Все новости
Языкознание
12 Февраля 2019, 20:01

ҒӘЛИ СӘЙЕТБАТТАЛОВТЫҢ ҒИЛМИ МИРАҪЫ

Искәндәр СӘЙЕТБАТТАЛОВ, доцент, филология фәндәре кандидаты 17 декабрҙә филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир-ағзаһы Ғәли Ғәли улы Сәйетбатталовҡа 90 йәш тулыр ине. Билдәле ғалимды хәтергә алыу йөҙөнән уның бай фәнни эшмәкәрлегенә байҡау яһауҙы кәрәкле таптыҡ.

Буласаҡ ғалим хәҙерге Күгәрсен районы Сәйетҡол (халыҡта — Әпсәләм) ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Уға Миңлеғәле тип исем ҡушалар. Атаһы Ширғәле ғүмер буйы көтөүсе булған. 1936—1939 йылдарҙа хәрби бурысын Алыҫ Көнсығышта үтәгән, ә һуғыш йылдарында Силәбелә танкылар төҙөү заводында эшләгән.

Ҡартатаһы Мөхәммәтғәле батша армияһында хеҙмәт итеп, унтер-офицер дәрәжәһенә ирешкән булған. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан. 20-се йылдарҙа районда беренсе милиционер ҙа булған. 1931 йылда Мөхәммәтғәле Сәйетбатталов, совет власына ҡаршы агитацияла ғәйепләнеп,
5 йылға иркенән мәхрүм ителгән, “Беломор­канал”ды төҙөүҙә ҡатнашып, бәхеткә күрә, тыуған яғына иҫән-һау ҡайта алған.

“Халыҡ дошманы” мөһөрөн алған кешенең ейәненә белем алыу еңел булмаған, әлбиттә. Шулай ҙа 1946 йылда Миңлеғәле тулы урта белемгә эйә икәнлеге тураһында аттестат алып, Башҡорт дәүләт университетына уҡырға ингән.

Мәктәп йылдарында Миңлеғәле Сәйетбатталовҡа башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Байымов (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның тулы исем-шәрифе авторға билдәһеҙ) иғтибар итә. Дәрестәрҙә балаларҙан төрлө темаға инша яҙҙыртҡан был мөғәллим уҡыусы малайҙың тел байлығын абайлап, йыш ҡына уны башҡаларға өлгө итеп күрһәтер, иншаларын класс алдында ҡысҡырып уҡыр була. Белем алыуҙы дауам итеү тураһында һүҙ сыҡҡас, Байымов: “Юлбашсыбыҙ Сталин, сын за отца не в ответе, тип әйтә, ә бында внук!” — тип, район властарын үҫмергә паспорт биреүгә күндерә ала. Шунан ул уҡыусыһына: “Хәҙер тиҙлек заманы, ике өлөштән торған оҙон исемдәр уға тап килмәй”, — тип исем-шәрифен ҡыҫҡартырға кәңәш итә. Шулай итеп, 1946 йылда Ширғәле улы Миңлеғәле Өфөгә Ғәли Ғәлиевич булып килә.

1951 йылда Ғ.Ғ. Сәйетбатталов, Башҡорт дәүләт педагогия институтының тарих-филология факультетын тамамлап, Мәскәүҙәге СССР Фәндәр академияһының Тел ғилеме институтына аспирантураға уҡырға инә. Башҡорт лингвистикаһына нигеҙ һалған профессор Н.К.Дмитриев уның ғилми етәксеһе (1890—1954) була. Өс йылдан һуң йәш ғалим “Башҡорт телендә эйәрсән һөйләм төрҙәре” темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.

1953 йылдан алып вафатына тиклем Ғ.Ғ.Сәйетбатталов Башҡорт дәүләт педагогия институтында (хәҙерге Башҡорт дәүләт университетында) эшләй. 60-сы йылдар башында ул тарих-филология факультеты деканының уҡытыу эше буйынса урынбаҫары була. 1963 һәм 1968 йылдарҙа ғалим ике тапҡыр докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1974—1978 йылдарҙа ул башҡорт тел ғилеме кафедраһын етәкләй. Профессор
Ғ.Ғ.Сәйетбатталов 2010 йылдың 31 июлендә тыуған ауылында донъя ҡуя.

Ғалимдың үҙ ҡулы менән төҙөгән библиографияһы 214 хеҙмәтен үҙ эсенә ала. Был исемлеккә уның иҫән сағында, 1951 һәм 2010 йылдар араһында, баҫылып сыҡҡан авторефераттары (3), программалары (5), дәреслектәре (4), монографиялары (12), мәҡәләләре (190) ингән [2, 25—44-се бб.]. Библио­графия ғәйәт күләмле булһа ла, уны тулы һәм тамамланған тип иҫәпләү дөрөҫлөккә тап килмәҫ ине.

Билдәле булыуынса, үткән быуаттың 90-сы йылдарынан башлап ғүмеренең ахырынаса ғалим “Башҡорт теле” тип исемләнгән күп томлыҡ монография өҫтөндә эшләне. Хеҙмәт ун томдан ғибәрәт булырға тейеш ине: 1-сеһендә синтаксистың теорияһы менән ябай һөйләм синтаксисы яҡтыртыла; 2-сеһендә башҡорт теленең ҡушма һөйләм синтаксисы менән пунктуацияһы төрлө яҡлап тикшерелә; 3-сөһөндә стилистика тураһында дөйөм төшөнсә бирелә, башҡорт теленең стилистик системаһы өйрәнелә, айырым яҙыусыларҙың индивидуаль стилдәре яҡтыртыла башлай; 4—9-сы томдарҙа был эш ХХ быуатта ижад иткән яҙыусылар миҫалында ентекләп тасуир ителә [3]. 9-сы томдың һуңғы өлөшөндә ғалимдың 50-се йылдарҙа баҫтырып сығарған төрлө мәҡәләләре урынлашҡан.

10-сы томдың концепцияһы эш барышында үҙгәргәйне: тәүҙә профессор унда башҡорт теленең ғилми, ижтимағи-сәйәси (публицистик), рәсми (эш ҡағыҙҙары) стилдәрен тасуир итергә йыйынһа (был хаҡта уның киң картотекаһы ла бәйән итә), һуңғы йылдарҙа әлеге том мемориаль характерҙа планлаштырыла башланы: унда ғалимдың төрлө йылдарҙа баҫылып сыҡҡан иң мөһим мәҡәләләре урын алырға тейеш ине. Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә монографияның тәүге алты томы ғына баҫылып сыҡты. 7-се—9-сы томдар филология фәндәре докторы Г.А.Иҫәнғолова тарафынан баҫмаға әҙерләнгән булһа ла, улар менән интернет селтәрендә генә танышырға мөмкин [2]. Шуныһы ла мөһим: күп томлыҡ монография 60-сы—70-се йылдарҙа сыҡҡан хәҙмәттәргә таянһа ла, уларҙы һүҙмә-һүҙ ҡабатламай, элекке мәғлүмәттәрҙе тәрәнәйтә һәм киңәйтә, шуға күрә әле булһа фәнни әһәмиәткә эйә булып ҡала.

Монографияның 10-сы томына килгәндә, “профессорҙың хәҙер нәшер итерлек, XXI быуат фәне өсөн актуаль хеҙмәттәре бармы?” тигән һорау тыуырға мөмкин. Беҙҙеңсә, бар. Беренсенән, ғалимдың библиографияһында тел мәҙәниәте хаҡындағы мәҡәләләре ҙур урын ала, ә бөгөнгө филолог, журналист, яҙыусы, артистар башҡорт теленең байлығын нисек ҡулланыуҙы аңлатҡан материалдарға бик мохтаж. “Тел культураһын күтәрәйек” тигән исем менән сыҡҡан бер нисә мәҡәләнән миҫал килтерәйек: “Исем алдында торған аныҡлаусылар дөрөҫ урынлаштырылмау сәбәпле, һөйләмдең йөкмәткеһе боҙола. Мәҫәлән: Күптән түгел генә сыҡҡан Ф.Г.Угловтың “Хирург йөрәге” китабы...”, “Ҡайһы бер башлап яҙыусы шағирҙар эйә менән хәбәр араһында өтөр ҡуялар, ә редакцияларҙа эшләгән иптәштәр был тупаҫ хатаны төҙәтмәйҙәр”, “Рус теленән башҡорт теленә тәржемә итеү шул тик­лем ғәҙәткә әйләнеп киткән, хатта иғландарҙа “Спектакль киске 8 сәғәттә башлана” тип яҙалар, йәғни рус телендәге “восемь часов” “һигеҙ сәғәттә” тип тәржемә ителә”... Ҡырҡ йыл элек тиерлек яҙылған был мәҡәләләрҙә телгә алынған стилистик хаталар бөгөнгө киң мәғлүмәт сараларында ла бихисап, йәғни тел мәҙәниәтебеҙ “и ныне там” булып ҡала.

Икенсенән, 50-се—70-се йылдарҙа телсе башҡорт тел ғилеменең актуаль бурыстары, әҙәби башҡорт телен ғилми нигеҙҙә үҫтереү бу­йынса тәҡдимдәр тураһында бер нисә мәҡәлә сығарған. Улар башҡорт теле һәм филологияһы тарихын тикшереүселәр өсөн файҙалы сығанаҡ була ала. Өсөнсөнән, ғалимдың шәхси архивында уның бер нисә автобиографияһы, нәҫеленең килеп сығышы хаҡындағы мәғлүмәттәр, ижтимағи позицияһын сағылдырған документтар һаҡлана. Уларҙың ҡайһы берәүҙәре әле лә көнүҙәк булып ҡала, мәҫәлән, “Ғалимдың намыҫы хаҡында” тип аталған хат бөгөнгө юғары уҡыу йорттары хеҙмәткәрҙәре һәм студенттары өсөн бик фәһемле булыр ине. Ҡыҫҡа ғына бер миҫал килтерәйек: “Ғалим көсөргәнешле, эҙмә-эҙ рәүештә ғилми-тикшеренеү эше алып барыу, юғары фәнни-теоретик һәм методик кимәлдә лекция уҡыу, үҙ фәнен производство, практика, халыҡ тормошо менән тығыҙ бәйләү, уны пропагандалау менән бер рәттән (әгәр ул юғары уҡыу йортонда эшләһә), студенттар араһында идея-политик тәрбиә эше лә алып барырға тейеш... Ғалимдың студент алдында, ғөмүмән халыҡ алдында, авторитеты, бөтәһенән элек, ғилми эш алып барыуы менән һәйбәт уҡытыуында. Теге йәки был ғалимдың хеҙмәтенә баһа биргән саҡта, ошо ике момент төп критерий итеп алынырға тейеш”.

Дүртенсенән, телсенең ҡағыҙҙарын тәртипкә килтергәндә, уның баҫылмай ҡалған тағы ла бер монографияһына тап булдыҡ. 1957 йылдың 25 майында тамамланған “Башҡорт телендә эйәрсен һөйләм төрҙәре” исемле 208 битлек хеҙмәт Ғ.Ғ.Сәйетбатталовтың кандидатлыҡ диссертацияһының нигеҙендә әҙерләнгән, дүрт йылдан һуң сыҡҡан “Башҡорт теленең ҡушма һөйләм синтаксисы”нан ҡыҫҡараҡ һәм тарыраҡ, әммә республикабыҙҙа фән тарихын өйрәнеүселәргә ҡыҙыҡлы булырлыҡ. Шулай итеп, “Башҡорт теле” 10 томлыҡ монографияһының һуңғы, мемориаль өлөшөн тәшкил итерлек, хәҙерге филологтар менән студенттарҙы ҡәнәғәтләндерерлек материал бар.

Ғ.Ғ.Сәйетбатталовтың мираҫы фәнни тикшеренеү объекты ла була ала. Бөтөн ғүмерен башҡорт телен өйрәнеүгә бағышлаған, алтмыш йылға яҡын бер кафедрала эшләгән, башҡорт филологияһында бер нисә яңы йүнәлеш асҡан ғалимдың тормош юлы, фәнни үҫеше, ҡараштарының эволюцияһы, ижтимағи тормошҡа индергән өлөшө үҙе лә күләмле һәм сифатлы кандидатлыҡ диссертацияһы, аҙаҡ монография яҙырлыҡ материал була. Бер фактҡа ғына күҙ һалайыҡ. Уҙған быуаттың 60-сы—70-се йылдарында Советтар Союзында, бөтә милләттәр яҡынлашып, дөйөм бер совет халҡына әйләнәсәк, уның төп теле рус теле буласаҡ, туған телдәрҙең кәрәге юҡ, тигән фекер киң таралған булған. Был ҡараш хатта дәүләт сәйәсәтендә лә сағылыш тапҡан: милли мәктәптәрҙе рус теленә күсереү нәҡ шул ваҡытта киң ҡолас йәйгән. 1969 йылда ғалим ошо сәйәсәткә лә, фекер йүнәлешенә лә ҡаршы торған “Милли телдәр хаҡында” тигән мәҡәләһен баҫтырған. Унда ул былай ти: “Туған телдә һөйләй һәм яҙа белеү — ул культураның иң мөһим элементы. Әсә теле бүтән телдәрҙе өйрәнеүҙе еңелләштерә, сөнки һәр бер телдең үҙенә генә хас үҙенсәлектәре булыу менән бергә донъя телдәренең бөтәһе өсөн дә уртаҡ законлыҡтар ҙа бар... Ағастар урмандарға йәм биргән, сәскәләр болондарҙы биҙәгән кеүек үк, илебеҙҙәге төрлө телдәр ҙә Ватаныбыҙға ҡот бирә”.

Ғалимдың башҡорт теленең синтаксисына арналған хеҙмәттәре совет (марксист) филологияһының принциптарына таянып яҙылһа ла, йәғни башлыса формаль мәсьәләләрҙе тикшерһә лә, бөгөнгө корпус лингвистикаһына ныҡлы таяныс булып тора ала: профессор тасуирлаған һөйләм схемалары, морфологик күрһәткестәрҙең һөйләмдәге ролдәре компьютерлы эшкәртеүгә тәғәйенләнгән формализацияға бик ҡулай. Башҡорт теленең синтаксик анализаторы барлыҡҡа килһә, ул нәҡ Ғ.Ғ.Сәйетбатталовтың синтаксик моделдәренә таяныр.

Ғалим стилистиканы башлыса грамматик позициянан күҙ алдына килтергән: уныңса, һүҙ төркөмөнөң, тел берәмегенең стилистик функцияһы уның һөйләмдәге роленән ғибәрәт, сөнки уның коммуникатив, мәғәнәүи бурысы нәҡ һөйләм төҙөгәндә үтәлә. Бөгөнгө стилистиктар бының менән, әлбиттә, килешмәҫ. Телсе башҡортса һөйләшкәндәрҙең күпселеге туған телде яҡшы белгән, тел берәмектәренең семантикаһын махсус аңлатыуға ихтыяж кисермәгән заманда ижад иткән, шуға күрә конструкцияларҙың эстәлеген һәм коннотацияларын аңлатыуға иғтибар бирмәгән. Бөгөнгө башҡорттар иһә туған телебеҙҙең бөтә мөмкинлектәрен күҙ алдына ла килтерә алмай, тимәк, башҡорт теленең стилистикаһын өйрәнгән урта һәм йәш быуын ғалимдары алдында профессорҙың китабын алыштырырлыҡ, телебеҙҙең, уның айырым берәмектәренең мөмкинлектәрен ентекләп аңлатырлыҡ яңы хеҙмәт әҙерләү бурысы тора.

Ғалим айырым шағир, яҙыусы, публицистарҙың индивидуаль стилен өйрәнеүгә күп иғтибар биргән. Конкрет әҙиптәрҙең стилен тасуирлағанда, ул шулай уҡ синтаксисҡа күберәк иғтибар бүлгән, тотороҡло бер схема буйынса түгел, һәр береһенең иң сағыу үҙенсәлектәренә таянып эш иткән. Уның ошо хеҙмәтен “әһәмиәте булмаған, осраҡлы ғына факттарға таянып яҙылған” тип баһалаған фекерҙәрҙе ишетергә тура килә. Бер яҡтан, ысынлап та, төрлө авторҙың стилдәре төрлөсә күрһәтелә кеүек; икенсе яҡтан иһә, эмпирик материал ғилми методикаға йоғонто яһамауы мөмкин түгел: төрлө дәүерҙә һәм жанрҙа ижад иткән, төрлө алымдарҙы ҡулланған авторҙарҙың индивидуаллеген бер ҡалыпҡа һыйҙырып буламы ни? Күп томлыҡ монографияның ошо өлөшө энциклопедик характерға эйә, М. Рәмзи менән Р. Фәхретдинов кеүек фекер эйәләренең традицияһын дауам итә, тип әйтһәк, яңылышмаҫбыҙ. Ғ.Ғ.Сәйетбатталовтың ошо очерктары башҡорт әҙиптәренең индивидуаль стилдәрен әҙәбиәт ғилеме йәки лингвоэстетика позицияһынан тикшереүгә этәргес була ала.

Ғалим эшмәкәрлегенең бөтөнләй тикшерелмәгән, телгә лә алынмаған йүнәлештәре бар. 50-се йылдарҙың башында, аспирант сағында, ул әҙәби тәнҡит менән мауыҡҡан, башҡорт, татар, рус телдәрендә күп кенә мәҡәлә баҫтырған. Ғ.Ғ.Сәйетбатталовты тәнҡитсе итеп күҙ алдына килтергәндәр бармы бөгөн? 60-сы йылдарҙа ғалим “Совет Башҡортостаны” гәзитенең штаттан тыш бүлек мөдире вазифаһын башҡарған, бынан элек тә, аҙаҡ та публицистик мәҡәләләрҙе күп яҙған. Телсенең публицистикаһы буйынса ла бер мәҡәлә лә сыҡмаған, буғай.

Шулай итеп, Ғәли Ғәли улы Сәйетбатталовтың ғилми мираҫы бик бай ҙа, күп яҡлы ла. Уның әҫәрҙәрен баҫтырып бөтөү менән бер рәттән, фәнни биографияһын төҙөү, хеҙмәттәренә таянып, яңы тикшеренеүҙәр үткәреү, ижтимағи эшмәкәрлегенең төрлө яғын өйрәнеү башҡорт тел ғилемен ба­йытыр ине.

(Баҫмаға РФФИ (Рәсәй фундаменталь тикшеренеүҙәр фонды)

ярҙамы менән әҙерләнде.)

Әҙәбиәт исемлеге:

1. Научные труды по башкирской и тюркской филологии [Электронный ресурс] // Лаборатория компьютерной филологии БашГУ. — URL: http://lcph.bashedu.ru/index.php?go=publications (дата обращения: 12.10.2018).

2. Саитбатталов Гали Галиевич: библиографический указатель // сост. Ф.С. Тикеев, И.Р. Саитбатталов. — Уфа, 2015. — 48 с.

3. Сәйетбатталов Ғ.Ғ. Башҡорт теле. 1—6 томдар. — Өфө: Китап, 1999—2010.

Читайте нас: