Саҡматаштай ныҡ булырға!
Кем нисектер, әммә миңә йөрәк аҫтында сабый яралғанын белгәс тә ул бауыр итемә әйләнде. Быуыны ҡатмаған йәш-елкенсәк түгел инем, 26 йәш тулғайны ул саҡта. Сибайҙа – педучилище, Өфөлә БДУ йылдары артта ҡалғайны. Хатта ки ике йыл мәктәптә эшләп, өҫ бөтәйтеп, шунан ғына ғаилә ҡорҙом. Баш баламдың донъяға тәүге ауазын һалыр көндө көттөм, ап-аҡ өмөттәргә сорналдым... 1990 йылдың яҙында улыбыҙ тыуҙы. Атаһы: «Үҙгәртмәйем дә-нитмәйем дә, исеме Нияз буласаҡ!» – тине. Күңелемдә Сынбулат исеме бөрөләнгәйне. Шулай ҙа риза булдым. Әйҙә, баш балаһына атаһы үҙе ҡушһын.
– Тимәк, Нияз Рәғиз улы, матур яңғырай, тик мәғәнәһе нисек һуң, –тип төпсөндөм.
– Фарсы теленән тәржемә иткәндә – «бүләк».
Килешмәҫлек түгел. Ул йыл фенол ғәләмәте халыҡ күңелен өтөп алғайны. Кран һыуы ағыулы. Сәй эсермен, тимә. Күрше ҡатын йәш балаһын йыуындыра ла алмай ине. «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһынан минераль һыу ташып, сабыйын ҡойондорҙолар ул мәлдә. Мин, бына-бына тыуырға тейеш баламды фенол афәтенән һаҡлап, тыуған яҡтарыма юлландым. Өфөнән ауылға – 450 саҡрым самаһы, март бураны ҡотора ине. Ҡырҡ ғиллә менән ҡайтып етеп, Баймаҡ дауаханаһында улымды ҡулыма алдым. Һәр бер изге әсә кеүек (әсәләрҙең дә төрлөһө бар!), күҙ ҡараһындай һаҡлап-яҡлап үҫтерҙем.
Улым – юрист. 8 йыл әүәл Хәрби һауа көстәрендә армия үтеп ҡайтҡан егет. Ил саҡырһа, боҫоп ҡалмаҫын, алға ташланасаҡ икәнен һиҙә инем. 2022 йылдың февралендә бер шаңҡыным. 21 сентябрҙә өлөшләтә мобилизация тураһында ишетеп, тағы шаңҡыным. Улым повестка күрһәткәс, бәғерем ҡат-ҡат теленде, йәнем йәһәннәмгә осҡандай булды. Мөмкин булһа, улым урынына бер һүҙһеҙ үҙем китер инем, йәшәремде йәшәгәнмен... Ҡыҙымды ағаһы-еңгәһе ҡурсалар. Ә Ниязымдың яратҡан кәләше, алмалай ике балаһы бар. Әле генә яңы өйгә инделәр, гөрләтеп йәшәр урынға – полигон, окоп, блиндаж... Ниҙәр күререн Хоҙай ғына белә.
Аҡылың менән аңлайһың: илдең киләсәген һаҡларға кәрәк! Ә барыбер сараһыҙлыҡ алҡымыңдан ала, һүҙ менән генә аңлатырлыҡ түгел, быуар йылан булып боғаҙыңды быуа. Әммә әсәләр балаларын яуға илап оҙатмаҫҡа, бетеү тағырға, икмәк телемен тешләтеп алып ҡалыуҙы һ.б хәстәрләргә тейеш, тигән яҙылмаған ҡанундар күңелгә һеңгән. Армияһы алдынан аҡ ҡорбан салғайным. Эх, бында ваҡыт ҡыҫыҡ... Алғараҡ китеп шуны әйтәйем, тәүге шаңҡыуҙарым үткәс тә, нәҙер ҡорбанын үтәнем, әлбиттә. Хәрби комиссариатта әйткәндәренсә, йылы кейем, ике көнлөк ҡоро-һары ризыҡ төйнәп өлгөрөр кәрәк. «Кәрәктәр» ифрат күбәйҙе. Килен, ейәндәр, тағы бер балаң хаҡына, барлы-юҡлы энергияңды йыйып, үҙеңдән көслөрәк булырға кәрәк! Һин – әсәй. Яуға китер балаң ныҡлы рухлы булһын тиһәң, күрһәт үҙең иң элек рух көсөн. Ғүмер буйы йәш быуынды шуға өйрәткәйнең бит! Һуғыш осоро әҙәбиәтен дә уҡыттың, иҫкә төшөр шул дәүер ҡатындарын, ҡаһармандарын! Ебеп төшөү яраған эш түгел. Бына шундай ҡырғылмаһа-ҡырҡ төрлө уйҙар солғанышында ҡалаһың. Саҡматаштай ныҡ булырға, илап, ҡайғы саҡырмаҫ өсөн йәшеңде йоторға тырышаһың.
Оҙатыр алдынан: «Улым, йәнемде-мейемде меңдәрсә ҡоҙғон суҡый һымаҡ, ни ҡылырға ла белмәйем», – тием. Ҡосаҡланы. Балаҡайымдың һәр күҙәнәген тоям, еңел түгел уға ла, тулҡынлана:
– Әсәй, ошо ситуацияны ҡабул ит һәм ... Ғәфү ит мине, әсәй, – тине бышылдап.
Ғәфү итерлек бер ғәйебе юҡ бит! Ни өсөн улай ти?!
Шунан ғына аңыма барып етә: был ғәфү үтенеү үткәндәргә ҡағылмай! Киләсәктә үҙе менән ниҙер була ҡалһа, шуның өсөн алдан ғәфү үтенә бит балаҡайым!!! Аяҡ аҫтымда ер убылғандай ине шул саҡта. Ҡалтырандым. Өнөм тығылды. Боғаҙымдан өс кенә һүҙ һығып сығара алдым: «Иҫән ҡайт, улыҡайым...»
Инә йөрәгенә һәр балаһы ғәзиз. Был мәлдә ҡыҙым Миләүшә – Мәскәүҙә студент. Ағаһының повестка алғанын ишетеп, Өфөгә атылғайны, самолетҡа билет булмай сыҡты. Ахыры, Ҡазанға осоп, эләгә-һарҡый өйгә етеп килә. Төнгө юлы уң ғына булһын да балаҡайҙарым аҙ ғына булһа ла аралашып өлгөрһөндәр. «Миләшебеҙ (ул һеңлеһенә бәләкәйҙән шулай өндәшә) ҡайтып ыҙаламаһын, хәбәр итмәйек, әсәй», – тигәйне лә ул Нияз, өндәшмәҫкә намыҫым ҡушманы. Улымдың ҡайтыр юлы ҡасан төшөрөн Хоҙай ғына белә.
Ә бер йыл әүәл беҙгә күңелле ине! Миләүшә Мәскәү дәүләт университетына уҡырға инде. Нияз: «Әсәй, ҡыҙ баланың әйбере күп була, шуға ятағына тиклем машина менән үҙем алып барып ҡалдырам», – тине. Тәғәйен көн килеп етте. Машинаһының багажнигында ҡағыҙ ҡумталар! Эсендә нимә, улым, тип ғәжәпләнәм: «Миләш асыҡмаһын, тушенка, сгущенка һ.б», – тей. Ҡуҙғалдыҡ, елдәй елдек. 15 сәғәттән беҙ Мәскәүҙә инек. Улымдың туған йәнле булыуына һоҡланған саҡтарым аҙ түгел... Бына әле уйҙарыма уйылып ултырғанда күҙ алдымдан шундай күренештәр үтә: студент Ниязым 4 йәшлек һеңлеһен йә спорт-эстрада бейеү түңәрәгенә, йә «ЕLIS»ҡа, ингиз теле буйынса уҡыу үҙәгенә, илтә.
7 йәшендә ҡыҙым музыка мәктәбен көҫәне, уйынсыҡ пианиноһы сәбәп булды быға. Фортепьяно класында уҡыттыҡ. Фәрит Камаев исемендәге музыка мәктәбен тик «5»-легә генә тамамланы. Урта мәктәпте – алтын миҙалға. Ҡыҙымдың рухи һәм физик үҫешенә ныҡ ярҙам итте улым. Бер ауырлыҡҡа ла бөгөлмәй тере кеше ҡайҙа ла тереклек итә. Һеңлеһе бөгөн Мәскәүҙә белем тауына үрләй. Башҡорт, урыҫ, инглиз, француз телдәрендә аралаша, яҙа.
27 сентябрь өс йыл тулды беҙҙең аҡлы-ҡаралы хистәр өйөрмәһенә. Аҡ: әлдә генә улымдың телефондан бәйләнешкә сығыр мөмкинлеге бар. Бөйөк Ватан, Афған һуғышында ундай форсат булмағанын, хаттар ҙа насар йөрөгәнен беләбеҙ. Балаңдың тауышын ишетеү – бәхет! Отпускыға ҡайтып күренеүе – күңелдә оло тантана!
Ә аҡылдан яҙырлыҡ һоро-ҡара мәлдәрҙе әйтмәһәм дә һәр кем беләлер. Йырҙа йырлана ла ул: «Каждое расставание – маленькая смерть...» Юҡ, бәләкәй түгел! Балаһын ут эсенә оҙатыу – әсә өсөн әжәлдең үҙе! Донъяға ниңә тыуҙым, улымды ниңә тыуҙырҙым ғүмерен һаҡлай алмағас тип уйлайһың... Бер әсә лә балаһын, күҙе ҡараһын, яу өсөн яралтмай! Бәхетле итеп күргеһе килә бит!
Сит яҡҡа эшкә йә сәйәхәткә ебәреү түгел был. Әлеге хушлашыу минуттары – улыңдың тере тауышын ишетеү, йылы ҡулдарынан тотоу, сикәһенә ҡағылыу, ҡыҫып ҡосаҡлау, кеҫәһенә-рюкзагына бетеү, доғалыҡтар һалыу һ.б – аҙаҡҡыһы булырға мөмкин. Йәнең аҡтарыла шул саҡтарҙа... Әммә сабыр булырға, яҡшыға юрарға, Аллаһы тәғәләнең ярлыҡауына өмөт итергә тырышаһың.
Мөхәббәтле мөхиттә
Ғаиләлә иң мөһим нәмәгә – Мөхәббәткә нигеҙ һалына. Тар мәғәнәһендә мөхәббәт – атай-әсәйеңә, барса башҡа яҡындарыңа, тыуған-үҫкән нигеҙеңә, һыу ингән йылға-күлеңә, бесән сапҡан ерҙәреңә. Киң мәғәнәһендә – илеңә, динеңә, йыһанға... Ана шул ҡиммәттәрҙе һеңдерер мөхәббәтле мөхит булды улыма бала сағында ла, үҫкәс тә. Атай-әсәйем, Венера һәм Муса Ишйәровтар, 58 йыл татыу ғүмер итте, туғанлыҡҡа, тыуған ергә мөкиббән пар булыуҙарын әйтеү ҙә етәлер. Улым йыш ҡына улар янында тормош университетын үтһә, БДУ- ның Нефтекама филиалында юрист һөнәрен алды. Ҡалала 40-тан ашыу милләт вәкиле йәшәй. Шул интернациональ мөхиттә Нияз башҡорттоң йөҙө икәнен тиҙ аңланы. Теремек, сос булды. Студент сағында йәйҙәрен түбәгә ҡарап ятманы, балалар лагерында вожатый булып эшләне. 20 йәштә халыҡ иҫәбен алыуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн миҙалға лайыҡ булды. Вузды ҡыҙыл дипломға тамамлап, армия сафында хеҙмәт итте. Командирҙары хәрби частә артабан ҡалыуын һораны, фатир бирәбеҙ, тине. Матди түгел, улыма рухи ҡиммәттәр, туғанлыҡ ҡәҙерле булған: «Әсәй, һине, һеңлемде уйлап, тәҡдимдәрен кире ҡаҡтым, ҡалманым», – тине. Ҡорған ғаиләһе менән деңләтеп донъя көт ине лә бит. Шул мәлгә һигеҙ йыл үтеүгә – хәрби операция. Тәүҙә артиллерияла булды. Хәҙер – штурмда. Старшина яуаплылығы иңенән үтте, әле – командир. Утлы ғәрәсәттәр кеше булмышын төбө-тамырынан үҙгәрткәнен төҫмөрләйем, шуға ялға ҡайтҡан сағында үҙемсә ҡылын тартҡылайым. «Әсәй, мин һалдаттарҙан күпкә көслөрәк, нығыраҡ булырға тейешмен. Тән менән дә, йән менән дә, – ти. – Хәрби заданиеға барғанда яҡындарҙы уйлау юҡ. Бер генә теләк: бойороҡто үтәргә!»
Эй, Аллам..! Бынан 35 йыл элек, баламды ҡулыма алғанда, утлы юлдар үтерен әйтһәләр, йөрәгем шартлар ине, моғайын.
27 сентябрҙә махсус хәрби операцияла булыуына өс йыл үтте. 1095 көн! Асылыкүл буйҙары һылыуы Юлиә киленем менән ошо ваҡытты күҙҙән үткәреп ултырҙыҡ. Ғүмер юлыбыҙҙағы таштан-ҡурғаштан ауыр осор ул! Шөкөр, киленем балауыҙ һығып ултырмай. Дәүер киленемдән, уның хәлендәге башҡа гүзәл заттан мөсһөҙлөктө түгел, көслөлөктө талап итә. Никахтарына 15-се йыл китте. Ейәнем Нурсолтанға – 13, ейәнсәрем Розалияға – 8 йәш. Киленем балаларҙы гөлт иттереп ҡарай, хөкүмәт эшенә лә өлгөрә, ҡайтып яңғыҙ ҡалған атаһына ярҙамлашырға ла форсат таба, иренә – тайпылһыҙ терәк. Улымды, әсәй доғаларынан тыш, хәләл ефетенең һөйөүе лә иҫән - имен йөрөтөүенә иманым камил. Нисек кенә ҡурсаламай ул Ниязыбыҙҙы! Тел ярҙамы, шәхси ярҙам, гуманитар ярҙамды даими хәстәрләй. Йәшәгән ерендәге халыҡ менән маскировка селтәрҙәре үреү цехын да асты. Ул ғына түгел, август айында янына барып ҡайтты. Ул үҙе – медик, фармацевт. Яуҙағыларға иң кәрәк әйберҙәрҙе машинаһына нышып тултырҙы ла, иренә юлланды. Ул ҡайтып күренгәнсе, йөрәгем усымда булды. Хоҙай мәрхәмәтенән ташламаһын киленкәйемде!
Бала саҡ иленән иртә, бик иртә ысҡынды ейәнкәйҙәрем. Башҡаса сара юҡ. Хас та шағир Әнғәм ағай Атнабайҙың шиғырындағы һымаҡ:
Һуғыш беҙҙе ҡолаҡтарҙан тартып,
Ваҡытынан алда өлгөрттө.
Кистән егет итеп йоҡлатты ла
Таң атҡанда инде ир итте.
Өс йыл әүәл атаһы Нурсолтанға: «Улым, ир-егет бул! Әсәйеңә, һеңлеңә терәк – һин хәҙер», – тип ҡуҙғалды Хәрби комиссариат алдынан.
Ә ул 10 йәшлек балаға кем терәк?!
Эй, замана... Һәр көнөбөҙ һоро-ҡара ваҡиғалар менән тулды. Һарытау полигонында әҙерлек бөткәс, атайҙарын теге яҡтарға бергәләп оҙаттыҡ. Ҡыш ине. Нурсолтан да, Розалия ла бронежилет һәм башҡаларҙы рюкзакка үҙ ҡулдары менән һалышты. Һарытауҙан ҡайтҡас, төштәре лә боларҙы. Ейәнсәрем, ул мәлдә 5 йәште генә үткән ҡыҙсыҡ, ғәҙәттәгесә сәскә түгел, танк һүрәте төшөрөргә әүәҫләнде. Ейәнем, ҡышын бейек ҡарҙы өңөп, окоп яһап инеп китер ине. Үҙ-ара телмәрҙәрендә лә хәрби һүҙҙәр күбәйҙе. Тәүге отпускыға ҡайтҡанында: «Йәл, ҡыҙымды беренсе синыфҡа үҙем оҙата алмайым», – тип өҙгөләнгәне хәтерҙә Нияздың. Ундай үкенестәр иҫәпһеҙ-һанһыҙ. Шуға ялға ҡайтҡанда улы шөғөлләнгән футбол матчына, ҡыҙы йөрөгән бейеү ансамбленең концертына эләкһә, балаларына ҡарап туя алмай. Башҡалар өсөн сабыйың менән теләгән ваҡытта телефондан һөйләшеү, мәктәпкә оҙатыу, ҡаршы алыу – ғәҙәти хәл. Яуҙағылар өсөн был – оҙаҡ көтөлгән бәхетле мәл. Алыҫтан уҡ ейәндәрем: «Атаааай!» тип һөрәнләп, улым ҡосағына ташланғанын күреү миңә – оло бәхет. Күктең етенсе ҡатында кеүекбеҙ! Шул ике аҙнала миндә ныҡлы ышаныс йәшәй: улым иҫән, ул ғаиләһе менән. Төнөң ҡаты уйҙарһыҙ үтә. Таңда хәүеф-хәтәрһеҙ күҙ асаһың! Ошо бәхет тиҙерәк килһен ине лә бит һәр бер яугир әсәһенә!
Күпме кәрәк, шунса көтөрбөҙ
Кеше ҡулына ҡәләмде ныҡ тетрәнгәндә алалыр, моғайын. 49 йәштә мин йәшәү менән үлем араһында ҡалдым. Дауаханаға эләктем. Ярты яғым һулыны, тиерһең. Аяҡ-ҡул эшләмәҫ булды. Шул мәлдә табип: «Ҡулығыҙҙы нисек тә хәрәкәтләндерергә тырышығыҙ,» – тине. Филолог башына тәү төшкән уй – яҙырға! Төндә шәфҡәт туташы посына ҡунаҡлайым. Уң ҡулыма һулы менән нисек тә ручка тотторам, яҙырға маташам. Быға тиклем яп-ябай күренгән ғәмәлде атҡара алмай ултыр инде. Ғүмер тигәнең ҡылдан нескә икәнен төшөндөрҙө миңә был хәл. Әкренләп кәкес-бөкөс юлдар әтмәләнде. Ни өсөн бындай һынау?
Сирек быуат ал-ялһыҙ хеҙмәт аяҡтан йыҡты, күрәһең. БДУ- ның Нефтекама филиалында эшләгән саҡтарым ине. Башҡортостандың төнъяҡ-көнбайыш төбәгендә милли рухты күтәреү миссияһы төштө беҙҙең иңгә. Көндөҙгө бүлектәгеләр янына ситтән тороп уҡыусылар килә. Йә иһә башҡорт теле буйынса алмаш- тилмәш курс үтеүселәр – төбәктәге автовокзал хеҙмәткәрҙәре. Беҙ өйрәткәс, башҡортса иғландар гөрләп торҙо шул йылдарҙа. Унан иһә, китапхана хеҙмәткәрҙәре һ.б. Уҡыу корпусынан сыҡмай, көнөнә етешәр пар дәрес биргән саҡтар булды! Кафедралағы ете ҡыҙ – фән кандитаттары, доценттар: Л.М.Хөсәйенова, Г.Ғ.Байбулатова, Р.А.Солтаҡаева, Л.Р.Зиннәтуллина, Р.Д.Хөснуллина, Р.Ғ.Ғатина һәм минең иңгә төштө башҡорт филологияһын үҫтереү бурысы. Өфө профессорҙарын: Марат Зәйнуллин, Роберт Байымов, Зиннур Нурғәлин, Фирҙәүес Хисаметдинова, Эрнест Ишбирҙин, Әхмәт Сөләймәнов, Ғиниәт Ҡунафин, Мирас Иҙелбаев, Зәйтүнә Шәрипова, Миңһылыу Усманова, Миңлеғәли Нәҙерғолов, Гөлфирә Гәрәева һ.б саҡырҙыҡ. Уҡыттыҡ та, фәнни-ғәмәли конференциялар ҙа үткәрҙек, гранттар иҫәбенә ғилми китаптар ҙа яҙҙыҡ. Һынатманыҡ. Миңә башҡорт филологияһы һәм журналистика кафедраһын етәкләүҙән тыш, ҡаланың ҡатын-ҡыҙҙар советында ла, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы идараһында ла ағза булыу өлөшө төштө, йәмәғәт эштәре лә мул тейҙе. Уның араһында республикала тәүгеләрҙән булып «Сыңрау торна» тигән фольклор кабинетын асыу, күршелә ятҡан Пермь башҡорттарына методик ярҙам... Өйҙә балаларым – күҙем ҡаралары. Ғәзиздәремдең барлығы миңә көс-илһам өҫтәне, улар бер нәмәгә лә моҡрамаһын, һәр яҡтан үҫешһен тип тырыштым. Күп нәмәне күҙ уңында тоттом.
Филиалда байтаҡ эшләгәс, ғилми етәксем, яҙыусы-ғалим Роберт Байымов: «Монографияларығыҙ һәлмәк. Хәҙер инде докторлыҡ диссертацияғыҙҙың мөгөҙөн һындырып ҡуйырға кәрәк», – тигән бурыс ҡуйҙы. Шул йылды кинәт кенә үҙе донъянан китте... Фән кешеһе өсөн ғилми етәксенең баҡыйлыҡҡа күсеүе бик ауыр тәьҫир итә. Башлаған эште тамамларға кәрәк тип, башҡа етәксе менән һөйләштем. Фәнни концепцияны үҙгәртергә кәрәкһә лә дәртләнеп эшкә тотондом, ВАК мәҡәләләре сығара башланым.
Тик шул мәлдә тыуған ауылымда атайым, Муса Ишйәров, түшәккә ятты. Минең өсөн ул ир-ат эталоны ине! 13 йәшенән «Урал» колхозы эшенә егелгән Бөйөк Ватан һуғышы осоро балаһы, аҡһаҡал. Ҡала шарттары кәрәк булғанға студент улым менән Нефтекамаға алып ҡайтып ҡараныҡ. Дауаханаға ла һалдыҡ. Нияз ҡартатаһының баш осонда таңдар аттырғаны булды. Әйткәндәй, улым атайымдың мунсаһыҙ тора алмағанын белә ине. Баҡса-мунсабыҙ юҡ мәлдәр. Әсәй, әйҙә фатирҙа сауна эшләйек, ти бер көн. Ғәжәпләндем. «Аптырама, әсәй, кладовка ҙур, шуны үҙгәртәм», – ти. Иң өҫкө ҡатта йәшәүебеҙ уңай булып сыҡты, түбәне быраулап тишеп, һауа инер урынды, электр мейесен-башҡаһын бик тиҙ эшләп тә ҡуйҙы. Бер нисә йылдан хәрби операцияға эләгеп, позывнойы «Баймаҡ» булып, блиндаждағы егеттәр менән ер аҫтында мунса ишараты әтмәләп йөрөрө ете ятып, бер төшөнә лә инмәгәндер ул мәлдә... Мин дә хәрби частән килгән маҡтау хатын уҡып, миҙалын күреп, берсә шатлыҡтан, берсә әрнеүҙән йәшкәҙәремде белмәй инем әле...
Әлегә 2010 йыл. Улым шат, «Прикамье» бейеү ансамблендә шөғөлләнә, юридик бүлектә тик «5»-легә уҡый. Ул торлаҡ-коммуналь хужалығынан кеше саҡыртып, кәрәк документтарҙы эшләп, фатирҙағы үҙгәреште рәсмиләштереп тә ҡуйҙы. Бер ваҡыт мәктәп йылдарындағы уҡытыусым Разия Фәтих ҡыҙы Мәүлетова ауылдан килеп төштө. Күстәнәскә туғандарҙың ҡорбан итен тотҡан. Үҙен дә матур итеп ҡунаҡ иттек. Теге саунаға ла керттек. Сыҡҡас: «Венера апай, Муса ағай, балаларығыҙ һеҙгә ерҙә ожмах мөйөшө булдырған икән!» – тип шатланды. Мин аспирантурала уҡығанда баламды бик йыш атай-әсәйем ҡурсалағайны. Шөкөр, хәҙер үҙҙәре өлкән ҡыҙы, яратҡан ейәне тәрбиәһенә сумған саҡтары... Ярты йылдан атайым донъянан китте... Беҙгә фатихаһын ихлас биреп китте. Йәне йәннәттә булһын. Туғандарҙың береһе: «Апайым менән еҙнәм пар аҡҡоштар кеүек йәшәне, береһе киткәс, оҙаҡламай икенсеһе лә күккә олғашыр микән..?» – тип хафаланды. Мине был тәрән уйға һалды, бәғеремде телде. Атаҡайымды юғалт (82 йәш ине), артынса әсәйемдеме? Юҡ, 80-дәге әсәйемде нисек тә һаҡларға, йәшәтергә! Дауаханаға һалып, сәләмәтлеген нығытып алырға кәрәк. Бына улыҡайымдың туйын үткәреп кенә ебәрәйем дә, тип йөрөгән саҡтарым... Аяҡтан яҙырға, күҙ йоморға ярамай миңә! Эстән генә атайымдың һүҙен ҡабатлайым: «Сабыррахман, сабыррахман. Һынауҙарҙың әҙәм күтәрә алырлығын ғына бирә Хоҙай!» Эйе, ауырыу-сырхау ҙа китер. Бары тик ошолай туҡтатып, йәшәү ҡиммәттәрен барлар форсат бирә Аллаһ, тип йыуатам үҙемде! Ебемәҫкә, ныҡ булырға!
Дауаханала ыҙалана-ныҡыша торғас, ҡулға иҫ инде! Башыңдағын аҡ ҡағыҙға төшөрә алыу кинәнес икән дә баһа! Шунан бирле, 10 йылдан ашыу, мемуар кеүек ниҙер теркәлә бара. Киләсәктә, эштән бушағас, ул яҙмаларға нөктә ҡуйылыр. Үҙемдән бигерәк, ейәндәр өсөн кәрәгер төҫлө. Әлеге йылдарҙы киңәйтермен тием. Ер-әсә иңрәй... Харабалар аҫтында ҡалыу анһатмы ни уға?! Ә әҙәм күңелендәге емереклектәрҙе, сабыйҙар йөрәгендәге ярсыҡтарҙы ниндәй бизмәндәргә һалып үлсәп була?!
«Мин тере ҡайтам, көт! Тыныс бул!» – тине Ниязым киткәндә. Сараһыҙлыҡ алҡымымдан алған саҡтарҙа тап ошо һүҙҙәре яңғырай ғәзиз балаҡайымдың. Күпме кәрәк, шунса көтөрбөҙ, Ниязым – ғүмер яҙым минең! Тик иҫән-имен генә ҡайт, улым!