Ҡартлыҡтан ҡасып ҡотолоп булмай – уныһы билдәле. Әммә уның килеүен тотҡарларға мөмкин. Нисекме?
Аҙыҡ-түлекте дөрөҫ һайлағыҙ, самалап ҡына ҡулланығыҙ.
Шәкәр – барыбыҙға ла киң билдәле продукт. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны бөтә аҙыҡтарға ла өҫтәйҙәр. Был шәрбәтте самаһыҙ ашау тышҡы ҡиәфәтегеҙҙә мотлаҡ сағыласаҡ. Һүҙ бында һимереү, артыҡ ауырлыҡ тураһында ғына бармай. Шәкәр күҙәнәктәрҙе зарарлай, шул арҡала коллагенды синтезлау тиҙлеге кәмей. Һөҙөмтәлә тире һығылмалылығын, ныҡлығын юғалта, йыйырсыҡтар барлыҡҡа килә.
Тоҙһоҙ йәшәп булмауы билдәле. Әммә уны ҡулланыуҙы контролдә тотоп, иртә ҡартайыуҙан ҡотолорға мөмкин. Самаһыҙ тоҙло аҙыҡ менән мауығыу һөҙөмтәһендә организмда шыйыҡлыҡ тотҡарлана, шул арҡала күҙ аҫтары, йөҙ, ҡул-аяҡтар шешенә.
Энергетик тип йөрөтөлгән эсемлектәр ҙә йөҙөгөҙгә матурлыҡ, сафлыҡ өҫтәмәйәсәк. Ундағы кофеин теш эмаленә лә зарар килтереүе ихтимал. Эсемлекте ҡулланыу тирене төҫһөҙләндерә, йәмһеҙләй.
Алкоголле эсемлектәр менән мауығыу организмдағы бөтә системалар эшмәкәрлегенә зыян килтерә. Тире торошона насар тәьҫир яһай, бит йәмһеҙләнә, шешенә, тупаҫлана, һырҙар барлыҡҡа килә.
Кукуруздан етештерелгән попкорн, чипсы кеүек аҙыҡтар – йәшлектең “дошмандары”. Ҡартлыҡ килеүен үлар ун тапҡырға тиҙләтә. Сәбәбе – организмда омега-3 һәм омега-6 матдәләренең етешмәүенән.
Эшкәртелгән ит һәм ярымфабрикаттар тән тиреһенә насар йоғонто яһай. Был аҙыҡтар матдәләр алмашыныуын боҙа, тире һығылмалылығын кәметә, шул арҡала йыйырсыҡтар барлыҡҡа килә. Өҫтәүенә, уларҙа буяуҙар, эмульгаторҙар, стабилизаторҙар, тәмде көсәйтеүсе матдәләр, сульфиттар етерлек.
Ҡамыр аштары, ҡабарып торған булка, татлы пирог, итле бәлештәр аппетитты ҡуҙғытыуына ҡарамаҫтан, самаһын белегеҙ. Уларҙың күбеһенә шәкәр ҡушылғанлыҡтан, коллаген етештерелеүе кәмей, тәндең тығыҙлығы юғала.