры — В.Журавлев) музыкаль әкиәтендә ул Алтын дуға ролен башҡарған, был фильмды теләгән һәр кем интернет киңлектәренән табып ҡарай ала.

Дүртөйлө районы Яңы Уртай ауылының данын Башҡортостанға һәм тотош илебеҙгә таратҡан, меңдәрсә тамашасының йөрәген әсир иткән Фидан Сафа улы Ғафаров бөгөнгө көндә — Башҡортостандың, Татарстандың, Рәсәйҙең халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ сәнғәт әһеле. Ярты быуатлыҡ ижади ғүмере Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры менән бәйле.

«Нимә ул һеҙҙең өсөн театр?» тигән һорауға Фидан Ғафаровтың яуабы берәү генә: «Театр — ул минең тормошом...»

Читайте нас: