Все новости
ЗДОРОВЬЕ
27 Ноября 2020, 18:20

Алғы һыҙыҡта

Фәнил Шәмиғолов Өфө ҡалаһы Дим районындағы клиник дауахананың баш табибы булып эшләй. Медицина өлкәһендә 30 йылдан ашыу эшләү дәүерендә төрлөһөн күрергә, күп һынауҙар үтергә тура килә уға. Сиратта – яҙмыш ҡуйған тағы бер һынау: ковидҡа ҡаршы көрәш.

Күҙгә күренмәгән дошман

Былтыр декабрь айында ғына Фәнил Шәмиғолов Ухандә билдәһеҙ вирус арҡаһында башланған эпидемияны интернет һәм телевизор аша күҙәтә ине. Өс айҙан ҡурҡыныс ауырыу үҙебеҙгә лә килеп етер һәм ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнармын, тип башына ла килтермәй ул.

Ғинуарҙа Фәнил Булат улы Өфө ҡалаһы Дим районындағы клиник дауаханаға баш табип итеп тәғәйенләнә. Вазифаны ҡабул итеп, 2 ай эшләп өлгөрә, пандемия сәбәпле, дауахананы ковидтан дауалау госпитале итеү тураһында ҡарар сыға.

Шул көндән алып учреждениены үҙгәртеп ҡороу башлана: ауырыуҙарҙы ҡабул итеү туҡтатыла, бала табыу йорто ябыла. Тотош биналағы бүлмәләрҙең тәғәйенләнеше алмашына. Сирлеләргә тулы изоляция шарттары булдырыу маҡсатында корпус ҡыҙыл, һары, йәшел зоналарға бүленә. Медперсонал ҡыҙыл зонанан инфекция алып сығып таратмаһын өсөн шлюз булдырыла. Унда бактерияларҙы юҡ итә торған көслө аппарат ҡуйыла. Тиҙ арала госпиталде дарыуҙар, кәрәкле ҡорамалдар, һаҡланыу саралары менән тәьмин итергә кәрәк. Дауахана эсендәге бурыстарҙан тыш, табиптарҙың дөйөм ятаҡтағы көнкүрешен хәстәрләү ҙә баш табип иңендә. Сөнки сменаһын тамамлаған табиптарҙы һәм шәфҡәт туташтарын шулай уҡ изоляцияға ебәрергә ҡарар ителә.

Ҡыҫҡаһы, тейеш нәмә шул тиклем күп була, барыһын да иҫәпкә алырға, алдан күрә белергә кәрәк. Был көндәрҙә (һәм төндәрҙә!) башҡарылған эште һанап сығыу менән генә башҡа һыйырлыҡ түгел. Корпуста косметик ремонт эшләнә, палаталарға кислород системаһы үткәрелә. Бөтә республиканан ИВЛ аппараттары йыйып килтерелә. Табиптар өсөн 500-ҙән ашыу махсус костюм һатып алына.

Ә кистәрен медперсонал менән ковид шарттарында эшләү тәртиптәре өйрәнелә, күнекмәләр үткәрелә.

– Бысраҡ зонаға инергә тейеш хеҙмәткәр вирусты күҙ алдына килтерһен өсөн уға махсус кейем кейҙерәбеҙ ҙә өҫтөнә он һымаҡ нәмә һибәбеҙ, – тип һөйләй Фәнил Булат улы. – Бына ул хәҙер хәүеф сығанағы булып тора, зарарлы. Ошоно кеше бер генә секундҡа ла оноторға тейеш түгел һәм һаҡлыҡ сараларын күҙәтеүҙең үҙе өсөн дә, башҡалар өсөн дә ни тиклем мөһим икәнен аңларға тейеш.

30 мартҡа госпиталь пациенттарҙы ҡабул итерлек була: ауырыуҙарға – 138 койка-урын, реанимация бүлегендә 20 урын әҙерләнә. Медицина хеҙмәткәрҙәренән 1-се сменаға инергә тейешле төркөмдәр туплана.

Ковид шарттарында эшләү табиптарҙан батырлыҡ һәм ихтыяр көсө талап итә

– Иң тәүге төркөмдәрҙе йыйыу БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарары нигеҙендә эшләнде. Шунлыҡтан беҙҙең өсөн ауырлығы булманы, тиерлек, – ти Ф.Шәмиғолов. – Үҙебеҙҙең көслө реанимация бригадаһы бар, әммә бер генә пульмонологыбыҙ ҙа юҡ ине. 13-сө дауахананан – пульмонолог, инфекция дауаханаһынан инфекционистар ебәрҙеләр. 22-се дауахананан, онкология клиникаһынан анестезиологтар, реаниматологтар, онкологтар килде. Улар барыһы ла үҙҙәренең теләге буйынса, ниндәй шарттарҙа эшләйәсәген аңлап килгән, һайлап алынған юғары квалификациялы белгестәр ине.

Ошо урында баш табиптың иңенә ниндәй оло яуаплылыҡ ятҡанын аңлар өсөн шуны әйтергә кәрәк. Таныш, өйрәнгән коллектив менән эшләү бер нәмә, ә төрлө урындарҙан ваҡытлыса йыйылған кешеләргә етәкселек итеү бөтөнләй икенсе. Уларға берҙәм команда булып ғәҙәттән тыш шарттарҙа эшләү бурысы ҡуйылған. Бында бөтә нәмә баш табиптың эште ойоштора белеүенән, коллективта ниндәй психологик климат тыуҙырыуҙан тора.

Шулай итеп, 7 апрелдән 8-нә ҡарай төндә госпиталь тәүге ауырыуҙарҙы ҡабул итә. Ләкин, табиптар уйлағанса, улар аэропорттан түгел (медиктар, иң тәүге пациенттар сит илдән сир йоҡтороп ҡайтыусылар булыр, тип көтә), ә үҙебеҙҙең Республика клиник дауаханаһынан килтерелә. Бөтәһе – 38 кеше. Араларында табиптар, шәфҡәт туташтары ла бар. 5-һе нейрохирургик операция кисергән.

Баш табип өсөн дә, коллектив өсөн дә бик ауыр көндәр була ул. Госпиталдә барған ваҡиғалар фантастик фильмды хәтерләтә. Берҙән, пандемияның көтөлмәгәнсә башланыуы албырғата, икенсенән, ковидҡа ҡаршы көрәшкә әҙерләнгән табиптар хәҙер ауыр хроник сирҙәрҙән дә дауаларға тейеш, өсөнсөнән, махсус госпиталгә килеп эләгеүен белгән кешеләр психологик ярҙамға ла мохтаж булып сыға, сөнки Европалағы эпидемиологик хәлде барыһы ла белә.

Дөйөм билдәһеҙлек шарттарында таныш булмаған сирҙе дауалау нимәнән башлана һуң?

– Беҙ баштан алып Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ебәргән рекомендациялар буйынса эшләйбеҙ. Улар даими рәүештә яңыртылып тора, – тип аңлата әңгәмәсем. – Үҙебеҙҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш белгестәре, профессорҙар: пульмонолог Р.Г.Зөлҡәрнәев, инфекционист Д.Ә.Вәлишин, реаниматолог К.Н.Золотухин госпиталь менән һәр ваҡыт бәйләнештә. Кардиохирург та бар. Уларға анализдарҙы күрһәтәбеҙ, үҙҙәре килеп пациенттарҙы ҡарап китә. Роспотребнадзорҙың белгестәре лә консультация үткәреп тора.

– Мин июль айында госпиталдә инфекционист булып эшләнем, – ти Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика дауаханаһынан В.К.Долганюк. – Унда медицина ярҙамы күрһәтеү бик юғары кимәлдә ойошторолған, дауалау юлға һалынған, барыһы ла асыҡ һәм аңлайышлы. Документтар электрон формала алып барыла, был табиптарҙы өҫтәмә эштән азат итә (күп медицина учреждениеларында әлегә ауырыу тарихтары ҡағыҙҙа ла, компьютерҙа ла яҙыла. – Ред.). Бынан тыш, формаль ҡағыҙҙарҙы техник хеҙмәткәрҙәр тултыра, тимәк, медперсонал ваҡытын сарыф итмәй, уны пациенттарға бағышлай ала.

Р.Ф.Хәбиров госпиталдә эш визиты менән

– Фәнил Булат улы бүлектәр буйлап обход яһап сыға. Пациенттарҙың исемдәренә хәтлем иҫендә ҡалдыра, – тип ғәжәпләнә Виолетта Карловна. – Уның менән теләгән ваҡытта һөйләшеп-кәңәшләшергә була. Киҫкен хәлдәрҙә был да ваҡ мәсьәлә түгел. Госпиталде шундай эшлекле һәм тәжрибәле кешенең етәкләүе табиптар өсөн дә, пациенттар өсөн дә, тотош һаулыҡ һаҡлау системаһы өсөн дә бик мөһим.

В.К.Долганюк хаҡлы. Ковидҡа ҡаршы асылған тәүге госпиталдә дауалау системаһын ойоштороу, дөрөҫөн әйткәндә, республиканың пандемияға ниндәй әҙерлек менән килеүе тураһында һөйләүсе күрһәткестәрҙең береһе булып тора. Тиҙ арала Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса ведомство-ара комитет булдырыу, тура эфирҙа брифингтар ойоштороу, 55 көн эсендә яңы госпиталь һалыу кеүек миҫалдар менән бергә ул республика етәкселегенең киҫкен осорҙа тәүәккәллек һәм ойошҡанлыҡ күрһәтеп, оператив эш итеүен раҫлай. Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров яҙ көнө, госпиталдә эш барышы менән танышҡандан һуң, инстаграмда баш табиптың хеҙмәтен юғары баһалаған һүҙҙәр яҙа. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин унда ике тапҡыр булып китә.

– Беҙҙә бөгөнгө көнгә тиклем бөтәһе 15 смена алмашынды, – ти Фәнил Булат улы. – Ошо ваҡыт эсендә 1500 тирәһе медицина хеҙмәткәре эшләп китте. 3000-дән ашыу пациент дауаланып сыҡты. Ошо һандарҙа минең коллегаларымдың фиҙакәр хеҙмәте сағыла. Был яңғырауыҡлы һүҙҙәр түгел. Сөнки көнө буйы уңайһыҙ кейемдә, күҙлектә һәм бирсәткәлә йөрөү, етмәһә сәғәт һайын, минут һайын сәләмәтлегеңде ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыу еңел түгел. Йәшенеп, ҡасып ҡалырға теләүселәр ҙә булды, улар әле лә бар.

Әлбиттә, ковид бик аҫтыртын, алама инфекция. Ләкин беҙ Гиппократҡа ант иттек. Иң беренсе ауырыуҙы, шунан үҙебеҙҙе ҡотҡарырға һүҙ бирҙек. Бына ошо антҡа тоғро булғандар һаман да сафта. Мин эшемдә һәр ваҡыт шундайҙарға таянам.

Барыһы ла интернаттан башлана

Беҙ Фәнил Шәмиғолов менән Өфөләге 1-се интернат-мәктәптә параллель кластарҙа уҡыныҡ. Ул Белорет интернатынан килгәйне. Дөйөм ятаҡ тормошо уның өсөн ят түгел, тәртипкә күнеккән, интернат ҡағиҙәләрен һәйбәт белә. Шуға ла класташтары менән тиҙ арала уртаҡ тел табып, үҙен 9-сы «Б» класында ғына түгел, мәктәп кимәлендә көслө лидер итеп таныта. Яҡшы уҡыуы, спорт ярыштарында һәр саҡ еңеүе шуға дәлил ине. Ул үҙе генә беренсе булып ҡалмай, башҡаларҙы ла шуға әйҙәй, артынан эйәртә белә.

Мәктәптә уҡығанда ул үҙен төрлө яҡлап сыныҡтырырға тырыша

– Бер көндө физика дәресендә Фәнил менән бер партала ултырҙыҡ. Уҡытыусы минән теманы һорағас, белгәнемсә һөйләп бирҙем. Әммә яуабым тулы булмаған. Фәнил тотондо миңә шул теманы аңлатырға, – тип көлөп иҫкә ала уның класташы, дуҫы, Әлшәй район хакимиәтендә мәҙәниәт бүлеге етәксеһе булып эшләүсе Мирғәсим Әкимбәтов. – Бер уйлаһаң, минең теманы аңлауым-аңламауым уға нимәгә кәрәк инде? Бына шул ярҙамсыллығы уның төп сифаттарының береһе булды.

– Тағы бер күренеш хәтерҙә, – тип дауам итә Мирғәсим Факил улы. – Физкультура дәресендә йүгереү буйынса ярыш уҙғарылды. Беҙ Наил Сафиев менән арттараҡ ҡалғанбыҙ. Фәнил финиш һыҙығын беренсе булып үткән дә, ҡаршы килеп, икебеҙҙе етәкләп алып йүгертте.

Ысынлап та, интернатта спортҡа ҙур иғтибар бирелде. Һәр көн иртән күмәкләп физзарядка яһауҙан башлана ине. Ә Фәнил таңғы 6-ла уҡ йүгерергә сыға. Һуңынан дуҫлашып йөрөгән ҡыҙы Лена менән икәүләп йүгерә башланылар. Үҙен-үҙе тәртипкә һәм һынауҙарға күнектереүе уның Белорет интернатында уҡығанда уҡ башлана һәм һөҙөмтә бирмәй ҡалмай, әлбиттә. Ул йүгереү буйынса республика чемпионы була, ҡышҡы многоборьела спорт мастерлығына кандидатлыҡ нормаһын үтәй. Спорттағы еңеүҙәре, ҡаҙаныштары туған мәктәбенә дан килтерһә, сынығыуы характерын үткерләй, тәүәккәллек һәм ҡыйыулыҡ тәрбиәләй.

– Бер көн 3-4 малай урам буйлап китеп барабыҙ, – тип хәтерләй йәнә бер дуҫы һәм класташы, суд приставтарының Өфөләге Совет район бүлеге начальнигы Ғәлимйән Мәһәҙиев. – Арттан ҡала малайҙары эйәрҙе. Ниәттәре изге түгел икәне билдәле инде. Һуғышып киттек. Фәнил тегеләрҙең кәрәген бирҙе генә. Беҙгә эләкмәй ҙә ҡалдылар. Аҙаҡтан башлыҡтарының елкәһенән тотоп алып килеп, беҙҙән ғәфү үтендереп ебәрҙе.

Мәктәпте тамамлағас, Ф.Шәмиғолов хәрби училищеға барырға йыйына. Ул осорҙа егеттәр араһында хәрби офицер булыу бик баһалы ине. Хәрби әҙерлек дәрестәрен алып
барыусы уҡытыусыбыҙ Р.Т.Хәйруллин өгөт-нәсихәтте көслө алып барҙы. Каникулға ҡайтҡан курсанттарын осрашыуҙарға саҡыра торғайны. Фәнил документтарын Мәскәүҙәге хәрби физкультура институтына ебәрә. Унан яҡшы офицер сығыр ине. Рәсәй армияһының данын күтәрер хәрби етәксе булыр ине ул. Әммә имтихандарҙы уңышлы тапшырһа ла, бер нисә балл тулмау сәбәпле, конкурстан үтмәй ҡала.

Армияла Ф.Шәмиғолов десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә

Бөрйән егете Башҡортостан ауыл хужалығы институтына уҡырға инә. Интернатташ дуҫтарын осратыуҙан коллективизм тойғоһона бирелеп китеп ашығыс ҡына ҡабул ителгән ҡарар була ул. Гидромелиорация һәм урман хужалығы факультетына ингәс, уҡый башлай инде, спорт ярыштарында ҡатнаша. Әммә 1-се курс аҙағында аяғын һындырып, оҙаҡ ҡына өйҙә ултырғандан һуң институтҡа барғыһы килмәй. Күңеле тартмай. Үҙенеке түгеллеген тоя, күрәһең.

1983 йылда ул Мәскәү дәүләт физкультура институтына һынау тоторға була. Йүгереү, һикереү буйынса имтихандарҙы бик еңел бирә. Был юлы һис һүҙһеҙ инеп тә киткән булыр ине, аҡсаһы бөтә. Поезға етерлек кенә аҡсаһы ҡалғас, оҙаҡ уйлап тормай, ҡайтыр юлға сыға. Ә, бәлки, яҙмышы уны шулай медицинаға барыр юлға борғандыр, кем белә?!

Нисек кенә булмаһын, армиянан ҡайтҡан йылында ул документтарын Башҡорт дәүләт медицина институтының әҙерлек төркөмөнә бирә һәм уҡырға инә.

Ни өсөн медицинаны һайлауына Фәнил Булат улы бөгөн философик күҙлектән ҡарай. «Башҡорттарҙың элек бала табыу йорто булмаған, шуға ҡарамаҫтан тапҡандар, ишәйгәндәр. Халыҡта им-томсолар булған», – ти ул. Үҙенең дә әсәһенең өләсәһе өшкөрөү, быуын ултыртыу менән шөғөлләнгән, ҡартатаһы ла кеше дауалаған. Ысынлап та, уларҙың ҡаны үҙен һиҙҙертә башлауы ла мөмкин бит әле.

Ә, бәлки, бала сағынан ҡалған бер хәтирәнең дә йоғонтоһо барҙыр. Фәнүзә апаһына 7-8 йәштәр тирәһе булғандыр, аяғына утын төшөп, остеомиелит башлана. Ҡыҙ элекке кеүек ҡустылары менән баҫтырышып уйнай алмай, яраһы эренләп китә. Операция артынан операция кисергән ҡыҙын йәлләп, үҙәге өҙөлгән әсәһе бер көндө: «Исмаһам берегеҙ табип булһасы», – тип ысҡындыра. Ул ваҡытта был һүҙҙәр бәләкәй малай тарафынан шул ваҡиғаға бәйле генә ҡабул ителһә лә, бәлки, күңелендә йөрөй-йөрөй аныҡ бер фекергә әйләнгәндер. Бала саҡта әһәмиәт бирмәгән нәмәләр, аң инә башлағас, икенсе төрлө ҡабул ителә бит.

Тынғыһыҙ студент тормошо башлана. Ул 2-се курста уҡ 5-се дауаханала санитар булып эшләй башлай, урам да һеперә. Сөнки хәҙер яңғыҙы түгел, кәләше, улы бар. Эйе, теге ваҡыт интернатты уратып бергә йүгергән Йылайыр ҡыҙы Лена Буканова – уның һөйөклө ҡатыны. Йәш ғаилә ата-әсәһе, туғандары ярҙамы менән Өфө уртаһында Бөрйән ҡарағайынан өй һалып инә.

Уҡыу ҙа, тормош та алға бара. Фәнил Шәмиғолов 21-се дауаханала субординатура үтә, интернатуранан һуң, 1992 йылда 22-се дауахана асылғас, медицина институты ректоры В.М.Тимербулатовтың тәҡдиме менән клиник ординатурала уҡыуын дауам итә. Артабан дөйөм хирургия буйынса аспирантура тамамлай. «Язва ауырыуҙарын дауалауҙың яңы ысулдары» тигән темаға алып барылған фәнни эштең һөҙөмтәһе булып 1995 йылда – кандидатлыҡ, 2000 йылда докторлыҡ диссертациялары яҡлана. Республикала медицина фәндәре докторы тигән ғилми дәрәжәгә эйә булған иң йәш ғалим мединституттың әйҙәүсе кафедраларының береһе – эндоскопия курсы менән хирургия кафедраһында профессор вазифаһында ла эшләй.

Шул осорҙағы уңыштарын Фәнил Булат улы юлында яҡшы кешеләр осрауы, аҡыллы остаздары булыуы менән аңлата. Ғөмүмән, ул уҡытыусыларына һәр ваҡыт тәрән ихтирам менән ҡарай, ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Мәҫәлән, 90-сы йылдарҙа дуҫтары менән бергәләп интернатта физкультуранан уҡытҡан Р.Ғ.Кәримовтың өйөндә евроремонт эшләп биргәндәрен мин яҡшы хәтерләйем. Был изге эште ойоштороп йөрөүсе кешеләрҙең береһе тап Фәнил Шәмиғолов ине.

Атайҙарса хәстәрлек күрһәткән уҡытыусылары, ғилми етәкселәре В.М.Тимербулатов, Р.М.Ғарипов, Ә.Ғ.Хәсәновтар өлгөһөндә үҙе лә хәҙер йәштәргә терәк-таяныс булырға, ваҡытында аҡыллы кәңәш биреп өйрәтергә тырыша, кәрәк саҡта тәнҡитләп тә ала. Был йәһәттән уның ҡулы аҫтында эшләгән йәштәр бик бәхетле, сөнки Шәмиғолов мәктәбен үткәндәр бер ниндәй осраҡта ла юғалып ҡалмайҙыр, тип уйлайым. Ул иһә Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә көслө белгестәр әҙерләп ҡалдырған В.Ғ.Сәхәүетдинов, З.С.Тереғолова, Т.Р.Зөлҡәрнәев, З.Ғ.Ғәбиҙуллиндар традицияларын дауам итергә тырыша.

Физкультура уҡытыусыһы Р.Ғ.Ғәзизов һәм интернатташ дуҫтары менән

2000 йылда Ф.Шәмиғолов Өфөләге 22-се дауахананың хирургия бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә. Профессиональ үҫеш өсөн киң мөмкинлектәр асыла: көн һайын тиерлек операциялар яһау, көн аша дежурствоға йөрөү. Йәш, перспективалы хирургты төрлө комиссиялар эшмәкәрлегенә йәлеп итә башлайҙар. 2-се һанлы Республика клиник дауаханаһына – консультант, республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарына куратор итеп билдәләнә.

2003–2006 йылдарҙа Фәнил Булат улы Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры булып эшләй. Был осорҙа республикала ҙур-ҙур проекттар тормошҡа ашырыла.

– Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Ф.Ә.Ямалетдинов менән Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһын артабан үҫтереү тураһында Указ сығарыуға өлгәштек. Шуның нигеҙендә заманса хирургия корпусы төҙөлдө, бала табыу йортона нигеҙ һалынды, – тип хәтерләй ул.

Шулай уҡ уның башланғысы менән Республика клиник психиатрия дауаханаһы өсөн Базилевкала 1600 урынлыҡ дауахана комплексы һалына башлай. Асҡын районында – «Танып» санаторийы, Бөрйән районында яңы дауахана асыла. Сибайҙа һәм Белоретта диализ үҙәктәре булдырыла. Йөҙәрләгән «Тиҙ ярҙам» машиналары һатып алына. Райондарҙы юғары белемле кадрҙар менән тәьмин итеү йәһәтенән Башҡорт дәүләт медицина институтына маҡсатлы йүнәлтмәләр бүленә. Өфө медицина училищеһында фармацевтар әҙерләү бүлеге барлыҡҡа килә.

– Райондарҙа Дәүләт советының күсмә ултырыштарын үткәрә башланыҡ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә ала Фәнил Булат улы. – Уларҙа урындарҙа халыҡты медицина хеҙмәтләндереүе мәсьәләләре тикшерелә торғайны һәм шунда уҡ хәл итеү юлдары ҡарала ине.

Учалы районында сираттағы дауалау учреждениеһы асыу

Уҡытыусыларҙың август кәңәшмәләре кеүек, был сара йыл һайын үткәрелә һәм күҙгә күренер матур һөҙөмтәләр бирә.

Донъя стандарттарына ярашлы, медицинала страховкалау индереү ҙә шул йылдарға тура килә һәм документация өлкәһендә бик ҙур күләмле эштәр башҡарыу менән билдәләнә.

Йөрөгән таш шымарыр, тигәндәй, Рәсәйҙең төрлө өлкәләрендә, сит илдәрҙә булырға тура килгәндә министр һәр ваҡыт алдынғы тәжрибәләр менән ҡыҙыҡһына, клиник стандарттарҙы өйрәнә, медицина ярҙамының сифатын күтәреү ысулдарын эҙләй. Ә инде үҙенең төп һөнәренән ул юғары вазифала сағында ла айырылмаҫҡа тырыша. Аҙнаһына бер тапҡыр булһа ла операция залына инеп, ҡулына скальпель ала...

Бәхет хеҙмәт менән йәнәш килә

Йәкшәмбе булыуға ҡарамаҫтан, иртәнге 7-лә телефон шылтырай. Фәнил Булат улына госпиталдән шылтыраталар. Төн нисек үткән, нисә пациент ҡабул ителгән, ауыр хәлдәгеләр бармы? Көндәгесә мәғлүмәт ҡабул ителә, ашығыс хәл ителә торған мәсьәләләр хаҡында һөйләшелә.

Ғаилә йоҡонан уяна. Улар ҡатыны Лена Ғафар ҡыҙы менән Якутов исемендәге паркка йүгерергә сыға. Интернатта башланған матур йола һаман да дауам итә, бары ҡыш көндәре йүгереүҙе саңғы алмаштыра. Йыш ҡына улдары Азат та ата-әсәһенә ҡушыла.

Иртәнге сәйҙән һуң ғаилә башлығы эшкә китә. Көҙ етеп, вирус ауырыуҙарынан, пневмониянан сирләүселәр бермә-бер артҡас, табиптар рәсми рәүештә ялһыҙ эшләүгә күсте. Хәйер, уға тиклем дә Фәнил Булат улы ял көнө госпиталгә барып әйләнмәйенсә тынысланмай ине инде.

39-сы лицейҙа 8-се класта уҡып йөрөгән Азаттың үҙ хәстәрҙәре. Әле ул В.М.Комаров исемендәге Өфө ҡала балалар ижады һарайына бейеү түңәрәгенә йыйына. Бәләкәйҙән ҡыҙыҡһыныуҙары күп булды Азаттың.

5 йәштән халыҡ бейеүҙәре ансамблендә шөғөлләнә, оҫтарып бөткән, һомғол кәүҙәһе килешеп тора. Атаһы менән бергәләп йөҙөүгә лә йөрөнө, хатта ярыштарҙа ҡатнаша торғайны. Ҡаяға үрмәләүҙең ни икәнен дә белә, дзюдо, бокс түңәрәктәре лә ҡалманы. Бөгөн кискә волейболға барырға тейеш.

Лена Ғафар ҡыҙы ире менән улын оҙатҡас та Санкт-Петербург ҡалаһында йәшәгән улы Алмасҡа шылтыратырға ашыға. Информацион технологиялар институтын тамамлағандан һуң, Алмас халыҡ-ара компанияла программист булып эшләй. Әсәле-уллы аулаҡта рәхәтләнеп һөйләшеп алалар, бер-береһенә яңылыҡтарын һөйләйҙәр.

Ғаилә менән ял иткәндә

Улының тауышын ишетеүҙән күңеле күтәрелеп киткән ханым ит бешерергә ҡуя, бәлешкә тип ҡамыр баҫа. Кер йыуыу машинаһын эшләтеп ебәрә лә өй йыйыштырырға тотоноп китә. Күҙҙәре кәштәлә торған тәүге улдары Ринат мәрхүмдең фотоһүрәтенә төшкәс, күңелле генә башланып торған көн ҡараңғыланып киткәндәй була. Уны алып һыйпап-һөртөп урынына ҡуя. Быйыл улғынаһына 32 йәш тулған булыр ине... Ниндәй булыр ине икән, кем булыр ине? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яуапһыҙ һорауҙар ғына ҡалды... Бына 14 йыл инде Шәмиғоловтар йөрәгендә мәңге уңалмаҫ яра йөрөтә...

Госпиталгә килеп еткәс, Фәнил Булат улы иң тәүҙә бала табыу йортона һуғыла. Был республикала бөгөнгө көндә ковид йоҡторған ауырлы ҡатындарҙы ҡабул итә торған берҙән-бер урын. Шуға ла ул дөйөм иғтибар үҙәгендә. Әсәләрҙең һәм сабыйҙарҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн ысын мәғәнәһендә көрәш бара унда. Ҡатмарлы осраҡтарҙа табиптар Мәскәүҙәге академик В.И.Кулаков исемендәге акушерлыҡ, гинекология һәм перинатология үҙәге менән бәйләнешкә инә. Республика клиник перинаталь үҙәге белгестәре лә ярҙамға килә.

Пандемия медицина хеҙмәткәрҙәре алдына яңынан-яңы бурыстар ҡуя. Көҙ етеп, сирлеләр күбәйгәс, башҡа дауаханаларҙа ла ковидтан дауалау бүлектәре асылды. Госпиталдә койка-урындар һаны хәҙер 300-гә еткерелгән. Быға тиклем бында килеп эшләгән табиптар хәҙер үҙҙәрендә ҡала.Тимәк,кадрҙар йыйыу мәсьәләһе көн үҙәгенә ҡалҡа.

– Беҙҙә дауаланыусыларға теләгән ваҡытта кислород биреү мөмкинлеге булырға тейеш. Шуға күрә госпиталде етерлек кимәлдә кислород менән тәьмин итеү менән даими шөғөлләнергә тура килә, – ти баш табип. – Дарыуҙар табыу ҙа ҡырҡыулаша бара. Етмәһә, уларҙың хаҡы даими артып тора. Мәҫәлән, иньекция яһай торған 40 һумлыҡ һыу 200 һум тора хәҙер. Ҡанды шыйығайта торған гепариндың хаҡы 6 тапҡырға күтәрелгән.

Вирустың мутация кисереүе, ковид менән бер тапҡыр ауырыған
кешеләрҙең ҡабаттан госпиталгә эләгеүе лә борсой табипты.

Бына шулай, ял көндәре лә хәстәрҙәр етерлек. Башҡа дауаханаларҙа ковидтан дауалау бүлектәре асыла башлағас, уға хәҙер йыш ҡына консультация алырға теләүселәр мөрәжәғәт итә. Унан ҡалһа, телефон аша ярҙам эҙләп, кәңәш һорап шылтыратыусылар күп: туғандары, яҡташтары, дуҫтары, таныштары, танышының таныштары... Барыһына ла өлгөрөргә, ярҙам итергә тырыша ул. Ауыр саҡта кешеләр бергә булырға, бер-береһенә кәрәк һәм терәк булырға тейеш тип иҫәпләй.

Киҫкен шарттарҙа, күп ваҡыт төнгө йоҡо иҫәбенә эшләргә тура килһә лә зарланмай ул. Ата-әсәһе ғүмер буйы эштән бушаманы, әммә бер ваҡытта ла зарланып ултырманы... Атаһы Булат ағай колхозда эшләне: ветеринар ине, тракторға ла ултырҙы, кәрәк булһа, бура ла бураны, ағас та ағыҙҙы. Әсәһе Шакирә апай конторала иҙән йыуҙы. Балалары уға һыу килтереп бирә, утын индерешә ине. Хужалыҡ эшен күмәкләп башҡарҙылар, һинеке-минекегә бүлеп торманылар. Бер ваҡытта ла бер кем дә ризаһыҙлыҡ төҫө сығарманы. Шулай кәрәк тинеләр, шулай булырға тейеш, тип уйланылар.

– Минең хирургияны һайлауым да шул барыһын да ҡул менән эшләп өйрәнеүгә бәйле, – ти Фәнил Булат улы. – Ауылда бит шулай: бесән сабаһыңмы, утынға бараһыңмы, картуф күмәһеңме – ҡул көсө кәрәк.

Әсәй менән бергә иң ҡәҙерле минуттар

Ул әле лә, Бөрйәненә ҡайтып, һағындырған, танһыҡ эштәр менән булышырға ярата. Ләкин быйыл ундай татлы мәлдәрҙе кисерергә яҙманы. Пандемия туғандары, дуҫтары менән осрашыуҙарға, ҡыуаныслы күрешеүҙәргә юлды япты. Ярай әле 80 йәшлек әсәһе ауылда яңғыҙы түгел, янында Яһанур, Ғафар, Илнур ҡустылары, килендәре бар. Йәй көнө Себерҙән Фәнүзә апаһы менән Филиә һеңлеһе ғаиләләре менән ҡайтып китә. Шөкөр, Шакирә апай үҙе лә бирешкәндәй түгел әле. Ейән-ейәнсәрҙәр һөйөп, намаҙ уҡыған һайын зәхмәт эсендә йөрөгән Фәниленә именлек теләп, фатихаһын биреп ултыра.

...Бына ярты йыл инде Фәнил Булат улы кешеләр һаулығы өсөн барған аяуһыҙ һуғышта алғы һыҙыҡта бара. Көн һайын эске бер ышаныс менән аҡ халатлы һалдаттарына ашыға. Сөнки намыҫы шулай ҡуша. Рәхмәт һиңә, Табип!

***

Авторҙан. Мәҡәләмдең аҙағында мин тағы ла былтырғы ваҡиғаларға әйләнеп ҡайтмай булдыра алмайым. Декабрь айында ғына Фәнил Булат улы Ухандә билдәһеҙ вирус арҡаһында башланған эпидемияны интернет һәм телевизор аша күҙәтеп өйҙә ята ине. Сөнки, нисек кенә мәғәнәһеҙ тойолмаһын, ул эшһеҙ ине. Медицина фәндәре докторы, профессор, тәжрибәле хирург, бына тигән етәксе һәм ойоштороусы, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы бер нисә йыл эшһеҙ интекте. Әйтерһең дә, Өфөлә барлыҡ дауаханалар юғары квалификациялы белгестәр менән тулған. Бер нисә йыл элек республикала милли интеллигенцияға, атап әйткәндә табиптарға, ҡарата шундай ғәҙел булмаған мөнәсәбәт барлыҡҡа килгәйне. Ярай әле етәкселек алмашынып, ошо аҡылһыҙлыҡҡа сик ҡуйылды. Әгәр ҙә шул ваҡытта пандемия башланған булһа, бөгөн беҙҙең ниндәй хәлдә ҡалырыбыҙҙы күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс.

Июнь айында Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан Фәнил Булат улы Шәмиғоловты быйыл ғына булдырылған Пирогов исемендәге орден менән бүләкләү тураһында Указ сыҡты. Ә күптән түгел ул етәкләгән госпиталь www.ufa.kp.ru сайтында үткәрелгән һорау алыу һөҙөмтәләре буйынса «Йыл клиникаһы» тип табылды.

Читайте нас: