Все новости
ВРЕМЯ ГЕРОЕВ
11 Ноября 2022, 16:22
ОБЩЕСТВО

«НАМЫҪЫМА ҠАРШЫ БАРМАҪ ӨСӨН»

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Шамил улы Бадранов хәрби хәрәкәттәр зонаһына юлланды. Уның махсус хәрби операцияла ҡатнашырға теләк белдереп ғариза яҙыуы хаҡында журналыбыҙҙың үткән һанында хәбәр иткәйнек. Етди сәфәр алдынан ниндәй уй-тойғолар кисереүе менән ҡыҙыҡһынып, бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

«НАМЫҪЫМА ҠАРШЫ БАРМАҪ ӨСӨН»
«НАМЫҪЫМА ҠАРШЫ БАРМАҪ ӨСӨН»

– Азат Шамил улы, хәрби әҙер­лек нисек үтте? Алғы һыҙыҡҡа барырға әҙерһегеҙме?

– Эйе, хәрби әҙерлек тамамланды. Ул Росгвардия полигондарында ойошторолдо, беҙҙең менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыу тәжрибәһе булған инструкторҙар шөғөлләнде. Беҙҙе ҡорал менән эш итеү, тактик медицина һәм башҡа һуғыш шарттарында һәр һалдат белергә те­йеш төп нәмәләргә өйрәттеләр, күнекмәләр үткәрҙеләр. Ҡалғанын урынға барғас өйрәнербеҙ.
Ҡабатлап әйтәм: мин үҙем дә, минең төркөмдәгеләр ҙә – ирекмәндәр, йәғни беҙ үҙ ихтыя­рыбыҙ менән махсус операцияла ҡатнашырға булдыҡ, мораль һәм яугирлыҡ рухыбыҙ юғары, шулай булғас, эйе, алғы һыҙыҡҡа барырға әҙербеҙ.

– Башҡа республикаларҙың һәм өлкәләрҙең Һеҙҙең кимәлдәге етәкселәре араһында махсус операцияла ҡатнашыусылар бармы?

– Хәрби хәрәкәттәр барған зо­наға төрлө кимәлдәге чиновниктар барҙы йәки барырға әҙерләнә, әммә минең һымаҡ етәкселәр тураһында ишеткәнем булманы. Һәр хәлдә милли республикаларҙан юҡ.

– Һеҙ үҙ ихтыярығыҙ менән махсус операцияла ҡатнашырға теләк белдереп ғариза яҙғас, йәм­ғиәттә һүҙ күп булды. Берәүҙәр быны батырлыҡ өлгөһө тип ба­һаланы, икенселәр ошондай ҡатмарлы ваҡытта тәжрибәле етәксенең республиканан китеүенә борсолдо, өсөнсөләр ни бары пиар тип ҡабул итте. Ошоларға яуап итеп нимә әйтер инегеҙ?

– Был һорауға мин социаль сел­тәрҙәрҙә яуап биргәйнем инде. Кем мине пиар өсөн бара тип уйлай – бергәләп барып ҡайтырға саҡырам. Ышанмайҙар икән, үҙен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйырға йыйынмай тип уйлайҙар икән, нишләп минең менән хәрби операция барған зонаға барып ҡайтмаҫҡа?! Был беренсенән.
Икенсенән, мин быны кем өсөн­дөр эшләмәйем, үҙем өсөн. Намы­ҫыма ҡаршы килмәҫ өсөн, принциптарыма тоғро, эшемдә эҙмә-эҙлекле булыр өсөн. Ҡайһы саҡта үҙең булып ҡалыу бик ауыр, әммә мөмкин.
Өсөнсөнән, етәксе урынында үҙ эшен башҡарһа, яҡшыраҡ булыр ине, тиеүселәргә шулай тип әйтер инем: мин дә бит үҙебеҙҙең яҡташтар эргәһенә китәм. Шайморатовсылар батальоны һуғышҡан мотоатыусылар бригадаһына. Бындағы эшемде коллегаларым дауам итәсәк. Дәүләт менән идара итеүҙә бер-береңде алмаштырыу – төп принциптарҙың береһе.

– Ғариза яҙыуығыҙға бер ай тирәһе ваҡыт үтте. Ошо ваҡыт Һеҙҙең аңығыҙҙа, ҡарашығыҙҙа нимәләрҙелер үҙгәрттеме?

– Ай тиҙ үтте, шулай ҙа күп нә­мәләр тураһында уйлап, икенсе күҙ­лектән ҡарап алырға мөмкинлек булды. Беренсенән, үҙемдең дөрөҫ аҙым яһауыма инандым. Тора килеп өйрәнелгән эштән, күнегелгән урындан сығып китеү, ҙур дәүләт хеҙмәте биргән мөмкинлектәрҙән баш тартыу – үҙ-үҙемде һынау. Бәлки, йәштәрсә рух менән һу­ғарылған ҡараштарымды тикшереп ҡарауҙыр. «Ҡорос нисек сыныҡты» әҫәрен уҡығанда миңә Павел Корчагиндың «маҡсатһыҙ үткән йылдарың өсөн яфалы ауыр булмаҫлыҡ итеп йәшәргә кәрәк» тигән һүҙҙәре ныҡ тәьҫир иткәйне.
Икенсенән, был ай ихлас йөк­мәткеле булды. Айырыуса туған­дарым, яҡындарым һәм дуҫтарым менән аралашыуҙар. Күптән шулай күңелле итеп һөйләшеп ултырған юҡ ине.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер кешеләрҙең түбәнлеген күрергә лә тура килде, шулай ҙа эскерһеҙ ихласлыҡ барыбер күберәк. Үҙемдең бәхет тойғоһона тулышҡанымды тоям. Ләкин был танһыҡ һөйләшеү-аралашыуҙар сәбәпле генә түгел. Күңелемдең бөтөнлөгө мине бә­хетле итә. Эстән йөкмәткеле һәм аҙымдарымда эҙмә-эҙлекле булып ҡала алыуым. Шуныһы ҡәҙерле.

– Һеҙҙең тәҡдим менән ауыл­дарҙа ҡорбан салып, мәсеттәрҙә мобилизацияланған һалдаттарға аяттар уҡытылды. Был бик урынлы һәм мөһим сара булды: берҙән, ауырлыҡ килгәндә халыҡтың бергә йыйылып, бер-береһенә терәк булғаны яҡшы, икенсенән, доғалар хафалы күңелдәрҙе тынысландырыу көсөнә эйә. Һеҙҙә дини һүҙгә иғтибар һәм ихтирам ҡайҙан килә?

– Ҡатмарлы һорау. Мин был сараны дини ҡанун ҡушыуы буйын­са үтәлгән ғәмәл тип ҡарамайым. Берләшеү, дөйөм хафаларҙы һәм өмөттәрҙе уртаҡлашыу кәрәклеген тойҙом. Һуғышта атеистар булмай. Ысын күңелдән ҡылынған доғалар, изге теләктәр һәм күмәк кешенең ыңғай энергияһы донъяла барған ваҡиғаларға ыңғай йоғонто яһар, яҡындарыбыҙҙы һаҡлар тип ышанғы килә. Бергәләп Ҡорбан ашына йыйылыу ирен, улын йә ту­ғанын өҙөлөп көткәндәргә терәк һәм теләктәш булыуҙы аңлата.


– Идеология мәсьәләләрендә проблемалар бар, тинегеҙ Һеҙ «Рәсәй-Башҡортостан» телека­налына биргән интервьюла. Ысынлап та, күптәр мәғлүмәт һуғышы ҡайҙалыр алыҫта бара тип уйлай һәм ҡайһы берҙә үҙҙәренең дә фейктарҙы тара­тыуҙа ҡатнашыуын башына ла килтермәй. Мәҫәлән, социаль селтәрҙәрҙә, мессенджерҙарҙа дөрөҫлөгө иҫбатланмаған төрлө хәбәрҙәр етерлек. Әлбиттә, улар­ҙың һәр береһен тиҙ генә тикшереп, дөрөҫлөгөн асыҡлап та булмайҙыр. Шулай ҙа ҡотҡо тара­тыуға, халыҡтың рухын ҡаҡша­тыуға йүнәлтелгән сығыштарға ваҡытында яуап бирелергә тейештер. Шулай бит?

– Килешәм. Информация эшен­дә резонанслы темаларға алданы­раҡ мәғлүмәт биреп өлгөрөү бик мөһим. Әйткәндәй, был «Инцидент-менеджмент» менән ЦУР-ҙың төп бурысы һәм тәғәйенләнеше.
Хәрби операцияға килгәндә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, информаци­он йүнәлештә дошман беҙгә ҡараған­да яҡшыраҡ эшләй. Украина хәр­би көстәрендә мәғлүмәт таратыуҙа махсуслашҡан подразделениелар бар, уларҙа хеҙмәт иткән блогер-комментаторҙар погон йөрөтә, гарантиялы түләүҙәр ала. Рәсәйҙәге хәлдәрҙе тә­рәндән өйрәнеп, барыһын да белеп торалар. Мәҫәлән, Киев эргәһендәге хәрби часта урынлашҡан шундай подразделениеларҙың береһе Баш­ҡортостан буйынса эшләй. Улар кемдең кем булыуын яҡшы белә, дискуссияларҙа ҡатнаша, постар яҙа, яҙмаларын төрлө райондарҙың һәм ауылдарҙың «Подслушано» төркөмдәрендә урынлаштыра. Әммә был информацион эштең тактик мәсьәләләре генә, идеология проб­лемалары тәрәндәрәк.
Күптән түгел генә беҙ йәштәребеҙ үҙ-үҙен үҫтереү, уңышлы булыу темалары менән ҡыҙыҡһына тип ҡы­уана инек, үҙҙәренең шәхси бренды өҫтөндә эшләйҙәр, етеш донъя
төҙөйҙәр тип һоҡланғайныҡ. Әм­мә улар кемдәргәлер оҡшарға ты­рышҡан, ләкин бер кем дә була алмаған буш ҡыуыҡ булып сыҡ­ты. Социаль селтәрҙәрҙә шәхси бренд булдырырға өйрәтеүселәр хәрби операция башланыу менән Төркиәгә, Ҡаҙағстанға һәм Грузи­яға сығып ҡасты. Беҙ ул йәштәрҙе юғалттыҡ. Эстән тотоп торған үҙәктәре булмаған, социаль медиа быуыны улар.
Хәрби операцияға ҡаршы булыу әле бер нәмә лә аңлатмай, тиерһегеҙ, бәлки. Ә мин егеттәр иң тәүге етди һынауҙан уҡ ҡурҡып, ҡойолоп төштө тип һанайым. Улар­ҙың идеалдары буш. Тыуған иле лә, байрағы ла юҡ. Үҙҙәренең на­мыҫтарын һаттылар, ә был бер ва­ҡытта ла яҡшылыҡҡа килтермәй.
Әле илебеҙ һәм бөтә халыҡ өсөн һынау осоро. Шуныһы һөйөнөслө: ватандаштарыбыҙҙың күбеһе уны лайыҡлы үтә.

– Башҡортостан махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән алып актив позицияла тора. Даими рәүештә Донбассҡа гуманитар ярҙам ебәрелә. Медиктар барып эшләп ҡайта, ҡасаҡтарҙы ҡабул иттек. Әле генә Салауат Юлаев исемен йөрөтәсәк өсөнсө батальон ойош­торолдо. Халыҡта Рәсәйҙең башҡа төбәктәре лә шулай әүҙем ҡатнашамы икән, тигән һорау ишетелеп ҡала…

– Әлбиттә, Донбассҡа бөтә Рәсәй ярҙам итә. Һанап кителгән саралар азат ителгән территорияның аҙ ғына өлөшөнә ҡағыла. Рәсәй Федерацияһы субъекттары һәр муниципалитетты, ҡалаларҙы шеф­лыҡҡа алды. Уларҙа инфраструктураны тергеҙә, кадрҙар менән ярҙам итә, балаларҙы урынлаштыра. Күп субъекттар батальондарын булдырҙы. Бөтә илдә өлөшләтә мобилизация үтте.
Әлбиттә, Башҡортостан өлгө күрһәтә. Беҙ ЛХР менән ДХР-ға гуманитар ярҙам күрһәткән тәүге субъект булдыҡ, Радий Хәбиров – хәрби операция башланғас Донбассҡа барған беренсе губернатор.

– Һеҙ социаль селтәрҙә эше­геҙгә, шәхси тормошоғоҙға бәй­ле яңылыҡтарҙы даими хәбәр итеп тораһығыҙ. Мәҫәлән, ҡы­ҙығыҙға хәрби зонаға ки­тер­гә йыйыныуығыҙ­ҙы нисек итеп аңлатыуығыҙ тура­һын­да бик тулҡынландырғыс пост яҙғайнығыҙ. Әммә матур ғына яҙмаларығыҙҙы ла бер ҡалаҡ дегет менән бысратып ҡалырға тырышыусылар табыла. Һеҙ ошо күренеште нисек ҡабул итәһегеҙ?

– Тыныс ҡарайым, эшемдең кире яҡтарының береһе тип ҡабул итәм. Шул уҡ ваҡытта күпселектең минең ихласлығымды тойоуын күрәм. Пос­тарымды уҡыусыларҙың, үҙҙәренең фекерен белдереүселәрҙең күп булыуы шул хаҡта һөйләй. Мин Рәми Ғариповтың көндәлегендә яҙылған принципҡа таянам: көлә-көлә, илай-илай яҙһаң, кешеләр ҙә көлә-көлә, илай-илай уҡыр.

– Һуңғы бер интервьюғыҙҙа Һеҙ үҙегеҙҙе сәйәси эштәр буйын­са урынбаҫар итеп күреүегеҙ тура­һында әйткәйнегеҙ. Ошо хаҡта ентекләберәк һөйләгәндә…

– Оборона министрлығы приказы буйынса мин рота командирының хәрби-сәйәси эш буйынса урын­баҫары буласаҡмын. Рота – 100–120 кешенән торған хәрби берәмек, батальонда – дүрт рота. Тимәк, вазифам хатта бер батальон масштабында ла артыҡ ҙур түгел. Зам­политтың эше роталағы һәр бер һалдат менән эшләүҙе күҙ уңында тота. Тимәк, гел бергә булырға, һәр береһен белергә, яугирҙарҙы борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам итергә кәрәк. Тылда ултырып был бурысты үтәп булмай. Мин быны күҙ алдына ла килтерә алма­йым. Шундай фекерҙәрҙе уҡыһам, көлгө килә.

– Азат Шамил улы, элек ил һаҡларға киткән яугирҙар ха­лыҡ алдында ялҡынлы телмәр тотҡан, шиғри һүҙ менән мөрә­жәғәт иткәндәр. Һеҙ бөгөнгө ябай булмаған мәлдә ватандаш­тары­быҙға ниндәй һүҙҙәр әйтер инегеҙ?

– Иң мөһиме, яугирҙарығыҙға ышанығыҙ, беҙҙе Еңеү менән көтөгөҙ! Беҙ ҙур һынауҙар осорон кисерәбеҙ, әйҙәгеҙ, уны лайыҡлы үтәйек. Ойошайыҡ һәм берҙәм булайыҡ! Илебеҙ һәм халҡыбыҙ бындай һынауҙарҙы аҙ кисермәне, беҙгә лә шуны үтергә яҙған икән, ата-бабаларыбыҙҙың васыятына тоғро булыуыбыҙҙы иҫбат итергә тейешбеҙ. Беҙ һуғыш бында килмә­һен өсөн фронтҡа китәбеҙ. Украина ерҙәре өсөн һуғыш бармай – илебеҙҙең дәүләтселеген һаҡлау өсөн көрәш. Бөтәһе лә шуны аңлаһын ине.

– Азат Шамил улы, һуңғы бер интервьюла Һеҙ: «Яҡындарығыҙ­ға көтәбеҙ, яратабыҙ кеүек ябай, ләкин мөһим һүҙҙәрҙе әйтергә тартынмағыҙ. Фронтҡа китергә йыйынғанда был һүҙҙәр бөтөн­ләй икенсе төрлө ҡабул ителә, улар тәрән мәғәнә ала», – тигәй­негеҙ. Беҙ Һеҙгә ышанабыҙ һәм тиҙерәк иҫән-һау әй­ләнеп ҡайтыуығыҙҙы көтәбеҙ.


Рәшиҙә МӘҺӘҘИЕВА әңгәмәләште.

Полигонда хәрби әҙерлек бара
Атырға өйрәнеү – төп күнекмәләрҙең береһе
Мәсеттәрҙә мобилизацияланған һалдаттарға бағышлап  аяттар уҡылды
«Үҙең булып ҡалыу еңел түгел,  әммә мөмкин»
Полигонда хәрби әҙерлек бара
Читайте нас: