1917 йылғы революцияға тиклем өйәҙҙә халыҡ иҫәбе
1897 йылда уҙғарылған Беренсе дөйөм Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса Минзәлә өйәҙендә башҡорттарҙың һаны рустар менән бер тигеҙ булған: башҡорттар 32,38% булһа (123052 кеше), рустар – 32,57% (123736 кеше). Ә татарҙар аҙсылыҡты тәшкил иткән, улар Минзәлә өйәҙендә 28,17% булған (107025 кеше).
Минзәлә башҡорттарының бер өлөшө революцияға тиклем Бөгөлмә өйәҙендә йәшәй. Өйәҙ шулай уҡ 1781 йылда Өфө наместниклығы составында ойошторола. 1796 йылдан Ырымбур губернаһына ҡарай. Ә инде 1851 йылдан Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһы составына күсерелә. XVIII быуат аҙағында өйәҙҙә 61318 кеше йәшәгән, шул иҫәптән 3131 башҡорт. 1897 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәһе буйынса бында башҡорттарҙың һаны 29647 кеше була. Минзәлә менән сағыштырғанда, Бөгөлмә өйәҙендә күпселек халыҡты рустар тәшкил иткән. Уларҙың һаны 95 меңдән ашыу була.
Ә бына Минзәлә өйәҙендә башҡорттарҙың һаны йылдам үҫә. 1897 йылда улар 123052 кеше булһа, йәғни 32,38% тәшкил итһә, 1913 йылда башҡорттарҙың һаны 154324 етә һәм халыҡтың 33,7%-ын тәшкил итеп, өйәҙҙәге иң күп һанлы халыҡ иҫәпләнә. Рустар инде 1913 йылда 135150 кеше иҫәпләнеп, дөйөм халыҡтың 29,5% тәшкил итә, йәғни һан яғынан башҡорттарҙан ҡалып, икенсе урынды биләй. Башҡорт менән рустар һаны артһа, татарҙарҙың һаны 1913 йылға, киреһенсә, кәмегән, улар 93403 кеше иҫәпләнеп, дөйөм халыҡтың 20,4%-ын тәшкил иткән.
Шулай итеп, 1917 йылғы революция алдынан Минзәлә өйәҙендә һан буйынса иң күбе башҡорттар булған (154324 кеше), ә татарҙар ике тапҡырға тиерлек кәмерәк – 93403 кеше иҫәпләнгән.
Милли автономия төҙөү осоронда
1917 йылғы революциянан һуң Ырымбурҙа башҡорт милли хәрәкәте ойоша. Был хәрәкәттең төп маҡсаты – башҡорттар йәшәгән биләмәләрҙә Башҡортостан автономияһын ойоштороу була. Милли хәрәкәт етәкселәре буласаҡ автономияға Өфө губернаһының Минзәлә һәм Бөгөлмә өйәҙҙәренең башҡорттар күпләп йәшәгән улыстарын индерергә планлаштыралар.
1917 йылдың декабрендә үткән 3-сө Дөйөм башҡорт ойоштороу ҡоролтайында Әхмәтзәки Вәлиди делегаттар хөкөмөнә Оло Башҡортостан автономияһы проектын сығара. Был проект буйынса Минзәлә, Бөгөлмә өйәҙе башҡорттары Башҡортостан автономияһына инергә тейеш була. Зәки Вәлиди Оло Башҡортостан автономияһының картаһын да эшләй. Унда беҙ Минзәлә һәм Бөгөлмә өйәҙҙәренең башҡорттар күпләп йәшәгән өлөштәрен автономияға индерелеүен күрәбеҙ.
Әммә был ваҡытта Өфө губернаһындағы ҡатмарлы сәйәси хәлде күҙ уңында тотоп, Дөйөм башҡорт ҡоролтайы Башҡортостан автономияһын ике этапта бойомға ашырырға кәрәк тигән фекергә килә. Йәғни тәүге мәлдә автономияны Ырымбур, Пермь губерналарындағы башҡорт ерҙәрендә урынлаштырырға, артабан 1918 йылда Өфө һәм Һамар губерналарындағы башҡорт улыстарын Башҡортостан автономияһына ҡушырға тигән ҡарар ҡабул ҡыла. Тәүге этаптағы автономия территорияһы – Бәләкәй Башҡортостан, икенсе этаптағыһы Оло Башҡортостан автономияһы исемен ала.
Әйткәндәй, Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәттә Минзәлә һәм Бөгөлмә өйәҙҙәре башҡорттары әүҙем ҡатнаша. Минзәлә өйәҙе Таҡталасыҡ ауылынан башҡорт дворяндары Мутиндар, Мәстей ауылынан башҡорт дворяндары нәҫеленән юрист Искәндәрбәк Солтанов (беренсе башҡорт мөфтөйө Мөхәмәтйәр Солтановтың улы), Яңы Зиәш ауылынан – офицер Тәҡиулла Әлиев, Уразай ауылынан – журналист Хәйҙәр Лотфи, Бөгөлмә өйәҙе Кисеүсат ауылынан арҙаҡлы башҡорт ғалимы Ризаитдин Фәхретдиновтың улдары Абдрахман менән Ғәбделәхәт милли хәрәкәттең алдынғы сафтарында йөрөй.
Илдархан менән Ғариф Мутиндар 1917 йылдың йәйендә үк Беренсе башҡорт ҡоролтайында әүҙем ҡатнаша. Башҡорт милли хәрәкәтенең идара органы – Башҡорт мәркәз шураһына ағза итеп һайланалар. 1917 йылдың йәйендә Илдархан Мутин Зәки Вәлиди һәм Усман Ҡыуатовтар менән бергә ер мәсьәләһе буйынса башҡорт халҡы исеменән Петроградҡа Ваҡытлы хөкүмәткә барып, Каруанһарайҙы ҡайтарыуҙы даулап йөрөй.
Офицер Ғүмәр Мутин 1918 йылда 3-сө Башҡорт пехота полкында хеҙмәт итә. Искәндәрбәк Солтанов 1918 йылда Башҡортостан хөкүмәтенең юридик бүлеген етәкләй, йәғни республиканың тәүге юстиция министры була. Ризаитдин Фәхретдинов 3-сө Дөйөм башҡорт ойоштороу ҡоролтайында ҡатнаша. Башҡортостан Диниә назаратын ойоштороу буйынса положение эшләй. Уның улы Ғәбделәхәт 1917 йылдың көҙөндә Ырымбур губернаһы башҡорттары исеменән Рәсәй ойоштороу йыйынына (Учредительное собрание) депутат итеп тәҡдим ителә. Өлкән улы Абдрахман Фәхретдинов 1918 йылда Башҡортостан хөкүмәтенең мәғлүмәт бүлеген етәкләй, «Башҡортостан хөкүмәтенең теле» гәзитенең мөхәррире була.
Яңы Зиәш ауылынан офицер Тәҡиулла Әлиев 1918 йылда Башҡортостан хөкүмәтен һаҡлаған Каруанһарай ротаһы менән етәкселек итә. 1919 йылдан – Башҡортостан хәрби комиссариатында, 1923 йылдан Башҡортостан хөкүмәтенең Үҙәк совет хөкүмәте янындағы вәкиллегендә эшләй. Артабан Мәскәү университетын тамамлап, үҙен талантлы инженер-энергетик итеп таныта. Өфөлә, Силәбе, Минск ҡалаларында ТЭЦ төҙөү эшенә етәкселек итә. Екатеринбург ҡалаһында тәүге троллейбус линияһын һалыу эшенең башында тора. Әйткәндәй, 2000 йылда Екатеринбургтың бер урамына Тәҡиулла Әлиев исеме бирелә.
Минзәлә өйәҙе Уразай ауылынан журналист Хәйҙәр Лотфи 1919 йылда Петроградта башҡорт ғәскәрҙәре сафында хеҙмәт итә. «Салауат» гәзитенең яуаплы сәркәтибе була. Шулай итеп, Минзәлә башҡорттары Башҡортостан автономияһын яулау өсөн милли хәрәкәттә әүҙем ҡатнаша. 1918 йылда Ырымбурҙа Башҡортостан хөкүмәте большевиктар тарафынан ҡулға алына, милли мөхтәриәт ҡоролоу эше һүнеп ҡала.
Ләкин төньяҡ-көнбайыш башҡорттары милли хәрәкәт байрағын күтәреп ала. 1918 йылдың февралендә Борай улысы башҡорттары (хәҙерге Борай районы), большевиктарҙы ҡыуып сығарып, Бөрө өйәҙендәге 12 улысты Борай башҡорт кантоны тип иғлан итә. Йәғни быға тиклем Бәләкәй Башҡортостан сиктәрендә 9 кантон ойошторолған булһа, Борай башҡорттары автономияның 10-сы кантонын төҙөй.
Борай ауылы төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының милли хәрәкәт үҙәгенә әүерелә. Бында Борай башҡорт милли шураһы, йәғни Борай башҡорт кантонының идараһы булдырыла. Бер үк ваҡытта Бөрө өйәҙенең Исмәғил ауылында (хәҙерге Дүртөйлө районы) Муллаҡай старшина етәкселегендә милли хәрәкәт ҡуҙғала. Әммә оҙаҡламай Борайҙағы һәм Исмәғил улысындағы башҡорт хәрәкәте большевиктар тарафынан баҫтырыла.
1918 йылдың йәйендә тоҡанған Граждандар һуғышы Башҡортостан автономияһының икенсе этабын, йәғни Оло Башҡортостан ойоштороу эшен бойомға ашырырға форсат бирмәй. Башҡортостан хөкүмәте милли ғәскәр төҙөү эшенә төп иғтибарҙы йүнәлтә. 1918 йылда автономия Бәләкәй Башҡортостан сиктәрендә эшмәкәрлек итә. Бөрйән-Түңгәүер, Үҫәргән, Тамъян-Ҡатай, Юрматы, Ҡыпсаҡ, Етеырыу, Дыуан, Көҙәй, Ҡошсо, Табын, Туҡ-Соран (Ырымбур башҡорттары), Арғаяш (Силәбе башҡорттары) һәм Ялан (Ҡурған башҡорттары) кантондары ойошторолоп, мөхтәриәт тәшкил итә.
1919 йылда Башҡортостан хөкүмәте һәм ғәскәрҙәре Советтар яғына сыҡҡас, милли мөхтәриәтте таныу тураһында Килешеү төҙөлә. Был килешеү буйынса автономия Бәләкәй Башҡортостан сиктәрендә генә, йәғни 1918 йылда бойомға ашырылған территория сиктәрендә большевиктар тарафынан таныла. Шул уҡ хөкүмәт етәкселәре килешеү барышында Оло Башҡортостан проекты тураһында ла һүҙ ҡуҙғата. «О Большой Башкирии мы говорили и раньше. Еще в момент подписания соглашения в 1919 году были представлены в Центр два проекта – 1-й проект о Малой и 2-й о Большой БССР. Но в силу некоторых причин 2-й проект был временно отложен», – тип яҙа 1921 йылда күренекле дәүләт эшмәкәре Әхмәҙулла Бейешев.
Граждандар һуғышы тамамланыу менән Башҡортостан хөкүмәте рәйесе Муллаян Халиҡов 1917 йылда уҡ Дөйөм башҡорт ҡоролтайы тарафынан ҡабул ителгән Оло Башҡортостан автономияһы идеяһын тормошҡа ашырырға тотона. 1921 йылдың майында уҡ Халиҡовтың доклады нигеҙендә Башобком менән БашЦИК түбәндәге ҡарар сығара:
«а) В основу Башкирской Советской Социалистической Республики берется Малая Башкирия в составе ныне существующей Башкирской республики с присоединением Златоустовского горнозаводского района, Архангельского клина (Уфимской губ.) Магнитной горы и минских башкир в составе 19 волостей Белебеевского и Уфимского уездов.
б) включить в состав Башреспублики г.Оренбург;
в) включить целиком ныне существующую Уфимскую губернию с городом Уфой;
г) включить башкирские волости Мензелинского уезда по реке Ик».
Был ваҡытта инде Минзәлә һәм Бөгөлмә өйәҙҙәре яңы төҙөлгән Татар АССР-ына бирелгән була. Шуға күрә лә Минзәлә өйәҙен тулыһынса Башҡортостанға ҡушыуға үҙәк властың, тәү сиратта Татарстандың ҡаршы буласағын аңлап, Муллаян Халиҡов башҡорттар күпселек тәшкил иткән Ыҡ йылғаһы буйындағы улыстарҙы БАССР-ға ҡушыуҙы һорай.
Ысынлап та, Үҙәк совет власы Минзәлә башҡорттарын Башҡортостанға ҡушыу мәсьәләһен ыңғай хәл итмәй, быға, тәү сиратта, Татарстан ҡырҡа ҡаршы сыҡҡан. Ә шулай ҙа 1922 йылдың июнендә Өфө губернаһын Башҡортостанға ҡушырға ҡарар ителә. Әммә был
ҡарар ҙа Башҡортостан етәкселегенең оло еңеүе була, сөнки татар коммунистары Өфө губернаһын Татар республикаһына ҡушыу хыялы менән яна. Әммә Ленин, губернала башҡорттарҙың күпләп йәшәүен иҫәпкә алып, Башҡортостанға ҡушыу тураһында ҡарар ҡыла. Шулай итеп, күпселек башҡорт халҡына бер республикаға тупланырға мөмкинлек тыуа.
Тамырҙарын онотмайҙар
Ыҡ буйындағы башҡорт улыстарын Башҡортостанға ҡушыу мәсьәләһе 1923 йылда тағы бер тапҡыр ҡалҡып сыға. Үҙәк власть Урал сәнәғәт өлкәһен ойоштороу сәбәпле, Башҡортостандың ҡайһы бер өлөштәрен, атап әйткәндә, Тамъян-Ҡатай кантонын Белорет заводы менән ошо өлкәгә ҡушырға теләй. Башҡортостан етәкселеге үҙәк властың был ниәтенә ҡырҡа ҡаршы сыға, үҙ сиратында, иҡтисади йәһәттән Өфөгә яҡын булған Ыҡ буйы башҡорт улыстарын Башҡортостанға ҡушыуҙы һорай. «…просить ВЦИК присоединить к БССР восточную часть Мензелинского кантона Татреспублики, вдающуюся клином в территорию БССР и населенную в 90% башкирами и принимая во внимание ее экономическое тяготение к БССР», – тип яҙа республика партия өлкә комитеты секретары Әхмәҙулла Бейешев. Был территория бөгөнгө Татарстандың Аҡтаныш һәм Мөслим райондарына ҡарай. Әммә үҙәк власть 1923 йылда ла Минзәлә башҡорттары мәсьәләһен хәл итергә ашыҡмай.
Ә инде Татарстан етәкселеге Минзәлә башҡорттарын тиҙ арала «юҡ итеү» хәстәрлеген күрә. 1920 йылғы ауыл хужалығы иҫәбен алған мәлдә уларҙың бөтәһен дә тиерлек татар тип теркәй.
Татар тип яҙһалар ҙа, Минзәлә башҡорттары үҙҙәренең милли булмышын онотмаған. Быға 1946 йылда арҙаҡлы совет этнографы Н.И.Воробьев ТАССР-ҙың Аҙнаҡай, Сарман, Баулы, Бөгөлмә райондарында ғилми экспедицияла йөрөгәндә үҙе шаһит була. «Этот лесостепной участок был издревле населен башкирами. Об этом говорят и исторические данные и народные предания. Население ряда деревень (Сарайли, Карамалы, Каракашлы и др.) и в настоящее время считает себя по происхождению башкирами, а во многих других отмечают, что часть населения имеет башкирских предков. Часто рассказывают об огромных земельных площадях, которыми прежде владели башкиры», – тип яҙа этнограф Воробьев.
Күренекле милли хәрәкәт эшмәкәре, Минзәлә башҡорто Тәҡиулла Әлиев та 1930 йылдарҙа үҙенең автобиографияһында былай тип яҙа: «По национальности я – башкир. Дед мой служил в башкирских войсках, которые существовали как отдельная единица, если не ошибаюсь, до 1860 года. Он был грамотен по-русски, поэтому башкирским обществом ему давалось много поручений. В числе этих поручений был вопрос о возвращении отобранной у башкир земли в нашем уезде...» Уның автобиографияһы Башҡортостандың Милли архивы фондында һаҡлана.
Шулай итеп, Минзәлә башҡорттары мәсьәләһе әле булһа ла көнүҙәк булып тора. Бөгөнгө көндә тарихтарын өйрәнгән, шәжәрәләрен эшләткән Минзәлә башҡорттары үҙҙәренең тамырҙары данлы башҡорт халҡына бәйле икәнен асыҡлай. Улар артабан да башҡорт халҡының тарихын, этнографияһын өйрәнергә теләй, һәм был күренеш йылдан-йыл киңерәк тарала бара. Башҡортостан Республикаһы Милли архивы башҡарған эштәр ҙә шуға булышлыҡ итә.
Бөгөнгө көндә Милли архив «Башархив» проекты сиктәрендә 1917 йылғы ауыл хужалығы иҫәбен алыу документтарын интернетҡа сығарҙы, хәҙерге мәлдә XIX быуаттағы ревизия материалдары шулай уҡ «Башархив» сайтына күсерелә. Был документтар нигеҙендә һәр кем үҙенең тамырҙарын, тарихын өйрәнә ала.
Ҡулланылған сығанаҡтар
1. Первая Всеобщая перепись населения Российской империи 1897 г. /
под редакцией Н.А.Тройницкого. Т.45: Уфимская губерния. Тетрадь 2. – СПб., 1904.
2. Ярмуллин А.Ш. У истоков Башкирской Республики. – Уфа, 2017.
3. Биишев А.А. О Большой Башкирии. Газета «Известия БашЦИК и Башобкома РКП(б)». – 10 ноября 1921 г.
4. Национально-государственное устройство Башкортостана (1917–1925). Документы и материалы: В 4-х т. /Авт.-сост. Б.Х.Юлдашбаев. Т.4. Ч.1. – Уфа, 2008.
5. Биишев А.А. К округлению границ БССР. Газета «Власть труда» (печатный орган Башкирского обкома и БашЦИК). – 1923 г.
6. Воробьев Н.И. Археологические и этнографические исследования в Татарской АССР летом 1946 года // Советская этнография. – 1947. – №1.
7. Башҡортостан Республикаһының Милли архивы. Ф.10287. Оп.1. Д.360. Л.35.