Ер йөҙөндә Әҙәм балалары көн итә башлағандан алып, уларҙы юҡҡа сығара һәм тарҡата торған дүрт көстә йәшәгән. Был көстәр ҡалаларҙы, илдәрҙе генә түгел, тотош цивилизацияларҙы ла юҡҡа сығара алған. Һәм, әлбиттә, бындай ҡурҡыныстар беҙҙең фольклорҙа ла эҙ ҡалдырған, боронғо яҙмаларҙа һәм дини әсбаптарҙа ла телгә алынған. Шул көстәр ябырылыуынан һуң тере ҡалғандар, Аллаһы Тәғәлә, әгәр ерҙән әҙәм затын юҡ итергә теләһә, мотлаҡ шул бәләләрҙе ебәререн аңлаған һәм шулай тип теркәп ҡуйған да. Әлеге һөйләгән көстәрҙең атамалары билдәле, улар: аслыҡ, һуғыш, үлем һәм ҡырғын (сир, эпидемия).
Һуғыш-бәрелештәрҙән үлеү йәки аслыҡ беҙҙең иң боронғо хәүефтәрҙең береһе була һәм шул ҡурҡыныстан ҡасыу, нисек тә һаҡланыу өсөн кешеләр берләшә, ауылдар, ҡалалар булып ултыра. Ҙурыраҡ көс булып йәшәгәндә дошманға ла ҡаршы тора ала улар, аҙыҡ етештереү ҙә еңеләйә. Тик күмәк халыҡтың бергә йыйылыуы икенсе бәләне уята - эпидемик ҡырғындар, йоғошло сирҙәр ҡалҡып сыға. Ер тарихында эпидемиялар донъя карталарын бер-нисә тапҡыр өр-яңынан үҙгәрттерә. Бөйөк империялар, шул иҫәптән легендар Рим империяһы ла, көслө чума ҡырғынынан һуң, бығаса гел кире ҡағып торған дошмандарына бирелергә мәжбүр була. Йәки, Европала билдәле булған сәсәк ауырыуы Америкала булмай әле, әммә Яңы ер яулаусы испандар менән бергә килеп, ерле ҡәбиләләрҙе баҫып алыуҙа, һындырыуҙа ҡулланылған иң көслө ҡорал була. Был ысул ҡылысҡа һәм дин һымаҡ яңы идеяларға ҡарағанда ла көслөрәк ҡорал була һәм уны йыш ҡулланалар ҙа. Мәҫәлән, әлеге Америка индеецтарын буйһондорорға теләгәндәр, тәүге ынтылыштарҙа уңышҡа өлгәшә алмағас, хәйлә уйлап таба. Улар бында сирле булып килеп үлгәндәрен төрөп һалынған одеялдарҙы индеецтарға тарата ла, улар араһында эпидемия тоҡана. Ә ҡырғын эсендәге халыҡты туҙҙырыу ауыр булмай. Тарихта шулай уҡ яулап алынмаған ҡәлғәләргә йоғошло сирҙән үлгәндәрҙе катапульт менән атҡандар, ауырыуҙарҙан сисеп алынған кейемдәрҙе ырғытҡандар һәм башҡалар. Күп һуғыштарҙың аҙағы илдәрҙең армиялары холера, тиф, сәсәк, чума кеүек ауырыуҙарҙан ҡырылып бөткәненә тиклем дауам иткән. Ҡырғын аҫтында ҡалғандарҙың терелә алғандары ерҙәрен дә, хакимлыҡтарын да, хоҡуҡтарын да юғалтып, буйһонорға мәжбүр булған.
Бик элекке замандарҙа ҡырғынды, йәғни эпидемияларҙы “һауа ауырыуҙары” тип атағандар һәм уларҙы ерҙән йәки башҡа бысраҡ урындарҙан таралған насар һауаны һулағандан килеп сыға икән тип уйлағандар. Килеп сығыуын нисек кенә итеп фаразлаһалар ҙа, уның менән көрәшеү юлы ла табылырға тейеш. Һәм ул ваҡытта ауырыуҙан ҡотолоуҙың иң беренсе юлы... ҡасып китеү булып сыға. Халыҡ араһында йоғошло сир барлыҡҡа килә икән – ҡасҡандар. Тәүлек эсендә ҙур ҡалалар бушап ҡалған. Байҙар шундай осраҡтар өсөн дә ҡайҙалыр төпкөлдә, урман-тауҙар араһында йорттар ултыртҡан, мәле килһә күсә һалып китеп, айҙар-йылдар йәшәп ҡайтҡан. Икенсе бер юл – карантин. Ерлектәрҙә карантин иғлан ителгән дә, ауырыу сигенмәйсә тороп ҡалаларҙан бер кеше лә сыға йәки инә алмаған. Хәтерегеҙҙә булһа, “Ромео һәм Джульетта” әҫәрендә Джульеттанан килгән сапҡын тап ана шул карантин иғлан ителеүе арҡаһында ҡалаға инә алмай һәм Ромео һөйгәнен үлгән икән тип уйлап, ағыу эсә. Был билдәле мөхәббәт тарихында ла эпидемия үҙ ролен үтәй.
Йәшәйештәге әлеге ҡырғын яһаусы инфекция ауырыуҙары һәм эпидемиялар кешелекте ныҡ ҡурҡыта һәм ошо ҡурҡыу уны был йүнәлештә тиҙерәк үҫешеүгә, тиҙерәк нимәләрҙер уйлап табыуға, уйланыуға, эҙләнеүгә этәрә. Белемле кешеләр, уҡымышлылар, алдынғы ҡарашлылар һәм халыҡ даулаусылары ла инфекцияларҙан арыныу серҙәрен табырға тырыша. Кемдәрҙер ят илдәргә, яңы ерҙәргә юллана, унда ниндәйҙер сиселеш табыр, ишетер, белер һымаҡ була. Икенселәр боронғо яҙмаларға сума. Өсөнсөләр төрлө тәжрибәләр үткәрә. Һәм эҙләнеүселәр, иң беренсе, эпидемик сирҙәр менән бер тапҡыр сирләп тә тере ҡалыусылар икенсегә ауырымай икәнлеген белеп ҡала. Мәҫәлән, һыу сәсәген генә алғанда ла. Элек сәсәк килеп ябырылһа, халыҡтың 40 проценттан ашыуын ҡырып һалып киткән, ә инде эләктереп тә һауығыусыларҙың тәнендә шаҙра эҙҙәр ҡалған. Эпидемия ваҡыттарында шундай тамғалыларҙы йыйып алып лазареттарҙа эшләткәндәр, улар аша сирле нөктәләргә аҙыҡ, дауа ебәргәндәр. Һәм, хатта, һарайҙарға, яуаплы урындарға эшкә ҡабул иткәндә лә ошондай тамғалы кешеләрҙе алырға тырышҡандар, сөнки улар ауырымай торған, беҙҙеңсә әйткәндә “привикалы” тип иҫәпләнгән. Ә инде ҡолдар менән сауҙа иткән, гаремдар үрсеткән Көнсығыш илдәрендә тәнендә сәсәк ауырынан ҡалған шаҙра эҙҙәр булған ҡолдарҙың хаҡы бермә-бер юғары ҡуйылған. Был уларҙың сәләмәтлегенә һәм инфекцион сирҙәргә бирешмәҫенә, хужаһына оҙаҡ хеҙмәт итәренә гарантия икән. Ошо нигеҙҙә беренсе прививкалар – вариоляция –инфекцияны аңлы рәүештә йоҡтороу юлы уйлап табыла ла. Сәсәк шыйыҡсаһын йоҡа бысаҡ менән ауырыуҙың шешектәренән һыпырып алып, һау кешенең тире аҫтына индерәләр һәм ул был сирҙе еңелерәк формала үткәрә ала. Был осраҡта ла үлеүселәр аҙ булмай. Шулай ҙа, үләт булып килгән ҡара тулҡын аҫтында ҡалғандай түгел инде, прививкаланғандар яҡшы ҡарау, тәрбиә аҫтында һауыға. Вариоляция алымы матурлыҡ менән сауҙа итергә яратыусы Һиндостан, Ҡытай, Кавказ илдәрендә баш ала. Европала һәм Америкала иһә власта тороусыларҙың яҡлауын тапҡас ҡына таралып китә ала. Европаға бындай тәжрибә хаҡындағы мәғлүмәт башта хаттар аша килеп етә, унан билдәле сәйәхәтсе леди Монтак 1715 йылда был хәлде үҙ күҙҙәре менән Стамбулда күрә. Күреп кенә ҡалмай, биш йәшлек улын прививкалай. Улы һауыҡҡас, иленә әйләнеп ҡайтып, дүрт йәшлек ҡыҙына ла махсус йоҡтороп сирләтеп ала. Башта был методҡа күптәр ҡаршы була. Ил араһында шау-шыу ҡуба, әлеге юлды пропагандалаусыларҙы төрлөсә ғәйепләйҙәр, бәрелештәргә лә барып етелә. Әммә, тере ҡалырға һәм ғаиләләрен һаҡларға теләгәндәр яйлап был ҡараш менән килешә һәм вариоляция методы нығынып китә. Джордж Вашингтон АҠШ бойондороҡһоҙлоғо өсөн барған һуғышта үҙ армияһының вакциналанған Британия армияһынан көсһөҙөрәк икәнлеген аңлап, ҡышлауға туҡталған ерҙә бөтөн армияны привикалата. Һалдаттарҙы яҡшы ҡарау һәм ашатыу менән тулыһынса тигәндәй һауыҡтырып алалар. Юғалтыуҙар бик аҙ була. Рәсәйгә привиканы Екатерина Икенсе индерә, башта үҙен, ғаиләһен, унан бөтөн һарай эсендәгеләрен вакцинациялата. Беҙҙә лә халыҡ эпидемия ҡырғынынан яфаланыуға ҡарағанда ошолай зарарланып ауырып алыу яҡшыраҡ икәнде төшөнә. Привиканан үлгәндәр ил буйынса 2 процентты тәшкил итә. Ә эпидемияла 40 проценттан ашыу вафат була торған булған. Сағыштырып ҡарағыҙ: 40 һәм 2.
Ошо тәңгәлдә бер ҡыҙыҡ күҙәтеүсе лә өҫтәп китке килә. Сәсәк ауырыуы ат, һыйыр, һарыҡ һымаҡ мал менән эш итеүселәрҙә таралмаған. Өҙөп әйткәндә, күпләп мал көткән, һыбай йөрөгән, һыйыр-бейә һауған һәм шул ризыҡтарҙы туҡтауһыҙ ҡулланған төрки халыҡтарҙа сәсәк эпидемиялары булмаған тиерлек. Сөнки улар мал сәсәген йоҡтороп, уны еңел үткәреп өйрәнгән һәм организмдары нығынған. Мәҫәлән, меңәрләгән ғәскәр туплаған урҙаларҙа, күсмә халыҡтарҙа эпидемик ауырыуҙар осрауы бер ерҙә лә теркәлмәгән. Уларҙың һыбайлы тормошо быға сәбәпсе булған да. Был хәлде лә өйрәнеүселәр, белемлеләр аңғарып ҡалған һәм мал сәсәге шыйыҡсаһын кешегә күсереп, прививканы үткәреү хәлен күпкә еңеләйтә алған.
Мал вирусы аша вакцинацияланыуҙы беренсе булып Эдвард Дженнер тигән табип билдәле итә. “Вакцинация” һүҙе лә “һыйырланыу” тигәнде аңлата. Әммә был алымға ла халыҡ ҡаршы сыға, табиптың тәжрибә йортон яндырыуға барып етәләр. Тик Дженнер бирешмәй, башта ялсыларын, уларҙың балаларын привикалай, ауылдарға йөрөп крәҫтиәндәрҙе бушлай вакцинациалай. Яйлап, был кешеләрҙең үлмәгәнен күреп, аңлай-аңлай барып, урындағы табиптар ҙа дауалауҙарында ҡуллана башлай. Тора-бара вакцинация Британия медицинаһын иҫ киткес кимәлгә күтәреп ебәрә, унан Европа ла, Яңы донъя ла был тәңгәлдә үҫешә. 1800 йылда прививка АҠШ-ҡа килеп етә һәм президент тарафынан вакцинацияның милли программаһы ойошторола. Европа тулыһынса һыйыр сәсәге менән прививкалана. Прививка яһатмағандар йәмғиәткә хәүеф янаусылар булып иҫәпләнә, уларҙан халыҡ ситләшә. Ҡаршы тороусылар ҙа башлыса аңһыҙ, суевер һәм түбән ҡатлам араһы була. Улар малға әйләнеп китеүҙән ҡурҡа.
Европала вакцинация киң йәйелә лә, уны әле һаман халыҡ ҡырылған Көньяҡ Америка колонияларына нисек итеп алып барып еткерергә? Һыуытҡыстар юҡ, ә сәсәк шеше шыйыҡсаһы кеше тәненән айырылған хәлдә оҙаҡ һаҡланмай. Был тәңгәлдә лә юл табыла. Беҙҙең ҡарашҡа ҡанһыҙ, әхлаҡһыҙ, әммә медицинаға уңыш килтереүсе юл. Приюттарҙан, халыҡ араһынан утыҙлап етем малайҙыйыйып алып карапҡа тейәйҙәр һәм яндарына бер өйөр табиптарҙы алып, дауалау саралары менән яҡшы ҡоралланып, юлға сығалар. Йөҙөүгә сыҡҡанда малайҙарҙың икеһенә сир йоҡторолған була. Улар һауыға башлауға инфекцияны тағы ике балаға күсерәләр, былары терелә башлауға сынйыр шулай бер-бер артлы ауырыуҙы һауҙарына бәйләй бара, бәйләй бара. Шулай ауырыша-ауырыша экспедиция Испаниянан Америкаға барып етә һәм башта сәсәк һыйырҙарға “тапшырылып”, унан малдарҙан алынып, кешеләргә яһала. Колонияларҙа инде вакциянацияны пропагандалау урындағы монахтарға миссия итеп һалына. Улар төпкөлдәргә йөрөп был методтың үлемдән ҡотолоп ҡалыу юлы икәнлеген аңлата. Бына ошолай вакцинаны кеше тәне аша йөрөтөү юлы менән был дауа джунгли аша Тымыҡ океан сиктәренә барып етеп, унан Океания утрауҙарына һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азия ярҙарына саҡлы йөҙөп, ерҙе әйләнеп сыға.
Артабан күҙәтеү алып барғанда, туберкулез, холера, полиомилет бактериаль инфекциялары, вирустарына ҡаршы уйлап табылған привикаларҙың да тарихы ҡатмарлы. Ғалимдарҙың уларҙы уйлап сығарыуҙары ғына бер, был вакциналарҙы халыҡ араһында таратыу икенсе бәлә була. Һәм был бәлә беренсеһенә ҡарағада ла ҙурыраҡҡа әүерелә. Привика материалдарын барлыҡҡа килтергән белгестәр үҙ коллегалары тарафынан да һөжүм кисерә. Уларҙы көнләшеп тә, аңламайса ла, яңылыҡты ҡабул итә белмәйенсә лә баҫалар.
Беренсе булып полиомилет вакцинаһын Филадельфияның Теспла институты профессоры Джон Кольмер 10 725 балала һынап ҡарай. Уның контроль төркөмө булмай. Биш бала шунда уҡ үлә, бишеһен фалиж һуға. Һәм быларға өҫтәп, тәжрибә үткәрелгән ҡалала эпидемия тоҡанып китә. Кольмер коллегаларына был хаҡта доклад уҡып та бөтмәй, уны “Үлтереүсе!” тип ҡысҡырып әрләп, ҡыуып сығаралар.
Икенсе тапҡыр вакцинаны Нью-Йорк ғалимы Морис Броди тикшерә. Ул 7500 баланы привикалай һәм уның тәжрибәһендә алты бала ауырыуҙан зыян күрә, әммә үлмәй. Был күрһәткестәр өсөн уның лабораторияһын ябып ҡуялар.
Унан, 1950 йылда ғына ике тикшеренеүсе – Джонас Солк менән Альберт Сейбин, полиомелит вакцинаһын медицинаға ныҡлап индереүгә өлгәшә. Һәм был привика шунда уҡ коммерция юлына һалына әйләнә. Халҡы, башлыса балалары күпләп ҡырылған һәм зәғифләнгән илдәр вакцинаны ашлыҡ, аҙыҡ кеүек төрлө нәмәләргә алмаштырыу юлы менән дә, аҡсалата ла һатып ала башлай.
Иң беренсе вакцинаны балаға аңлы рәүештә 1774 йылда Бенджамин Джести тигән тикшереүсе индергән булһа, инде өс быуаттан ашыу кешелек эпидемия ҡырғынына ҡаршы көрәшеү юлын белеп йәшәй. Сәсәк, ҡыҙылса, тиф, дифтерия, себер язваһы, холера, туберкулез һымаҡ ауырыуҙарҙы ауыҙлыҡтар вакциналар бар һәм улар ҡулланыла. Полиомилет юҡҡа сығарылмаған, әммә ул инде афәтле ҡырғын түгел. Бөгөн был ауырыуҙарҙан халыҡ ҡырылмай һәм бөтөн был уңыштар бары тик йәмғиәттең аңы үҙгәреүе, яңылыҡты ҡабул итергә аҡылы етеүе арҡыһанда ғына өлгәшелгән.
Кешелек ауырыуҙар тәбиғәтен аңлауҙа оҙон юл үткән, ҙур юғалтыуҙар кисергән, әммә ул был кимәлгә килеп еткән. Медицина, ғилми-тикшеренеүҙәр өлкәһе туҡтауһыҙ өйрәнеү, эҙләнеү өҫтөндә. Әле СПИД, әле гриптың төрлө мутациялары, әле герпестың йәшерен төрҙәре килеп сығып тора һәм яңынан-яңы вакциналар барлыҡҡа килә. Бына әле лә күп илдәрҙе теҙ сүктергән COVID-19 вирусына ҡаршы вакциналар яһау бара. Һәм был заманда ла, үткән быуаттарҙағы һымаҡ уҡ, привиканы ҡабул итеүселәр-итмәүселәр бар. Халыҡ араһында ниндәй генә хәбәр йөрөмәй. Тик ул имеш-мимештәрҙең береһе лә иҫбатланмаған. Һәр кем үҙе уйлағанды, фаразлағанды йәки ҡурҡыуын һөйләй. Был тәңгәлдә бөтөн башҡа төрлө хис-тойғоларҙы артҡа шылдырып, аңды алға ҡуйырға кәрәк. Мин эпидемияла тере ҡалырға теләйемме? Балаларымды, ғаиләмде ҡурсалай аламмы? Башҡаларға, йәмғиәткә хәүеф килтермәй йәшәү мөмкинме? Быларҙың барыһы ла мөмкин, әгәр һин вакцина эшләтһәң. Әлбиттә, ауырыуға бирешмәҫкә лә була, ундай осраҡтар ҙа һанһыҙ, әммә эргәңдә барыһы ла һинең кеүек сәләмәт кешеләр генә түгел. Иң яҡындарың араһында ла ололар, бәләкәстәр, ауырыуҙар бар. Уларҙы ҡайҙа итергә?
Донъяға бөтөн төрлө яҡшы башланғыстар һәм файҙалы яңылыҡтар, идеялар көрәш аша килгән. Революциялар яһалған, хакимлыҡтар алмашынған, халыҡтар баҫтырылған хатта. Мәҫәлән, дин, милләттәрҙе, халыҡтарҙы берләштерер державалар ҡороу, Совет власы, үрҙә ҡарап үтелгән ҡырғындарға ҡаршы вакциналар һәм башҡалар. Былар барыһы ла ер тормошоноң үҫешен, яңы этаптарға, баҫҡыстарға күтәрелеүен тәьмин итер факторҙар. Ә үҫешкә зыянлылары улар көрәшһеҙ, шым ғына килеп инә.
Башта мин дә әлеге вакцинаға шөбһәләнеп ҡараным, әммә оҙайлы уйланыуҙарҙан, сит илдәрҙең һатып алып, халҡының сираттарҙа тороп привика яһатыуын күҙәтеп, киләсәкте күҙаллап, яһатырға йөрьәт иттем. Беренсе этабы еңел үтте, Аллаға шөкөр. Ҡушҡандары, талап иткәндәре өсөн башҡарманым быны (әйткәндәй, берәү ҙә талап итмәне), үҙем һәм балаларымды уйлап барҙым. Беҙ бөгөн ашар алдынан ҡулын йыуырға ҡушылған бала хәлендәбеҙ. Мотлаҡ мәжбүр итергә кәрәк. Үсегәбеҙ, ҡаршылашабыҙ, ғәйеп һәм ғәйеплеләрҙе эҙләйбеҙ, ә сәләмәтлектең һәм ғүмерҙең беҙгә кәрәк икәнлеген таный белмәйбеҙ. Кешелек тарихы яңынан яҙылмай ул, ул урай ҙа үткәнен ҡабатлай, урай ҙа ҡабатлай. Ҡабатлай, сөнки әҙәмдәргә һабаҡ бирергә теләй. Әйҙәгеҙ, үткәндәрҙән һабаҡ ала беләйек.